Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Атайымды иҫкә алам
Атайымды иҫкә алам 1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы Тыуған ил, һәр ҡала, район, ауыл, ғаилә тарихында айырым урын биләй.

Яугир атайымдың ба­ҡый­лыҡҡа күсеүенә бына инде 40 йыл самаһы. Уның шоморт-ҡара сәстә­рен, көслө ҡулда­рын, етди ҡарашын йыш иҫкә алам. Ул бешергән икмәк менән балыҡтан да тәмлерәк ризыҡты ауыҙға алғаным юҡ.
Алдымда – “Китап” нәш­риәте 2005 йылда сы­ғарған “Улар Еңеү менән ҡайтты!” китабы. Унда фрон­товиктарҙың, шул иҫәптән Дәүләкән районында тыуып үҫкән яу­гир­ҙәрҙең исемдәре, ҡыҫ­ҡаса биографияһы бирелгән, ә батырлыҡ­тары, хәрби юлы, наградалары хаҡында бер мәғлүмәт тә юҡ. Атайымдың исем-шәрифен эҙләп табам –Аҡбирҙин Хәмит Нәбиулла улы. Ни бары өс юл. Ғаиләбеҙ өсөн ошо һүҙҙәрҙең ниндәй ҙур әһәмиәткә эйә булыуын белһәгеҙ икән!
Атайым 1909 йылда Дәүләкәндә Сабира Ғиниәтулла ҡыҙы менән мәзин Нәбиулла Хәлимулла улы Аҡбирҙиндарҙың ғаиләһендә донъяға килә. Бала саҡтан уҡ танылған яҙыусы, яҡташыбыҙ Әмирхан Еники менән дуҫ була. Әмирхан Ниғмәтйән улы үҙенең бер әҫәрендә атайымды йылы һүҙҙәр менән иҫкә алған, уның холоҡ-фиғелен, шәхси сифаттарын, балалыҡ һәм үҫмер йылдарын, Дәүләкәндә беренсе булып “Фордзон” тракторын “йүгәнләүен” һүрәтләгән. Һуғышҡа тиклем ул МТС-тағы тракторсылар бригадаһына етәкселек итә. Бронь һалыныуға ҡарамаҫтан, 1942 йылдың октябрендә мобилизация буйынса Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла һәм Омск ҡалаһына хәрби әҙерлек үтергә ебәрелә. 112-се уҡсылар дивизияһының 524-се уҡсылар полкындағы 29-сы айырым саңғысылар бригадаһы составында һуғыша. II Украина фронтында Курск дуғаһындағы, Днепрҙы кисеүҙәге алыштарҙа, Киев ҡалаһын азат итеүҙә, Яссы-Кишинев операцияһында ҡатнаша. 1943 йылдың 4 авгусында дошмандың ике танкын юҡ иткән өсөн уға ефрейтор дәрәжәһе бирелә, ҡаһарманлығы II дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән баһалана. Атайымдың һуғыш хаҡында һөйләгәндәре әле булһа хәтерҙә һаҡлана. Днепрҙың көнбайыш ярына яугирҙәр һалда йөҙөп сыға. Ярға аяҡ баҫыу менән дошман танктары һәм авиацияһының көслө һөжүменә эләгәләр. Көҙгө көн һыуыҡ, йылға һыуы ла һалҡын. Сараһыҙҙан һалдаттарыбыҙ ҡайтанан йылғаға ташлана. Күптәр һәләк була. Атайым иһә итеген сисеп, силғауын бысаҡ менән ҡырҡа ла, автоматын иңбашына һалып, Днепрҙы йөҙөп сыға.
Украинаның Черновцы ҡалаһы өсөн барған һуғыш тураһында хәтирәләре күңелдә айырыуса ныҡ уйылып ҡалған. Һәр урам, һәр йорт ҡаты алыш менән яулана. Взвод командиры ла, рота етәксеһе лә һәләк була. Атайым дуҫы, Балтас районынан яҡташы (исем-шәрифен хәтерләмәйем) менән бер төркөм немец һалдатына ҡаршы сыға. Был һуғышта ул ҡаты яралана. Иптәше ярҙамы менән ниндәйҙер һарайҙа йәшеренәләр. Ҡараңғы төшөү менән тылдан немецтарҙың нығытмаһына баҫып инәләр, икәүләп туғыҙ дошман һалдатын юҡ итәләр. Таң атҡас, үҙебеҙҙекеләр яғына сығалар, атайымды Ҡазан ҡалаһындағы госпиталгә оҙаталар.
Һуғыш тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашырға яратмай торғайны атайым. Кисерештәре ауыр булғандыр, күрәһең. Госпиталгә киткәндә Балтастан дуҫын һуңғы тапҡыр күрә. Һуңыраҡ уның хәбәрһеҙ юғалғанлығын асыҡлай.
Тағы ла бер хәтирәһе балыҡ тотоу менән бәйле. Карпат тауҙары янында батальондары бик матур күлгә тап була. Поход кухняһы ике тәүлеккә һуңлай, яугирҙәр ныҡ асыға. Атайымдың балыҡ тотоу оҫталығы бик ярап ҡала. “Улым, мин бит тотош батальонды туйындырҙым”, – тиер ине ул, ғорурланып.
1944 йылда уға сержант дәрәжәһе бирелә. Еңеү көнөн атайым Будапештта ҡаршылай. Һуғыштан һуң өйләнә, Иҫке Көрмәнкәй ауылында төпләнә.

Әсғәт АҠБИРҘИН,
Өфө ҡалаһы буйынса Эске эштәр идаралығы ветераны, милиция отличнигы, отставкалағы майор.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә