Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тарихҡа ингән иҫтәлектәр
Селлә мәлендә туғай һауаһынан да еңелерәге, сафырағы булмайҙыр. Уны һулаған һайын күкрәк киңәйеп, тын еңеләйеп киткәндәй була. Быны ялан һауаһын һулап үҫкән кеше генә тоя белә. Шуғамылыр, Аҡъярҙан ун километрҙағы Яңы Ергән ауылын үтеп, ниндәйҙер үҙәк буйына килеп еткәс, Дауыт Юлтый машинаны туҡтатты ла, төшөп, яр буйына китте. Таш аҫтынан беленер-беленмәҫ кенә юл ярып, сылтырап аҡҡан шишмә янына барып, ҡоластарын киң йәйеп, тәрән һулыш алды.
– Э-е-х, ошо ялан һауаһының сафлығы! –тип хозурланып һуланы. Унан, эйелеп, шишмә һыуын усы менән алып, бер нисә йотом эсте лә, тирә-яҡҡа йәйрәп ятҡан яланды оҙаҡ байҡап, уйға батып ҡарап торҙо. Кем белә, бәлки, буласаҡ әҫәре пейзажын тоҫмаллағандыр, бәлки, тыуған яҡ яландарын күҙ алдына килтергәндер.
Артабан киттек. Ул саҡта бер ауыл Советы биләмәһендә бер нисә колхоз була торғайны. Мәмбәт ауылы Советына ла өсәү –“Ҡыҙыл юл”, “Киң туғай”, “Таштуғай” колхоздары – ҡарай ине. Беҙ ауыл Советына килеп ингәндә, рәйес үҙ кабинетында бер әзмәүерҙәй егет менән ҡыҙыу һөйләшә ине. Йөҙҙәренә ҡарап, рәйестең ныҡ борсолғанлығын, ә уны тыңлаусының ғәм дә итмәгәнлеген күреп була ине. Беҙҙе күргәс, әңгәмә туҡтаны. Мин рәйестең:
– Бына шулай, ҡустым, ныҡлабыраҡ уйла мин әйткәндәрҙе, – тигәнен генә ишетеп ҡалдым.
Беҙ дөйөм сәләм бирҙек. Сит кешеләр килгәнен күргәс, башҡалар сығып китергә ашыҡты. Мин ауыл Советы рәйесен Дауыт Юлтый менән таныштырҙым. Рәйестең әлеге әңгәмә эҙе булған асыулы сырайы яҡтырып китте.
Юлтый шунда уҡ мал аҙығы туплау барышы, уңыш йыйыуға әҙерлек тураһында һораша башлар, тип уйлағайным. Ул иһә әңгәмәне ялан яғының саф һауаһын, тәбиғәтенең гүзәллеген маҡтауҙан башлап ебәрҙе лә үҙен тыңлаусының һаулығын, ғаилә тормошон, ауылдағы, колхоздарҙағы хәл-әхүәлдәрҙе һора­шыуға күсте. Әңгәмә ошо рәүешле ниндәйҙер йәнле һөйләшеү төҫөн алды. Унан һуң урам аша ултырған “Киң туғай” колхозы идараһына киттек. Беҙ барып ингәндә, идаралағы бер нисә колхозсы араһында әлеге әзмәүерҙәй егетте йәнә осраттыҡ. Беҙҙе күргәс, ул йәһәтерәк тайыу яғын самаланы. Дауыт Юлтый колхозсылар менән сәләмләшкәндән һуң, әле сығып киткән егет яғына ишара итеп:
– Кем була һуң ул егет? Шомбай кеүек, беҙ ҡайҙа барһаҡ, шунда осрай, – тип һораны.
Колхоз рәйесе ҡулын ғына һелтәне:
– Йөрөй шунда тере көйөк булып, йоҡоһона баш була алмай. Ошондай ғифриттәй егет булып та, бер эшкә лә таҫылы юҡ, – тип зарланды.
– Таҫылы юҡмы, әллә теләге юҡмы? – тип аныҡланы Юлтый.
– Икеһе лә, моғайын. Беҙ аптыраныҡ инде, уның менән ни эшләргә? Ҡайҙа ҡуйһаҡ та, ҡулынан эш килмәй. Сип-сибек егеттәр көн һайын 0,25 – 0,30 гектар саба, ә ул ике көндә бер эшкә сығып, 0,10 – 0,15 гектарҙан арттыра алмай. Күбә тарттырырға бармай, кәбән өйөргә мендерһәң, ауып төшә. Шуға күрә бөгөн ауыл Советына ла саҡырттырып ҡарағайным. Һеҙгә шунда осрағандыр.
Дауыт Юлтый “Киң туғай” колхозы эштәре менән танышҡан арала, мин үҙ эштәрем менән мәшғүл булдым. Ә унан тимерлектә булып әйләнгәс, туғайҙа бесән сабыусылар янына барасағын, ыңғайҙа “Ҡыҙыл юл” колхозына ла һуғыласағын әйтте. Ә миңә уның әйләнеп ҡайтыуын ошонда көтөргә ҡушты.
Һауынсылар янында оҙағыраҡ торорға тура килде. Юлтый ағай болондан ҡайтып, минең оҙаҡлауыма асыулана торғандыр, тип хафаланғайным. Баҡһаң, улар ҡайт­маған икән.
Минең ғәжәпләнеүемә колхоз хисапсыһы, йылмайып:
– Беләһегеҙме, Юлтыев иптәш теге йо­ҡо тоҡсайын саҡыртып алып, бик оҙаҡ һөй­ләште бит! Бөтә зат-замирын ҡал­дыр­май һорашҡан. Нимә тигәндер, ишет­мәнем. Ошонда ултыра инем. Әммә егетебеҙ бурҙаттай ҡыҙарып сығып китте, – тине.
Оҙаҡламай Дауыт Юлтый ҙа ауыл Советы рәйесе менән ҡайтып төштө. Һәм идараға инеп тормай, “Таштуғай”ға китергә ашыға башланы.
Дауыт Юлтый ауыл Советы рәйесен дә “Таштуғай”ға алып китте. Мәмбәт мәктәбе янынан үткәндә, Юлтый мәктәпкә ҡараш ташлап:
– Быны һәйбәт ремонтланылар, тине­геҙ­ме әле? Эйе, тышынан уҡ күренеп тора. Ә бына “Ҡыҙыл юл” мәктәбе ремонтын тиҙләтергә кәрәк. Һеҙҙең ярҙамдан башҡа улар үҙҙәре генә булдыра алмаҫ. Халыҡ менән һөйләшеп, ат һәм кешеләр бүлергә кәрәк булыр. Юҡһа уҡыу башланыуға өлгөрмәҫтәр, – тине.
Уларҙың һөйләшеүенән мин Дауыт Юлтыйҙың “Ҡыҙыл юл” колхозында хужалыҡ эштәре менән генә түгел, бәлки, мәктәп һәм уҡыу-уҡытыу мәсьәләләре менән дә ҡыҙыҡһынғанын аңланым.
“Таштуғай” колхозы ҙур булмаһа ла, хужалыҡтың бөтә тармаҡтары буйынса планды уңышлы үтәп килеүе яғынан районда алдынғылар рәтендә бара ине. Игенселек менән бер ҡатарҙан һөтсөлөк һәм һарыҡсылыҡ фермалары ла бар. Үҙенә күрә ҡымыҙсылыҡ фермаһы ла ойош­торолған. Дөрөҫ, һуңғыһын “ферма” тип шартлы рәүештә генә әйтергә була – уның ҡымыҙы үҙ колхозсыларынан артмай ине.
Хужалыҡ эштәре менән танышып бөткәндән һуң, колхоз рәйесе Сөләймәнов ағай беҙҙе ҡымыҙ эсергә алып ҡайтты. Эҫелә оҙон көн буйына байтаҡ йөрөлгәнлектән, ярайһы уҡ арытҡайны, һыуһатҡайны.
Сөләймәнов, өлкәнерәк йәштә булһа ла, үтә теремек, егәрле һәм алсаҡ кеше ине. Ошо яғы менән Дауыт Юлтыйға оҡшаны, күрәһең, ул, һис икеләнмәй, уның өйөнә барырға ризалашты.
Дауыт Юлтыйға Сөләймәнов, ҡу­наҡсыллығынан да бигерәк, ҡурайҙа оҫта уйнауы, боронғо йырҙар тарихын бер нисә вариантта һөйләп бирә алыуы менән оҡшаны булһа кәрәк. “Таштуғай”, “Урал” һәм күп кенә башҡа йырҙар тарихының төрлө вариантын Дауыт Юлтый Сөләймәновтан ҡабат-ҡабат һөйләтте. Был минутта уларҙы ситтән ҡарап ултырған кеше, был ике әшнә күптәнге таныштар, ахыры, тиер ине. Шул тиклем мауығып әңгәмәләштеләр.
“Таштуғай”ҙан беҙ кисләтеп кенә ҡай­тырға сыҡтыҡ. Эҫелә йөрөп, талсығыуына ҡарамаҫтан, Дауыт Юлтыйҙың кәйефе яҡшы, күңеле күтәренке ине. Әйтерһең, ул күптән эҙләп йөрөгән нәмәһен тапҡан. Үҙе ҡурайсының ҡайһы бер көйҙәрен ауыҙ эсенән генә көйләп тә ҡуя.
Ҡайтышлай “Киң туғай” колхозы аша үткәндә, унда осратҡан теге әзмәүерҙәй бәндәне хәтерләне булһа кәрәк, ҡысҡырып көлөп ебәрҙе лә:
– Беләһегеҙме, Ғәли ҡустым, әлеге ялҡау егет тегеләрҙе тамам аптыратып бөтөргән икән, ҡәһәрең. Булһа-була икән шул Хоҙай бәндәһе, – тине. –Ундайҙарға өгөт-нәсихәт барып етмәй. Халыҡ алдына баҫтырып, тәнҡитләү менән йышыраҡ шөғөл­ләнергә, халыҡ алдында оялтырға кәрәк уларҙы. Иҫкенән ҡалған мираҫтың береһе инде ул. Үҙ йортонда илке-һалҡы эшләгән кешене күмәк хужалыҡта ихлас эшләүсе итеү өсөн күп көс һалырға тура киләсәк, – тине. Унан ары бер аҙ өндәшмәй барғандан һуң фекере йәнә теге егеткә әйләнеп ҡайтты булһа кәрәк, миңә табан артҡа боролоп:
– Ундай әрәмтамаҡтарҙы стена гә­зит­тә­рендә, махсус плакат-һүрәттәргә төшөрөп тәнҡитләргә өйрәтегеҙ агитаторҙарҙы, – тине.
Шунан һүҙҙе әҙәби әҫәрҙәрҙе про­па­ган­далауҙа уҡы­тыусы-агитаторҙарҙы файҙа­ланыу мәсьәләһенә күсерҙе. Мин, үҙем дә һиҙ­мәҫтән, быйыл кемдең әҫәр­ҙәре буйынса ҡыҫҡа әңгәмәләр, китап уҡыусылар конференциялары үткәр­гә­небеҙҙе һис тотлоғоп тормайынса һөйләп бирҙем. Ә бит минең иң шөрләгәнем ошо тема ине. Ошондай күренекле яҙыусыға үҙебеҙҙең аҙмы-күпме башҡарған эшебеҙҙе һөйләп бирергә хәлемдән килерме икән тип борсола инем. Мине ҡытыҡлаған мәсьәлә буйынса беҙҙең һөйләшеп барыуҙар шундай ябай килеп сыҡты, хатта күңелемдән ғәжәпләндем уға. Был Дауыт Юлтыйҙың кешене үҙенә тарта, һыйындыра белеүенән ошолай килеп сыҡҡандыр.
Иртәгәһен яҙыусы район Совете рәйесе Әхмәҙи Солтанов менән “Маҡан”, “Таналыҡ” совхоздарына барып ҡайтты, ә кисен район партия активы йыйылышында донъя хәлдәре һәм уңыш йыйыуға әҙерлек бурыстары тураһында доклад яһаны. Уның докладын бик йотлоғоп тыңланылар, сөнки ул яҙыуға оҫта булған кеүек, кешене үҙенә тартырлыҡ һөйләү ҡеүәһенә лә эйә ине. Аҡъярҙан Дауыт Юлтый Йылайыр районына китте.
Йәй үтеп, көҙ етте. Күренекле драматург, яҙыусы һәм шағир менән осрашыуҙан ҡалған тәьҫораттар ҡайһы бер кешеләрҙә юйыла ла башлағандыр, бәлки. Әммә өлкәлә сыға торған йәштәр гәзите биттәрендә Дауыт Юлтыйҙың балалар өсөн яҙылған “Әпәш” исемле поэмаһынан өҙөк­тәр баҫылып сыҡҡас, шағирҙың исеме йәнә оҙаҡ ваҡыт­ҡа халыҡ теленән төшмәне. Был ваҡиғаны Таналыҡ буйы халҡының өлкән быуыны әле лә хәтерләй, сөнки поэманың прототибы теге ялҡаулығы менән даны сыҡҡан егет икәнлеген халыҡ бик тиҙ танып алды.
“Әпәш” поэмаһы балаларға төбәп яҙылған һәм уларҙы эш һөйөүсән итеп тәрбиәләү маҡсат итеп ҡуйылған. Шағир “Әпәш”тең ялҡаулығының тамырын асып бирә – уны бала сағынан уҡ эшкә өйрәтмәгәндәр. Поэманың әһәмиәте ошонда, һәм уны ул бөгөн дә юғалтмаған.

Баҫмаға Ҡәҙим АРАЛБАЙ әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873