Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Еңеү күгендәге бер йондоҙ
Еңеү күгендәге бер йондоҙ Билдәле йырҙа әйтелгәнсә, “дары еҫе һеңгән” Еңеү көнө яҡынлашҡан һайын күҙгә әсе йәш тула, йөрәкте һары һағыш, әрнеү һыҙлата башлай. Күпме кешенең көсө, ғүмере аша яуланған бит был бәхет! Ошо ҡаһармандарҙың араһында минең дә иң ҡәҙерле кешем – атайым – бар.


Һуғыш башланғанда V класта уҡый инем. Иҫемдә: ауылыбыҙ Аҫҡарҙан бихисап ир-ат яуҙың тәүге көндәрендә үк фронтҡа юлланды. Колхоз рәйесе вази­фаһын тартҡан атайым да – Ха­физ Әһлиулла улы Кәлимуллин – тәүгеләрҙән булып ғариза яҙ­ҙы. Һуғышҡа китер алдынан Хә­мит бабайға әйткән һүҙҙәре хәтерҙә ҡалған. “Колхозға етәк­селек итерһең, ҡайнаға, – ти­гәй­не ул. – Ә беҙ, немецты дө­мөк­төрөп, оҙаҡламай ҡайтып та төшөрбөҙ”.
Атайым үҙе, һуңыраҡ өлкән­дәрҙән ишетеп белеүемсә, иф­рат оҫта етәксе булған. Ул рә­йеслек иткән осорҙа, 1933 – 1937 йылдарҙа, хужалыҡ ра­йонда алдынғылар рәтенә сыҡ­ҡан, мал, бал ҡорто ишәйгән. Атайым айырыуса йылҡы үр­се­теүгә ҙур әһәмиәт биргән. Етәк­селек һәләтен күрептер, уны 1937 йылда район Советы рә­йесе итеп тәғәйенләгәндәр. “Һәр саҡ тура һүҙле булды Хафиз Кәлимуллин, – тип яҙҙы 1969 йылда “Таң” гәзитендә атайым тураһында замандашы Дәү­ләт­бай Юлмөхәмәтов. – Ра­йон кә­ңәш­мәләрендә “бешмә­гән­дәрҙе бешерә” торғайны”. Ләкин был вазифаһынан тыуған ауы­лының яҙмышын өҫтөнөрәк кү­реп, атайым кире элекке уры­нына әй­ләнеп ҡайтҡан. Алда әйткә­нем­сә, һуғыш башланған мәлдә колхоз рәйесе ине ул.
Атайым фронтҡа киткәс, әсә­йем биш балаһы менән яңғыҙы ҡалды. Иң өлкәне – мин. Балалары асыҡмаһын, бирешмәһен өсөн әсәйем барыһын да эшлә­не. Колхозға хеҙмәт итеп ҡайт­ҡас, төндәр буйы беҙгә кейем тегә, бәйләй торғайны. Са­бый­ҙарын һаҡлап ҡалыр өсөн юҡтан бар яһаны ҡәҙерлебеҙ. Халыҡҡа Стәрле, Темәс яҡтарынан кәрә­син, шырпы, он һәм башҡа кә­рәк-яраҡ та ташый торғайны. Үҙемә килгәндә, VII класты та­мамлағас, райондағы Янһары ауылында балаларға белем би­рә башланым. Ләкин һуғыштан һуң, артабан ғилем туплау мөм­кинлеге булмағанлыҡтан, эшем­де туҡтатырға тура килде. Шул саҡта үҙемә “балаларымды мот­лаҡ уҡытасаҡмын” тигән маҡсат ҡуйҙым. Аллаға шөкөр, изге ниә­тем тормошҡа ашты: ул-ҡыҙҙа­рымдың һигеҙе лә юғары белем алды, лайыҡлы тормош көтәләр.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балала­ры­ның, ейән-ейәнсәрҙәренең шатлыҡ-ҡыуанысын атайым ғы­на күрә алманы. Ул фронтҡа ки­теп бер нисә ай үткәс, хәбәр­һеҙ юғалғаны хаҡында белде­рел­гән “ҡара ҡағыҙ” алдыҡ. Лә­кин өмө­төбөҙ һүнмәне, ҡәҙерлебеҙҙе көтөүҙән туҡтаманыҡ. Аҙаҡ яҡ­ташыбыҙ Байназаров Әбдразаҡ Ғиниәт улынан (Байназар ауылынан) атайымдың 196-сы ди­ви­зияның 893-сө полкында полит­рук булғаны хаҡында бел­дем. Уларҙың тәүге һуғыш урыны – Дон йылғаһы буйын­дағы Морозовск ҡалаһы. Атайым ҡыйыу разведчик булып танылған, күп орден, ми­ҙалдар менән бүләк­ләнгән. Баш­ҡорт­остан “Китап” нәшриә­тен­дә донъя күргән “Хә­тер” китабында уның 1942 йыл­да хә­бәр­һеҙ юғалыуы хаҡында әйтелгән.
Ҡәҙерлебеҙ ҡайҙа ерләнгән икән? Ошоно асыҡларға теләп, тупланған мәғлүмәткә таянып, төрлө урынға мөрәжәғәт итеп ҡараныҡ, эҙләнек, әммә ыңғай яуап алманыҡ. Хәбәрһеҙ юғал­ғандар табылып тора бит һуң... Ҡартайған көнөбөҙҙә беҙгә лә шундай шатлыҡты кисерергә яҙ­маҫмы икән? Ошо уй-теләк яра­лы йөрәкте өйкәп, әрнетеп тора.
Атайым тураһында райондың “Таң” гәзитендә ике мәҡәлә (“Аҫҡар бөркөтө” һәм “Аяманы һуғыш бер кемде”) баҫылып сыҡты. Был яҙмаларҙы ҡәҙерләп һаҡлайым. Йәнә бер ҡиммәтле ҡомартҡы – фотоһүрәт – бар. Бөрйәнгә тәүге йөк машинаһын алып килгән мәл һынлан­ды­рыл­ған унда. Атайым (һулдан өсөн­сө) был ваҡытта район Советы рәйесе булып эш­ләгән. Фото­һү­рәткә ҡараған һа­йын төбәге­беҙҙең тарихына, үҫе­шенә үҙ өлөшөн индергән, фронтта ҡыҫҡа ғына ваҡытта ысын ҡаһарман булып танылған ҡәҙерле кешемә ҡарата ҙур ғо­рурлыҡ тойғоһо кисерәм. Атайым­дай тиҙ генә балҡып һүнгән күп­ме йондоҙ бар бит Еңеү күгендә...

Дәғиә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА,
тыл һәм хеҙмәт ветераны.





Район: Бөрйән районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә