Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һигеҙ йыл үтте. Тағы күпме көтөргә?
Бинаһы, ең һыҙғанып эшләрлек уҡытыусылар коллективы, белем алырға ынтылған 354 уҡыусыһы булған гимна­зияның һигеҙ йыл дауамында лицензия һәм аккредитация ала алмай ҡаңғырыуы – ғәжәпкә ҡалдырырлыҡ хәл.

Төрлө тупһаларҙы тапап арыған, өмөтһөҙлөккә бирелгән ата-әсәнең, педагогтарҙың үтенесенә иғтибар менән күҙ һалайыҡ: “Йылайыр районының Йылайыр ауылындағы Шәйехзада Бабич исемендәге башҡорт гимназияһы 2007 йылдың 1 сентябрендә асылды. Бында юғары квалификациялы уҡытыусылар эшләй, матди-техник хәл яҡшы, гимназия эргәһендәге интернатта Йылайыр, Хәйбулла райондары ауылдарынан килгән балалар йәшәй. Быға тиклем Йылайырҙың бер мәктәбендә лә, балалар баҡсаһында ла башҡорт кластары һәм төркөмдәре булмағанға күрә, яңы белем усағының асылыуына ата-әсә айырыуса шатланғайны.
Мәсьәләнең асылы шунда: гимназия бинаһы ошоғаса файҙаланыуға тапшырылмаған, шуға күрә белем биреү эшмәкәрлегенә хоҡуҡты нығытҡан лицензия ала алмайбыҙ. Һөҙөмтәлә аккредитация ла юҡ. Һәр уҡыу йылын ремонт эшенән башлайбыҙ, Йылайырҙағы Н.Р. Иреков исемендәге мәктәптә икенсе сменала уҡытабыҙ. Был хәл белем биреү сифатына кире йоғонто яһай, балалар ҙа яфалана.
“Ҡасан был мәсьәлә хәл ителер, уңайлы шарттарҙа эшләй башларбыҙ?” тигән һорауыбыҙға бер кемдән дә аныҡ яуап юҡ. Былтыр ремонтҡа 19 миллион һум аҡса бирелде, декабрь аҙағында эш тамамланырға тейеш булһа ла, үҙгәреш һиҙелмәй.
Бына тағы имтихандар мәле яҡынлаша. Һигеҙ йыл буйы дәүләт аттестацияһын башҡа мәктәптә үтәбеҙ, балалар ошо уҡыу йортоноң аттестатын алып сыға. Мәсьәләнең ыңғай хәл ителеүен көтәбеҙ”.
Шәйехзада Бабич исемендәге гимназия коллективының Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаеваға мөрәжәғәте контролгә алынды. Парламентарийҙың хатына Башҡортостандың Мәғариф министрлығынан ҡатмарлы хәлдең оҙаҡламай хәл ителәсәге хаҡында яуап килде.
Баҡһаң, гимназия бинаһын үҙгәртеп ҡороу республика бюджеты иҫәбенә 2005 йылда уҡ башланған булған. Әммә 2009 йылға тиклем эшләнгән проект документтарында яңы техник талаптарҙың иҫәпкә алынмауы арҡаһында мәктәп файҙаланыуға тапшырылмаған. 2013 йылда биналағы етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү маҡсатында социаль маҡсатлы программалар фонды тарафынан өҫтәмә рәүештә 6,4 миллион һум аҡса бүленгән. 2014 йылда объектты файҙаланыуға тапшырыу өсөн йәнә 19 миллион һум йүнәлтелгән, Республиканың капиталь төҙөлөш идаралығы биргән мәғлүмәткә ҡарағанда, 20 февралгә барлыҡ төҙөлөш эштәре тамамланған. Әммә Госстройнадзор инспекцияһы объектты файҙаланыуға тапшырыуҙы кисектергән, сөнки тикшереү барышында тағы ла етешһеҙлектәр асыҡланған. Республика капиталь төҙөлөш идаралығы әллә күпме миллиондар түгелгән, көс һалынған бинаны “апрель башында мотлаҡ файҙаланыуға тапшырасаҡбыҙ”, тип вәғәҙә итә. Ышанырғамы, юҡмы? “Башҡортостан” гәзите Йылайыр халҡын борсоған мәсьәләне күҙ уңынан ысҡындырмай күҙәтеп барасаҡ.







Автор: Д. ҒӘБДРӘХИМОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә