Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йылы һүҙ – йән аҙығы
Йылы һүҙ – йән аҙығы Гәзиттең почта йәшнигенә республиканың төрлө тарафтарынан йылы йөкмәткеле хаттар килеүе дауам итә. Хәбәр-сәләмдәр араһында ихтирамға лайыҡ кешеләр хаҡында бәйән иткән, фәһемле тормош һабаҡтары менән уртаҡлашҡан, урындағы мәҙәни сараларҙы һүрәтләгән яҙмалар ҙа бар.

“Стәрлетамаҡ районының Мәҡ­сүт ауылында ғүмер кисергән Миң­ленур Ишембаева кешеләргә изгелек нуры таратыуы менән бәхетле” тигән юлдар менән башлана Рәмил Ғәбдрә­шитов­тан килгән хат. “Ишле фронтовик ғаи­ләһендә икенсе бала булып донъяға килгән Миңленур та­тыу­лыҡҡа, ғә­ҙел­леккә ҡоролған мө­хиттә үҫә, атаһы яугир Мәжит тә тап ошо күркәм сифаттарға эйә була. Әсәһе Мәхмүҙә һөнәре буйынса – һатыусы, тик ул, ҡыҙғанысҡа ҡар­шы, яҡты донъя менән бик иртә хушлаша. Шуға күрә яҙма геройы Миң­ле­нур апайҙың иңенә үҙенең ҡусты-һең­леләрен ҡарау, тәрбиәләү бурысы төшә.
Бөгөн улар, апайҙарын һөйөндө­рөп, маҡтаулы һөнәргә лайыҡ булып, гөрләтеп донъя көтә. Миңленур Ишем­баеваның ғаиләһендә биш бала тәрбиәләнә, ире – Рамазан Әғләм улы менән йәш быуынға матур өлгө күрһәтеп йәшәй улар. Ханымды эргә-тирәләгеләр хәстәрлекле әсәй, эш­һө­йәр ҡатын ғына түгел, тыуған ерен яратып, ҡурсалап йәшәгән шә­хес булараҡ та хөрмәт итә, сөнки ул ауылда ҡалҡып сыҡҡан “Мәхмүзә” мә­сетен тәртиптә тотоуҙы, күңел­дәрҙе изге юлға әйҙәүҙе лә ихлас башҡара”. Район-ҡалаларҙы ошондай ҡатын-ҡыҙҙар биҙәп тороуы – үҙе бер ғорур күренеш.
Бөрйән районының Мәһәҙей ауылынан Сәйҙә Сәйәхова исемле ав­торыбыҙ яңылыҡтарҙы йыш ебәреүе менән билдәле. Сираттағы хатында ул Мәндәғол ауылы ветерандарын, юби­лярҙарын тәбрикләү сараһы хаҡында яҙа. “Тантананың төп ҡунаҡтары – урындағы староста, йәштәрҙең кә­ңәшсе-тәрбиәсеһе, заманында ал­дын­ғы “Шүлгән-таш” совхозының бри­гада етәксеһе, биш бала атаһы, 80 йәшен билдәләгән Илгиҙәр Иман­ғолов, шул уҡ совхоздың алдынғы һа­уынсыһы, һоҡланғыс улдар үҫтергән ағинәй, оҫта йырсы-мөнәжәтсе, 90-ға еткән үҙешмәкәр артист Сәитә Ғаф­фарова, шулай уҡ сәскәләй ҡыҙ­ҙар тәрбиәләгән юбиляр Сәғилә Иман­ғолова, Яуымбай ауылынан ки­лен булып төшөп, хөрмәтле әсә, яҡшы хужабикә, абруйлы ағинәй исе­менә лайыҡ Файза Йәлмәнбәтова, оҙаҡ йылдар сауҙа өлкәһендә эшләп, ауылдаштарының ихтирамын ҡаҙан­ған һатыусы, алты балаһын яңғыҙы ҡарап кеше иткән Хөмәйрә Миңлеғо­ло­ва, Нәғимә Иманғоловалар сәхнә тү­ренән урын алды”, – тип бәйән итә ул.
Юбилей тамашаһында район хаки­миәте, ауыл ҡатын-ҡыҙҙар советы етәк­селәренең ҡотлау һүҙҙәре йыр-моң, бейеү, шиғри сығыштар менән йәмләнгән. Был күркәм сараны ойош­тороусыларҙың изге маҡсаты тормош­ҡа ашҡан, “ауылда ғына түгел, район, республика кимәлендә намыҫлы хеҙ­мәте менән фиҙакәрлек өлгөһө күр­һәткән был ихтирамлы кешеләр үҙҙәренең һуғыш урлаған бала, үҫмер саҡтары, үткәндәре тураһында хә­ти­рәләре менән ихлас уртаҡлаш­ты”, – тиелә хатта.
Ауыл, ҡала халҡының сағыу тормошона арналған хаттарҙан Краснокама районында ҡышҡы спорт төрҙәре буйынса үткәрелгән чемпионат тураһын­дағы хәбәр иғтибарҙы йәлеп итә:
“Уҡыусыларҙың һаулығын нығы­тыу, сәләмәт тормош алып барырға өндәү маҡсатында Николо-Березовка ауылында райондың – 85, Бөйөк Ва­тан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллы­ғы­на арналған уйындар спорт коман­­да­лары парады менән асылды. Сарала хакимиәт башлығы, мәғариф бүлеге, физкультура һәм спорт, йәштәр эштәре буйынса комитеттар вәкил­дәре сығыш яһаны.
Саңғы, хоккей, шорт-трек, ҡышҡы футбол төрҙәрендә көс һынашҡан йәштәр араһынан республика, район саңғы ярыштары чемпионы, еңел атлетика буйынса район призеры, физкультура олимпиадаһында еңеүсе Яңы Нуғай мәктәбе уҡыусыһы Динар Ғилметдиновҡа һәм шулай уҡ әүҙем­дәрҙең береһе Вероника Иманғая­зо­ваға чемпионаттың факелын ҡа­бы­ҙыу бәхете тейҙе”.
Автор шулай уҡ саңғы ярыштарын­да урта мәктәптәрҙең өлкән төркөм­дәре араһында – Яңы Нуғай, кесе төркөмдәр араһында Арлан мәктәбе уҡыусылары беренселекте алыуы хаҡында хәбәр итә.
“Төп дөйөм белем биреү мәк­тәп­тәре араһында Никольск мәктәбе яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. Ҡыш­ҡы футбол буйынса – Яңы Ҡабан, хоккейҙа Николо-Березовка мәктәбе командаһы алдынғылыҡты бирмә­не. Шорт-трек уйынында егеттәр араһында Ҡарый мәктәбенән Руслан Кузьмин, ҡыҙҙар­ҙан Яңы Ҡабан мәк­тәбе уҡыусыһы Альбина Ғиранова яҡшы сығыш яһа­ны”, – тип тамамлана Регина Ғибәҙулли­наның хаты.
Ысынлап та, һау-сәләмәт балалар тәрбиәләгәндә, ышаныслы йәш быуын булғанда төбәгебеҙ киләсәгенә тыныс, ҡыйыу ҡараш йүнәлтә алабыҙ. Афарин, спорт һөйгән уҡыусылар!



Автор: Гөлсәсәк ҒӘБИТОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Яҡташыбыҙға башҡорт тирмә-музейын асырға ярҙам иткәндәр

Яҡташыбыҙға башҡорт тирмә-музейын асырға ярҙам иткәндәр 07.05.2026 // Йәмғиәт

Яҡташыбыҙға башҡорт тирмә-музейын асырға ярҙам иткәндәр...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда эҫе һауа торошо һаҡлана

Башҡортостанда эҫе һауа торошо һаҡлана 07.05.2026 // Йәмғиәт

Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы һәм йәшен йәшнәүе ихтимал....

Тотош уҡырға 0

Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде

Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде 06.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде...

Тотош уҡырға 1

«Ул минең ҡояшым ине»: Нина Толкачева тормош иптәше хаҡында һөйләне

«Ул минең ҡояшым ине»: Нина Толкачева тормош иптәше хаҡында һөйләне 06.05.2026 // Йәмғиәт

«Ул минең ҡояшым ине»: Нина Толкачева тормош иптәше хаҡында һөйләне...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда почта бүлексәләре эш графигын үҙгәртә

Башҡортостанда почта бүлексәләре эш графигын үҙгәртә 06.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың почта бүлексәләре 9 майҙа Еңеү көнөн билдәләүгә бәйле эш графигын үҙгәртә, тип ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы 06.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар 06.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар...

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров «Үлемһеҙ полк» акцияһына онлайн ҡушылырға саҡырҙы
Республикала бер айҙан ҡабанға һунар башлана

Республикала бер айҙан ҡабанға һунар башлана 05.05.2026 // Йәмғиәт

12 майҙан республиканың Экология министрлығында һунарсыларҙан рөхсәт ҡағыҙы алыуға ғаризалар ҡабул ......

Тотош уҡырға 1

Республикала Еңеү көнө уңайынан 68 ветеран түләү алды

Республикала Еңеү көнө уңайынан 68 ветеран түләү алды 05.05.2026 // Йәмғиәт

Йыл һайын түләү Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында хәрәкәттәге армияла хеҙмәт иткән йәки хәрби хәрәкәттәр ......

Тотош уҡырға 2

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла 05.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла...

Тотош уҡырға 2

Өфө аэропортында рейстар тотҡарлана

Өфө аэропортында рейстар тотҡарлана 05.05.2026 // Йәмғиәт

Был үҙгәрештәр һауа киңлеген файҙаланыу буйынса ғәмәлдәге сикләүҙәргә бәйле....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә