Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡытайға “тәҙрә”
Ҡытайға “тәҙрә” Быйыл йәй, баш ҡалабыҙҙа ШОС һәм БРИКС саммиттары уҙғарылған осорҙа, Өфөнөң 39-сы гимназияһында Ҡытай теле һәм мәҙәниәте үҙәге асыла.

Гимназия менән Шеньян университеты араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүҙә ошондай пункт бар. Ике яҡ вәкилдәре лә билдәләүенсә, үҙәк белем биреүҙе йәнләндереүгә, шулай уҡ Рәсәй менән Ҡытай мәҙәниәтен, сәнғәтен, йолаларын яҡшыраҡ өйрәнеүгә булышлыҡ итәсәк. Гимназия директоры Ирина Кейекбаева әйтеүенсә, был — ҙур хеҙмәттәшлеккә илткән юлда тәүге аҙым.
– Ҡытай теле һәм мәҙәниәте үҙәге ошо ил телен сифат йәһәтенән яңы кимәлдә өйрәнеү мөмкинлеген бирәсәк. Яңы уҡыу ҡулланмаларына, методик ярҙамға эйә буласаҡбыҙ, урыҫ һәм ҡытай телдәрен яҡшы белгән уҡытыусылар киләсәк, стажировка ойоштороласаҡ, — тине ул.
Гимназия “ХХI быуат быуыны Евразия мәҙәниәттәре диалогында” халыҡ-ара авторлыҡ проектында биш йылдан ашыу эшләй. Инглиз теленән тыш, уҡыусылар тағы ла бер сит телде (француз, немец, ҡытай) өйрәнә. Ирина Кейекбаева әйтеүенсә, ҡытай теле гимназия уҡыу­сыларына бик оҡшай. Уны 60-тан ашыу бала өйрәнә, шулай уҡ факультатив дәрестәр үткәрелә.
Мәғариф учреждениеһында уҙғарылған Ҡытай теле һәм мәҙәниәте аҙналығында ҡул эштәре, рәсем, бейеү, йыр бәйгеләре ойошторолдо. Уҡыусылар ошо илгә арналған ғилми проекттарын да яҡланы.
Шеньян университетының Халыҡ-ара белем биреү үҙәге деканы Ванг Шенвей Рәсәйгә тәүге тапҡыр килеүе, Өфөнөң үҙенә бик оҡшауы хаҡында һөйләне.
– 39-сы гимназия менән оҙайлы хеҙмәттәшлеккә өмөтләнәбеҙ. Ҡытай телен һәм мәҙәниәтен өйрәнеү үҙәгенә бөтә яҡлап ярҙам күрһәтәсәкбеҙ. Беренсенән —тел белгестәрен ебәрәсәкбеҙ. Был бик мөһим. Бынан тыш, Үҙәк асылыу һөҙөмтәһендә тел өйрәнеү өсөн Башҡортостан уҡыусылары — Ҡытайға, ә беҙҙең балалар Өфөгә киләсәк, — тине Ванг Шенвей.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә