Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Улар яулап алған тыныслыҡ”
“Улар яулап алған тыныслыҡ” ...Атай. Әҙәм балаһы өсөн иң ҡәҙерле һүҙҙәрҙең береһе бит ул. Хәйерле иртәләрҙә ҡәҙерле кешемә ошо исем менән өндәшә алмауыма 2014 йылдың 29 авгусында 60 йыл тулып уҙҙы. Һуғыш йылдарында миктәп, бөлөп ҡалған хужалыҡты аяҡҡа баҫтырам тип йәнгә талашҡандай көсөргәнеп эшләп, хәләл тире тамған еренә йөрәк ҡанын түгеп, кешеләргә ғүмер өҫтәп, үҙ йәнен фиҙа ҡылып китеп барҙы был яҡты донъяларҙан атайым Хизбулла Ғибаҙулла улы Мөхәмәтҡолов.

Үҙ геройҙарын Ватан онотмай, тиҙәр. Миңә ҡалһа, Ватан уларҙың һәр береһен иҫләп тә бөтмәй. Хизбулла Мөхәмәтҡо­ловты белгән кешеләрҙең күңелендә ул төрлөсә ҡалған. Мәҫәлән, Төркөстан фрон­тында граждандар һуғышы йылдарында бергә хеҙмәт иткән полкташы уның тураһында: “Кураист и смельчак Хизбулла Мухаметкулов”, — тип яҙа “Сибайский рабочий” гәзитенең 1978 йылдағы һанында. “Башҡорт халыҡ ижады”ның “Йырҙар” томында бер нисә халыҡ йыры хаҡындағы белешмәлә “Баймаҡ районының Күсей ауылы кешеһе Хизбулла Мөхәмәтҡо­лов­тан яҙып алын­ды” тигән юлдар бар. Баймаҡ районы “Октябрь байрағы” тигән гәзиттең 1954 йыл­дың авгусына тиклемге һандары Хизбулла Мөхәмәтҡоловтың Мәскәүҙә халыҡ ҡаҙаныштары күргәҙмә­һенә барыуы, ра­йон Советы депутаты итеп һайлан­ғанлығы хаҡындағы хәбәрҙәр­ҙе һаҡлай; Өфөнөң 10-сы һөнәрселек лицейындағы Башҡорт кавалерия диви­зия­һы составында данлы юл үткән яу­гир­ҙәргә арналған музейының стена­ла­рына, башҡа һуғыш ветерандары менән бергә, Хизбулла Мөхәмәтҡоловтың да исем-шә­рифе алтын ялатылған хәрефтәр менән яҙылған. Беҙҙең хәтергә иһә ул бөтмәҫ-төкәнмәҫ сюжетлы, Ирәндек ҡаяларындай юғары, ҡылғанлы далалай иркен халыҡ йырҙарын үҙенә генә хас оҫталыҡ, дәрт һәм дарман менән башҡарыусы, хәстәр­лекле атай, киң һәм изге күңелле ғаилә башлығы булараҡ уйылған. “Хизбулла Йәнтәл йәки Һарыҡ тауы башында тороп йырлаһа, — тип хәтерләр ине ауыл ололары, — көтөүҙән ҡайтҡан һыйырҙарын һауып ултырған ҡатындар илай-илай тыңлар булды. Ғәжәп көслө ине уның тауы­шы — ундайҙы башҡа ишеткән булманы”. Кем булған ул Хизбулла Мө­хәмәт­ҡолов? Ниндәй ерлектә тыуған был илаһи талант эйәһе?
Ул Баймаҡ районының Күсей ауылын­да 1909 йылда донъяға килгән. Күсейҙең элекке исеме Бикҡужа булған, тиҙәр. Миңә ҡалһа, беҙҙең ата-бабалар был ауылға нигеҙҙе тәүгеләрҙән һалған. Рәсми яҙма­ларҙа Күсей халҡы II Этҡол ауылынан айырылып килеп ултырған Бөрйән ырыуы һанала. Ҡайһылай булһа ла булғандыр, мәгәр атайым, уның атаһы, олатаһы, хатта олатаһының олатаһы ғүмер иткән нигеҙ­ҙәр мин тыуғанда ла барҙар һәм бик боронғолар ине. Ҡарағас ҡаты олонло. Атай үҙе олатаһы Сафа нигеҙендә ҡара­ғас өйҙә йәшәне, мин дә шунда үҫтем. Беҙҙең өй ҡаршыһында, Сафа олатайҙың тыуған нигеҙендә, тағы бер ҡарағас өй ултырҙы, уның йәнәшәһендә – Сафа ола­тайҙың олатаһы нигеҙе, Мөхәмәт­ҡол­доҡо. Келән генә таш ҡоймалар менән уратып алынған тайсала ҡарағастан һа­лынған, ҡарағас таҡтанан биҙәрләп яһал­ған “урыҫ ҡапҡалы” йорттар ине улар. Нимәгә ҡағылһаң да боронғолоҡ бөркөлә, хәтергә тарих ишелә, был боронғолоҡто бер ҡасан да, бер кем дә боҙа, үҙгәртә алмаҫ кеүек...
Сафаның өс улы була, олоһо — Ғиба­ҙул­ла. Уны иртә өйләндерәләр: кәртә артында өй һалып, әлеге лә баяғы урыҫ ҡапҡалар яһатып, атаһы башҡа сығара. Кәләшлеккә Ирәндек ашаһында Темәс ауылы кешеһе Әүбәкер Хөсәйеновтың һеңлеһе Райханды алып бирәләр. Әүбә­кер хәҙрәт саҡлы затлы нәҫел менән туғанлашырлыҡ булғас, Сафа атлы уҙа­ман үҙе лә төшөп ҡалғандарҙан булма­ғандыр, шәй. Ғибаҙулла менән Райхандың никахынан 1909 йылдың февралендә, буранлы бер кистә, атайым Хизбулла донъя­ға килә. Кендеген киҫкән бағымсы, һынсыл Вәхиҙә әбей: “Тауышы көслө баланың – йыраусы булыр, буранда тыу­ҙы — тормо­шо дауыллы булыр”, – ти. “Ҡарҡылдама, – ти быға ҡаршы Сафаның ҡатыны Ғәй­ниә, – һинең юрағаның былай ҙа юш килә лә тора!” Ғәйниә, атайымдың өләсәһе, иҫ китмәле йыуан, ҙур түшле, диндар ҡатын була – Сураш тоҡомо. Әле мин белгән саҡта ла был өләсәйҙең бер туған ағаһы Сабирйән олатай беҙгә күрше Иҫәнбәт ауылынан хәл белергә тип килеп сығыр ине.
Вәғиҙә инәйҙең юрамы оҙаҡ та тормай юш килә башлай: атайыма өс йәш тулыр-тулмаҫтан атаһы йөрәк сиренән донъя ҡуя. Икенсегә ауырлы Райханды ағаһы Әүбәкер хәҙрәт кире Темәскә алып ҡайтып китә һәм уны Баймөхәмәт Урмантаев исемле тол иргә кейәүгә бирә. Сафа ҡарт менән Ғәйниә Хизбулланы, минең атайҙы, үҙ тәрбиәһенә ала, ҡайтҡан килендәре бәпәйләгәс, ул баланы ла, Тәслимә апай­ҙы, үҙҙәренә алып ҡайталар. Ғибаҙулла өйөн буш тотмайыҡ тип, йәһәтләп, кесе улдары Һибәтулланы өйләндереп, шунда башҡа сығаралар, уртансы ул Ниғмәтулла Сафаның атаһы Ҡотлогилде нигеҙендә, теге ҡарағас өйҙәрҙең береһенә күсә. Шулай итеп, Хизбулла тулыһынса олата­һы һәм өләсәһе тәрбиәһенә ҡала.
Шаян тәбиғәтле, йор һүҙле, күгелйем-йәшкелтерәк күҙле, ҡара тулҡын сәсле, аҡ йөҙлө, ике бите уйылып, эйәк осо соҡора­йып торған малайҙы күрше-күлән, еңгә­ләре бик ярата. Ғәйниә өләсәһе лә бик бәпләп, һөйөп-иркәләтеп тора, Сафа олатаһы ғына, әллә оло улы ҡайғыһынан, әллә берәй сирҙән иртәрәк донъя ҡуя.
Ҡыш – өйҙә, йәй Күсей ҡырында йәй­ләүҙә аунап-тәгәрәп, ҡорҙаштары менән көс һынашып, уҡ атышып, мәргән­лектә ярышып, атта сабышып тәбиғәт балаһы булып үҫә Хизбулла. Олатаһы Сафа ҡарт уны өс йәшендә атҡа мендерә, йомош-юлға Хизбулла һәр саҡ һыбай елдерә, әммә бер көн, аты сығынлап, эйәрҙән осоп төшә, маңлайында ат тояғы эҙе ҡала. Был “тояҡ тамғаһы”н ул сәс тулҡынының бер шәлкеме менән йәтеш кенә итеп ҡаплап йөрөткәне әле лә хәтерҙә. Әйткәндәй, үҙе аттан ҡолап тамға алһа ла, мине лә биш йәшлек сағымда атҡа атландырҙы. Үҙе эштән ҡайтҡас, күрше малай үҙ атында, мин атайҙың ҡола бейәһендә аттарҙы һыу эсерергә йөрөтөп килә инек.
Зирәк, отҡор, шаян, ләкин эскерһеҙ, бер ҡатлы малайҙы еңгәләре генә түгел, апалары ла, тимәк, икенсе төрлө әйтһәк, бабайҙары ла бик ярата. Күрше Айытҡол мәшһүр ҡурайсы була. Бирғәле сәсән тоҡомо. Малай уның ҡурай моңона эйәләшә, ҡарт уйнай башлаһа, шунда уҡ уның эргәһенә ҡунаҡлай, тубығына башын һалып, ҡурайсы күкрәгенән сыҡҡан моң даръяһына сума. Ҡарт, уйнағас, йырҙың һүҙҙәрен әйтә, тарихын һөйләй. Ҡайһы замандың ҡайһы йырсыһы нисек йыр­лаған, ҡайһы ҡурайсыһы ҡайһылайыраҡ уйнаған, көй ҡайҙа һәм кем тарафынан ижад ителгән – береһе лә ҡалмай. Айытҡол иң төпкө баба – Мөхәмәтҡол – менән бер туған була. Ошолай уйлаһаң, атайымдағы һәләт тоҡомонан килә булыр. Икенсе яҡтан, әсәһе яғынан да бар буғай ул һәләт. Райхан өләсәйҙең икенсе иренән тыуған Әхмәтзада ағай ҙа бик елле йырсы булған, тиҙәр. Ҡайһылай булһа ла, Хизбуллала йыраусылыҡ һәләте иртә асыла. Үҙе лә таҡмаҡ сығара.
Өләсәһе менән генә тороп ҡалған ма­лай, олатаһы иҫән саҡтағы ишле малдан яҙып, бик иртә үҙаллы хеҙмәт юлына баҫа, ауыл көтөүен көтә. Айытҡол ҡурай­сынан отоп алған йырҙары әленән-әле иҫе­нә тө­шә, көйләй, моңлана, күңеле кил­гәндә ҡысҡырып йырлап та ебәрә. Күкрәк киң, тауыш шаңдау булып ҡаяларға бәре­лә, моң тәьҫиренән тәбиғәт әсир ҡалған­дай, үлән һелкенмәгәндәй, тамсы таммағандай.
Эңер. Һиллек. Эңерҙә тауыш әллә ҡайҙарға китә, асмандарға аша ла моңдаш йөрәктәрҙе эҙләп таба, бәғерҙәргә үтә – тау башында Хизбулла йырлай.
Ҡышын ул байҙарға мал ҡарарға яллана. Шулай ҡышҡы бер кистә бай үҙенең балаларын уҡытырға яллаған мөғәлли­мәне осрата. Оялып, үҙенең күрекһеҙ кейеменән тартынып ҡына, ҡаласа ҡупшы кейенгән, толомдары теҙенә төшөп торған был һылыу ҡыҙға:
– Апай, мине лә яҙыу танырға өйрәт­мәҫһегеҙме икән? – тип өндәшә.
– Ваҡытың ҡасан була, шунда кил, аҡыллым, – ти был ҡыҙ. – Өйрәтермен.
Эй, яҙмыш! Аҙаҡ, тиҫтә йыллап ваҡыт үткәс, ошо нескә билле, оҙон сәсле һылыу ҡатын Күсей ауылына ҡабат килер, совет мәктәбе асыр, инде армиянан утығып, коммунист булып ҡайтҡан Хизбулла ме­нән “Ғәлиәбаныу” спектаклендә береһе Ғәлиәне, икенсеһе Хәлилде уйнарҙар һәм... ҡауышырҙар тип кем уйлаһын! Ул саҡта бит әле урамда 1924 йылдың ҡышы ғына бара. Аҙағы ни менән барып бөтөрө билдәле булмаған сәйәси ваҡиғалар өйөрмәһендә ҡалған ауылдың тәҙрәләре лә, киләсәк кеүек үк, ҡараңғы һәм бойоҡ...
Ваҡыт үтә. Хизбулланы Ғәйниә өләсәһе 1929 йылда армияға оҙата. Ә теге мөғәл­лимә, минең буласаҡ әсәйем Әсмә Бай­мырҙина, шул ҡышты ғына Күсейҙә бай балаларын уҡыта ла кире килмәй – Темәстә ҡала. Зәки Вәлидиҙең хөкүмәт аппаратында эште алып барыусы булып, һуңынан балалар баҡсаһында эшләй, әммә Күсейгә башлап килеүендә нин­дәй­ҙер бәхетле осраҡ менән Хизбулла Мөхә­мәтҡоловты уҡырға, яҙырға өйрәтеп китә.
Атайымдың Төркөстан фронтына эләк­кәнен мин ағайымдан, әсәйемдән ишет­кәйнем. Аҙаҡ, “Сибайский рабочий” гәзи­тендә, үрҙә әйткәнемсә, уның полк­ташы яҙмаларынан уҡып белдем. Бәләкәй ҡалдым шул атайҙан. Уның Төркөстанда хеҙмәт итеү осорон һөйләгәндәре минең ҡолаҡҡа әкиәт кеүек сағылды. Сүл бүреләре, шакалдар, бархандар – миңә таныш түгел донъя. Һыуһау. “Аттың кесе ярау иткәнен көтә инек эсергә – сарсау шул хәтле ине”, – тигәне лә иҫемдә. “Разведчик булдым. “Кейәү” булып йөрөргә лә тура килде”, – тип көлгәне лә хәтерҙә. Миңә ят, үзбәк, ҡырғыҙ моңон хәтерләткән йырҙар йырлар ине. “Быларҙы ҡайҙан оттоң?” — тип һорайым. “Унда, ҡыҙым, хеҙмәттә”, — тиер ине.
1929 йылда армияға алынған атай 1932 йылда тыуған яғына ҡайтып төшә. Ауыл гөрләй. Мәсет хәҙер инде мәсет түгел, ә клуб, башында — ҡыҙыл флаг. Хизбулла киткәндә халыҡ бер төрлө йырлаһа, хәҙер — башҡаса:
Әсҡәпъямал, Ғәйникамал
Сығып бара колоптан —
Ҡатын-ҡыҙ ҡотолдо ҡоллоҡтан!
Армиянан большевиктар партияһы ағзаһы булып ҡайтҡан Хизбулла Мөхәмәт­ҡолов Күсей ауылында Ворошилов исе­мен­дәге колхозды ойоштороу эшенә баш­көллө сума. Ошо йылдарҙа ауылда тәүге совет мәктәбе асыла. Унда уҡы­тыусы булып ауыл халҡының һорауы буйынса Темәстән Әсмә Баймырҙина килә. Дөйөм күтәрелеш йылдары. Клуб башында ҡыҙыл флаг елберҙәй, эсендә ауыл йәштәре гөрләтеп спектакль ҡуя. Ошо йылдарҙа Мирхәйҙәр Фәйзи үҙенең үлемһеҙ “Ғәлиәбаныу”ын ижад итә. Күсей йәштәре уны тәүгеләрҙән булып сәхнә­ләштерә. Хәлил – Хизбулла Мөхәмәт­ҡо­лов, Ғәлиәбаныу – Әсмә Баймырҙина. Сәхнә ге­ройҙарының яҙмышы фажиғәле тамам­лан­һа ла, артистарҙың артабанғы тор­мошона был пьеса, киреһенсә, ыңғай йоғонто яһай. Хизбулла менән Әсмә өйләнешә.


(Дауамы бар).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872