Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Ҡайнап торған һыуға йәки һурпаға шаҡмаҡлап туралған картуф һалырға. Кесерткәнде йыуып, бешекләп, ваҡлап турарға.
Унан ике минут самаһы көнбағыш майында еңелсә ҡыҙҙырырға (бер аҙ он ҡушырға мөмкин). Картуф бешеп сығыуға 7-10 минут ҡалғас, уға кесерткән, табала ҡыҙҙырылған һуған менән кишер, лавр япрағы, тәмләткестәр һалырға. Шулай уҡ ярты стакан һыуға бер ҡалаҡ он бутап, ашҡа өҫтәргә һәм көслө утта 3-5 минут бешерергә. Кесерткән ашына бешкән йомортҡа, ҡаймаҡ йәки майонез өҫтәргә мөмкин.

Бәпембә —
шифалы үлән


Бәпембә тән температураһын төшөрә, тир һәм үтте ҡыуа, тыныс­ландыра, йоҡоһоҙлоҡтан ярҙам итә, аппетитты күтәрә. Бәпембәнең тамырын ҡаҙып алып ҡыҙҙырырға һәм ҡәһүә урынына эсергә була — ул организмды нығыта.
Тамырҙарҙы көҙ йәки яҙ ҡаҙып алығыҙ, йәй бик файҙалы түгел. Яҙғы салатҡа ҡушып эшләнгән йәш япраҡтары матдәләр алмашыныуын яҡшырта. Япраҡтары әсе тәм бирмәһен өсөн ярты сәғәткә тоҙло һалҡын һыуға һалып торорға кәрәк. Бәпембәнең сәскәһе лә шифалы. Һигеҙ ус сәскә йыйып 1,5 л ҡайнар һыуға һалығыҙ. Тәмлерәк булһын өсөн ҡара ҡарағат, сейә япраҡтары өҫтәгеҙ. Эсемлек 12-18 сәғәт ҡапҡас аҫтында ултырырға тейеш. Аҙаҡ ваҡ һөҙгөс аша һөҙөп түгегеҙ, 0,5-0,75 кг шәкәр өҫтәгеҙ һәм яй ғына утҡа ҡуйығыҙ. Ике сәғәттән килеп сыҡҡан сиропты банкаларға һалығыҙ. Һыуыҡ урында һаҡларға. Ашар алдынан бер-ике аш ҡалағы эсергә.

Буҙа

Буҙа башҡорт халҡының яратҡан эсемлектәре араһында айырым урын биләй. Ул һыуһын ҡандырыуы, иҫ киткес туҡлыҡлы һәм организм өсөн бик шифалы булыуы менән ҡиммәт. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙерге көндә буҙа ҡойоу күп төбәктәрҙә онотолған, ул тик Белорет, Әбйәлил (өлөшләтә), Учалы районында ғына һаҡланып ҡалған.

Буҙаны, ғәҙәттә, март-апрель айҙарында — организм төрлө витаминдарға ҡытлыҡ кисерә башлаған осорҙа — ҡойоп эскәндәр.
Буҙа ҡойоу өсөн таҙа һоло, он (2-се сорт), кәзәнең (йәки һыйырҙың) эс майы кәрәк. Уны түбәндәгесә әҙерләйҙәр: һолоно төрлө сүп-сарҙан таҙартҡас, тандыр мейес эсендә яҡшылап киптерәләр, һуңынан ҡул тирмәнендә (йәки ит үткәргестә бер нисә тапҡыр) тарталар һәм өс өлөш тартылған һолоно бер өлөш он менән (3:1) яҡшылап бутайҙар. Буҙа ҡойоу өсөн иң ҡулайлы һауыт — 3-4 күнәк һыйҙырышлы ағас мискә. Һоло менән он өҫтөнә йылымыс һыу ҡойоп, бер төйөр ҙә ҡалдырмайынса иҙмә яһағас, уның өҫтөнә һауыт тулғансы ҡайнар һыу һәм бер туҫтаҡ иретелгән эс майы һалып һәйбәтләп болғағандан һуң, мискәне томалап, йылы урынға ҡуялар.
10-12 сәғәттән һуң, бешеп сыҡҡан буҙаны икенсе һауытҡа бушатып алалар ҙа, мискә өҫтөнә иләк беркетеп, әлеге иҙмәне һөҙәләр. Буҙа һәйбәт булһын тиһәгеҙ, һөҙгән саҡта иләктәге шыйыҡсанан ҡылсыҡ ҡына тороп ҡалғанға тиклем ҡул менән яҡшылап һар­ҡытырға кәрәк. Һөҙөп алынған буҙаны ябып, тағы ла йылыға ултыртып ҡуялар. Күпереп сыҡҡас та эсә башларға мөмкин. Ҡабарып сыҡҡас, уны һалҡынса урынға ултырталар. Эсер алдынан күпереп торһон өсөн шәкәр өҫтәйҙәр.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә