Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Аҡ тирмә” милләт яҙмышына битараф түгел
“Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәгенең йыл да Күгәрсен районына барып, унда уҡыусы балалар, уҡытыусылар һәм Туйөмбәт ауылы халҡы менән осрашыуы матур йолаға әйләнде.
Уҙған йылдың ғинуар селләһендә беҙ Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Ҡәҙим Аралбаев ҡатнашлығында Мораҡ башҡорт гимназияһы уҡыусылары менән осрашыуға юлландыҡ.
Уҡыусылар бер төрлө мәктәп кейемендә, әйтерһең дә, бер әсәнең балалары. Был үҙенә күрә тәртип, балаларҙың тәүфиҡлы, сабырлы булыуы, үҙҙәрен тота белеүе менән аңлатыла. Улар менән әллә ҡасанғы туғандар кеүек асыҡтан-асыҡ һөйләшеү күңелгә йылылыҡ бирҙе. Йәш быуындың бөгөнгө заман ҡанундарын дөрөҫ аңлап, аныҡ фекер йөрөтөүе ҡыуандырҙы.
Иртәгәһенә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Зәйнәб Биишеваның тыуған ауылы Туйөмбәткә киттек. Унда З.Биишева премияһы лауреаттары — Зөфәр Тимербулатов, Тимерғәле Килмөхәмәтов та беҙгә ҡушылды. Ауыл халҡы дәррәү йыйылған, З. Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте китап сауҙаһын ойошторған. Район мәктәптәре уҡыусыларының ҡул эштәре күргәҙмәһе лә күңелгә ятышлы булды. Мораҡ мәҙәниәт һарайы артистары халыҡҡа йыр-моң алып килгән. Осрашыуҙың иң тулҡынландырғыс мәле етте — лайыҡлыларға З. Биишева премияһы тапшырылды. Ғөмүмән, ауыл халҡы менән осрашыу үҙе үк күңелдә тәрән тәьҫораттар ҡалдырҙы, уйландырҙы ла, ҡайһы ваҡыт әсендерҙе лә.
Иң мөһиме — “Аҡ тирмә”нең эше төрлө яҡлы, төрлө йүнәлештә булыуы. Халыҡ менән аралашыу, уларҙың шатлығын уртаҡлашыу, аһ-зарын тыңлау үҙенә йәлеп итә, ҡайһы берәүҙәр кәңәшкә мохтаж, бәғзеләр уҡырға инеүҙә ярҙам һорай, эш урынын юғалтыусылар ҙа беҙгә өмөт бағлай.
Күптән түгел осраҡлы ғына Шишмә районының Ябалаҡлы ауылына барып сыҡтым. Юл яҡшы, ап-аҡ ҡар аяҙ көндә ҡояш нурҙарынан ем-ем килеп ялтырай. Тәбиғәткә ҡарап, күңел көрәйә, ләкин килеп инеү менән ауылдың бушлығы йөрәккә бик ауыр тәьҫир итте. Урамда бер әҙәм юҡ, мәктәпкә барған балаларҙың тауышы ла, эшкә ашыҡҡан өлкәндәр ҙә күренмәй. Әйтерһең дә, бында берәү ҙә йәшәмәй. Хәйер, Ябалаҡлы шундай хәлгә ҡалып бара, сөнки оло тарихлы боронғо башҡорт ауылында бынан өс йыл элек бер ниндәй сәбәпһеҙгә ике ҡатлы, интернатлы мәктәп ябылған, колхоз тарҡалған — балалар мәктәпһеҙ, халыҡ эшһеҙ ҡалған. Ауыл бөтөүгә бара. Бында эш тә юҡ, аш та юҡ, тип әйтеү дөрөҫ. Тик тере йән үлергә тырышмай, һәр береһе үҙ йүнен үҙе күрә. Халыҡ өлкәнерәк балаларын яҡын-тирәләге ҡалаларға уҡырға ебәргән, ә бәләкәйҙәре күрше урыҫ мәктәптәренә автобуста йөрөп уҡый, имеш. Имеш, тинем, сөнки тәғәйенләнгән автобус йә килә, йә ҡайҙалыр боҙолоп ултыра. Шулай ҙа беҙгә хөрмәт йөҙөнән халыҡ, һыуыҡ клубҡа йыйылып, аһ-зарын һөйләне лә, өмөтһөҙлөккә бирелеп, бер ниндәй ҡарарға ла килә алмай таралышты. Бик ауыр тойғолар менән ҡайттыҡ. Бер Ябалаҡлыла ғына түгел, ә тотош Дим буйындағы бөтөн башҡорт мәктәптәренең ябылыуы күңелгә шөбһә һалды. Ни эшләп улай? Ошо һорауға икенсе-бишенсе тапҡыр барғанда ла район етәкселегенән төплө генә яуап ала алманыҡ. Әммә был мотлаҡ хәл ителергә тейеш мәсьәлә. Юғиһә ошондай ҙур ауыл юҡҡа сыҡһа, киләсәк быуын беҙҙе ғәфү итмәҫ.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев “Хазина” поэмаһында, йәштәргә өндәшеп, бына нимә ти:
Яҡты ниәттәрҙе
Маҡсат итеп ҡуйһаҡ,
Көсөбөҙ аҙ түгел —
Беҙҙең менән Аллаһ!..
Илдең ғәм-хәсрәтен
Иңебеҙгә һалһаҡ,
Өҙөлмәһен өмөт —
Беҙҙең менән Аллаһ!
“Өс таған” исеме менән үткәрелгән кисә бик ваҡытлы һәм фәһемле булды. Маҡсат олатай, атай, ул, ейәндәрҙе бергә йыйыу, ир-аттың дәрәжәһен күтәреү, ер йөҙөндә тотҡан ролен күрһәтеү ине. Ошо сараның дауамы булараҡ, Ҡ.Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназия-интернатында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповҡа арналған “Ул ысын ир ине” тигән кисә ойошторолдо. Иле, теле, халҡы яҙмышы өсөн йәнен-тәнен аямаған шағирҙың тормош юлы һәм ижады менән йәш быуынды — рәссамдарҙы таныштырыу, уның йәшәү өлгөһө аша патриоттар тәрбиәләүҙе күҙ уңында тоттоҡ.
“Нефтсе” мәҙәниәт һарайында Күгәрсен районының аҫыл егете, моңло тауышы, фәһемле йырҙары менән танылыу тапҡан Ғәзим Ильясовтың ижад кисәһе уҙҙы. Зал халыҡ менән шығырым тулы булды.
“Аҡ тирмә” йәштәр менән эшләүҙе лә иғтибарҙан ситтә ҡалдырмай. Уларҙың эсеүенә, наркотик менән мауығыуына күҙ йомоп ҡарау мөмкин түгел. Дин әһелдәре менән берлектә “Хәмер — харам” исемле сара үткәреү эш планына ингәйне. Йәш быуынды айныҡ юлға баҫтырыу, ислам дине ҡанундары нигеҙендә әҙәплелеккә, инсафлыҡҡа өндәү, ҡыҙҙарҙы ысын ҡыҙ, киләсәктә ир ҡатыны, бала әсәһе булыу өсөн үҙебеҙҙең милли сифаттарыбыҙҙы юғалтмауға саҡырыу ине ниәтебеҙ.
Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын данлау, уларға рәхмәт һүҙҙәре еткереү, ошо дәһшәтле яуҙа һәләк булғандарҙы иҫкә алыу кисәһе лә ваҡытлы сара булды.
Хәрби гарнизондан ҡайтҡан һалдаттар, кадет корпусы курсанттары ҡатнашлығындағы ҙур байрамда артистарҙың сығышы, айырым һалдаттар башҡарған һуғыш йырҙары йәштәргә үҙе бер тәрбиә булды.
Бүздәк районының иң ҙур һәм боронғо ауылдарҙың береһе булған Ҡаңны-Төркәйҙә 2003 йылда уҡ “Аҡ тирмә”нең бүлексәһен асҡайныҡ. Рәйесе Марат Кәримовтың эше менән яҡындан таныштыҡ. Афарин, тырышып эшләй. Унда ауыл халҡы менән һөйләштек, мәктәп, балалар баҡсаһы тормошон яҡындан күрҙек, улар менән ихлас аралашыу беҙҙең өсөн дә, халыҡ өсөн дә файҙалы булды.
Әйткәндәй, Ҡаңны-Төркәйгә тағы ла биш тапҡыр барырға насип итте. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Бизнес үҙәге етәкселеген ауыл халҡы һәм район хакимиәте вәкилдәре менән осраштырып, ситтә йөрөгән йәштәргә ауылда эш урындары булдырыу ысулдарын аңлатыу күҙҙә тотолғайны.
Матбуғатҡа яҙылыуҙы ла ойошторҙоҡ. Ҡаңны-Төркәй халҡы, әлбиттә, үҙенсә тырыша, бөгөнгө тормоштан артта ҡалырға теләмәй. Былтыр ауыл аҡһаҡалы Барый Шәһәлиевтең хәстәрлеге менән бәләкәй, ләкин бик ыҡсым мәсет төҙөп ҡуйған халыҡ. Әммә әле намаҙҙы дөрөҫ итеп уҡыусыларҙың әҙ булыуы борсой ололарҙы. “Төп талап — һәр эштә әүҙем булығыҙ, рухи ҡиммәттәрегеҙҙе юғалтмағыҙ, эсмәгеҙ, ғәҙел булығыҙ”, — тигән фекерҙәр яңғыраны. Ысынлап та, шул ваҡытта ғына беҙ үҙебеҙҙе һаҡлап ҡаласаҡбыҙ.
Июндә Өфө ҡалаһының Дим районы биләмәһендә Рәсәй көнөнә арналған һабантуй планлаштырылғайны. Бында “Аҡ тирмә”нең Рәйлә Ишбулдина етәкселегендәге “Дим моңдары” бүлексәһе ҡатнашты. Ошо уҡ район башҡорттарының ҡоролтайы менән берлектә тирмә ҡороу, уны йыһазлау, йыр-моң бүләк итеү ҙә беҙҙең яуаплылыҡта ине. Тирмәне ҡоролтай рәйесе Наилә Буранғолова әҙерләһә, бынан бер йыл элек кенә “Аҡ тирмә” эргәһендә ойошторолған “Тере һыу” ансамбле тамашасыларҙы йыр, бейеү, гармун моңо менән ҡыуандырҙы. Тирмәбеҙ район күләмендә беренсе урынға лайыҡ булды.
2009 йылда Башҡортостан Хөкүмәте бойороғо менән “Аҡ тирмә” башҡорт милли-мәҙәни үҙәге эргәһендә Аҡһаҡалдар ҡоро ойошторолдо. Ҡорҙо урындарҙа ла булдырыуға өлгәштек, әммә ҡайһы бер район етәкселәре быға бик иғтибар итмәне, шулай ҙа Сибайҙа тәҡдимде шунда уҡ күтәреп алдылар. Уның етәксеһе итеп Зәки Хамматовты һайлап ҡуйҙылар. Зәки Мөхәммәт улынан июнь аҙағында Баймаҡ районының Иҫәнбәт ауылында Сураш батырҙың тыуыуына 300 йыл тулыу айҡанлы “Батыр үлһә лә даны үлмәй” исемле һәм Муллаҡай ауылында башҡорттоң бөйөк ғалимы, дин белгесе хәҙрәт Ғабдулла Сәйеди хәҙрәттең 175 йыллығында ҡатнашыу өсөн саҡырыу ҡағыҙы килеп төштө.
Төрлө сараға әҙиптәрҙе йәлеп итеү йолаһы һаҡлана. Яҙыусы Лира Яҡшыбаева менән Сибайға юл тоттоҡ, ҡалаға кисләтеп кенә килеп еттек. Беҙҙе бар ғүмерен китапхана эшенә бәйләгән Фәғилә исемле мөләйем ҡыҙ ҡаршы алды. Уның менән әҙәбиәт, китап донъяһына инеп киттек. Бер-береңде аңлашып һөйләшеүгә ни етә!
Артабан Иҫәнбәт ауылына юлландыҡ. Юл бик үк таҡыр түгел, таш түшәлгән. Аҡ томан кеүек аҡ саңдың тирә-йүнгә осоп, тәбиғәтте, бөтә тереклекте ағыулауын күреп эс бошто. Бындай ағыу инде нисә быуат халҡыбыҙ өҫтөнә яуып, күпме ғүмерҙәрҙе өҙмәгән, тигән күңелһеҙ уй тынғы бирмәне.
Иҫәнбәт ауылы төҙөк, өйҙәрҙе береһенән-береһен матурыраҡ итеп һалғандар. Беҙ ауыл эргәһендәге тау битләүендәге сауҡалыҡҡа барып туҡтаныҡ. Тирмәләр ҡоролған, ҡаҙан аҫылған, сауҙа ойошторолған, уйын майҙаны әҙер, иң түргә “Сураш батырҙың тыуыуына — 300 йыл” тип яҙып ҡуйылған. Бер нисә араның шәжәрәһе эленгән. Зәки Хамматов ауыл халҡының Сураш батыр менән ғорурланыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ярыш майҙанында ат сабышы, көрәш, бағанаға менеү, тоҡ менән һуғышыу кеүек уйындар гөрләп торҙо.
Муллаҡайҙа Ғабдулла Сәйедиҙең 175 йыллығына арналған сара ла юғары кимәлдә үтте.
Ғөмүмән, “Аҡ тирмә” ауылдарға сығып, халыҡ менән йыш осрашты, уҡытыусылар менән аралашты, уларҙың уй-фекерен белеште. Ауыл йәштәренең бөгөнгө проблемаларын уртаға һалып һөйләшеү, фекер алышыу, кәңәшләшеү ҙә бик фәһемле булды. Әле ер мәсьәләһенең киҫкен тороуы, эшһеҙлектең ҡолас йәйеүе ауыл халҡын ныҡ борсой.
“Аҡ тирмә” ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу, уны таратыуға ла битараф түгел, йыл һайын уны үҙ бурысы итеп ҡуя. “Нефтсе” мәҙәниәт һарайында Матбуғат көнөн даими үткәреүҙе планына индерә һәм һәр йыл декабрҙә, гәзит-журналдарға яҙылыуға һөҙөмтә яһағандай, уҡыусыларын йыйып, оло сара үткәрә.
Ләлә БЕЙЕШЕВА,
“Аҡ тирмә” милли-мәҙәни
үҙәге рәйесе.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872