Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Нимә эшләргә?
Диагноз дөрөҫ ҡуйылмаһа, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә? Бер сирҙән дауалағайнылар, ул бөтөнләй икенсе ауырыу булып сыҡты. Табип яуаплылыҡ тойорға тейешме?

Динислам.
Салауат ҡалаһы.

“Граждандарҙың һаулығын һаҡлау нигеҙҙәре тураһында”ғы Федераль закондың 68-се статьяһында медицина хеҙмәткәрҙәренең һөнәри бурыстарын теүәл үтәмәүе һөҙөмтәһендә кешеләрҙең сәләмәтлегенә зыян килтереү осраҡтары хаҡында әйтелә. Ошоға ярашлы, табиптың дөрөҫ диагноз ҡуймағаны өсөн дисциплинар, административ йәки енәйәт яуаплылығына тарттырылыуы ихтимал. Єммә быны атҡарыу өсөн табиптың хатаһын иҫбатларға кәрәк. Бының өсөн яҙма дәлилдәр, мәҫәлән, диагноз ҡуйылған медицина картаһы йәки башҡалар ғына түгел, медицина экспертизаһы һөҙөмтәләре лә талап ителә.
Єгәр сәләмәтлегегеҙгә зыян килтерелгән икән, һаулыҡ һаҡлау буйынса юғары дәүләт органдарына йәки судҡа мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.

Табиптарҙың да төрлөһө була

“Сәләмәтлек менән тыныслыҡ – бик бөйөк ниғмәт”, – тип юҡҡа ғына әйтмәгәндер арҙаҡлы мәғрифәтсе Ризаитдин Фәхретдин. Шуға иң беренсе һаулыҡты һаҡлау зарур. “Табипҡа яҙылғанда ниндәй ҡытыршылыҡтар килеп сыға? Медицина тикшереүе үтеү мәшәҡәтле түгелме? Ришүәт бирергә тура килмәҫме? Врачтар үҙ бурыстарын үтәгәндә яуаплылыҡ тоямы?” тигән һорауҙар менән гәзит уҡыусыларға мөрәжәғәт иттек.

Ѓәлимә ГӘРӘЕВА,
хеҙмәт ветераны:
– Табиптарҙың да төрлөһө осрай. Араларында бөтә көсөн, белемен, яғымлы һүҙҙәрен йәлләмәгәне лә етерлек. “Ришүәт бирҙек”, – тип әйткән таныштарым да бар. Үҙемә килгәндә, бер табиптың да минән аҡса һорағаны юҡ. Тәҡдим иткәнем дә булманы.

Гөлфиә ӘЋӘҘУЛЛИНА, уҡытыусы:
– Район үҙәгендәге дауахананан әсәйемде, яман шеш булыуы ихтимал тип, Өфөгә тикшерелергә ебәрҙеләр. Туғандарым: “Күстәнәс кәрәк булыр”, – тип әйткәс, бер ҡаҙ килтерҙем. Табип итте кире тоттороп ҡыуып сығарҙы.

Әминә РӘШИТОВА,
мәҙәниәт хеҙмәткәре:

– Дауаханаларҙың береһендә ҡыҙыма өс тапҡыр операция эшләтергә тура килде. Ћүҙ юҡ, табиптар яҡшы дауаланы. Ләкин унда күстәнәс алыу – ғәҙәти хәл. Бының өсөн, үҙең ашамаһаң да, бер нәмәне лә йәлләмәйһең инде. “Төртһәң”, уколдың да яҡшыһын ҡаҙайҙар, дарыуҙарҙың да һәйбәтен бирәләр.

Сәлимә ӘСЛӘМОВА,
быҙау ҡараусы:

– XXI быуатта йәшәһәк тә, район дауаханаһында бөгөн дә регистратурала ла, кабинеттарға ингәндә лә оҙон-оҙон сираттар, әрләшеүҙәр дауам итә. Таныш табиптары, шәфҡәт туташтары, хатта санитарҙары булғандарға рәхәт. Улар сиратта баҫып тормай. Хатта яҙылып инһәң дә, йәш бала күтәргән әсәйҙәр туранан-тура үтеп китә. Минеңсә, алдан яҙылып килгәс, кем булыуына ҡарамаҫтан, бер кем дә сиратһыҙ уҙырға тейеш түгел.

Алмас, хәрби хеҙмәткәр:
– Табиптар бер-береһенә аҡса эшләргә лә ярҙам итә. Єхирәте, танышы йәки туғаны түләүле шәхси клиникала эшләһә, юрамал шунда ебәрәләр. Бай кешегә аҡса бирә алһа, үҙенә лә рәхәттер. Ришүәтте, әйҙә, аҡсалыларҙан алһындар, әле беҙҙә бушлай дауалау тураһындағы закон юҡҡа сыҡмаған. Осон-осҡа ялғап, аслы-туҡлы йәшәгән кешегә медицина ҡарауын үткәндә түләүе еңел түгел.

Э. БАТЫРХАНОВА
яҙып алды.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә