Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Юмореска
Тормош бер урында тормай бит ул. Бына беҙҙең йортта ла үҙгәреш булып алды. Күршеләребеҙ яңы фатирға күсеп киткәс, башҡалар килде. Яңы хужаның исеме Татлыбай икән.
Шундай йола бар: күршеңә тәү тапҡыр буш ҡул менән күренергә ярамай. Был, әлбиттә, ат һуйып алып инергә тигәнде аңлатмай. Нимә булһа ла ярай: тоҙмо, ярмамы, шырпымы, тигәндәй. Мин дә, бер ҡап тоҙ тотоп, яңы күршемдең ишеген шаҡыным. Ишек шар асылып китте. Тупһала, ҡосағын бөркөт ҡанатылай йәйеп, Татлыбай күрше балҡып тора ине.
— Һо-о-о! – тип һуҙҙы ул, сит ерҙә иң яҡын туғанын осратҡандай. — Әйҙә, әйҙә, түрҙән рәхим ит!
– Бына, быны алып ҡуй әле, күрше, – тинем, күстә­нәсемде һуҙып. — Аштарығыҙ һәр саҡ тәмле булһын!
— Кескәй генә күстәнәсеңде ҙур бүләк тип ҡабул итәм. Ә һиңә икһеҙ-сикһеҙ Һаҡмар буйы туғайҙарын, шул туғайҙарҙа үҫкән гүзәл сәскәләрҙе бүләк итәм! Тормошоң гүзәл сәскәләрҙәй булһын! — тип теҙеп китте күршем.
Татлыбайҙың ифрат киң күңелле булыуы хаҡында һүҙ таралып өлгөргәйне инде. Ысынлап та, шулай икән. Икенсе көндө ул, ғәҙәттәгесә, ауыҙы ҡолағына еткәнсе йылмайып, миңә килеп инде.
— Һо-о-о! Һаумы, күрше! Мин һиңә Һаҡмар буйы туғайҙарындағы гүзәл сәскәләргә өҫтәп, мөһабәт Ирәндек тауын, уның итәгендәге мәшһүр урмандарҙы ла кейектәре менән бергә бүләк итергә булдым, — тине ул, ҡосағын ысынлап та тау иңләрлек итеп йәйеп.
Ни тиһең инде шундай киң күңелле кешегә? Рәхмәт, күр­ше, рәхмәт, тип бик һәйбәтләп һыйлап сығарҙым үҙен.
Уның киң күңеллелеге мине генә түгел, башҡа күршеләрҙе лә ғәжәпкә ҡалдырған икән. Хикмәт күршегә — Балхаш күлен, Ғәлинур күршегә — Нөгөш һыу һаҡлағысын, Маһинур күршегә — Рио-де-Жанейро ҡалаһын, Сәмиғә күршегә Татар боғаҙын бүләк иткән. Әле бер көн мине йәнә таң ҡалдырҙы: Үле диңгеҙҙе бүләк итте! Бының менән генә бөтһә, бер хәл, тора-бара Татлыбай күршенең йомартлығы һөҙөмтәһе булараҡ Тымыҡ океан да Галапагос утрауҙары менән бергә минең ҡарамаҡҡа күсте. Шул тиклем киң күңелле кеше булыр икән! Ундай кешегә үҙеңдән-үҙең тартылаһың, һөйләшеүе үҙе бер ғүмер.
Кисә шулай ит сабырға балта кәрәк булып китте. Тиҙ генә Татлыбай күршегә индем.
— Балта? — тип һораны ул, ғәҙәттәгесә ауыҙын йырып. — Нимә һөйләйһең һин, күрше?! Мин һиңә балта ғына түгел, Мальта утрауын бирәм! Бушҡа! Мальта ғына нимә, Сиам ҡултығы ла һинеке булһын. Бер ыңғайҙан Андаман диңгеҙен дә ал. Тянь-Шань тауы...
— Рәхмәт, күрше, миңә балта ғына кәрәк...
— Балта, тип ауыҙыңды ла асма! Порт-Оф-Спейн эсеңде тишмәҫ. Антарктида ла һинең ҡарамаҡта!
Инде бөтә Ер шарын бүләк итә инде, тигәндә, мин сигенә-сигенә сығыу яғын ҡарай башланым.
Ул миңә балта бирмәне.
— Ай менән ҡояш та һинеке булһын! — тип ҡысҡырып ҡалды Татлыбай, ишеген “шарт!” иттереп ябып.




Автор: Рәдиф ТИМЕРШИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә