Ауылыма ҡайтҡан һайын уның юғары осонда, Тау аҫты тип аталған өлөшөндә йәшәгән, бөтә ғүмерен урмансылыҡ эшенә бағышлап, оҙаҡ йылдар Абҙаҡ урман хужалығын етәкләгән, II Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Мәскәүҙә уҙғарылған V Рәсәй урмансылары съезы делегаты һабаҡташым Мансур Ғәләүетдин улы Фазыловтың хәл-әхүәлен барып белергә ашҡынам. Бына әле лә ауылыбыҙ һыулаған Ҡолсоғаҙы йылғаһының һул яҡ ярында, мөһабәт Алсынбай ташы аҫтындағы туғайға һыйынған урамда баҫып торам.Тау аҫты урамы күңелемә үтә яҡын минең. Бында әсәйемдең әсәһе – өләсәйем, әсәйемдең ҡустыһы, данлыҡлы һунарсы Мөбәрәк апам Мәшүров йәшәне (беҙҙең яҡ диалектында атайыңдан олораҡ ирҙе “апа” тип йөрөтәләр). Уның оҙон билле урман арбаһына атҡан айыуын тейәп алып ҡайтыуы, ә бер саҡ эт көсөгөндәй ике айыу балаһын илата-илата Магнитогорск урыҫтарына һатып ебәреүе бала саҡ хәтирәһе булып һеңеп ҡалған. Ә инде Мөбәрәк апамдың ҡатыны — 93 йәшлек Хәбибъямал инәйем — әле лә иҫән, кейәүе менән ҡыҙында ғүмер итә.
Был яҙмама тотоноуым да осраҡлы түгел. Быйыл илебеҙ фашист Германияһын тар-мар итеүгә 70 йыл тулыуҙы билдәләй. Был үҙе бер кеше ғүмере, Еңеү байрамынан һуң тыуғандар ҙа 70 йәшлек ғүмер үрҙәренә үрләй. Егет-ҡыҙҙарҙың күптәре инде фронттан яраланып ҡайтып, тыуған тупраҡтарына ауған ата-әсәләренең йәшен үтеп китте. Минән хәҙер ун йәшкә йәшерәк булып ҡалған атайыма арнап бер шиғырымда:
Ил яраһын күтәргән дә,
Бында минең атай ята, —
тип яҙғайным.
Бөйөк Ватан һуғышына ауылымдан 161 яугир китә, шуларҙың 78-енә генә тыуған яғына әйләнеп ҡайтырға насип була. Хәҙер уйлайым да тертләп ҡуям. Ҡәһәрле һуғыш тыуасаҡ күпме ҡорҙашымды был яҡты донъяла йәшәүҙән мәхрүм иткән. Беҙ үҫкәндә лә һәр йортта кәмендә биш-алты бала ине. Улар тауышынан урам, йылға буйҙары шаулап торҙо.
1946 йылда ауылда ағас эшкәртеү артеле асыла, аҙаҡтан Белорет урман комбинатына тапшырыла. Тағы бер-ике хужаһын алмаштырып, ул болғансыҡ 90-сы йылдарҙа юҡҡа сыға. Тау аҫтының осонда ошо артелдең ағас бысыу, йәғни таҡта ярыу цехы, пилорамаһы эшләне. Хәтерләүемсә, ослайып күккә ашҡан, яланғас Бикәмбәт тауының итәгендә артелдең ағастан оҙон итеп эшләнгән ат һарайы бар ине. Был малҡайҙарҙы урмандан ағас сығарыу өсөн файҙаландылар. Йәй айҙарында Ҡолсоғаҙы йылғаһының уң яҡ ҡушылдығы Аҡтан йылғаһы буйында ҡатын-ҡыҙ бейә бәйләп ҡымыҙ етештерҙе. Бейә, ҡолонҡайҙарҙың кешнәүенән, аҡбайҙарҙың өрөүенән, бала-сағаның сыр-сыу килеп муйыл, еләк йыйыуынан тирә-яҡ гөрләп торҙо.
Мин алда Тау аҫтындағы пилорама тураһында әйтеп үткәйнем инде. Ул саҡта ауыр бүрәнәләрҙе тимер ырғаҡтар менән тәгәрәтеп, бысылған сей таҡталарҙы өйөмгә өйгән апайҙар эшләүенә ғәжәпләндем. Былар барыһы ла эшсе ҡулдарҙың етешмәүенән килеп сыҡҡан сара икәнен аңламағанмын. Ә илдең һуғыш емергән ҡала-ауылдарын төҙөкләндереү өсөн күпме төҙөлөш материалы кәрәк булған ул саҡта! Ауылдаштар ҙа үҙ мәнфәғәте өсөн бында килеп таҡта, транса ярҙыра. Фронттан ҡайтҡан яугирҙәрҙең күптәрендә ат бар ине. Йорт-ҡура йүнәтергә, ҡыйыҡ ябырға ла транса тотонолдо. Өйҙәр ҙә бер-береһенә урыҫ ҡапҡалары менән тоташа, кәртә эсе күренмәй. Баҙар көнө етһә, таңғы сәғәт 4-тәрҙә, таҡта-транса, утын, бесән тейәгән ылау ташлы Урал тауҙары аша Белоретҡа юллана. Ул саҡта атайҙар телендә “Яҡшыһы – баҙарға, ҡалғаны – балдарға!..” тигән әйтем йәшәй ине.
Мин аталары фронтта булған йә һуғыш алдынан тыуған ағай-апайҙарҙың, ҡорҙаштарымдың йорттарын, ата-әсәләрен яҡшы хәтерләйем. Бына Тау аҫтында – ағайым менән аралашҡан Салауат ағайҙарҙың атаһы Сабирйән апа Әхтәмовтарҙың йорто, ә ҡаршыла класташым Әнисәләрҙең, Мортаза апа Зәйнәғәбдиновтарҙың ултырышы. Ауылдың ыҡсым ғына Тау аҫты өлөшөн Белорет – Магнитогорск юлы киҫеп үтә. Юлды аша сығып кескәй түбәгә күтәрелгәс, Абҙағымдың төп урамы – Ленин урамы башлана. Ул Ҡолсоғаҙы йылғаһының Ҡыҙыл йылғаһына ҡойған урынына тиклем, өс саҡрым арауыҡҡа һуҙылған. Әле мин баҫып торған нөктәнән ауылдың юғары осо башлана. Үткән быуаттың 60-сы йылдарына тиклем бер урамлы ине, ситтән йорт төҙөргә урын бирмәгәндәр. Йылға буйына һирәк-мирәк һалынған йорттарҙы һанамағанда, ауыл төп бер урамлы ине. Әле лә минең өсөн үҙ йөҙөн ташламаған, үткәндәрҙең-бөгөнгөнөң шаһиты булған Абҙағымдың Арбаты ул.
Быйыл ауылым Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙәрһеҙ үткәрә. Улар иҫтәлегенә ауылдың өс зыяратында ерләнгән һәм сит-ят яҡтарҙа ятып ҡалғандар иҫтәлегенә аят уҡытыласаҡ, мәҙәниәт йорто янындағы һәйкәлгә сәскәләр һалынасаҡ.
Мин белгән, иҫләгән яугир ағайҙарҙың күптәренең тере һыны күҙ алдымда. Бына әле баҫып торған түбәләстә — яңы бура. Был урында яугир, алсаҡ йөҙлө Вәис ағай Хәлиловтың ҙур ғаиләһе йәшәне. Ҡыҙҙары Алтын минең класташым ине. Күршелә генә йор һүҙле, киске уйындарҙа таҡмаҡтар әйтеп бейегән Йәмилә апайым ғүмер итте. Баҡһаң, ул 1943 йылда хәбәрһеҙ юғалған, яуҙа ҡурҡыу белмәгән, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, “Батырлыҡ өсөн”, “Сталинградты обороналаған өсөн” миҙалдары кавалеры старшина Әмирхан Харисовтың ҡыҙы булған. Бөгөн Абҙаҡтың яңы бер урамы батыр яҡташыбыҙҙың исемен йөрөтә. Ә был ике күрше йортта класташтарым Таһир менән Юнир йәшәне. Таһирҙың атаһы Мөхәмәтдин Хәйретдинов яу юлдары үтһә, Файзулла Аһилов, күҙҙәре насар күреү сәбәпле, Еңеүҙе яҡынайтып ал-ял белмәй хеҙмәт армияһында эшләгән. Бына ошо уҡ рәттә һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа 15 йыл буйы ауыл Советы рәйесе вазифаһын башҡарған Абдулла ағай, көләс йөҙлө Хәйрулла ағай Вәлиевтәр, Тимерйән ағай Абдуллиндарҙың йорто, түбәндәрәк Ғәлләм ағай Хафизовтарҙың ултырышы. Урам ашаһында — Абдулла Ноғоманов, Насип апа менән Йомадил апа Хәйруллиндар, Лотфетдин ағай Билалов, Мәғдән ағай Аҙнағолов, Ҡасим ағай Әхмәтшин, Байрамғол ағай Вәлиевтәрҙең өйҙәре.
Йылға буйында урыны менән бер рәткә теҙеп һалынған йорттарҙа халыҡ йырҙарын моңло башҡарған Миһран Усманов, тылдағы хеҙмәт ветераны, фельдшер Динислам Ишмырҙин, Ғәйфулла Кәримов, Хәйбулла Сәйфуллин, Ғазуан Әхмәтйәнов, Мифтах Фәттәхов, Илһам Сабитов, Вәлмөхәммәт Зарипов, Муллағәли Зекрин, Ғәләүетдин Фазылов, Кәлимулла Йомағужин, Мөхәммәт Ишмырҙиндар йәшәне.
Мәсеттең ҡаршыһындағы дәү өйҙә класташым Зәбирәнең атаһы, урмансы Сәйфөлмөлөк ағай Йәнтусов көн итте. Бер саҡ мәшһүр шағирыбыҙ Мостай Кәрим ағай менән әңгәмәләшеп ултырғанда ул: “50-се йылдар башының бер йәйендә Учалы районынан Әбйәлилгә юл тотҡанда Абҙаҡта туҡтап, атты ял иттереп, үҙебеҙ клуб ҡаршыһындағы дәү йортта, минең йәштәрҙәге урмансыла, яугирҙә сәй эсеп сыҡтыҡ. Ап-аҡ битле, һылыу хужабикәнең яулыҡ осо менән битен ҡаплап сәй яһауы әле лә күҙ алдымда. Ҡунаҡсыл хужаларҙың исем-шәрифен онотҡанмын, берәй ҡайтҡаныңда минән сәләм әйтерһең” тигәйне. Шағир аманатын ағайҙың ҡыҙҙары Фәриҙә апай менән Зәбирәгә генә тапшырып өлгөрҙөм. Шуны ла әйтеп үтәйем, әле мин һүрәтләгән тараф ауылдың “уртатышы” тип атала. Әлеге мәҙәниәт йорто урынында минең класташым Мораҙымдарҙың, уның атаһы, яугир Әҙеһәм апа Абдулғаниндарҙың йорто булды. Әҙеһәм апа клуб тирәһендә тал сыбыҡҡа атланып һуғыш уйыны уйнаған малайҙарҙы шаяртып:
Мәскәүҙә командир Булғанин,
Абҙаҡта мин Абдулғәнин.
Булғаниндан оятҡа ҡалмаҫҡа,
Абдулғәниндәй үҫегеҙ алмашҡа! —
тип беҙҙең күңелдәрҙе күтәрҙе. Уларҙың күршеһендә яугир-шофер Мостафа ағай Ишмырҙиндарҙың ишле-татыу ғаиләһе көн күрҙе. Ҡоҙам, СССР-ҙың халыҡ рәссамы, республиканың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Әхмәт Фәтҡулла улы Лотфуллин Мостафа ағайҙың ҡатыны Гөлйыһан еңгәне “Герой-әсә Ишмырҙина” портретында һынландырҙы. Уларҙан түбәндәрәк данлыҡлы ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаевтың улы, тыныс холоҡло, көләс йөҙлө яугир Сәлих ағай Иҫәнбаев йәшәне. Йәнәшәлә Сафа апа Мәғәфүровтың йорто булды. Бөйөк Октябрь революцияһы, граждандар һуғышы яугире Сафа апаны телгә алмау Абҙаҡ ауылы халҡының күңелен ҡырасаҡ. Ул ғүмере буйы ауылдаштар күңелен күтәреп, йор һүҙле булып йәшәне, уны сит яҡта ла яҡшы хәтерләйҙәр. Уның бер хикәйәтен генә бәйән итәйем һеҙгә.
“Бер саҡ Верхнеуралда Мортазин менән Дутовтың тетмәһен теткәс, Муса ҡорҙаш мине саҡырып алды ла: “Сафа батыр, бар, ауылыңа ҡайтып, яраларыңды уңалтып, мунса төшөп кил”, – тип Дутов ташлап ҡасҡан атҡа мендереп оҙатып ҡалды. “Һә” тигәнсә ауылға ҡайтып, өйгә инһәм, түр урындыҡта арҡаһына мендәрҙәр өйөп, аяҡтарын мосолманса салып, тәбәнәк буйлы, пеләш башлы бер ир-уҙаман тирләп-бешеп сәй һемерә. Инәйегеҙ уның алдында йүгереп йөрөй. Мине күргәс, ҡунаҡтың ҡыҫығыраҡ күҙҙәре нурланып китте. “Сафа приехал! Я тебя давно жду. Вот мой мандат”, – тип документтарын һуҙҙы. Аҡҡа ҡара менән “Москва. Кремль. В. И. Ленин” тип яҙылған, мисәте лә бар. Йә әйтәм, таныш йөҙ, Верхнеуралда, гәзиттә күргәйнем. Ике ҡуллап күрешеп, ҡосаҡлап арҡаһынан һөйҙөм үҙен. Ил, донъя хәлдәре тураһында фекер алышҡас, ул миңә: “Сафа, в Верхнеурал больше не пойдешь. Я Муртазину и Каширинам сообщу. Ты там порядок навел, сейчас в Абзаково революцию надо делать. Вместе с боевым другом Ишмырзой Фаттаховым и другими соратниками разберитесь с капиталистом Янсоном, который у вас под боком живет!” – ти бит был. “Все сделаем. Хәҙер һарыҡ һуям, мунса яғам!” – тиһәм дә, ашыҡты. Мәскәүҙә эш күп, Антанта күтәрелә, ти. Мин уның рюкзагына инәйең әҙерләгән күстәнәстәрҙе тултырҙым. Тиҙерәк ҡайтып етһен тип, теге Дутовтың арғымағына атландырҙым. Ул уңайһыҙланып: “Мәскәүҙә минең машинам бар”, тигәс, атты Буденныйға бүләк итерһең, Абҙаҡ халҡы исеменән”, – тип мәрәкәләр уйлап сығарып, беҙҙе шаҡ ҡатыра ине.
Сафа апалар рәтендә, элекке мәктәп боралығына тиклем яугирҙәр Әхмәҙулла Хазыров, Фәррәх Шакиров, хеҙмәт армияһында эшләгән Саммат Хазыровтың йорто тора. Ауыл хакимиәте рәтенән түбәнгә ҡарай хеҙмәт армияһында эшләгән Хәбир апа Ғүмәровтың ултырышы, күршеһендә яугирҙәр Хәләф ағай Садиҡов менән яугир Мөжәүер ағай Вәлиев йәшәне. Ә был йорт – райондың почетлы ветераны, хеҙмәт армияһында хәрби самолеттар етештергән заводта эшләгән аҡһаҡал Сабирйән ағай Аҡкучуковтыҡы.
Сабирйән ағай менән Нажиә еңгәнең оло улдары Ишбулат оҙаҡ йылдар ауыл хакимиәте башлығы, мәктәп директоры булып эшләне, ә ҡыҙҙары Роза Аҡкучукова – Башҡортостандың халыҡ артисы. Улдары Зиннәт, Урал, Юлай – эске эштәр полковниктары. Күршеләрендә – хеҙмәт армияһы ветераны, урмансы Тимерхан ағай Камалиевтарҙың ғаиләһе, уларҙың күршеһендә – яугир Яҡуп ағай Нәбиуллиндың йорто.
Боралыҡ ашаһында Түбәнге ос башлана. Бында миңә һәр кеше, йорт, соҡор-саҡыр, эт-бесәйҙәр, йылға бөгөлдәре, ярҙа үҫкән еректәр, йылғалағы һәр бер таш таныш. Әле булһа төштәремә кереп һаташтыра, бала саҡ иленә алып ҡайта. Был матур йортта класташым Рәфҡәт Нәжметдинов йәшәй. Ул да оҙаҡ йылдар ауыл хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарҙы. Әле – ауылдың старостаһы. Рәфҡәт менән Ишбулат етәкселек иткән осорҙа ауылда социаль объекттар төҙөлдө, ыңғай үҙгәрештәр булды. Халыҡты берләштергән “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”, араларҙың Шәжәрә байрамдары сараларын үткәреү яйға һалынды. Яңы етәкселәр ҙә киләсәктә был ыңғай күренештәрҙе онотмаһын, дауам итһен ине.
Бына был урында – бөркөт кеүек биш егет һәм ҡыҙҙың атаһы яугир Талип Хазыровтың йорт ултырышы. Улар аша – яугирҙәр Ғаззал ағай Йомағужин, Хәләф ағай Садиҡов, урам аша, тәмәкеһен паровоз торбаһындай гел төтәтеп йөрөгән Сәйфелмөлөк ағай Вәлиев, “трансаһы һирәк” булған урмансы Петр Григорьевич Губанов (“трансаһы һирәк” тип беҙҙә урыҫ милләтенән булған, әммә башҡортса аңлаған, һөйләшкән кешеләрҙе атайҙар). Уның күршеһендә атайымдың бер туған ағаһы, яугир Килмөхәмәт апа Әфтәхетдиновтың ултырышы, шул уҡ рәттә яугирҙәр Сабирйән ағай Төхвәтуллин, Әүхәҙи ағай Йомағолов, урам ашаһында – әсирлектең бар ғазабын кисергән, яралы яугир, минең атай Мөхәмәтдин Әфтәх улы Әфтәхетдиновтың өйө. Ошо урында мин донъяға килеүемде хәбәр итеп тәүге ауаз һалғанмын, тәпәй баҫҡанмын, телем асылған. Тауҙар артындағы офоҡҡа бағып оло донъяға сыҡҡанмын. Ҡайҙа ғына йөрөһәм дә, Ер шарының түңәрәклеген иҫбат иткәндәй, юлым ошо ергә алып ҡайта.
Беҙҙең артта, Ҡолсоғаҙы йылғаһының уң яғындағы иркен туғайҙа, халыҡ телендә “Гортоп” тип аталған Магнитогорск ҡалаһының ойошмаһы эшләй ине. Уларҙың унда контораһы, тимерлектәре, ағас ташып туҙып бөткән “ЗиС-5” маркалы машиналары, ат һарайы, бай магазиндары бар ине. Бындағы аҙыҡ-түлек, кейем-һалым ошо ойошмала эшләгәндәр өсөн генә ине. Йылға буйлап 500 метр самаһы түбәндәрәк, текә яр башында таҡта ярыу цехы, йәғни ауылдағы икенсе пилорама эшләне. Юғары остағы пилорамалағы кеүек, бында ла ҡатын-ҡыҙҙар: Сәймә апай Йомағужина, Мәжидә апай Камалиева, Әсмә апай Йомағолова, Йомабикә апай Нәжметдинова, Нәғимә апай Фәттәхова, Хәлимә апай Ғайсина, бысҡы көйләүсе, бригадир Әнүәр ағай Ғайсин эшләне. Тау-тау ятҡан таҡта өйөмдәре араһында беҙ, малайҙар, сыр-сыу килеп һуғыш уйындары, йәшенмәк уйнай торғайныҡ. Беҙҙең бала саҡ кеүек, таҡта ярыу цехы ла, “Гортоп” та күптән юҡ. Был урында ауыл йәштәренең яңы йорттары ҡалҡып сыҡҡан.
Яңынан ауылым урамына, яугирҙәр йөҙөн һаҡлаған урамыбыҙға, әйләнеп ҡайтайыҡ. Бына беҙҙең күршелә генә яугирҙәр Әхтәм ағай Хәлиловтарҙың, яуҙа берәр аяҡтарын ҡалдырып ҡайтҡан Мостафа Хисаметдинов менән Һиҙиәт Хилажевтарҙың, урам ашаһында Ғилметдин Әхмәтов, Зөлкәф Хәлилов, Мөхәррәм Баймөхәмәтовтарҙың өйҙәре теҙелгән. Боралыҡтағы ултырышта – минең бала саҡ дуҫым, класташым Батырҙың атаһы, хеҙмәт армияһы ветераны Фәтҡулла Ишҡыуатовтар йорто. Тап ошо урында Тау аҫты кеүек 500-ләп метрға һуҙылған Кәкре урам ята. Әбйәлил яғынан һуҙылған юл тәүҙә ошо урамға килеп инә. Был урамда яугирҙәр Сәлих Ғайсин менән Шөғәйеп Ишмөхәмәтов йәшәне. Ул ауылдың сәсәне лә, әртисе лә ине. Беҙгә, атайым янына, йыш килә ине. Үҙе: “Улым! Һин мулла бул. Беҙҙең кеүек билдән көрткә батып урман ҡырҡма! Ана, Мәзүн апаң кеүек сәй эсеп, ҡоймаҡ ашап ҡына йәшәрһең. Йә әле, миңә исем ҡуш!” – тип шаярта. Мин уның ҡолағынан тартып: “Исемең Шөғәйеп булһын!” – тип сәрелдәйем. Һуңынан улар атайым менән сәсәнлектә ярыша. Ул шиғри әйтемдәрен ауылдаштарға арнай, шуларҙың ҡайһы бер юлдары күңелгә һеңеп ҡалған. Ауылымдың иң түбән осонда батыр танкист Ишморат Йомағужин, Абдрахман Ғиззәтуллин, Сибәғәт Хөснуллиндар йәшәне.
Мин хәтирәләр ҡанатында ауылымдың Ленин урамы – тарихи Арбаты буйлап сәйәхәт ҡылдым. Күңелемә:
Илдең даны, намыҫ, киләсәге
Ҡырҡ биштәге парадтарҙа... –
тигән шиғри юлдар үрмәләй. Тиҙҙән илем Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Абҙағымда был байрамды яугирҙәрҙең балалары, ейән-ейәнсәрҙәре байрам итәсәк. Улар батырҙарға ҡуйылған һәйкәлгә сәскәләр, ауылдың өс зыяратына ерләнгән, сит ерҙәрҙә, илдәрҙә ауған ауылдаштарға мәсеттә аят уҡытасаҡ. Килер көндә халҡыбыҙҙа хәтер ҡанаты һынмаһын, һәр йөрәктә тамырын йәйһен тип теләйек.