Еңел машина Ағиҙел күперен үтте лә тиҙлеген кәметә төштө. Рулдә ултырған сал сәсле уҙаман уң яҡ ишектең тышындағы көҙгөгә күҙ һалды. Тыуған яҡтарына ҡайтырға ашҡынған һайын Ағиҙелдең бейек ярындағы Салауат һәйкәленә ана шулай һоҡланып баҡмай ҡалғаны юҡ уның. Яңынан осрашҡанға тиклем барыбыҙ ҙа иҫән-һау йәшәйек, донъялар имен торһон, тормоштарыбыҙ һил булһын тип, күңеленән генә батырға өндәшә, изге теләктәр теләй ул. Ә ярһыу баҡыр арғымағына атланған егерме ике йәшлек баһадир, ҡамсы тотҡан уң ҡулын юғары күтәреп, сабып барған ыңғайға уға ла хәйерле юл теләй кеүек. Башҡаларға нисектер, ә Марат Талғат улына гелән шулай тойола. Йыш ҡына бына ошондай татлы хис-тойғо кисерә ул тыуған яҡтарына, Оло Көйөргәҙе буйҙарына, ҡайтырға сыҡҡанында. Бындай бәхетле мәлдәрҙән, ихтимал, башҡа юлсылар ҙа мәхрүм түгелдер. Улар ҙа тыуған яҡтарына юлланғанда үҙҙәрен бик тә бәхетле тоялыр. Ә бына Марат Аҙнабаев икеләтә бәхетле!
Тыуған яҡтары менән бәйләнеште һис кенә лә өҙгәне юҡ. Яҙмыш уны Ер шарының ҡайһы ғына ҡитғаһына, иленә, ҡалаһына, быға тиклем ул күрмәгән, белмәгән ер-һыуҙарына илтһә лә, тыуған тупрағынан, туған халҡынан айырылғаны юҡ. Шунан да ҙурыраҡ бәхет бармы икән тағы? Уның ниҙәр уйлап, ниҙәр кисергәнен һиҙгән һымаҡ, радиоалғыстан күренекле башҡорт шағирәһе Кәтибә Кинйәбулатованың шиғырына яҙылған йыр ағылды:
Икһеҙ-сикһеҙ киң баҫыуҙар
Аҡһыл-йәшел тулҡын ҡаға…
Иҫең китер, ҡарап торһаң,
Булғанмы тип бында дала.
Бойҙай үҫә туҡ башаҡлы,
Арыш үҫә ап-аҡ сәсле.
Елдә улар тирбәләләр,
Әйтерһең дә, кинәнәләр…
Башаҡтарын шыптырҙатып,
Әйткән төҫлө ергә ятып:
“Бындай оло хөрмәтеңә,
Тыуған ерем, рәхмәт һиңә!”
Ғүмере буйы рәхмәтле Марат Талғат улы Башҡортостанына, уның бер өлөшө, бер төбәге булған тыуған төйәге Оло Көйөргәҙе буйҙарына.
Еңел машина Өфө – Ырымбур юлынан әкрен генә елдереүен белә. Әйтерһең, ул да баҫыу киңлектәрен, урман-болонлоҡтарҙы күҙәтеп, бергә шатлыҡ-ҡыуаныстар кисерә. Әле ул боронғо Табын иләүе ерҙәренән бара. Боронғо тип ни, табындарҙың, башҡа башҡорт ҡәбиләләре кеүек үк, әле лә үҙ ерендә, үҙ Ватанында йәшәп ятҡан көндәре. Был тарафтар – милләттәштәребеҙ араһынан үҫеп сыҡҡан мәшһүр башҡорт мәғрифәтсе-шағиры һәм ғалимы Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтың тыуған яғы, әхирәттә ятҡан ере, изге тупрағы.
Беҙҙе Йомран иле, тиҙәр,
Ағиҙелдең буйы, тиҙәр.
Беҙҙең дә бар гүзәл ерҙәр,
Ҡолаҡ тот, тыңла беҙҙәрҙән, –
тип яҙғаны булыр уның. Мараттың күңеленә уның шундай хикмәтле һүҙҙәре бигерәк тә ныҡ яғылып ҡалған: «Аҫаба башҡортҡа өс нәмә мотлаҡ: беренсеһе – үҙеңдең сығышыңды, йәғни үҙ ырыуыңды өйрәнеү, икенсеһе – йондоҙҙарҙы исемләп аңлатыу һәм өсөнсөһө… риүәйәттәрҙе һәм өләңдәрҙе белеү». Марат был яҡлап йәштән ҡыҙыҡһыныусан, рухлы егет булды. Ир аҫылы, ил ағаһы ҡатарына ингәс тә халҡының, зат-ырыуының тарихи тамырҙарына ҡарата булған һөйөүе, ғорурлығы, милли рухы һүрелмәне уның, киреһенсә, утын өҫтәгән һайын нығыраҡ дөрләп янған усаҡты хәтерләтте.
Марат Аҙнабаев атлы был уҙаман – күп һанлы, күп тармаҡлы Ҡыпсаҡ ҡәбиләһенең Һыуын-Ҡыпсаҡ ырыуы башҡорто. Исеме башҡорт халыҡ тарихына инеп ҡалған Мешәүле Ҡарағужаҡ тоҡомонан. Уның атаһының, Талғат Әхмәтғәлим улының, барлыҡ ғүмере тиерлек Оло Көйөргәҙе буйында, “Искра” хужалығы ерҙәрендә үтте.
Яҡшымбәт Көйөргәҙе районының Ырымбур далалары менән сикләшкән ерендә урынлашҡан. Уның барлыҡҡа килеү тарихы тураһында легендалар ҙа ижад ителгән, халҡының шәжәрәһе лә һаҡланған. Ауылды күп һанлы Ҡыпсаҡ ҡәбиләһенең Һыуын-Ҡыпсаҡ ырыуынан Яҡшымбәт атлы олатайыбыҙ нигеҙләгән, тип бара ололар. Ул Туҡ-Соран яҡтарынан килгән. Марат Талғат улы – бына шул нәҫелдән. Атаһы бөтә ғүмерен колхоз төҙөүгә, ауыл тормошон тамырынан үҙгәртеп ҡороуға бирҙе. Ул тәү башлап тәпәй баҫҡан тыуған ерендә икмәк тәмен татыны, бәрәкәтле лә, һутлы ла сөм-ҡара дала тупрағында уны үҙе үҫтерергә, үҙе игергә өйрәнде. Талғат ағай ғаилә бәхетен дә әллә ҡайҙан, ситтән эҙләмәне: 1934 йылда Хупъямал исемле етем ҡыҙға үҙенә кейәүгә сығырға тәҡдим яһаны. Оҙаҡ та тормай, ике йәш йөрәк, 8 Март байрамына тура килтереп, ауыл клубында комсомол туйы үткәрҙе. Уларға ата-әсәләре, ауыл Советы, колхоз етәкселәре, туған-тыумасалары йылы ҡотлау һүҙҙәре әйтте, ғаилә бәхете теләне.
Талғат ағай менән Хупъямал апай, ғүмер буйы мөхәббәттәренә тоғро ҡалып, береһенән-береһе һөйкөмлө балалар үҫтерҙе, тамаҡтарын туйҙырып, өҫ-баштарын бөтәйтеү менән генә сикләнеп ҡалмайынса, тейешле тәрбиәһен дә, белемен дә бирергә тырышты улар улдары менән ҡыҙҙарына. Балалары ла үҙҙәренә ҡарата ышанысты аҡланы: бөтәһе лә юғары белем алды, башлы-күҙле булды. Өлкән улдары Марат – медицина фәндәре докторы, профессор, академик, икенсе улы Румил – һөнәре буйынса инженер, йәмәғәт эшмәкәре, ҡыҙҙары Рәйсә – уҡытыусы, Хәмисә – врач-педиатр.
* * *
Машина убалы-далалы ерҙәрҙән тыуған яҡтарға яҡынлашҡандан-яҡынлаша. Ҡарауыл тауынан төшә башлауға Оло Көйөргәҙе буйына теҙелешеп ултырған ауылдар күҙгә ташлана. Ана, Яҡшымбәттең мәсет манараһы алыҫтан уҡ күренә. Был яҡтарҙың һәр урыны тигәндәй, һәр сәскә-үләне, йәнлек, ҡош-ҡорто уға бала сағынан яҡшы таныш. Кеше олоғайған һайын, уны тыуған ере, тыуған тупрағы үҙенә нығыраҡ тарта, тиҙәр. Шулайҙыр. Марат Аҙнабаев та тормошоноң асылын баш ҡала менән бер рәттән тыуған ауылынан башҡа күҙ алдына ла килтерә алмай, сөнки бында уның ата-бабаларының 300 йыллыҡ тарихы бар, уны үҫтергән, кеше иткән атаһының нигеҙе бар, хатта ул үҫкән урам да бөгөн атаһы Талғат Аҙнабаевтың исемен йөрөтә. Марат ағай һуңғы йылдарҙа атаһының нигеҙендә бына тигән ҡарағай буранан өй һалдыртты, хәҙер унда бер туған апаһы йәшәй, ә үҙе ғаиләһе, туғандары менән бында йыш ҡайтып йөрөй. Был йортҡа, тыуған ауылына шатлыҡ-ҡыуаныс, һағыныу тойғолары менән ҡайта ул. Атаһы төҙөшкән, оҙаҡ йылдар етәкселек иткән “Искра” ауыл хужалығы етештереү кооперативы (элекке колхоз) – районда иң алдынғыларҙан. Яҡташтары ла башҡа яҡтар менән сағыштырғанда бында күпкә яҡшыраҡ йәшәй. Ауыл да йылдан-йыл ҙурая, күркәмләнә бара. Марат Талғат улы, ауылдаштарының был уңыштарын күреп, ҡыуанып бөтә алмай. Үҙе лә уларға ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә тырыша. Мәҫәлән, Яҡшымбәттә үҙ аҡсаһына балалар музыка мәктәбе астырҙы, был яңы уҡыу йортон музыка ҡоралдары менән тәьмин итте.
Ысынлап та, тотош донъяға билдәле офтальмолог, Башҡортостандың Фәндәр академияһы ағзаһы булыуы өҫтөнә уның төрлө яҡлы эшмәкәрлек һөҙөмтәләрен һанап бөтөрөрлөк түгел. Марат Аҙнабаев атлы ысын ир-уҙаман, аҡһаҡал айырыуса үҙ халҡының социаль-иҡтисади һәм демографик үҫеше, уның сәләмәтлеген, генофондын һаҡлау, туған телде өйрәнеү, этносты йәшәтеүҙә Хөкүмәттең һәм дәүләтселектең бурыстары мәсьәләләренә тыныс ҡына ҡарай алмай. Улар һәр саҡ – ғалимдың иғтибар үҙәгендә. Ә уның ғилми эшмәкәрлеге, ойоштороу һәләте алдында, таң ҡалып, баш эймәй булдыра алмайһың. Фән менән шөғөлләнеүҙән тыш, бындай эштәргә батырсылыҡ итеү өсөн дә талант, йөрәк кәрәк бит әле!
Марат Талғат улының офтальмология өлкәһендәге асыш-ҡаҙаныштарын сит илдәрҙә лә яҡшы беләләр һәм медицина практикаһында киң ҡулланалар. Шуға бәйле уны төрлө илдәргә ғилми-ғәмәли конференция, симпозиумдарға саҡырыуҙары бер уның өсөн генә түгел, республикабыҙ халҡы өсөн дә үҙенә күрә бер ғорурлыҡҡа әүерелде. Марат Талғат улы ҡайһы ғына тарафтарҙа эш буйынса йөрөһә лә, уның күпселек юлы Ер шарының бер нөктәһенә – тыуған ауылы Яҡшымбәттәге атай нигеҙенә – әйләнеп ҡайта. Бында уны олоһо ла, кесеһе лә яҡшы белә, ихтирам итә. Шунан да ҙурыраҡ бәхет бармы икән ул донъяла? Юҡтыр. Тыуған ауылына ҡайтҡан һайын Марат Аҙнабаев яңы дәрт-көс, илһам алып китә баш ҡалаға.
Бына әле лә уны ауылдаштары яҡты йөҙ, йылы һүҙ менән ҡаршы алды. Мәҙәниәт йорто алдына әллә күпме кеше йыйылған. Сөнки Марат Аҙнабаев бөгөн бабаһы Мешәүле Ҡарағужаҡ кенәзгә үҙ аҡсаһына яһатҡан һәйкәлде тантаналы асыу сараһына ҡайтты.