Яҡшығамы был, әллә түгелме, иллә арабыҙҙа офицерҙар күбәйҙе. Мин йәшерәк саҡта, мәҫәлән, Башҡортостанда ил күрке булып берҙән-бер генерал Таһир Күсимов йөрөй торғайны. Даны, буй-һыны менән ул ысындан да генерал, ғәскәр башы ине шул. Мундирлы, погонлы ағайҙарҙы ғәҙәти булмаған кешеләр итеп ҡарау, бәлки, беҙҙең Бөйөк Ватан һуғышы уттарын үткән яугирҙәрҙе идеаллаштырыуҙан да килгәндер. Инаныуыбыҙса, шул хәтлем тамуҡтан иҫән сыға алғандар — ҡәҙимге йәндәр түгел, уттан улар сафланып, гонаһ-хаталарынан арынып сыҡҡан һәм артабанғы тормошта ла бүтәндәр рух йәһәтенән яугирҙәр менән йәнәш тора алманы. Һүҙ башлағас, инде үҙемә яҡын бер кеше тураһында аҙ ғына әйтеп китәйемсе. Әй, был хәтерҙең йөрәкте уйнатыуҙары!.. Илле өсөнсө йылдың ҡышында, колхоздың ажар айғырын ауылдағы иң яҡшы кашауайға егеп, күпереп торған бесән өҫтөнә толоп ташлап, Рамаҙан апа Асҡарға ялға ҡайтып килгән улы Нуретдин ағайҙы ҡаршы алырға сығып китте. Офицер һынлы офицер ҡайта, тигәс, урамдан инмәй, өшөп-туңып, уны беҙ ҙә көтәбеҙ. Рамаҙан апа Билалов үҙе лә ауылға һуғыштан һуң ғына ҡайтҡайны шикелле. Аҙағыраҡ белеүемсә, Граждандар һуғышы осоронда ул Василий Чапаев етәкселегендәге 25-се уҡсылар дивизияһында рота командиры булған. Утыҙынсы йылдар аҙағында “халыҡ дошманы”на әйләнгән ҡартты оҙаҡҡа лагерға япҡандар. Ләкин уҫлаптай ир бирешмәгәйне, ғәйрәте ҡайтмағайны, өйөн яңынан күтәреп, донъя бөтәйтеп, ҡыҙҙарын үҫтереп, матур йәшәй ине.
Бына бер мәл, ҡар ҡойоно уйнатып, оҙон урамыбыҙҙан әлеге кашауай елә! Рамаҙан апа — алда, дилбегәһен тарта биреп килә. Бесән өҫтөндә, яурынына толопто һалмай ғына, һынын тура тотоп, шинелле ағай ултыра. Сана выжт итеп үтеп китеү сәбәпле, уның сырайын абайламай ҡалдыҡ. Был кис, мәғлүм инде, сыпранлаһаҡ та, офицер Нуретдин ағай эргәһенә яҡынлап булманы — алыҫтан ҡайтып төшкән ҡунаҡты хөрмәт итеп, Рамаҙан апалар өйөнөң ишеге яҡ күрмәне.
Нуретдин Билалов унан һуң да ауылға ҡайтып йөрөнө. Кесерткән тамырыраҡ булһа ла, беҙ уға туған тейешле инек. Бер ҡайтҡанында, дәртләнеп китеп, мине Суворов училищеһына уҡырға ебәрә яҙҙы. Ярай ҙа, йәшең үткән тип, хәрби комиссариат кире ҡайырҙы.
Хәрбиҙәргә хөрмәт борон-борондан килгән, һәм ошо этик традиция халҡыбыҙҙың Рус дәүләтселегендә хәрби сословиела тороуына барып олғашалыр. Башҡорттарҙа беренсе зыялы кешеләр, башлыса, хәрбиҙәр араһынан сыҡҡан бит. Киң мәғлүмәтлелек, мәҙәнилек, рухи юғарылыҡ — ошо сифаттарҙы егеттәрҙә уҡыу йорттары тәрбиәләгән һәм улар, үҙ сиратында, халҡына ла күсерергә тырышҡан.
Малай сағымда ауылыбыҙҙан әрме хеҙмәтен үтеп ҡайтҡан ағайҙарҙы әле булһа һағынып та, көнләшеү менән дә хәтерләйем. Бер йәй фронтовик Абдрахман апа Билаловтың Тымыҡ океан хәрби флотында хеҙмәт иткән өлкән улы Әбделхәй ағай ялға ҡайтып төштө. Диңгеҙсе формаһында: ҡағыла ҡалһаң ҡулыңды ҡыйырлыҡ итеп үтекләнгән “клеш” салбар, ҡулбаштарын ябып торған аҡ буйлы киң күк яға, ялтыр ҡаптырмалы ҡайыш һәм… бескозырка. Аһ, якорь таҫмалы, ҡырын һалып кейә торған шул фырт бескозырка! Әбделхәй ағай урамдан клешы менән туҙан һепереп уҙған саҡта ҡыҙҙар йөрәге ни хәлдә булғандыр, иллә моряк артынан беҙ, малай-шалай, бер тотам да ҡалмай эйәреп йөрөйбөҙ.
Ағайҙарыбыҙҙы Асҡарға, унан Магнитогорскиға алып барып, поезға ултыртып, әрмегә оҙата торалар, өс-дүрт йыл үтеүгә (әүәлерәк хеҙмәт ваҡыты шулай ине), донъялар һил булғас, һалдаттар ҡайтып та төшә. Хеҙмәткә наҙан ғына, русса ике һүҙҙе ҡушып әйтергә белмәгән, Магниткалағы трамвайға ла иҫе киткән малайҙар итек шығырлатып, түш тултырып значок тағып әйләнеп ҡайта.
Ҡупшы ла ине һуң һалдат ағайҙарыбыҙ! Юғарыла телгә алған фронтовик Абдрахман Билал улы Билаловтың кинйә улы Рәйес ағай, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугире, кесе сержант Шакирйән апа Хәсәновтың малайы Насирйән ағай, фронтта өлкән лейтенант булып һуғышҡан Хәбибулла апа Зәйнуллиндың улы Ғәле ағай, минеңсә, ул йылдарҙа Ҡаҙмашта иң күркәм егеттәр булғандыр. Белемле булып ҡайттылар, шинелдәрен һалыр-һалмаҫтан эшкә сумдылар. Сәхнәгә сыҡһалар, ҡойоп ҡуйған артистар инде! Ысындан да, кистәрен ағайҙар клубҡа мотлаҡ ялтыратып таҙартылған итек, гимнастерка, гәләфи салбар кейеп килә. Кейем ҡәҙере лә, әрме иҫтәлеге лә, бәлки, шул булғандыр. Уйын барышында төртмә телле ҡайһы бер апайҙар:
Билендәге ҡара ҡайыш
Шығырҙап бирә тауыш.
Үҙен-үҙе әллә кемгә
Һанай бит, понимаешь, —
тип таҡмаҡлап ебәрһә лә, һалдат ағайҙарҙа һауаланыу ғәләмәте күренмәне. Бәлки, аҙ ғына танау күтәрергә урыны ла булғандыр, сөнки беҙҙең остағы һунарсы Хәмзә олатайҙың кесе улы Ишбулды Мәхмүтов ағай саңғыла ярышта хәрби округ чемпионы исемен алып ҡайтты. Атаһының һөнәрен ташламай, ул да тәбиғәт эсендә булды, әрменән ҡайтыу менән тауҙай йорт һалып ебәрҙе, күрше Рысҡужа ауылынан тәбәнәк кенә кәүҙәле Өммөкамал исемле ҡыҙға өйләнде, ике уллы булды. Ике метрға яҡын буйлы ағай бәләкәй генә еңгә менән урамға сыҡһа, үҙе бер тамаша була торғайны.
…Хәтһеҙ йылдар үткәс, инде юғалттыҡ тигәндә, офицер Нуретдин ағайыбыҙ Билалов йәнә пәйҙә булды бит. Дөрөҫөрәге, ни әмәл менәндер, минең Өфөләге адресымды тапҡан да хат ебәргән. Һай, донъяны гиҙгән офицер! Һуғыш үткәс, артабанғы хеҙмәтен төрлө гарнизондарҙа дауам иткән. Көнсығышта йөрөгәндә Нина исемле мәрйә еңгәйгә өйләнгән. Улы Владимир менән ҡыҙы Светлана дөйөм урта белемде Дрездендағы рус мәктәбендә алған. Әйткәндәй, алтын миҙаллы Светлана, юғары белемде атайымдың илендә алам тигән ниәттә Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлаған. Нуретдин Рамаҙан улы иһә танк дивизияһы командиры урынбаҫары вазифаһынан гвардия полковнигы званиеһында отставкаға сығып, фашистарҙан артиллерия взводы командиры сифатында үҙе азат итешкән Калининград ҡалаһында йәшәргә ҡалған. Хәләле Нина Ивановнаны ерләгәс, эшҡыуар улы Владимир менән бергә йәшәне.
Бына бер нисә йыл инде Балтик диңгеҙе яғынан хәбәр-хәтер юҡ. Калининградта телефон да өндәшмәй. Малай саҡта мин һоҡланған йәш офицер Нуретдин Билаловҡа былтыр туҡһан булды. “Йәш” тә, “йыл” да тип раҫламайым, сөнки ауылдашымдың артабанғы яҙмышы миңә мәғлүм түгел…
Аталы бала — арҡалы, тигәндәй, хәрбиҙәр янында үҙеңде ысындан да һаҡлаулы итеп тояһың. Иңбаштарына погон һалған кеше ундай мәртәбәгә өлгәшмәгәндәр өсөн айырым бер элиталы каста рәүешендә күренә. Дәүләттең Ельцин-Сердюковтар заманындағы булдыҡһыҙлығы армияны бөлдөрһә лә, либерал-демократтар дәртләндергән дошмансыл сәйәсәт офицерҙарҙы түбәнһетһә лә, халыҡ төп таянысын барыбер шинелле кешеләрҙә таба. “Честь имею!” — “Намыҫым — йәнем!” тигән ғорур һүҙҙәр тиктәҫкә генә әйтелмәй. Әйтелә икән, тимәк, мин белгән һәм белмәгән хәрбиҙәрҙә намыҫ үлмәгән.