Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Оҫталарға еңеү йылмая
Оҫталарға еңеү йылмая Сағыу йондоҙҙар менән биҙәлгән сәхнә, уның түрендә – ауыр һәм яуаплы һөнәр эйәләре булған уҡытыусылар. Һәммәһе лә – башҡорт, татар, урыҫ телдәре һәм дөйөм фәндәр буйынса үткәрелгән “Йыл уҡытыусыһы-2015” бәйге еңеүселәре.

Үҙ эшенең оҫталарын тәбрикләү тантанаһы күптән түгел яңырыу кисергән, заманса йыһазландырылған “Башҡортостан” дәүләт концерт залында уҙғарылыуы осраҡлы түгел, минеңсә. Уҡытыусы һөнәрен һайлап, бар булмышын мәктәп тормошо менән бәйләгәндәр һәр саҡ оло рәхмәткә һәм ихтирамға лайыҡ.
Быйылғы бәйгелә 100-ҙән ашыу остаз ҡат­нашты, уларҙың һәр ҡайһыһын Башҡорт­ос­тандың төрлө тарафтарындағы белем биреү эшмәкәрлеге көҙгөһө тип әйтерлек. “Йыл уҡытыусыһы-2015” менән бер үк ваҡытта барған башҡорт, татар, урыҫ телдәре уҡытыусылары конкурстарында 5-әр остаз финалға сыҡты, һәм уларҙың береһе еңеүсе исеменә лайыҡ булды.
Дөйөм фәндәр буйынса белем биреүселәрҙең бәйгеһе оҫталыҡ дәресе, “түңәрәк өҫтәл” кеүек этаптарҙан торҙо, ҡатнашыусылар алты номинацияла баһаланды. Тәүгеһе – “Йөрәгемде бала­ларға бирәм” тигәне буйынса өс уҡытыусы билдәләнде, уларға ҡотлау һүҙҙәрен һәм бүләктәрҙе Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары, шағирә Йомабикә Ильясова тапшырҙы. “Үҙенсәлекле ижади ҡараш” номинацияһында еңгән тағы өс остазды тәбрикләү өсөн сәхнәгә Дәүләт Думаһының Мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе урын­баҫары, философия фәндәре докторы Зөһрә Рәхмәтуллина күтәрелде.

– Ошондай мөһим сараны юғары кимәлдә ойошторғандары өсөн республиканың Мәғариф министрлығына, Мәғарифты үҫтереү институтына рәхмәтемде белдерәм. Белем биреү системаһының ҡайһы бер өлгөләрен һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә лә әүҙем ҡулланып булалыр, минеңсә, – тип бәйән итте Дәүләт Думаһы депутаты, медицина фән­дәре докторы Сәлиә Мырҙабаева. “Һөнәргә тоғролоҡ” номинацияһында еңеүгә өлгәшкәндәрҙе бүләкләгендә лә иң изге теләктәрен еткерҙе ул. Дәүләт Думаһы депутаты Рөстәм Ишмөхәмәтов иһә “Педагогик өмөт” тип баһаланғандарҙы тәбрикләп кенә ҡалманы, Стәрлетамаҡ районынан Раушания Луговаяны, Учалы районынан Лилиә Рәхмәтуллинаны үҙенең махсус аҡсалата призы менән бүләкләне. Дәрестә заманса технологияларҙы һөҙөмтәле ҡулланыу оҫталығы юғары билдәләнгән остаздар республиканың Мәғарифты үҫтереү институты ректоры Рәмил Мәжитов ҡулынан бүләк алып һөйөндө. Рәмил Ғиниәт улы үҙ сығышында Башҡортостандағы белем биреү системаһының таланттарға бай булыуын, “Йыл уҡытыусыһы-2015“ бәйгеһенең һәр көнө уңышлы үтеүен, мәғариф күгендә яңы исемдәр ҡабыныуын телгә алды. Дүрт уҡытыусы “Башҡортостан халыҡтарының мәҙәни йолаларын, илһөйәрлекте һаҡлаған өсөн” номинацияһында билдәләнде, уларҙы БДУ-ның филология факультеты деканы, педагогия фәндәре кандидаты Әлмира Ямалетдинова шиғри юлдар аша тәбрикләне.
Бәйге барышында башҡа махсус приздарға лайыҡ остаздар ҙа булды. Шуларҙың береһе – Йылайыр районынан Фәрит Фазылов. Уға М. Аҡмулла исемендәге БДПУ булдырған В. Сухомлинский миҙалын университеттың ғилми эштәр буйынса проректоры Алмаз Мостаев тапшырҙы.
Йәш уҡытыусылар – Әбйәлил районынан Айгөл Бәшәрова, Сибай ҡалаһынан Айгөл Сәлихова – уҡытыуҙа башҡорт халҡының телен, тарихын, мәҙәниәтен пропагандалаған өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының бүләгенә эйә булды. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев та туған тел уҡытыусыларын шиғри тулҡындарҙа тәбрикләне, милли әҫәрҙәрҙе уҡыусыларға өйрәтеү, ҡыҙыҡһындырыу хеҙмәте өсөн ҙур рәхмәтен белдерҙе.
Татар һәм урыҫ телдәре буйынса йыл уҡытыусыларын сәхнәнән Мәғариф министры Әлфис Ғаязов иғлан итте. Улар – Өфө ҡалаһынан Зәбирә Риянова һәм Хәйбулла районынан Гөлнара Мәмбәтова.
– Бәйгелә 2005 йылда ла ҡатнашып ҡарағайным, әммә еңеүгә быйыл ғына өлгәштем. Талаптар менән алдан танышыуым ҙур ярҙам булды, – ти Гөлнара Юлай ҡыҙы.
“Йыл уҡытыусыһы-2015” бәйгеһенең абсолют еңеүсеһе исеменә Өфө ҡалаһының Калинин районындағы 58-се лицейҙың математика уҡытыусыһы Рима Ронжина лайыҡ тип табылды. Иң оҫта һәм өлгөлө остаз бындай ҙур уңышҡа өлгәшергә ярҙам иткән хеҙмәттәштәренә, уҡыусыларына, ата-әсәһенә сикһеҙ рәхмәтен белдерҙе, башҡа ҡатнашыусыларға үҙ көсөнә, асылына таянып эшләргә кәңәш итте.
– Район, ҡала, республика бәйгеләре бер-береһенә оҡшаш булһа ла, еңеү еңел бирелмәне. Һәр ҡайһыһында яңы тема билдәләнә, маҡсаттар ҡуйыла һәм уларҙың йылдан-йыл тәрәнерәк йөкмәткеле, етди уйландырырлыҡ булыуы һоҡландыра, – тине Рима Рауил ҡыҙы.



Автор: Гөлсәсәк ҒӘБИТОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә