Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Беҙҙең атай хәбәрһеҙ юғалмаған!
Тантаналары менән шаулап-гөрләп, уңалмаған яраларҙы ҡуҙғатып, һағыштарҙы яңыртып, Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы ла етеп килә. Ғәҙәттә, был ваҡытта ҡабатланған уйланыуҙарым әсәм вафатынан һуң тағы ла әрнеүлерәк ҡәнәғәтһеҙлеккә әүерелде.

Йәнемә тынғы бирмәгән ҡәнәғәтһеҙлек — ул, нигеҙҙә, үҙемә дәғүә. Ваҡытында, әле атайҙы белгәндәр иҫән саҡта, ҡайһы берәү­ҙәре менән хатта аралашырға тура килгәндә уларҙың беҙҙең атай менән бер полкта, дивизия формалашҡандан алып вафатына тиклем бергә булғандарын белмәй йөрөлгән. Әгәр белгән булһам, Оборона министр­лығы архивына файҙаһыҙ хаттар яҙып, уның фронт хаттарынан ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт та­быр­ға тырышып, матбуғатта баҫылған хәти­рәләрҙән исемен, фотоларҙан йөҙөн эҙләп ыҙаланмаҫ инем.
Ошоға тиклем беҙҙең ғаиләлә атайыбыҙ­ҙың ҡайҙа, нисек, ниндәй шарттарҙа һәләк булғаны хаҡында һүҙ ҡуҙғатыусы ла булманы. Күберәк һуғышҡа тиклемге бәхетле, татыу тормоштары хаҡында әсәйҙең, өлкән туғандарҙың һөйләгәндәре хәтерҙә. Асылда шул хәтирәләр менән йәшәнек, әсәйебеҙ ҙә, апайым, ағайҙарым да был хәлде сабыр кисерҙе, ул теманы ҡуҙғатманы, билдәһеҙ­лек эсендә сабыр ғына йәшәй бирҙек. Шулай ҙа билдәһеҙлек – ул өмөт тәһә. Йөрәк һыҙ­латҡан өмөт. Әсәйемдең фани донъя менән хушлашыр алдынан ”Мин уны көттөм бит” тип әрнегәне һаман йәнемде өҙгөләй.
Еңеүҙең 65 йыллығынан һуң Дим биҫтә­һендәге 112-се башҡорт кавалерия дивизия­һы музейында үҙенсәлекле осрашыу булды. Музей асылыуға биш йыл ваҡыт уҙған, шул уңайҙан дивизия һуғышсыларының бер төр­көм балаларын саҡырғандар. Миңә лә тейҙе шул бәхет. Уға тиклем музейҙа 11 апрелдә булғайным. 1942 йылдың шул көнөндә атайым тәүге эшелон менән һуғышҡа оҙатылған булған. Ул хаҡта мин аҙаҡ ҡына белдем.
Музей хеҙмәткәрҙәре бик ихлас ҡаршы алды, атайым тураһындағы мин белгән мәғлү­мәттәрҙе һорашып яҙып алды, хәбәр­ләшеп торорға һүҙ ҡуйышып хуш­лашҡайныҡ. Музейҙағы икенсе ос­­рашыу айырыуса тулҡын­ландыр­ғыс, хәтергә уйылырлыҡ булды. Минең өсөн бигерәк тә.
Осрашыуҙы алып барыусының һүҙ бирер алдынан әйткәндәренән өҙөк килтерәм: “5 декабря 1942 года группа воинов 275-го кавалерийского полка вступили в жесточайшую схватку с отборными частями СС в районе населенного пункта Нижнее Деево под Сталинградом. Бойцы не отступали. Многие остались на поле сражения. Героически погиб и военный техник Ахметхан Мамбетов. Об этом свидетельствуют записи в дневниках комиссара С. Алибаева, которые стали книгой в 1971 году. Слово предоставляется сыну отважного арти­л­ле­рис­та Мамбетову Мидхату Ахметхановичу”.
Был минуттарҙа нимә кисергәнемде аң­лауы ҡыйын түгелдер. Мин ишеткәндәр, сы­ғыштағы мәғлүмәттәр көтөл­мәгән асыш ине. Ныҡ тулҡынланыу сәбәпле үҙемдең нимә һөйләгәнемде һүҙмә-һүҙ хәтерләмәйем хат­та. Ғаиләбеҙҙең һуғыш­тан һуңғы йылдарҙағы яҙмышы, әсәйе­беҙҙең балалары хаҡына күргән ыҙалары, атайыбыҙҙың “хәбәрһеҙ юғалғандар” исем­легенә эләгеүе, шул арҡа­ла ғаиләбеҙҙең дәүләт ярҙамынан мәхрүм ҡалыуы хаҡында һөйләнем шикелле. Үҙем осрашыуҙың ти­ҙерәк тамамланыуын көтәм, сөнки С. Әлибаевтың “Көндәлектәр”ен үҙемә уҡып сығырға, ундағы атайым тураһындағы мәғлүмәттәрҙе күсереп алырға ине.
Китапты тулҡынланып ҡулыма алдым, һәр битен һаҡ ҡына асам, һәр юлын, һәр һүҙен ижекләп тигәндәй үҙемә һеңдерәм. Әлбиттә, атайымды, ҡәҙерле исемде эҙлә­йем. Хатта исеме телгә алынмаған ваҡиға­ларҙа ла уның барлығын, ҡатнашҡанын тойомлап ултырам. Уҡыйым, үҙемде уның урынына ҡуйып уйҙарым менән ауылға ҡайтам, әсәйемдең хәлдәрен күҙалларға тырышам. Кисерештәр, уйҙар үтә лә ҡатмарлы.
Көндәлектәрҙә беҙҙең атай “Әхмәт Мәм­бә­тов” тип йыш телгә алына. Ни өсөн исеме тулы килеш “Әхмәтхан” тип бирелмәгәненә аңлатманы мин атайҙың хаттарынан таптым. Ашығып ҡына яҙған ҡайһы бер сәләмдә­рен­дә атайым исемен “Әхмәт”тип кенә ҡыҫ­ҡар­тып биргән. Беренсе тапҡыр ул көндәлектең 1942 йылдың 5 майында теркәлгән яҙма­ларында телгә алына: “Кисен яңы төҙөлгән полк мәктәбе йыйылышын үткәрҙек. Улар юғары аңлы, алдынғы егеттәрҙән һайлап алынғайны. Бына ул егеттәр...” Артабан эскадрон­дар­ҙан, пулеметсыларҙан, полк батареяһынан, минометсыларҙан, элемтәсе­ләрҙән, саперҙарҙан 55 һуғышсы телгә алына. Шулар араһында полк батареяһынан Әхмәт Мәмбәтов та бар. Исемлек “һәм баш­ҡалар” менән тамамланғас, автор курсант­тарҙың бөтәһен дә телгә алмаған тигән һүҙ. Бына шулай ашығыс яҙылған ҙур исемлектә исемдәрҙең ҡыҫҡартылыуы ла ихтимал тип уйларға урын бар. Икенсенән, атайҙың хаттарында ла полк батареяһында хеҙмәт иткәне телгә алына.
Китапҡа тағы күҙ һалайыҡ (65-66-сы биттәр):
«3 август... Бөгөн беҙҙә — партия йыйылышы. Башланыуҙан бер-ике сәғәт элек дивизия политбүлеге начальнигы Әхмәт Абдуллин, инструктор К.А. Мельников килде... Дошман миналары төшөп шартлап тороуға ҡарамаҫтан, партия йыйылышы билдәләнгән ваҡытта матур бер болонлоҡта башланды».
Төп доклад менән С.Р. Әлибаев сығыш яһай. Артабан бер-бер артлы һуғышсы­ларға, улар араһынан беҙҙең атайға ла һүҙ бирелә. Бына уның сығышынан өҙөк: “Артиллерист Әхмәт Мәмбәтов: «Һуғышҡа беҙ яҡшы әҙерләндек, – тип башланы һүҙен. – Беҙҙә Әбүталипов тигән йәш кенә воин бар. Исмәғил исемле ул. Баймаҡ районының Темәс ауылынан. Наводчик үҙе. Йәш булһа ла, һуғыштың рәтен белә. Дивизияға ла ул фронттан килде. Боркиҙа иртәгә һуғыш була тигән көндө кистән: «Әйҙә, Мәмбәтов иптәш, разведка яһап ҡайтайыҡ, аҙаҡ тура төҙәп атырбыҙ», — ти. Киттек. Дошман Олым йылғаһының аръяғында, яҡын ғына. Сапрон ауылынан бире, һыуҙың теге яҡ ситендә, һалдаттар тәмәке көйрәтеп тора. Ҡайҙа нимә бар — орудиемы, пулеметмы, йөктәрме, өйкөм һал­даттармы, барыһын да күреп-белеп алдыҡ та ҡайтып пушкаларҙы ҡороп ҡуй­ҙыҡ. Шунан һуң, яҡтырғас, гел өҫтәренә генә ауҙарып тик торабыҙ. Беҙҙең бата­реяның комиссары Чанышев, взвод командиры Шәмғетдинов иптәштәр Исмәғилде маҡтап бөтә алманы. Комбат Рәхмәтул­лин иптәш әйтеүенсә, беҙ шунда өс йөҙләп фашисты ҡырғанбыҙ. Уға яҡшы күренә. Ул күҙәтеп, иҫәпләп тора ине...»
Текстағы күп нөктәләр сығыштың дауамы булғанына ишара. С.Р. Әлибаев йыйы­лыштың рухын билдәләп былай тип яҙа: «Йыйылыш, ғөмүмән, юғары кимәлдә үтте. Ораторҙар бөтәһе лә Оборона халыҡ ко­миссариатының 227-се приказында ҡуйыл­ған бурыстар тураһында ныҡлап әйтте, етешһеҙлектәрҙе күрһәтте». Был һүҙҙәр атайымдың сығышына ла ҡағыла тип уйларға кәрәк.
«Комиссар яҙмалары»ның 83 – 85-се бит­тәрендә атайыбыҙ өс тапҡыр телгә алына, һүҙ, нигеҙҙә башҡортса сыҡҡан фронт гәзите «Ҡыҙыл атлылар», ундағы мәҡәләләр һәм авторҙары тураһында бара.
«Ҡыҙыл атлылар»ҙың бөгөнгө һаны (1942 й., сентябрь, № 70) күбеһенсә беҙҙең полк тормошонан алып яҙылған материал­дар­ҙан тора. Уларҙа беҙҙең оборона шартта­рындағы тормош шаҡтай тулы сағыла. Шунлыҡтан уларҙың ҡайһы берҙәрен көн­дәлегемә теркәп ҡуйыуҙы кәрәкле таптым...
...Икенсе биттәге дүрт мәҡәләнең өсәүһе беҙҙән. Политруктар И. Сәғитов, Самат Назаров, замполит Әхмәт Мәмбә­тов яҙған».
Политрук И. Сәғитовтың «Коммунистар — алдынғы воиндәр» тигән мәҡәләһендә коммунистарҙың ышаныслы, башҡаларға өлгө булырлыҡ һуғышсылар икәне телгә алына. Унда шундай юлдар бар: «Коммунис­тар Ватан приказын үтәүҙә, рубеждарҙы нығытыуҙа, һуғышта партия эшенә бирел­гәнлек өлгөһөн күрһәтеүҙә алдынғылар бу­лып һанала. Коммунистәрҙән Бакиров, Әсә­ҙул­лин, Йосопов, Абдрахманов, Мәмбә­тов иптәштәрҙең рубежынан дошман, ниндәй генә көслө булһа ла, үтәсәк түгел»...
Үрҙә автор гәзиттә беҙҙең атайҙың да мәҡәләһе баҫылғанын телгә алғайны. «Дуҫ­тар расчеты» тип атала ул.
“Һуғышҡа ингәндә яныңда яҡын иптәшең булһа, иң ауыр минутта ла уның ярҙам ҡулын һуҙасағына ышанаһың. Шундай ваҡи­ға булды: яугир Сәғитов Баһау төнгө икелә дошмандың ҡаты уты аҫтында телефон сыбығын ялғарға китте. Ул көтөлгән минутта ҡайтып етмәне. Ә дошман һаман да ата. Мин уйға ҡалдым. «Иптәшеңде эҙлә», — тинем үҙ-үҙемә. Киттем. Сәғитов ҡаты яраланған булып сыҡты. Уға беренсе ярҙам күрһәттем һәм ут аҫтынан ҡурҡынысһыҙ урынға алып сыҡтым. Беҙҙең расчет — дуҫтар расчеты. Мин һәр бер һуғышта үҙемдең дуҫтарым Ҡәйүпов, Әбүталипов, Сәлихҡолов һәм башҡаларҙың тауышын ишетәм. Улар менән ҡаты һуғыштарҙа дуҫлаштым, һәм беҙ бергәләп яуға инеп, дошманды тар-мар итәсәгебеҙгә ыша­набыҙ.
Политрук ярҙамсыһы Ә. Мәмбәтов».
«Ҡыҙыл атлылар»ҙың 1942 йылдың 4 октябрь һанында (№ 81) Ғ.Әхмәтйәновтың «Коммунист Сирбаев взводы» тигән мәҡәлә­һендә лә өлгөлө, тәртипле һуғыш­сы­лар исемлегендә беҙҙең атайҙың фами­лия­һы телгә алына: «Взвод ошо көндәрҙә техни­каға яһалған смотрҙа беренсе урын алды. Унда хәҙер Әбүталипов, Сөләймәнов, Мәмбәтов, Фәтҡуллин, Ғәфүров кеүек яҡшы дисциплиналы, бына тигән отличник-артиллеристар бар».
Шул уҡ гәзиттең 1942 йылдың 10 сентябрь һанында (№74) атайҙың тағы бер мәҡәләһе баҫылған. Ул “Уҡыуҙар бара” тигән исем менән бирелгән. “Подразделениела боевой әҙерлекте көсәйтеү маҡсаты ме­нән уҡыуҙар йәйеп ебәрелде. Орудие­ларҙың материаль частарын отличноға үҙләште­реү, расчеттағы һәр бер боецты наводчик итеү — занятиеларҙың төп бурысы ошо.
Занятиялар регуляр үткәрелә. Уҡыуҙа бигерәк тә ездовойҙарҙан Гәрәев, Баһа­уе­т­­­динов, Закиров иптәштәр тырышлыҡ күрһәтә. Ҡыҙылармеец Ә. Мәмбәтов”
Артабан атайыбыҙҙың һуғыштағы һуңғы көнө ҡасан, ҡайҙа һәм нисек һәләк булғаны хаҡындағы яҙма үтә лә аяныслы һәм тетрәндергес. Бына ул юлдар:
“6 декабрь. “Обливская” станцияһы һа­ман дошман ҡулында.. Румындарҙы алмаштырып, немецтар бик күп көс туп­лаған. Сәбәбе билдәле: станцияны алһаҡ, немец өсөн Сталинград — Лихая — Ростов араһында юл өҙөлә. Паулюс ғәскәренә боеприпас та, аҙыҡ та, кейем дә, өҫтәмә көс тә килә алмай. Беҙҙең корпусҡа оборо­наға күсергә тура килде. 112-се дивизия Попов, Үрге һәм Түбәнге Деево ауьлдары тирәһен биләй. Дошман 1-1,5 кило­метрҙа нығынған, ер аҫты юлдары, сәнскеле тимер сыбыҡ кәртәләр, дзоттар, доттар ҡороп бөткән, ялан­дарҙы миналаған.
Ул ғына ла түгел, кисә гитлер­сыларҙың өс йөҙ кешенән торған һайланма СС төр­көмө беҙҙең полк оборона ойошторған Түбәнге Деевоға ҡаты налет яһаған. Тиҫ­тә­ләгән пушка, минометтар беҙҙең окоптарҙы, хатта штабты ла аяуһыҙ ут аҫтына ала. Шулай ҙа беҙҙекеләр урынынан ҡуҙғалмай. Беҙҙән 28 кеше ҡаты яралана, байтағы һәләк була.
Телефондан Шайморатовҡа шылтыратып хәлде әйтәләр. Ярҙамға 3-сө полк килә. Немецтарҙың һөжүме кире ҡағыла, улар, яланда утыҙға яҡын мәйет ҡалды­рып, кире сигенә.
Был көндә полкка командалыҡ итеүсе подполковник Евграфов, полк агитаторы 3. Ла­типов, артбатарея политругы И. Сә­ғитов һәм башҡа байтаҡ кеше яралана. Штаб начальнигы Гинзбург, элемтәсе М. Ильясов, Зиннәтуллин, хәрби техник Ә. Мәм­бәтов, ветинструктор Ф. Нурмөхәмә­тов, үзбәк егете Ғ. Әлиев, артиллерист Борисов һәм башҡалар был аяуһыҙ һу­ғышта батырҙарса һәләк була’’.
Шулай итеп, ошоғаса хәбәрһеҙ юғалған­дар исемлегендә йөрөгән атайыбыҙҙың батырҙарса һәләк булғандар иҫәбендә икә­нен С.Р. Әлибаевтың «Көндәлек биттәре­нән» («Комиссар яҙмалары») китабынан саҡ, 68 йылдан һуң ғына, белә алдыҡ. Иң үке­нес­леһе – әсәйебеҙ генә был хаҡта белмәй кит­те яҡты донъянан. Кем белә, бәлки, бел­мә­гәне яҡшыраҡтыр, сөнки өмөтө менән китте.
Ошо урында һуғышта һәләк булғандар, хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегендә ебәрел­гән хаталар хаҡында ла әйтмәй булмай. «Память» («Хәтер») китабының Хәйбулла ра­йо­нына арналған томында атайыбыҙҙың тыуған көнө лә, ҡасан хәбәрһеҙ юғалғаны ла яңылыш бирелгән. Мәҫәлән, тыуған йылы — “1906 йыл” урынына “1901”, хәбәрһеҙ юғал­ғаны 1942 йылдың март айы тип яҙылған. Төҙөүселәр атайымдың бер туған ағаһы Мәмбәтов Әхмәткамал Хужанияз улы менән бутағандыр тигән уй килә башҡа. Хәйер, һуғыш мәхшәрендә иҫәп-хисап кеүек мөһим хәстәрҙәр ҙә икенсерәк планда булғандыр.
Хәҙер, атайыбыҙҙың фронт яҙмышы бер ни тиклем асыҡланғандан һуң, уның һуңғы төйәген дә табаһы, баш эйәһе, сәскәләр һалаһы ине. Тупрағын алып ҡайтып, әсә­йемдең ҡәберенә һалһам, уларҙың рухтары ҡәнәғәт булыр ине. Шунда ғына күңел­дәребеҙ бер аҙ урынына ултырғандай булыр, бәлки.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 710

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 835

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 778

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 489

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 122

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 809

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 055

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 185

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 793

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 835

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 629

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 885