Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Кеше ғүмере ни хаҡ?
Кеше ғүмере ни хаҡ? Бер нисә көн элек редакцияға Сибай ҡалаһында йәшәүсе Сабир Ишмөхәмәтов исемле авторыбыҙҙан хат килеп төштө. “Былтыр йыл аҙағында машина һатып алдым. Страховка компанияһына барғайным, “тимер ат”ымдан тыш, ғүмерҙе лә страховкалауҙы көсләп таҡтылар. Тәүҙә киреләнеп маташтым, тик тегеләр “риза түгелһегеҙ икән — беҙҙең бүтән юл юҡ” тип машинамды страховкалауҙан баш тартты. Ни эшләйһең, өҫтәп тағы 1400 һум түләп, документтарымды теүәлләп ҡайттым. Һуңғы ваҡытта законһыҙ страховкалау тураһында күп һөйләйҙәр, әммә алға китеш бер ҙә һиҙелмәй — был тармаҡ компаниялары һаман кеше талауҙан бушамай. Әлеге мәсьәләне хәл итеп булмаймы ни?” — тип яҙған ул. Хатты тоттоҡ та “Үҙәк баҙар” туҡталышындағы страховка компанияһына юлландыҡ.

Офиста беҙҙе йылы ҡаршы алдылар. Ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға төплө һәм ентекле яуаптар ишеттек. Әммә һүҙ төп мәсьәләгә килеп төртөлгәс, ОСАГО менән бер юлы ғүмерҙе страховкалау мәжбүри, тип аңлаттылар. Был бит законһыҙ, тип ҡаршылашыуыбыҙға, яҙма рәүештә мөрәжәғәт итегеҙ, ғаризағыҙҙы 30 көн эсендә ҡарарбыҙ, тинеләр ҙә ишекте шап иттереп ябып та ҡуйҙылар. Баҡтиһәң, күберәк иғәнә туплаусы агенттың эшмәкәрлеге өҫтәмә бонустар һәм премиялар менән дәртләндерелә икән. Бындай өҫтәмә сығымдар, әлбиттә, килеме уртасанан түбән булған граждандарҙың кеҫәһенә һуға. Һөҙөмтәлә һәр икенсе водитель мәжбүри страховка тәҡдим итмәгән компанияны эҙләргә мәжбүр. Ә ундай компаниялар бармы — уныһы инде икенсе мәсьәлә.
Нисек кенә булмаһын, ҡабул ителгән ҡанун бер һүҙһеҙ үтәлергә тейеш. Әгәр ҙә ул боҙолоп, һеҙгә әлеге хеҙмәттәр икеһе бер юлы көсләп тағыла икән, бындай осраҡта ҡул­ла­ныу­сылар хоҡуҡтарын яҡлау ойошмаһы хеҙмәткәрҙәре по­лис­тың ике нөсхәһендә лә имза өҫтөндә “ғүмерҙе стра­хов­ка­лауҙан баш тартам” тип яҙырға кәңәш итә. Водителдәргә полистың күсермәһен эшләп, аҡсаны кире ҡайтарыу маҡсатында РОСГОССТРАХ-ҡа ғариза менән мөрәжәғәт итергә генә ҡала. Шундай уҡ ғаризаны Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәткә ебәреү ҙә үҙ һөҙөмтәһен бирәсәк.

Константин ЧАДЛИН, “Берҙәм Рәсәй”ҙең Йәш гвардияһы” ойошмаһы ағзаһы, “Агент” проекты әүҙемсеһе:
— Февраль башында баш ҡаланың страховка компаниялары буйлап рейд үткәрҙек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн Өфө автоһәүәҫкәрҙәренә өҫтәмә хеҙмәттәрһеҙ страховка полисын алыу мөмкин түгел. Ҡайһы бер компаниялар ғариза яҙып ҡалдырыуҙы һорай (уның һинең файҙаға хәл ителеүе икеле, әлбиттә), ә икенселәр үҙәк офисҡа мөрәжәғәт итергә ҡуша. Тик улары бик йыраҡ — Бәләбәйҙә йәки Дыуан районының Мәсәғүт ауылында — урынлашҡан. Беҙҙең тарафтан рейд һөҙөмтәләре буйынса протокол әҙерләнде, кисекмәҫтән Монополияға ҡаршы хеҙмәткә мөрәжәғәт итәсәкбеҙ.

Айнур БИКМӘТОВ, автоһәүәҫкәр:
— Страховкалаусы компаниялар өҫтәмә түләүле хеҙмәттәрҙе законға ярашһыҙ башҡара. Ғүмереңде страховкаларғамы-юҡмы икәнлеген һәр кем үҙе хәл итергә тейеш. Юҡһа, менеджерҙар бер тауыштан, беҙҙең компьютерҙар өҫтәмә страховка программаһы нигеҙендә генә түләүҙәр ҡабул итә, тип һылтана. Аварияһыҙ йөрөгән өсөн ташлама яһаусы менеджерҙар ҙа юҡ кимәлендә. Һөҙөмтәлә, ҡанундарҙы белмәгән халыҡ шунда уҡ кеҫәһенән һуңғы тиндәрен сығарып һала. Был осраҡта үҙ фекереңдең дөрөҫлөгөн яҡлап, һүҙеңдә ныҡ торорға кәңәш итәм.

Владимир КРЮКОВ, Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлаусы йәмәғәт ойошмаһы рәйесе:
— Рәсәй Конституцияһының 16-сы статьяһына ярашлы, теге йәки был хеҙмәт күрһәткәндә өҫтәмә түләүҙәр көсләп тағылырға тейеш түгел. Страховка компанияларының бер һүҙҙән: “Транспортты һәм ғүмерҙе страховкалау мәжбүри,” — тиеүе ҡанунды туранан-тура боҙоуҙы аңлата. Ҡулланыусы үҙенең хоҡуғын яҡлап судҡа мөрәжәғәт итә ала.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә