Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Быуат аша көләс йылмайыу
Быуат аша көләс йылмайыу – Кинйә улымды, кеше көлдөрөп, ҡартайып бөткәс,
41 йәшемдә, таптым шул, – тип берсә аптыратты, берсә көлдөрҙө мине Ғәйшә апай, үҙе лә рәхәтләнеп кеткелдәп.
– Инәй, һеҙ 41 йәште “ҡартайғас” тип әйттегеҙ, ә хәҙергеһен – 100 йәшегеҙҙе — нисек атарға һуң, улай булғас? – тип йылмайҙым, инәйҙең күңелсәк һәм телдәр генә икәнен аңлап алғайным инде. Туймазы районының Ҡарамалы-Ғөбәй ауылында йәшәүсе Ғәйшә Сәйфетдин ҡыҙы Мөхәмәтйәнова менән осрашыуға уның ейәнсәре алып килде мине. Быға тиклем йөҙйәшәр кешене бер генә тапҡыр күргәнем булды, уныһы ла бик күптән инде. Үҙемдең әсәйем дә, шөкөр, 90 йәштә, ә быуатты аша атлағандар иһә бармаҡ менән генә һанарлыҡ илебеҙҙә.


Был донъяла тыуаларыңдың (бишенсе быуын) үҫеп етеп, өләсәй тип бөтөрөлөп йөрөүе нисек була икән, тигән ҡыҙыҡһыныу әйҙәгәйне мине юлға. Ғәйшә апай шуныһы менән дә хайран итте: ул бишенсе быуын балаларының исемдәрен хәтерләй һәм ҡайһыһының ҡайҙа йәшәүен белә булып сыҡты. Улай ғына ла түгел, ҡайһы ейән-ейәнсәре, бүлә-бүләсәре, тыуаларының ҡасан килеп киткәнен, тағы ҡасан хәл белергә килеп сығасаҡтарын да иҫләп ултыра ул. Шулай булғас, инәй менән тыуған ауылының бер быуатлыҡ тарихын барлап сығыу бер ни ҙә торманы. 1915 йылдың 24 мартында тыуған Ғәйшә инәй 94 йәшкә тиклем йәшәгән үҙ әсәһенең, 91 йәшендә мәрхүмә булып ҡалған өләсәһенең дә хәтирәләрен күңелендә яҡшы һаҡлай икән. Октябрь революцияһы, аҡтар-ҡыҙылдар һуғышы тураһында һөйләгәндәрен башта шик аҫтына алыбыраҡ ултырһам да (5 йәшлек сабый булған бит), ул икеләнеүҙәремде тиҙ арала таратып ебәрҙе.
Саҡмағош районының Иҫке Иҡсан ауылы ҡыҙы Ғәйшә инәй. Үҫмер саҡта, үҙе әйтмешләй, Ғафури районына “ҡыҫҡа командировка”һынан башҡа, бер быуат ғүмере ошо ауылда үтә. Ауылдашы булған ире Мөхәррәмде 1941 йылда һуғышҡа бер айлыҡ ҡына игеҙәк ҡыҙҙары менән оҙатып ҡала. Данлыҡлы Шайморатов дивизияһында артиллерист булып һуғышҡан тормош иптәше имен-аман әйләнеп ҡайтып, биш бала тәрбиәләп үҫтерәләр.
Әлбиттә, уның “ҡыҫҡа команди­ров­ка”һы тарихы ла ҡыҙыҡһындырҙы мине.
– Ағай тейешле бер кешебеҙ “урында” эшләй ине, – тип иҫтәлектәргә бирелде Ғәйшә инәй. – Ул ваҡытта Ғафури районында ҙур ғына түрә булды. Еңгәбеҙ – мәрйә. Шулар мине, үҫмер генә ҡыҙҙы, үҙҙәрендә йәшәп торорға саҡырҙылар. Уҡырға индерергә лә вәғәҙә бирҙеләр. Барып, уларҙа бала ҡарап торҙом. Уҡытабыҙ тиеүҙәре вәғәҙә генә булып ҡалды. Тик мин шунан бик матур итеп руссаға өйрәнеп ҡайттым, сөнки әхирәт ҡыҙҙарым мәрйә ине. Театрҙы, киноны ла шунда күрҙем.
Һуғыш йылдарын бигерәк аяныс менән хәтерләй Ғәйшә инәй. Хәйер, тотош ил өҫтөнә төшкән ҙур афәт йылдарында кемгә генә еңел булған икән?! “800 көлтә бәйләһәң, бер ярым трудодень яҙалар ине, – тип хәтерләй инәй. – Унан һуң тағы ла төнгө сменаға сығаралар әле. Уныһы өсөн өҫтәмә паек вәғәҙә итәләр, шуға ымһынған булаһың инде…” Ә мин үҙемсә көлтәнең ҙурлығын күҙ алдына килтереп, 800 көлтәне бәйләр өсөн күпме ваҡыт кәрәклеген самаларға маташам. Тик килеп сыҡмай: бының өсөн, исмаһам, берәй көлтә бәйләп ҡарарға кәрәк. Эҫе көндә үҙ нормаһын тултырыр өсөн ашығып эшләп, бер ҡыҙ янып үлде, тип иҫкә төшөрә инәй. Атты шәп ҡыуалап яндырыу һымаҡ был, тип уйлап ҡуям. Уның һәр хәбәрен шулай, үҙебеҙҙең заманға яраҡлаштырып, ир кеше һәм заман эштәре менән сағыштырып ҡарайым. Ул арала инәй бәләкәй арба менән орлоҡ ташыуҙары, юл төҙөү, ағас ҡырҡыу буйынса нарядҡа йөрөүҙәре тураһында һөйләп китә. Өлкән, таҙа ирҙәр өсөн тәғәйенләнгән эш ҡоралдары, әлбиттә, тал сыбығылай ҡатын-ҡыҙ өсөн ауыр. Шуға ла уларға орлоҡ ташыу өсөн ике тәгәрмәсле арбаға ике ҡатын егелергә, ә ҡырсын ташығанда бер ир йөрөткән тачкаға икешәрләп йәбешергә тура килә.
Бөгөнгө донъяһы өсөн “ҡартайғанда” тапҡан, хәҙер үҙе пенсионер булған төпсөк улы Маратҡа, килене Фәнүзәгә рәхмәт әйтеп бөтә алмай Ғәйшә инәй. Сағыштырырлығы бар шул. Былтыр ғына Саҡма­ғоштағы үҙ өйөндә яңғыҙы йәшәгән әле. Йортон һаман да бына тигән тип һанай ул. Шуғамылыр, һуғыш ветерандарының торлаҡ хәлен яҡшыртыу буйынса Президент Указынан һуң район хакимиәтенән килгән “белгестәр” Ғәйшә Мөхәмәтйәнованың өйө “йәшәргә ярарлыҡ” тип тапҡандар ҙа уға ярҙам итеүҙән баш тартҡандар, имеш! Миңә ҡалһа, ошо йәшкә еткәне өсөн генә лә уларҙы бөтә уңайлыҡтары булған люкс категориялы фатирҙарға күсерергә кәрәк! Ә Саҡмағош чиновниктарының үҙҙәрен шул өйҙә берәй аҙна йәшәтеп ҡарарға ине. Әйткәндәй, Мөхәмәтйәновтар әсәләре өсөн тейешле льготаларҙы, 80 йәштән һуң тейешле социаль хеҙмәткәрҙе лә юллап йөрөмәгән, тәҡдим итеүсе лә булмаған. Ундайҙар өсөн тейешле хеҙмәттән медиктар ҙа килеп хәлдәрен белешеп йөрөмәй икән. Билдәле инде, иламаған балаға имсәк бирмәйҙәр, ә былар тоҡомо илаулап йөрөгәндәрҙән түгел.
– Кисә урамға сығып, йығылып киттем әле, – тип һөйләй Ғәйшә инәй. – Таяғым — бер яҡҡа, ҡомғаным икенсе яҡҡа осто. Әйтеп торалар бит, йөрөмә, тайғаҡ, тип. Барыһы ла өй эсендә лә бит, нишләйһең, көнөнә бер булһа ла урамға сығырға кәрәк тәһә. Мин, улым, көнө-төнө аулаҡ ҡына бүлмәмдә ошо тормошома Хоҙайға рәхмәт әйтеп, доғалар уҡып тик ултырам инде ул. Кисәге йығылыуым да Уның иҫкәртеүе булғандыр, тим: ҡасан яныңа саҡыраһың инде, тип әйткәнмендер… Көнөң етһә, артығын тотмам, тейешенән оҙаҡ йәшәтмәм, тип асыуланғандыр ул миңә, шулай иҫкәрткәндер…
Марат ағай менән Фәриҙә апайҙың ҙур өйө балалары, ейәндәре тауыштарынан гөрләп тора ине. Әллә нисә тәҙрәләре балҡып оҙатып ҡалған был йортта ишеген һәр кем шым ғына асып ингән аулаҡ бүлмәлә бер быуатлыҡ ғүмерен оло кинәнес менән хәтергә алып, был донъялағы һәр кемгә лә изгелектәр генә теләп, рәхмәт доғалары уҡып ултырған сыуаҡ күңелле әбей барлығын беләм. Юл буйына ла, ҡайтҡас та әленән-әле ул инәйҙең һөйләгәндәрен иҫкә төшөрөп, ҡыҙыҡлы урындарын хәтерләп ирекһеҙҙән йылмайып ҡуйырмын. Быуатлыҡ ҡатмарлы ғүмер эсендә уны ниндәй генә бәлә-ҡаза аҙым һайын һағаламағандыр, ә бына бит: ул үҙенең барлығы менән генә лә кемдәрҙе ғәжәпләндермәй… Үҙе әйт­мешләй, комбайнға көлтә биреп торғанда, механизмдың ҡулынан бер эләктереп алыуы ғына ла еткән булған бит.
Бәлки, тим, бындай кешеләр махсус рәүештә киләсәк быуындарға нәсихәт өсөн ошолай йәшәй, күргән-кисергәндәрен һөйләп ҡалдырһын өсөн бынауындай ҙа ҡатмарлы тормошобоҙҙа аяулы әйләнештә ҡалды­рылалыр?


Автор: Дамир ШӘРӘФЕТДИНОВ. Район: Туймазы районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә 17.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә...

Тотош уҡырға 0

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 1

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне 16.06.2026 // Йәмғиәт

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан ......

Тотош уҡырға 1

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы 16.06.2026 // Йәмғиәт

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан туризм буйынса федераль рейтингта 13-сө урынға күтәрелде
Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 2

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан...

Тотош уҡырға 0

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы 15.06.2026 // Йәмғиәт

«Медиалогия» компанияһы 2026 йылдың I кварталы өсөн Башҡортостан медиаресурстары рейтингын ......

Тотош уҡырға 1

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә