Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Сифатлы белем — уңыш сере
Сифатлы белем — уңыш сере Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетының Өфө филиалы, иҡтисадтың финанс йүнәлеше буйынса белгестәр әҙерләгән юғары уҡыу йорто булараҡ, баҙар ихтыяждарына төшөнөп, тәүгеләр иҫәбендә эш башланы. Филиал директоры, иҡтисад фәндәре докторы, профессор Рафаэль САФУАНОВтан үҙҙәренең эшмәкәрлегендәге яңылыҡтар хаҡында һөйләүен һораныҡ.


— Рафаэль Мәхмүт улы, 2014 йыл Финанс университетының Өфө филиалы өсөн төрлө компаниялар, банктар, дәүләт учреждениелары менән хеҙмәттәшлек тураһында договорҙар һәм килешеүҙәр төҙөү йәһәте­нән ярайһы уҡ һөҙөмтәле булды тип әй­тер­гә мөмкин. Һеҙ эшҡыуарлыҡ өлкәһе өсөн белгестәрҙе маҡсатҡа ярашлы әҙерләүҙе күҙ уңында тотаһығыҙмы?
— Әлбиттә, стратегиябыҙҙың асылы — сту­денттарға иҡтисад һәм финанс өлкәһендә белем биреү генә түгел, ә диплом алғас та теге йәки был фирмала, банкта, дәүләт учреж­де­ниеһында эшләргә һәләтле белгестәр әҙерләү. Йәғни беҙ өҫтәмә профессиональ белем биреү алымын ҡулланабыҙ: уҡыу йортонда теоретик белем бирһәк, буласаҡ эш урынында практик тәжрибә туплана. Былтыр Финанс университеты менән Башҡортостан Хөкүмәте араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡу­йыл­ды. Ул тотош университеттың ҡеүәтен республиканы артабан уңышлы үҫтереү мәсьә­ләләрен хәл итеүгә йүнәлтелә.
Беҙ кредит ойошмалары өсөн белгестәр әҙерләү маҡсатында “Һаҡлыҡ банкы”, “УралСиб”, “Башкомснаббанк”, “Өфө ВТБ 24” менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнөк. Уҡытыуҙы быйылдан башлайбыҙ. Ошо маҡ­сат­та республиканың Кредит һәм финанс ойошмалары ассоциацияһына индек. Студенттарыбыҙ теорияны университетта өйрәнһә, практиканы банктарҙа, финанс, страховка ойошмаларында үтәсәк.
— Бындай ғәмәлдәрҙең әһәмиәте нимә­лә?
— Банктар хаҡында һүҙ алып барһаҡ, бе­рен­сенән, студенттар уның эш үҙенсәлек­тә­ре­нә төшөнә, контроль, курс, квалификация эш­тәрен башҡарыу өсөн тейешле йүнәлеште һайлау мөмкинлегенә эйә була. Икенсенән, кредит ойошмаһында хеҙмәт эшмәкәрлеген башлағанда әҙер белгестәр тиҙ арала яраҡлашып китәсәк. Ғәҙәттә, быға өс-дүрт ай ваҡыт кәрәкһә, беҙҙә был мәсьәлә ике аҙна эсендә хәл ителә. Мәҫәлән, “УралСиб”тың корпоратив университетында банктың практик эшмәкәрлеге өйрәнелгән кафедра ойоштороу күҙаллана. Өсөнсөнән, филиалды тамамлау­сы­ларҙы эшкә урынлаштырыу гарантиялана. Эшһеҙлек көсәйгән осорҙа был да ҙур әһәмиәткә эйә.
— Был эш теория кимәлендә генәме, әллә күптән ғәмәлгә ашырыламы?
— Әлбиттә, практик һөҙөмтәләр ҙә бар. Хеҙ­мәттәшлек тураһындағы тәүге килешеүҙе 2013 йылда Рәсәй Һаҡлыҡ банкының Башҡортостан бүлексәһе менән төҙөнөк, “Һаҡлыҡ банкы филиалы” автоматлаштырылған системаһында эшләгән 100 белгесте әҙерләнек. Студент­тар­ҙан, йәш хеҙмәткәрҙәрҙән һәм уҡытыусыларҙан торған төркөм ошо программа продуктын Һаҡлыҡ банкының Санкт-Петербург бүлексә­лә­рендә лә ғәмәлгә индереү менән шөғөлләнде, 800-гә яҡын хеҙмәткәрҙе эшкә өйрәтте.
Ошондай уҡ алым буйынса Башҡортостан­дың Финанс министрлығы өсөн дә белгестәр әҙерләйбеҙ. Был учреждение — беҙҙең уҡыу йортон тамамлаған белгестәргә ихтыяжы ҙур булған ойошма. Министрлыҡ системаһында “Башфин” программаһы ҡулланыла. Ул республикала бюджеттан файҙаланған 5 500 юридик берәмектең ихтыяжын тәьмин итә. Был программа “Кей-системс”, “Криста” программалары менән тап килә. Әле беҙ уҡытыусылар әҙерләйбеҙ. Улар киләсәктә студенттарыбыҙға белем бирәсәк, бюджеттан файҙаланыусылар вәкилдәренең белемен камиллаштырыу менән шөғөлләнәсәк. Хеҙмәткәрҙәр әҙерләү буйынса эште Башҡортостандың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты менән берлектә алып барабыҙ.
Яңы ҡануниәткә ярашлы идарасы компаниялар лицензия нигеҙендә эшләргә тейеш. Шуға күрә етәкселәргә тейешле квалификация, юриспруденция, иҡтисад, башҡа фәндәр буйынса тейешле белем талап ителә. Бындай хеҙмәтте лә күрһәтәбеҙ.
— Финанс университетының Өфө филиалы студенттарҙы уҡытыу менән генә сикләнеп ҡалмай, республиканың профес­сионал­дарға булған ихтыяжын да ҡәнәғәт­ләндерә кеүек.
— Эйе, беҙ республика иҡтисадының айырым секторҙары өсөн эшләйбеҙ. Кешенең теоре­тик белем алып, уны практикала ка­мил­лаш­ты­рып, эшкә тулыһынса әҙер белгес булып килеүе бик мөһим. Был йәһәттән 2014 йылдың ноябренән беҙҙә практика һәм эшкә урынлаштырыу буйынса махсус подразделение ойошторолдо.
— Эш биреүсенең ихтыяжын иҫәпкә алыу уҡыу пландарына төҙәтмәләр ин­дерер­гә мәжбүр итәлер, моғайын?
— Әлбиттә. Өҫтәүенә беҙ кадрҙар әҙерләгән ойошмаларҙың һәм предприятиеларҙың телә­ге буйынса программалар, дисциплиналар тө­ҙөй­бөҙ. Уҡыу пландарын теге йәки был өлкә өсөн ҡабул ителгән һөнәри эшмәкәрлек стан­дарт­тары менән яраштырабыҙ. Был стандарт­тар­ҙағы бурыстар күләмен ана­лизлай­быҙ, ошо нигеҙҙә белем биреү программаһын төҙөйбөҙ.
Тағы ла бер мөһим нәмәне билдәләргә кә­рәк: беҙҙең университетта белем биреү процесында эш биреүселәрҙең вәкилдәре, етәк­селәр ҡатнаша. Дәүләт имтихан комис­сия­ларына инә улар. Ҡыҫҡаһы, тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Мә­ҫәлән, уҡыу йортонда белгестәр әҙерләнгән министрлыҡтар һәм ведомстволар менән курс, диплом эштәренең темаларын яраштырабыҙ, сөнки финанс өлкәһе, иҡтисад, юриспруденция — үҙгәрештәргә йыш дусар булған йәнле тар­маҡтар. Беҙҙеңсә, студенттарыбыҙ өсөн тор­мошобоҙҙа барлыҡҡа килгән өр-яңы йү­нәлеш­тәр буйынса мәғ­лүмәттәр­ҙе өйрәнеү, анализлау, дөйөмләш­тереү бик тә файҙалы буласаҡ. Мәҫәлән, шул уҡ кредит ҡулланыу­сы­лар кооперативтарын, микрофинанс ойошмаларын ғына алайыҡ. Был, әлбиттә, уни­вер­ситеттағы уҡытыусыларға ла белемде камиллаштырыу йәһәтенән билдәле бер бурыстар йөкмәтә.
— Белем биреүҙәге яңылыҡтар өҫтәмә кафедралар асыуҙы, махсус уҡыу программаларын төҙөүҙе талап итәлер?
— Һеҙ хаҡлы. Мәҫәлән, төбәк финансы өлкә­һен­дә белгестәр әҙерләү өсөн “Дәүләт һәм муниципаль финанс” уҡыу программаһын тор­мошҡа ашырыуҙы күҙаллайбыҙ. Хеҙмәт баҙарында башҡарма власть органдарының һәм урындағы үҙидараның финанс хеҙмәттәре, республикалағы һәм муниципаль берә­мек­тәр­ҙәге контроль-иҫәп органдары ошондай бел­гестәргә ихтыяж кисерә. Икенсе йүнәлеш — “Хәүефкә анализ һәм иҡтисади именлек”. Вузды ошо профиль буйынса тамамлаусылар финанс-кредит ойошмаларына, дәүләт һәм муниципаль власть органдарына, консалтинг, юридик, аудитор компанияларына эшкә ебә­релә. Киләсәктә кафедралар һанын арттырыу, эш биреүселәрҙең ихтыяжына ҡарап, уларҙың йүнәлешен үҙгәртеү күҙаллана. Башҡа вуз­дар­ҙы тамамлаусылар, мәҫәлән, финанс мәсьә­лә­лә­ре менән шөғөлләнәсәк табиптар, уҡы­тыу­сылар йәки банк, иҡтисад өлкәһендә эшләгән тәржемәселәр өсөн ҡайтанан әҙерлек курстарын ойоштороу ҡарала. Ҡыҫҡаһы, заман талаптарына яраҡлашырға тырышабыҙ.

Гөлсимә СӘЛИХОВА әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан халҡын финанс пирамидаһы хаҡында иҫкәрттеләр

Башҡортостан халҡын финанс пирамидаһы хаҡында иҫкәрттеләр 04.02.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә һәм Нефтекамала клиенттар менән осрашыуҙар үткәргән «Добролайф» компанияһында намыҫһыҙ эш ......

Тотош уҡырға 2

Башҡорт йырсыһы Альбина Килдейәрованы ни өсөн бала табыу йортонда алмаштырғандар?

Башҡорт йырсыһы Альбина Килдейәрованы ни өсөн бала табыу йортонда алмаштырғандар? 04.02.2026 // Йәмғиәт

Билдәле йырсы Альбина Килдейәрова үҙенең яҙмышы хаҡында йыр сығарырға әҙерләнә....

Тотош уҡырға 2

Республикала -33 градусҡаса һыуыта

Республикала -33 градусҡаса һыуыта 04.02.2026 // Йәмғиәт

5 февралгә ҡарай төнгә температураның ныҡ түбәнәйеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле бер нисә автомобиль юлы ябылды

Башҡортостанда һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле бер нисә автомобиль юлы ябылды 03.02.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле бер нисә автомобиль юлы ябылды...

Тотош уҡырға 2

Өфөнән Мысырға тура рейстар һаны арта

Өфөнән Мысырға тура рейстар һаны арта 03.02.2026 // Йәмғиәт

AIR CAIRO авиакомпанияһы Башҡортостандың баш ҡалаһынан Мысырға тура рейстарҙы башлау тураһында ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда уллыҡҡа алыусыларға бер тапҡыр бирелә торған түләү суммаһы билдәле булды
Рәсәйҙең яңы төбәктәрендә эшләгән ирекмәндәргә тағы ла бер льгота булдырыла

Рәсәйҙең яңы төбәктәрендә эшләгән ирекмәндәргә тағы ла бер льгота булдырыла 03.02.2026 // Йәмғиәт

[isimage=thumb][/isimage]Дәүләт Думаһы законды беренсе уҡыуҙа ҡабул итте....

Тотош уҡырға 1

Республика етәксеһе ғәҙәттән тыш хәл теркәлгән мәктәпкә килде

Республика етәксеһе ғәҙәттән тыш хәл теркәлгән мәктәпкә килде 03.02.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн ҡорал тотоп алған уҡыусы гимназияға һөжүм иткән. Бәхеткә, зыян күреүселәр юҡ....

Тотош уҡырға 2

Өфөлә шәхси автобустарҙа ла «Бәхетле сәғәт» акцияһы ғәмәлгә ашырылыуы ихтимал

Өфөлә шәхси автобустарҙа ла «Бәхетле сәғәт» акцияһы ғәмәлгә ашырылыуы ихтимал 03.02.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә шәхси автобустарҙа ла «Бәхетле сәғәт» акцияһы ғәмәлгә ашырылыуы ихтимал...

Тотош уҡырға 2

Баш ҡалала яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Баш ҡалала яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 03.02.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалала яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан Башлығы һәләк булған Рәсәй Геройының улы менән һөйләшеүҙәр алып бара
Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсы һөҙөмтәһендә алкоголь менән ағыуланыу осраҡтары кәмегән

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсы һөҙөмтәһендә алкоголь менән ағыуланыу осраҡтары кәмегән 02.02.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсы һөҙөмтәһендә алкоголь менән ағыуланыу осраҡтары кәмегән...

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә