Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Теләге булғандарға ярҙам итергә әҙербеҙ”
“Теләге булғандарға ярҙам итергә әҙербеҙ” Баймаҡ – республикабыҙҙың иң ҙур һәм ҡеүәтле райондарының береһе. Тәби­ғәтенең матурлығы, халҡының эшсән­леге, талантлы, дәртле булыуы һәм, иң мөһиме, ерендә аҫаба башҡорт­тарҙың күпләп йәшәүе менән айырылып тора ул. Һуңғы осорҙа район һәм ҡала ҙур төҙө­лөш майҙансығына әүерелде, яңы производстволар асыу етеҙ бара, эш­ҡыуар­лыҡ йылдам үҫешә, үҙенсәлекле проекттар тормошҡа ашырыла. Бөгөн ауыл хужалығы, төҙөлөш, социаль хеҙмәтләндереү өлкәләрендә ниндәй эштәр күҙаллана? Райондың ниндәй ҡаҙаныштары айырыуса иғтибарға лайыҡ, ҡайһы проблемаларҙы хәл итеү, етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү кәрәк? Ошо һәм башҡа һорауҙар менән район хакимиәте башлығы Илшат Ситдыҡовҡа мөрәжәғәт иттек.

– Илшат Хәмит улы, Баймаҡ районы аграр төбәк булғас, һүҙҙе ауыл хужалығы тармағы­нан башлайыҡ. Тиҙҙән ер кешеһе өсөн иң яуап­лы осор – сәсеү кампанияһы башлана. Аг­ро­­сәнәғәт комплексының хәлен нисек баһа­лайһығыҙ?
– Ауыл хужалығының һуңғы йылдарҙағы хәле яҡшынан түгел. Йыл һайын ҡабатлана килгән ҡоролоҡ эҙемтәһе үҙен һиҙҙермәй ҡалмай. Республика ҡаҙнаһынан субсидия һәм дотациялар даими бүленеүенә ҡарамаҫтан, ауыл хужалығы йылдам үҫешә тип әйтеп булмай. Төбәктең ҡырыҫ тәбиғәте йыш ҡына ауыл эшсәненә һынауҙар ҡуя. Шулай ҙа былтыр район буйынса игендең тулайым йыйымы 49 мең тонна булды, гектар ҡеүәте уртаса 7,3 центнер тәшкил итте. Ленин исемен­дәге ауыл ху­жалығы кооперативы, “А. Шәрә­фетдинов” крәҫ­тиән (фермер) хужалығы, “Толпар” яуаплылығы сиклән­гән йәмғиәте, ”Баймаҡ” тәж­рибә хужалығы, “Урал аръяғы-Агро” МТС-ы ярай­һы уҡ һәйбәт уңыш алды.
Дөйөм алғанда, былтыр район аграрийҙарына республика һәм ил ҡаҙналарынан 140 миллион һумдан ашыу күләмдә дәүләт ярҙамы күрһәтелде. Маҡсатлы программаларға ярашлы игенселеккә, элиталы орлоҡ етештереүгә, тоҡомло малсылыҡ­ҡа, тибен йылҡысылығына, һөт малсылығына, ауыл хужалығы техникаһы һатып алыуға даими ярҙам күрһәтелә. “Эш башлаусы фермер” прог­раммаһы буйынса йыл һайын йүнселдәр грант алыуға өлгәшә. Мәҫәлән, үткән йылдың аҙағында ғына районда “Фермер хужалыҡтары базаһында ғаилә һөтсөлөк фермалары үҫтереү” програм­ма­һына ярашлы – дүрт, ”Башҡортостан Рес­пуб­ликаһында эш башлаусы фермерҙар” прог­­рам­­маһы нигеҙендә 20 фермер дәүләт яр­ҙамы алды, һәм улар бөгөн уңышлы эшләй.
Яҙғы сәсеүгә килгәндә, ерҙе яратҡандар, игенсе һөнәренә тоғролар тәбиғәт һынауы алдында юғалып ҡалмай, һабанға етди әҙерләнә. Ауыл хужалығы предприятиеларында, крәҫтиән хужа­лыҡтарында техника ремонтлана, яғыулыҡ-майлау материалдары, орлоҡ һатып алына.
Һуңғы йылдарҙа малсылыҡ, бигерәк тә йыл­ҡысылыҡ буйынса үҫеш бар. Юғала барған һарыҡ­сылыҡ тармағының тергеҙелеүе ҡыуан­дыра. Һәр йүнәлештә лә табышҡа өлгәшеү мөмкин. Бөгөн һөт тапшырып та, ит һатып, ҡымыҙ етештереп тә мул килем алып була.
Баймаҡ районы – башҡорт тоҡомло аттың төп генофондын һаҡлаусы берҙән-бер төбәк. Район хужалыҡтарында 15 меңдән ашыу йылҡы аҫрала, өс тоҡомсолоҡ репродукторы эшләй. Ҡуянтау ауылы янында “Аҡъял” ипподромы бар, унда йыл һайын республика кимәлендәге, төбәк-ара әһә­миәттәге ат ярыштары спорты үтә. Былтыр Баш­ҡортостанда тәүге тапҡыр “Башҡорт аты” фес­тивален ойошторҙоҡ. Төбәктә беренселәрҙән булып “500 ферма” проектында еңеп сыҡҡан Ле­нин исемендәге ауыл хужалығы кооперативында әле эштәр көйлө бара.
– Һуңғы йылдарҙа Баймаҡ ҡалаһы һәм райо­ны ҙур төҙөлөш майҙансығын хәтерләтә. Әленән-әле яңы объекттар файҙаланыуға тапшырыла, торлаҡ йорттар ҡалҡып сыға, өй туйлаусылар бермә-бер арта.
– Һүҙҙәрегеҙ менән тулыһынса килешәм. Ысынлап та, һуңғы осорҙа төҙөлөш тармағында ғәйәт ҙур эштәр атҡарыла. Бер йыл эсендә генә 220 урынлыҡ “Миләш”, 150 урынға иҫәпләнгән “Толпар” мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары сафҡа инде. Әле ҡаланың “Труд” стадионын, Икенсе Этҡолда мәғариф-мәҙәниәт комплексын төҙөү теүәлләнә. Ҡалала күп фатирлы йорттар күбәйә. “Граждандарҙы авариялы йорттарҙан кү­сереү” федераль программаһында ҡатнашҡан 108 ғаилә яңы өй асҡыстары алып ҡыуанһа, һуңғы дүрт йыл эсендә етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм 126 кешегә фатир һатып алынды.
Ҡала урамдарын, ауылдарҙы “зәңгәр ут” менән тәьмин итеү йылдам бара. Казанка, Сосновка, Урғаҙа, Буранбай ауылдарына торба һалынды, Түбә ҡасабаһында һәм уның тирәләй ҙә газ үткәргес бар хәҙер. Ҡаланың Насиров, Моряков, Стаханов, Зәки Вәлиди урамдарына газ торбалары һуҙыла.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ системаһын яңыртыу барышында ҡалала канализация селтәр­ҙәре алмаштырыла, 1-се канализация-һурҙырыу станцияһы реконструкцияланды. Ха­лыҡты эсәр һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһе хәл ителә, Аҡморон, Ярат, Ҡолсора мәктәптәренең йылытыу системаһы йүнәтелде. Был тәңгәлдә эш дауам итәсәк.
– Сер түгел, район сәнәғәт өлкәһе менән маҡтана алмай...
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡалаға нигеҙ һалған Баймаҡ ҡойоу-механика заводының эше яҡшынан түгел. Рәсәйгә ҡарата булдырылған санкциялар предприятиены урап үтмәне, әммә, ҡорос утта сыныға тигәндәй, завод эшселәре быйылға ҙур өмөттәр бағлай.
Семеновск руднигының һәм байыҡтырыу фаб­рикаһының тергеҙелеүен түҙемһеҙлек менән көтә­беҙ, сөнки халыҡ өсөн өҫтәмә эш урындары бар­лыҡҡа киләсәк, бюджетҡа ла керем артасаҡ.
– Илшат Хәмит улы, районда эшкәртеүсе предприятиеларҙың аҙ булыуы иген, ит, һөт тауарҙарын һатыуҙа киҫкенлек тыуҙыра. Һөҙөмтәлә продукт осһоҙ хаҡ менән ебәрелә, мал һуйыуға ҡағылышлы яңы ҡанундар ҙа халыҡты яҡламай.
– Тауар етештереү өсөн стимул – ышаныслы баҙар, даими һатып алыусы булыуы. Был йәһәт­тән “Буранбай” һәм “Урал аръяғы” кооперативтары халыҡтан продукция йыйыу менән яҡшы шөғөл­ләнә, Кәрешкә ауылында билмән цехы гөрләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, иҡтисади һынауҙар “Баймаҡ деликатестары” йәмғиәтенең эшен бер аҙ һүл­пәнәйтте. Әйтелгән йүнәлештәр менән ҡыҙыҡ­һынған эшҡыуарҙар өсөн юлдар һәр саҡ асыҡ, һәм район хакимиәте ярҙам итергә әҙер.
– Ауылдарҙы төҙөкләндереү мәсьәләһенә лә бер аҙ туҡталып китһәгеҙ ине.
– Был эшкә биләмә башлығынан алып урындағы халыҡҡа тиклем һәр береһе үҙ өлөшөн индергәндә генә ауыл төҙөк һәм матур буласаҡ. Йорттарҙы тәрбиәле, бөхтә тотоуға, әлбиттә, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”, Шәжәрә байрамдары ла ыңғай йоғонто яһай. Саралар йыл һайын төрлө ауылда үтә, халыҡтың яҡташтары алдында йөҙөн ҡыҙартмаҫ өсөн барыһын да эшләренә ышанам. Ҡала буйынса шәмбе өмәләре башланды. Таҙа­лыҡ, күркәмлек өсөн бергәләп ты­ры­шасаҡбыҙ.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк: былтыр тәүге тапҡыр республика Хөкүмәте ҡарарына ярашлы Башҡортостанда урындағы инициативаларға бу­лышлыҡ итеү программаһы ғәмәлгә инде. Был иһә ауылдарҙы төҙөкләндереүгә ниндәйҙер кимәлдә өлөш индерә. Мәҫәлән, Үрге Яйыҡбайҙа клуб реконструкцияланды, Ҡолсорала балалар майҙан­сығы төҙөлдө, Урал ауылына күпер һалынды. Күсейҙәр бульдозер алып ҡыуанһа, Таулыҡайҙа зыяраттың кәртәһе яңыртылды, юлдар төҙөк­ләндерелде.
– Мәҙәниәт, Әҙәбиәт йылдары уңайынан районда әһәмиәтле саралар үткәрелде. Ха­лыҡтың арҙаҡлы шәхестәре, һоҡланғыс таланттары менән дан тотоуын яҡшы беләбеҙ, шуға күрә был хаҡта айырым һөйләшеү кәрәк тигән фекерҙәмен. Киләсәктә гәзит уҡыусы­ларҙы баймаҡтарҙың еңеүҙәре, ғорурланыр­лыҡ эштәре менән танышты­рырбыҙ әле. Шулай ҙа етеп килгән оло байрамды – Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын нисек ҡаршыларға йыйына баймаҡтар?
– Баймаҡтарса! (Рәхәтләнеп көлә). Был датаға арналған саралар былтыр уҡ башланды. Шуларҙың береһе – Баймаҡ комсомолдарының 1975 йылғы саңғы уҙышын ҡабатлап, Еңеүҙең 70 йыллығы уңайынан ете саңғысының Баймаҡ – Өфө марафонында ҡатнашыуы. Юбилей айҡанлы һәр ауылда әҙерлек эштәре күптән башланды, һуғыш һәм тыл ветерандарына миҙалдар тапшырылды. 2010 йылдан алып бөгөнгәсә Бөйөк Ватан һуғышының 413 ветераны, яугирҙәрҙең тол ҡатындары торлаҡ сертификаты алды. Әле сиратта тағы 12 ҡатын бар. Районда 29 Бөйөк Ватан һуғышы яугире, 450 тыл ветераны, һуғыш ветерандарының 186 тол ҡатыны йәшәй.
– Ҡыҙыҡлы һәм фәһемле әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан халҡын финанс пирамидаһы хаҡында иҫкәрттеләр

Башҡортостан халҡын финанс пирамидаһы хаҡында иҫкәрттеләр 04.02.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә һәм Нефтекамала клиенттар менән осрашыуҙар үткәргән «Добролайф» компанияһында намыҫһыҙ эш ......

Тотош уҡырға 2

Башҡорт йырсыһы Альбина Килдейәрованы ни өсөн бала табыу йортонда алмаштырғандар?

Башҡорт йырсыһы Альбина Килдейәрованы ни өсөн бала табыу йортонда алмаштырғандар? 04.02.2026 // Йәмғиәт

Билдәле йырсы Альбина Килдейәрова үҙенең яҙмышы хаҡында йыр сығарырға әҙерләнә....

Тотош уҡырға 2

Республикала -33 градусҡаса һыуыта

Республикала -33 градусҡаса һыуыта 04.02.2026 // Йәмғиәт

5 февралгә ҡарай төнгә температураның ныҡ түбәнәйеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле бер нисә автомобиль юлы ябылды

Башҡортостанда һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле бер нисә автомобиль юлы ябылды 03.02.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле бер нисә автомобиль юлы ябылды...

Тотош уҡырға 2

Өфөнән Мысырға тура рейстар һаны арта

Өфөнән Мысырға тура рейстар һаны арта 03.02.2026 // Йәмғиәт

AIR CAIRO авиакомпанияһы Башҡортостандың баш ҡалаһынан Мысырға тура рейстарҙы башлау тураһында ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда уллыҡҡа алыусыларға бер тапҡыр бирелә торған түләү суммаһы билдәле булды
Рәсәйҙең яңы төбәктәрендә эшләгән ирекмәндәргә тағы ла бер льгота булдырыла

Рәсәйҙең яңы төбәктәрендә эшләгән ирекмәндәргә тағы ла бер льгота булдырыла 03.02.2026 // Йәмғиәт

[isimage=thumb][/isimage]Дәүләт Думаһы законды беренсе уҡыуҙа ҡабул итте....

Тотош уҡырға 1

Республика етәксеһе ғәҙәттән тыш хәл теркәлгән мәктәпкә килде

Республика етәксеһе ғәҙәттән тыш хәл теркәлгән мәктәпкә килде 03.02.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн ҡорал тотоп алған уҡыусы гимназияға һөжүм иткән. Бәхеткә, зыян күреүселәр юҡ....

Тотош уҡырға 2

Өфөлә шәхси автобустарҙа ла «Бәхетле сәғәт» акцияһы ғәмәлгә ашырылыуы ихтимал

Өфөлә шәхси автобустарҙа ла «Бәхетле сәғәт» акцияһы ғәмәлгә ашырылыуы ихтимал 03.02.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә шәхси автобустарҙа ла «Бәхетле сәғәт» акцияһы ғәмәлгә ашырылыуы ихтимал...

Тотош уҡырға 2

Баш ҡалала яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Баш ҡалала яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 03.02.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалала яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан Башлығы һәләк булған Рәсәй Геройының улы менән һөйләшеүҙәр алып бара
Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсы һөҙөмтәһендә алкоголь менән ағыуланыу осраҡтары кәмегән

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсы һөҙөмтәһендә алкоголь менән ағыуланыу осраҡтары кәмегән 02.02.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсы һөҙөмтәһендә алкоголь менән ағыуланыу осраҡтары кәмегән...

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә