Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ил терәге булған класташым
Ил терәге булған класташым Был донъяға һин килгәнһең икән
Юҡҡа түгел, юҡҡа түгелдер...
Был һүҙҙәр ысынбарлығы менән клас­ташым Исфар Мөхәмәтовҡа арнап әйтелгән төҫлө. Уның балалыҡ йылдары, үҫмер сағы, йәшлеге — барыһы ла күҙ алдымда үтте. Хәтирәләрҙе йыраҡ һуғыш йылдарынан башлағым килә.


Миңзифа апай менән Фәтҡелислам ағайҙың ҡыҙҙары Клара, улдары Исфар менән Маҡар (хәҙер – Ишембай районы) районының Петровский ауылында йәшәгән сағы. Фәтҡелислам ағай райондың хәрби комиссары булып эшләй ине. 1941 йылдың 22 ию­нен­дә, бар халыҡты ҡан илатып, Бөйөк Ватан һуғышы башланыуы тураһында ҡара хәбәр тарала. Фәтҡелислам ағай ошо уҡ йылда һуғышҡа алына. Зифа апай (Миңзифа апайҙы белгәндәр ғүмер буйы уны Зифа тип кенә йөрөттө) ике балаһы менән сит ауылда тороп ҡала, һуңғараҡ тыуған Маҡарына ҡайта. Бында уның әсәһе, атаһы, туғандары йәшәй. Ни тиһәң дә, бергә-бергә еңелерәк.
Һуғыш тамамланғас та Фәтҡелислам ағай Маҡарға ҡайтып, уҡытыу эшенә тотондо. Ул беҙгә физкультура һәм географиянан белем бирҙе. Малайҙарға хәрби хеҙмәт серҙәрен дә өйрәтте. Әйткәндәй, күп егеттәр нәҡ Мөхәмәтов ағайҙың (беҙ ғүмер буйы Фәтҡелислам ағайыбыҙҙы шулай тип йөрөттөк) кәңәшен тотоп, хәрби һөнәр һайланы ла инде.
Мөхәмәтов ағай менән Зифа апайҙың һуғыш­тан һуң тағы ике улы тыуҙы. Бөгөн Эфир менән Алик ҙур урында эшләп йөрөй, илебеҙгә файҙалы кеше булып хеҙмәт итә.
Исфарға, ғаиләлә иң оло ир бала булараҡ, тормош ауырлығы күберәк төштө. Атаһы ла бит һуғыштан II группа инвалиды булып ҡайтты. Ләкин, тормош нисек кенә ауыр булмаһын, Мөхәмәтов ағайҙың ғаиләһендә белемгә ынтылыш һүрелмәне.
1947 йылдың 1 сентябре. Аяҙ йылы көн. Бе­лем алырға тигән ҙур хыялдар менән мәктәпкә килгәнбеҙ. Күбебеҙ яланаяҡ, өҫтөбөҙҙә – йыр­тыҡ күлдәк. Арабыҙҙа матур бер малай баҫып тора. Буйға ла башҡаларҙан ҡалҡыуыраҡ. Өҫ-башы бөтөн генә, аяҡтарында – ботинка. Яурынына фанеранан эшләнгән пенал һымаҡ ҙур сумка ла аҫҡан. Ҡыҫҡаһы, бөтөнөбөҙҙән дә айырылып тора. Исеме лә бик үҙенсәлекле – Исфар. Хәтеремдә, беренсегә 83 бала барҙыҡ. Беҙ Исфар менән бер класҡа эләктек. Класс етәксебеҙ Гөлсәсәк апай – мәктәптең иң көслө уҡытыусыларының береһе.
Исфар бәләкәйҙән белемгә ынтылды, ҡыҙыҡ­һыныусан булды. Етенсене тамамлағанда ул буйға еткән, тауышы нығынған егет ине инде. Бәлки, шуғалыр ҙа Исфар үҙенән өлкәнерәктәр менән аралашырға, уларҙан ниндәй ҙә булһа эшкә өйрәнергә, фәһем алырға әүәҫ булды. Бер туған Камил ағайымдан алты йәшкә кесерәк булһа ла, улар бер-береһе менән бик яҡшы, дуҫтарса мөнәсәбәттә ине. Исфар мәктәп йылдарында уҡ сәйәсәт менән ҡыҙыҡһынды.
Ауыл клубы янындағы бағана башында ҡыс­ҡырып һөйләй торған радиоалғыс була тор­ғайны. Әле булһа хәтеремдә, X класта уҡығанда йорт эштәрен тамамлайбыҙ ҙа класташтарыбыҙ менән шул бағана эргәһенә радиоалғыстан һуңғы хәбәр тыңларға йыйылабыҙ. Исфар — иң әүҙем тыңлаусы. Сәйәсәт тураһында тапшырыу тамамланмайынса, уны әлеге бағана төбөнән алып китеп булмай. Шул етдилеге, тырышлығы класташҡа Исфар Фәтҡелислам улы булып үҫергә ярҙам итте лә инде. Үҙенең эшсәнлеге, аҡылы, һәр эшкә бик яуаплы ҡарауы, намыҫ­лылығы менән ул бик ҙур ҡаҙаныштарға өл­гәште. Республикабыҙ, халҡыбыҙ мәнфәғәтендә юғары вазифаларҙа яуаплы эштәр башҡарҙы. Ғүмер буйы ваҡыты тығыҙ булһа ла, балалыҡ һәм йәшлек дуҫтары, уҡытыусылары өсөн ваҡы­тын да, иғтибарын да йәлләмәне. Ауылдаштары, класташтары, туғандары, дуҫтары һорап килһә, ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә тырышты Исфар, йортоноң ишеге һәр ваҡыт асыҡ булды. Бәләкәйҙән ойоштороу һәләтенә эйә ул. Беҙҙең тәүге уҡытыусыларыбыҙ, класташтарыбыҙ ме­нән күпме йөкмәткеле, йылы осрашыуҙар үт­кәрҙе! Уның ата-әсәһенә, туғандарына булған ихтирамы һәм ярҙамы әйтеп бөтөрөрлөк түгел. Студент йылдарында ла, әҙ генә ваҡыты та­былһа, ата-әсәһе янына ашыҡты Исфар. Ауыл тормошонда эштең бөткәнен белмәйем: утын әҙерләргә, малға бесән хәстәрләргә, картуф ултыртырға, утарға, күмергә... Һанап бөтөрөрлөк түгел. Артабан уҡыуҙы дауам итер өсөн аҡсаһы ла кәрәк бит әле. Беҙҙең ауылда ҙур леспромхоз була торғайны. Ваҡыт бүлеп, шул леспромхоз урмандарында эшләргә яллана ине Исфар. Беҙ, ауылдаштары һәм класташтары, уның намыҫ­лылығына, яуаплылығына, изгелегенә һоҡланып йәшәнек. Ҡарап тороуға бик ҡәтғи, ҡырыҫ кеше булып күренһә лә, бик йомшаҡ күңелле ине.
X класты тамамлағас, ВЛКСМ-дың Маҡар район комитетында инструктор булып эшләне. Литва ССР-ында хәрби бурысын үтәгән осорҙа ротаның комсомол ойошмаһы секретары, час­тың комсомол комитеты ағзаһы була. 1960 йыл­да КПСС-ҡа ағзалыҡҡа ҡабул ителә. Хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Исфар Өфө авиация институтына уҡырға инә. Белем алған осоронда студенттар профкомы рәйесе була. Институтты тамамла­ғас, “Башнефтепроект” институтында конструктор булып эшләй. 1969 йылда КПСС-тың Өфө ҡала комитетына саҡырып алалар. 1974 йылдан Өфө ҡалаһының Калинин райкомында 2-се секретарь булып эшләй. 1977 йылда уны тағы үрләтәләр — партия Өлкә комитетының оборона сәнәғәте бүлеге мөдире урынбаҫары итеп саҡырып алалар. Был дәүерҙә үҙебеҙҙең Ишембай ҡала­һында “Витязь” заводын төҙөүҙә айырыу­са күп көс һала. 1984 йылда Исфар Фәт­ҡелислам улын Өфө ҡалаһы Октябрь райко­мының 1-се секретары итеп һайлайҙар. Алты йыл эсендә Исфар Фәтҡелислам улы районды яңынан төҙөнө тип әйтһәк тә хата булмаҫ.
Ә алда тағы ла ҙурыраҡ үҫештәр һәм яуап­лыраҡ вазифалар – 1990 йылда Исфар Фәтҡе­лислам улын КПСС-тың Башҡортостан Өлкә комитеты секретары итеп тәғәйенләйҙәр. Хаҡлы ялға киткәнсе ул Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Секретариаты етәксеһенең урынбаҫары булып эшләне.
Ниндәй генә вазифа биләһә лә, кешелекле, ябай булып ҡалды Исфар. Ҡатыны Римаға арҡа терәп йәшәрлек ир, ҡыҙы Эльза һәм ейән­сәрҙәре өсөн – ҙур йөрәкле, тоғро, хәстәрлекле атай һәм олатай. Исфар менән Риманың матур ғаилә ҡороп йәшәгәндәренә лә былтыр 50 йыл тулды. Был әҙ ғүмер түгел. Ғаилә ныҡлы нигеҙгә ҡоролған. Үткән ғүмерҙәре, ысынлап та, һоҡ­ланырлыҡ.





Автор: Нурия КИЛМӨХӘМӘТОВА. Район: Өфө ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә