Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Онотмаһын беҙҙе лә Тыуған ил...
Онотмаһын беҙҙе лә Тыуған ил... Ғафури районында сылтырап аҡҡан Мәндем һәм Өйә йылғалары буйында урынлашҡан ауылым. Эшсән, ҡунаҡсыл, күркәм холоҡло кешеләр йәшәй унда. Элегерәк Мырҙаҡай тип йөрөтһәләр, хәҙер Сәйетбаба тип атала. Иң ҙур башҡорт ауылдарының береһе ул.

1921 йылда ошо ауылда Ғәй­шә менән Хәтип Зәйнуллиндар ғаиләһендә дүртенсе балаларынан һуң игеҙәктәр донъяға килгән. Аслыҡ дәүере булһа ла, Зәйнуллиндар бирешмәгән, балалары өсөн тырышҡан.
Атайым Мансур Зәйнуллин хаҡында ине һүҙем. Хәтип олатайым бик уҡымышлы дин әһеле булған, шуға атайымды мулла ба­лаһы тип мәктәпкә ҡабул ит­мәй йонсотҡандар, аҙаҡ кол­хозға һәм хатта үҙ тиңдәштәре менән әрмегә лә алмағандар. 1941 йылда ғына ул хәрби саф­ҡа саҡырыла. Краснодар өлкә­һенең Армавир ҡалаһында өс ай хеҙмәт иткәс, Бөйөк Ватан һуғы­шы башлана. Рядовой һалдат уҡсылар ғәскәре сафында фронт­ҡа китә. 1942 йылдың 4 авгусында ҡаты яралана, биш ай госпиталдә ятҡандан һуң, хәрби табиптар һул яҡ үпкә­һендә тимер ярсығы барлығын раҫлап, “тылда ғына эшләй ала” тигән белешмә бирә. Ул тимер ярсыҡ үпкәһендә ҡала, әммә ябай башҡорт егетенең тиҙ генә винтовкаһын ҡулынан төшөр­гөһө килмәй — үҙ теләге менән Тыуған иле өсөн яңынан һуғышҡа китә.
Смоленск, Брест, Прага һәм башҡа ауыл-ҡалаларҙы азат ит­кән өсөн миҙалдары һәм маҡтау ҡағыҙҙары бар. Еңеү көнөн Чехословакияның баш ҡалаһы Праганы азат итеп ҡаршылаған.
Уҡый-яҙа белмәгән атайым яҡындарына хат ебәрә алмай, ата-әсәһе, туғандары иһә, иҫән булһа ҡайтыр ине тип өмөтөн өҙә. Уйламағанда-көтмәгәндә 1946 йылда атайым тыуған яҡтарына аяҡ баҫа. Һуғышта булдым, тегенеһенә-быныһына лайыҡмын тип маһайып, маҡтанып йөрөмәй, һәүетемсә генә колхозда эшләп, үҙ тормошо менән йәшәй. Ата-әсәһе улдарының иҫән-һау ҡайтыуына шатланып, оҙон ғүмер кисереп донъя ҡуя.
Әсәйем Асия 1930 йылда ялан яғы Оло Үтәш ауылында Шәмсиә менән Ибраһим Ғәлимовтар ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килгән. Уның да бала сағы һуғыш йылдарында үткән. Ҡатын-ҡыҙ ғына түгел, балалар ҙа тормоштоң әсе-сөсөһөн татырға, йәшләй генә ауыр эшкә егелергә мәжбүр булған, сөнки фронт һәм тыл өсөн күп көс талап ителгән.
1944 йылда бер туған ағаһы Әбделхәй Ғәлимов хәбәрһеҙ юғала. Ғаилә өсөн бик ҙур юғалтыу булһа ла, Ибраһим олатайым ғүмеренең һуңғы һулышына тиклем улын көттө, бәлки, иҫәндер, тип өмөтөн өҙмәне.
Әсәйем баҫалҡы, сабыр, ыҫпай, әҙәпле, күркәм холоҡло, бик матур ҡыҙ булып үҫә. Урта мәктәпте тамамлағас, техникум бөтөп, агроном була. Һөнәре буйынса дүрт йыл тирәһе эшләй. Атайым менән танышып, туй яһап өйләнешеп, 1951 йылдың ноябрендә Сәйетбаба ауылы ки­лененә әйләнә. Ҡайны-ҡәйнәһе һәм ауыл халҡы уңған, матур йәш ҡыҙҙы үҙ итә.
1952 йылда беренсе бала булып мин донъяға килгәнмен. Әсәйем, үҙ һөнәрен ҡалдырып, колхозда ябай эшсе булып хеҙмәт юлын дауам итә. Ҡайҙа эшләһә лә, яуаплы, әүҙем була. Бынан тыш, балаларына өлгөлө әсә, иренә тоғро ҡатын булып ғүмер кисерә. Атайым менән ҡулға-ҡул тотоношоп, ауырлыҡ­тарҙы артҡа ҡалдырып, алты бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Әлеге ваҡытта дин юлындалар, күптән инде хаҡлы ялдалар. Төпсөк улдары менән Красноусолда тора улар хәҙер.
Тик шуныһы ҡыҙғаныс: вете­рандарға, инвалидтарға фатир, машина бүләк иткәндәрен ишетеп торабыҙ, ә атайымды гел урап үтәләр. Үҙе һорап йөрөргә яратмаһа ла, урындағы етәк­селәр иҫкә алырға тейештер, тип уйлайым, сөнки хәҙер Бөйөк Ватан һуғышында ҡан ҡойғандар бик аҙ ҡалды. Бәлки, Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын билдә­ләгәндә, атайымдың ил алдын­дағы хеҙмәттәрен иҫкә алып, үҙе иҫән саҡта ошо мәсьәләне хәл итерҙәр. Әсәйем дә һуғыш ваҡы­тында көсөн йәлләмәгән бит.






Автор: Разия ҮЗБӘКОВА-ЗӘЙНУЛЛИНА. Район: Ғафури районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә