Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ватанына һөйөүен хеҙмәт менән раҫлай
Ватанына һөйөүен  хеҙмәт менән раҫлай Гәзиттә “Ҡала һәм башҡорт балаһы” тигән рубрика асылғас, уға ҡарата фекерен беренсе булып Мәскәү ҡалаһынан Земфира Сәхипова шылтыратып белдерҙе. “Йәш быуын вәкилдәре араһында күпселектең туған телен белмәй үҫеүендә ҡаланың бер ниндәй ғәйебе юҡ, – тине ул. – Хатаны ғаиләнән эҙләргә кәрәк. Мәҫәлән, минең балалар, Мәскәүҙә үҫһә лә, башҡорт телен “һыу кеүек эсә”. Белеүегеҙсә, бында беҙҙең милләт вәкилдәре өсөн айырым мәктәп юҡ. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, өлкән ҡыҙым илдең баш ҡалаһында башҡорт теле буйынса диссертация яҡлауға өлгәште...”
Ошо ҡыҫҡа ғына мәғлүмәте, шулай уҡ редакцияға ебәргән “Ҡатнаш ғаилә: балалар нисек тәрбиәләнергә тейеш?” тигән мәҡәләһе менән Земфира Ғизетдин ҡыҙы күңелдәге ышанысты тулыһынса нығытып ҡуйҙы: ысынлап та, туған телде һаҡлау һәм үҫтереү – тәү сиратта ғаиләнең бурысы. Йәш быуындың рухи ҡиммәтен белмәүендә ҡала мөхитен, дәүләтте ғәйепләү – үҙеңдең эшләп еткермәүеңде ҡаплау өсөн әйтелгән һылтау ғына. Быны ҡырҡ йылдан ашыу Мәскәүҙә йәшәгән билдәле яҡташыбыҙ яҡшы белә. Ғөмүмән, ғүмерен фәнгә, мәғарифҡа бағышлаған арҙаҡлы шәхесебеҙ, Салауат Юлаев ордены кавалеры Земфира СӘХИПОВАның халҡына күрһәтер өлгөһө, әйтер һүҙе байтаҡ. Ошоно күҙ уңында тотоп, Өфөлә сағында уның менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Башҡортостанға йыш килгәнегеҙҙе беләбеҙ. Һағыныу хисе шулай тыуған яҡҡа ашҡындырамы, әллә башҡа сәбәптәр йөрөтәме һеҙҙе, Земфира Ғизетдин ҡыҙы?
– Әлбиттә, күпме генә килмә, бәләкәй Ватан барыбер һағындыра, юҡһындыра. Өфө мине һәр саҡ “өф” итеп ҡаршы алғандай тойола. Тын алыуы рәхәт, иркен. Бөтөн кеше таныш кеүек, уларҙың барыһы менән дә иҫәнләшеп үткем килә... Тыуған төйәгенән ситтә йәшәгәндәргә был тойғо ныҡ таныштыр.
Һағыныу менән бер рәттән мине хеҙмәтемә тоғролоҡ та йөрөтә. Ғүмер буйы СССР Фәндәр академияһының Милли мәктәптәр институтында эшләгән кеше булараҡ, төбәктәрҙәге бөгөнгө мәғариф мәсьәләләренә, уҡыу йорттарының, педагогтарҙың яҙмышына битараф ҡала алмайым. Белеүегеҙсә, заман талаптарына ярашлы, хәҙер ижади хеҙмәт иткән коллективтарға, проекттар төҙөп, көсөн күрһәтеү мөмкинлеге бар. Мәғариф учреждениеларына ошо йәһәттән ярҙам итергә тырышам. Бер нисә йыл элек Стәрлетамаҡ, Салауат педагогия, Өфө киң профилле һөнәрселек колледждарында ғилми етәкселекте үҙ өҫтөмә алып, уларға Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы ҡарамағындағы Мәғарифты үҫтереү федераль институтының тәжрибә майҙансығын булдырырға ярҙам иттем. Был эшемде әле лә алып барам. Быйыл, мәҫәлән, яңы майҙансыҡ эш башлай.
– Һөнәрегеҙгә ошондай тоғролоҡ ҡайҙан килә? Бәлки, бала сағығыҙға бер аҙ “сәйәхәт” ҡылып алырбыҙ?
– Тыуған ерем – Көйөргәҙе районының Ермолаевка ауылы. Миңә бер йәш саҡта атайымды Ишембай яғына колхоз рәйесе итеп ебәргәндәр. Ләкин, оҙаҡ та үтмәй, Бөйөк Ватан һуғышы башланған. Атайымды тәүге көндәрҙән үк фронтҡа оҙатҡандар.
Әсәйем менән ошо Смаҡай ауылында йәшәүҙе дауам иттек. Ундағы башланғыс кластарҙы тамамлағас, Ишембай ҡалаһындағы берҙән-бер милли белем усағына – 3-сө мәктәпкә – юлландым. Дүрт саҡрымлыҡ араны көн дә йәйәүләп йөрөп уҡыныҡ. Һуғыштан һуңғы ауыр йылдар... Ғилемгә сарсап һыуһаған, илдең тормошон яҡшыртырға ынтылған осор. Беҙгә бик көслө педагогтар белем бирҙе. Күңелемә уҡытыусы һөнәренә тап шул ваҡытта ҙур һөйөү һалынғандыр, моғайын.
Мәктәптән һуң СДПИ-ның (әле БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы) башҡорт һәм урыҫ телдәре бүлегенә уҡырға индем. Һуңғы курста белем алған саҡта, уҡытыусылар етешмәй, тип беҙҙе ауыл мәктәптәренә эшкә ебәрҙеләр. Миңә тыуған яғым Көйөргәҙенең Мораптал урта мәктәбендә урыҫ теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен алып барыу форсаты тейҙе. Остаздарыбыҙ беҙҙең янға килеп йөрөй торғайны. Урыҫ теленән уҡытыусым Анатолий Александрович Серенко хеҙмәтемә матур баһа бирҙе. “Дәрес конспекттарыңды ташлама, алып ҡайт. Бәлки, диплом эше яҙып ҡарарбыҙ”, – тине ул. Ә ул ваҡытта студенттар дәүләт имтиханы ғына тапшыра, диплом яҙыу булмай торғайны.
Институтта был эшкә башлап мин тотондом. Ябай ғына итеп яҙылғайны ул. Диплом эшемә ҙур баһа бирҙеләр, башҡаларға өлгө итеп күрһәттеләр. Уҡыуҙы тамамлағас иһә, кафедрала ҡалырға тәҡдим булды. Баш тарттым, сөнки мәктәптә урыҫ теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу мәсьәләһе ҡатмарлы икәнлеген күреп, унда ярҙам күберәк кәрәклегенә төшөнгәйнем. Һөҙөмтәлә Ишембай районының Әхмәр урта мәктәбендә эш башланым.
– Белеүемсә, һеҙгә барыбер кафедраға ҡайтырға тура килгән?
– Эйе, мәктәптә урыҫ теле һәм әҙәбиәтен өс йыл уҡытҡас, институтҡа эшкә саҡырҙылар. Бер йылдан иһә СССР Фәндәр академияһының Милли мәктәптәр институтының аспирантураһына уҡырға индем. Ғилем туплағас, тыуған Башҡортостанымда бер аҙ эшләнем, әммә ирем ныҡышмал булып сыҡты: Мәскәүҙә бөтөнләйгә төпләндек. Бына шул ваҡыттан – 1971 йылдан алып илебеҙҙең баш ҡалаһында йәшәйем, СССР Фәндәр академияһының Милли мәктәптәр институтында хеҙмәт иттем.
Ирем Нәзир ҙә шунда эшләне. Ул абазин милләтенән ине, фамилияһы – Экба. Ҙур белгес булды ул, иң ауыр, ҡатмарлы Төньяҡ Кавказ телдәрен белә ине, биш милләт балалары, уҡытыусылары өсөн берҙәм дәреслектәр, методик әсбаптар яҙҙы. Бөтә Союз мәктәптәренең эшен хәстәрләгән институт хеҙмәткәрҙәре булараҡ, дөйөм уҡытыу программалары эшләй торғайныҡ. Уларға таянып, төбәктәр үҙенекен төҙөнө, дәреслектәр яҙҙы. Ғөмүмән, республикалар менән тығыҙ бәйләнештә эшләнек, институттың бөтә ерҙә филиалдары булды.
Институтта оҙаҡ йылдар урыҫ телен, туған телдәрҙе уҡытыу буйынса диссертация советы эшләне. Башҡортостандан да күптәр беҙҙә ғилми хеҙмәткәр баҫҡысына күтәрелде. Үҙемә килгәндә генә лә, тыуған республикама ун фән кандидаты әҙерләнем. Улар әле Башҡортостанда уңышлы эшләп йөрөй.
Союз уҡытыусыларын берләштергән, уларға тәжрибә уртаҡлашыу мөмкинлеген асҡан үҙенсәлекле “тимерлек” ине беҙҙең институт. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уны яңы быуат башында ябып ҡуйҙылар. Һөҙөмтәлә төбәк педагогтарының үҙ-ара, шулай уҡ Үҙәк менән бәйләнеше өҙөлдө, ҡайһы бер урындарҙа тел методикаһы буйынса диссертация яҡларлыҡ мөмкинлек тә, шарт та юҡ. Ҡыҫҡаһы, институттың ябылыуы ил мәғарифына зыян ғына килтерҙе.
Ябылыуға дусар булған биш учреждение нигеҙендә яңы ойошма – Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының Мәғарифты үҫтереү федераль институты – асылды. Әле шунда эшләп йөрөйөм. Бында, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, милли мәсьәләләр менән шөғөлләнмәйҙәр...
– Шулай ҙа һеҙ, үҙаллы булһа ла, элекке юлығыҙҙы дауам итәһегеҙ...
– Был эште бурысым тип һанайым, выжданым ҡушыуы буйынса башҡарам. Мәғарифтағы туҡтауһыҙ реформалар уҡытыусыға аныҡ йүнәлештән барыу мөмкинлеген бирмәй, бер ярҙан икенсеһенә һуғылыу хеҙмәт сифатына кире йоғонто яһай. Бәләкәй комплектлы мәктәп педагогтарының эшмәкәрлеге мине айырыуса борсой, уларҙың яҙмышы элек тә хафаға һала торғайны. Ошо уҡытыусыларға ярҙам йөҙөнән “Башҡорт мәктәбендә урыҫ телен өйрәтеүҙең теорияһы һәм методикаһы” тигән ҡулъяҙма төҙөнөм (авторҙашым – Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтынан Зәкиә Нафиҡова). Хеҙмәтебеҙ нәшриәткә тапшырылған. Ул төпкөл ауылдарға эшкә барған йәш педагогтар өсөн айырыуса кәрәкле әсбап булыр тигән ышаныстамын.
Алда әйтеп үткәнемсә, республикалағы бер нисә колледжға Мәғарифты үҫтереү федераль институтының тәжрибә майҙансығы булырға ярҙам иттем. Мәғариф учреждениелары коллективтарына теләгем шул: тик ятмаҫҡа, заман ауырлыҡтарынан ҡурҡмаҫҡа, яңылыҡтарҙы тотоп ала белергә кәрәк. Яҡташтарыма туған телде һаҡлау, үҫтереү йәһәтенән айырыуса тырыш, ныҡышмал булырға кәрәк. Был маҡсатты тормошҡа ашырыу юлында уҡытыусылар, ғалимдар үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнамаһын, хәл итәһе мәсьәләләрҙе йәмғиәткә ваҡытында белдерә, үҙ һүҙен ныҡлы әйтә барһын ине.
– Һеҙ кандидатлыҡ диссертацияһын уҙған быуаттың 70-се йылдары башында уҡ яҡлағанһығыҙ, бихисап ғилми хеҙмәт нәшер иткәнһегеҙ, 20-гә яҡын педагогия фәндәре кандидаты әҙерләгәнһегеҙ. Үҙегеҙ докторлыҡ диссертацияһын яҙыу тураһында уйламанығыҙмы?
– Ул турала уйлау йәки хыялланыу ғына етмәй. Фән докторы исемен йөрөтөү – ифрат яуаплы бурыс. Был дәрәжәгә етеү өсөн буласаҡ ғалимдың башҡалар таянып эш итерлек хеҙмәттәре, фәнде үҫтерерлек, исемен танытырлыҡ асышы, дөйөм алғанда, “ғилми мәктәбе” булырға тейеш. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ундайҙар һирәк. Белеүегеҙсә, яңы быуат башында ғилми диссертацияларҙы бик еңел юл менән яҡлауға, хатта һатып алыуға юл ҡуйылды. Ул хаҡта матбуғатта күп яҙылды, яҡланған хеҙмәттәрҙе юҡҡа сығарыу осраҡтары ла булды. Бындай күренеш фәндең бәҫе төшөүенә, ғилми дәрәжә йөрөткән кешеләргә ҡарата ихтирамдың кәмеүенә килтерҙе.
Холҡом буйынса мин үҙемә лә, уҡыусыларыма ла сиктән тыш талапсан булдым. Шуғалыр ҙа, уйлауымса, миңә Юғары аттестация комиссияһы аспиранттарға ғилми етәксе булырға рәсми рәүештә рөхсәт биргәндер (был вазифаны бит фән докторҙары ғына башҡарырға хаҡлы ине). Аспиранттарыма ярҙамым ғилми тикшеренеү эшенең ниндәйҙер өлөшөн яҙып биреүҙән ғибәрәт түгел ине, ә уларҙы ысын мәғәнәһендә кеше итеүгә, диссертация яҡлап ҡайтҡас, студенттары алдында ҡурҡмай, тартынмай, оялмай, ышаныслы итеп лекция уҡырлыҡ, үҙен фән кешеһе итеп тойорлоҡ, йәштәргә тейешле белем бирерлек итеп тәрбиәләүгә ынтылыштан торҙо. Уҡыусыларым ышанысымды ысынлап та аҡланы. Уларҙың барыһы ла әле юғары дәрәжәле эш башҡара – доценттар, факультет декандары, кафедра етәкселәре. Араларынан Рәмзәнә Әбүталипова хатта, ғилми етәксеһен уҙып китеп, докторлыҡ диссертацияһын яҡланы. Уға “афарин!”дан башҡа ни әйтәһең?
Үҙемә килгәндә, эш докторлыҡ диссертацияһында ғына түгел бит. Ундай юғары дәрәжәгә эйә булмай тороп та, илеңә тоғро хеҙмәт итергә мөмкин. Теләк кенә шарт. Фән докторы булманым тип бер ҙә үкенмәйем. Әлеге дәрәжәмде аҡлап йәшәһәм, халҡымдың рәхмәтен тойһам, шул еткән.
– Белеүебеҙсә, ижад һәм тәржемә эше лә һеҙҙең өсөн ят түгел. Был шөғөлдәрегеҙҙең дә нигеҙендә балаларға телде өйрәтеү маҡсаты яталыр?
– Ҙур ҡалала балаларыбыҙҙың минең дә, атаһының да туған телен белеп үҫеүен тәьмин итеү, әлбиттә, икебеҙҙән дә даими эш талап итте. Әйткәндәй, был турала “Башҡортостан” гәзитенең быйылғы 20 февраль һанында донъя күргән “Ҡатнаш ғаилә: балалар нисек тәрбиәләнергә тейеш?” тигән мәҡәләмдә бәйән иткәйнем. Ошонда әйтелгән алымдар буйынса ике ҡыҙыбыҙ ҙа өс йәшендә башҡортса ла, абазинса ла, урыҫса ла һәйбәт һөйләшә ине. Уларға туған телдәребеҙҙә яҙылған китаптар уҡыныҡ, әкиәттәр һөйләнек, йырҙар тыңлаттыҡ. Өҫтәүенә ҡыҙҙарыбыҙ каникулды Башҡорт­останда, Кавказда йәшәгән әсәй-атайыбыҙ янында үткәрергә яратты. Ошонан сығып әйткәндә, баланы иң тәүҙә туған телдә һөйләшергә өйрәтеү, аралаштырыу шарт. Ә грамматик ҡағиҙәләрҙе ул аҙаҡ та үҙләштерә ала. Бөгөнгө милли мәктәптәр ҙә ошоно иғтибар үҙәгенә алһын ине.
Ғөмүмән, ижадҡа, тәржемә эшенә, ысынлап та, балаларға телде өйрәтеүҙә ярҙам итеү маҡсатында тотондом. Бер тиҫтә йыл элек кескәйҙәр өсөн “Ҡуян да хәйлә ҡорған” тигән китабым донъя күрҙе. 2010 йылда иһә мәктәпкәсә йәштәге балаларға, башланғыс класс уҡыусыларына тәғәйенләнгән ике телдәге ҡулъяҙмам сыҡты. Унда башҡорт һәм урыҫ яҙыусылары әҫәрҙәренең тәржемәләрен бирҙем. Был хеҙмәттең ике телдең лексик үҙенсәлектәрен сағыштырып өйрәнеүҙә әһәмиәте ҙур тип иҫәпләйем. Башҡорт мәктәптәре өсөн урыҫ яҙыусылары ижад иткән проза әҫәрҙәренең тәржемәһен дә әҙерләнем, ул тиҙҙән донъя күрер тип ышанам.
Өлкәндәргә тәғәйенләнгән шиғырҙар йыйынтығым да нәшриәттә сират көтә. Унда үҙемдең ижад емештәремде, Ғүмәр Хәйәмдең робағиҙарына, Сергей Михалковтың мәҫәлдәренә, Лариса Рубальскаяның лирик әҫәрҙәренә тәржемәләремде туплағанмын.
– Әҙәбиәт темаһын дауам иткәндә, һеҙҙең Мәскәүҙә Рәми Ғариповтың 80 йыллығын үткәреүҙе ойошторға­нығыҙ тураһында беләбеҙ. Сара ниндәй тәьҫораттары менән иҫегеҙҙә ҡалған?
– Бик шәп килеп сыҡты ул! Мәскәүҙәге Милләттәр йортона бихисап милләттәшебеҙ, яҡташтарыбыҙ йыйылды. Залды алдан тейешле кимәлдә йыһазландырғайныҡ. Сарала билдәле сәхнә оҫталары, Мәскәүҙә милли йыр-бейеү түңәрәгендә шөғөлләнгән балалар сығыш яһаны. Ейәнем Линарҙың Рәми Ғариповтың “Сыйырсыҡ” тигән шиғырын ятлауын айырыуса ғорурлыҡ менән иҫкә алам.
Унан Р. Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты уҡыусылары менән “телекүпер” ойошторҙоҡ. Бөйөк шағирыбыҙҙың яҡты иҫтәлегенә бағышланған ошо эштәребеҙ нигеҙендә аҙаҡ йыйынтыҡ донъя күрҙе.
Ғөмүмән, Мәскәүҙә донъя көткән башҡорттар ошолай осрашып, аралашып йәшәргә тырышабыҙ. Заманында үҙем ете йылдан ашыу “йәкшәмбе мәктәбе”н дә алып барғайным. Тик шуныһы күңелемде һыҙлатып тора: беҙҙең быуын йәшерәк, көслөрәк, дарманлыраҡ саҡта, илдең баш ҡалаһында үҙебеҙҙең милли белем усағын аса алманыҡ. Татар ҡәрҙәштәребеҙ был йәһәттән мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырманы: уларҙың мәктәбе лә, балалар баҡсаһы ла бар. Беҙҙең башҡорттарҙың да милли мәғариф учреждениелары булыр тигән ышаныс әле һаман ташламай, хатта көсәйә лә бара, сөнки хәҙер Мәскәүҙә рухлы, маҡсатына ынтылыусан, сәмле йәш милләттәштәребеҙ бихисап.
– Улар тыуған республикаһына ситтән тороп күберәк файҙа килтерә аламы? Ғөмүмән, бөгөнгө йәштәрҙең ҡырға китеп төпләнеүенә нисек ҡарайһығыҙ, Земфира Ғизетдин ҡыҙы?
– Ниндәйҙер ерҙәге алдынғы уҡыу йортонда белем алыу һәйбәт, әлбиттә. Ләкин йәштәр, айырыуса егеттәр, ҡырҙа бөтөнләйгә тороп ҡалмаһын ине. Улар үҙ еренә хеҙмәт итергә тейеш. Бигерәк тә бөгөн, илебеҙ, республикабыҙ заманса фекер йөрөткән ғилемле йәштәргә ихтыяж кисергән мәлдә, Ватанды ҡалдырып китеү егетлек түгел. Мине айырыуса бәләкәй ауылдарҙың яҙмышы борсой. Заманында илебеҙгә ниндәй ҙур шәхестәр үҫтереп биргән төпкөлдәребеҙҙе кем ҡоротмай һаҡларға тейеш? Туған телебеҙҙең дә рухи тамыры ошо бәләкәй ауылдарҙа бит.
Үҙемдең ситтә йәшәүемә килгәндә, яратҡан ғаиләм, балаларым, ейән-ейәнсәрҙәремдең янымда булыуы менән бәхетлемен. Ә башҡа яҡтан... Һәр урында, хатта ғүмер буйы хеҙмәт иткән институтта ла үҙемде яңғыҙ тойҙом. Ҙур ҡала урамы, халыҡ йүгерә-атлай ҡайҙалыр ашыға, һис кем таныш түгел, йылылыҡ юҡ... Күңелемдәге зарҙы, бушлыҡты Башҡортостаныма ситтән булһа ла тоғро хеҙмәт итеү менән тултырырға тырыштым. Әле лә ошо бурыс менән янып-көйөп йәшәйем.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873