Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Сыңлаһын әле миҙалдар...
Сыңлаһын әле миҙалдар... Йыл һайын еребеҙгә йәмле яҙ килгән, ҡояш нурҙарын йәлләмәй тарата башлаған, тәүге сәскәләр күренгән илаһи бер ваҡытта Башҡортостан юлдаш телевидениеһының “Тамыр” каналы кескәйҙәр өсөн ҡабатланмаҫ матур тамаша бүләк итә. Быйыл Өфөләге “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үткәрелгән сара ла бәләкәстәрҙең хәтерендә оҙаҡҡа уйылып ҡалыр, ахыры. “Оло Еңеү – кескәй йөрәктәрҙә” тип исемләнгәйне ул.
Ысынлап та, тарихыбыҙ бер ниндәй үҙгәрештәргә дусар ителмәйенсә быуындан быуынға күскәндә, Тыуған илем тип йәнен-тәнен аямағандар тура­һын­дағы хәтер һаҡланғанда ғына онотолмаҫ Бөйөк Еңеү рухы. Йәш быуын вәкилдәре уның нисек яуланғанлығы тураһында күберәк белһә, тыныслыҡтың ни тиклем ҡиммәт икәнлеген дә тоймай ҡалмаҫ, моғайын. Сираттағы байрамға Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары ла са­ҡы­рылғайны.
Тамашаны Айгөл Ишбаева, Сәлимә Солтанморатова, Мораҙым Ишембәтов һәм Азамат Љарабулатов алып барҙы. Сәлимәгә – ни бары биш йәш, Мора­ҙымға – алты. Улар байтаҡ тәжрибә туп­лап өлгөргән апай-ағайҙарынан бер ҙә ҡалышманы, сәхнәлә баҙап ҡалманы.
Сыңлаһын әле миҙалдар...Бәләкәстәр һәр тамашаны көтөп алды: “Сулпылар”, “Ирәндек моңдары” бәйгеләре еңеүсеһе Ильяс Ҡотоевтың “Ҡара юрға” йырын алҡыштарға күмде, “Веселинка” өлгөлө бейеү ансамбле сығыш яһағанда хатта ҡайһы бер ҡыҙ һәм малайҙар тыпырҙатып бейергә төштө. “Тамыр” йыр ансамбле солисы Гәлсәр Байғус­ҡарованың “Бөйрәкәй” башҡорт халыҡ йырын башҡарыуын, ағайҙары Фәрхәт Ѓәйнетдиновтың “Почтальон” йырын бик ихлас тыңланылар. Апайҙары Ләйсән Мәжитова менән бергә хатта бутҡа “бешереп ашанылар”, “һөт эстеләр” һәм бергә ҡушылып йырланылар. Әбйәлилдән “Байыҡ” телевизион конкурсы лауреаттары Эльвина Ѓәбитова һәм Рифат Сәйетғәлин “күстәнәс”кә “Француз яулығы” бейеүен алып килгәйне. Айгөл Ибраһимова иһә апаһы, ағаһы һәм өләсәйҙәре менән берлектә “Үҙән буйы” йырын башҡарҙы.
Сыңлаһын әле миҙалдар...Йәмғеһе 200-ҙән ашыу йәш артист халыҡ ижады емештәрен һәм заман әҫәрҙәрен тамашасыға еткерҙе. Тәнәфестә иһә бәләкәстәрҙе төрлө тәм-том көтә ине. Улар был көндө кинәнеп уйнаны, көлдө, тиҫтерҙәре менән аралашты. Ҡыйыуыраҡтары хатта Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының миҙалдарын тотоп ҡараны. “Олатай, улар нисек сыңлай?” – тип һорашҡандары ла бар ине. Бергәләп фотоға ла төштөләр.

А. ӘХМӘТОВА.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә