Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Етемлектең төҫө ете төрлө
Етемлектең төҫө ете төрлө Етемлектең ете төҫө була,
Тик күңелде тартмай ул төҫтәр.
Үҙгәртергә ине шул буяуҙы,
Үҙе теләгәнсә етемдәр.

Венер Исхаҡовтың былтыр 11 ноябрҙә донъя күргән “Патронат тәрбиәме, әллә...” тигән мәҡәләһен, уға шаңдау булараҡ яңғыраған башҡа яҙмаларҙы уҡығас, оҙаҡ уйланып йөрөп, мин дә фекеремде белдерергә йөрьәт иттем.

Тормошомдоң күп йылдарын уҡытыу­сылыҡҡа арнаным, аҙаҡ йәмәғәт башланғысында опека һәм попечителлек йүнәлешендә инспектор булып йөрөнөм. Ирем менән 1994 йылда биш баланы тәрбиәгә алдыҡ. Түккән көсөбөҙ бушҡа китмәне: икәүһе педагогия колледжын, аҙаҡ ошо йүнәлештәге юғары уҡыу йортон тамамланы; йәнә береһе медицина университетында белем алды, әле Себерҙә эшләй; башҡалары махсус урта белемле, Төмән өлкәһендә һәм Мәскәүҙә эшләйҙәр. Шуныһы ла ҡыуаныслы: балаларыбыҙҙың белеме генә түгел, үҙҙәренең өйҙәре лә бар.
Тәрбиәләнеүселәребеҙ – социаль етем­дәр. Уларҙы алыуға иремдең киң күңелле булыуы, үҙемдең интернатта шундай хәлдәгеләр менән аралашып үҫеүем йоғонто яһаны. Ҡыҙға­нысҡа ҡар­шы, “Барыһын да аҡса өсөн эшләйҙәр, бына өйлө лә булырҙар әле” тигән фекерҙәрҙе лә ишетергә тура килде. Ләкин беҙ йортҡа мохтажлыҡ кисермәй инек, йәйгә сыҡһаҡ, хатта өс урында йәшәнек. Үҙебеҙҙең өс балабыҙ бар, тәрбиәгә алын­ғандар – бишәү. Иң өлкәненә 11 йәш булһа, бәләкәйенә ике йәш ярым ине. Тора-бара үҙебеҙҙең балалар буй етеп, башлы-күҙле булғас, ейәндәр ҙә килә башланы. Күңел киң булһа, аш етә бит ул.
Тәрбиәгә алған балаларыбыҙ ғаиләбеҙҙең тулы ағзаһы булып, үҙебеҙ кеүек хеҙмәт һөйөп үҫте. Ҡайһы берәүҙәр етем­дәрҙе эшләтеүгә ҡаршы. Улар хеҙмәткә ҡайҙа һәм кемдән өй­рәнергә тейеш һуң?! Бер миҫал килтереп уҙайым. Ауылыбыҙҙа тыуған бер ҡыҙҙы, әсәһе вафат булып ҡалғас, туғандары тәрбиәгә алманы, етемдәр йортона урынлаш­тырҙы. Үҫеп етеп, кейәүгә сыҡҡас, ул үҙ төйәгендә төпләнергә ҡарар итте. Ләкин бәхетле тормош килеп сыҡманы, сөнки балалар йортонда тәрбиә алған ауыл­дашыбыҙ ғаиләһен ҡарарға, кешеләр менән матур итеп аралашыуға әҙер түгел ине. Уларға күршеләре ярҙам да иткеләне, ләкин ҡатын был мәрхәмәт­лекте аңлап еткермәне. Һөҙөмтәлә яҙмышы ҡыйралды...
Етемдәр балалар йортонда бер яҡлы ғына тәрбиә ала. Беренсенән, барыһы ла улар өсөн булырға тейеш тигән фекер менән йәшәп өйрәнәләр, икенсенән, ҡаршы һүҙ әйткәнде, тыйғанды яратып бөтмәйҙәр. Мәҫәлән, беҙ тәрбиәгә алған балаларҙың береһе: “Минең өсөн һеҙгә аҡса бирәләр бит, ул минең өсөн эшләй”, – тип ирем менән икебеҙгә ярҙам итеүҙән баш тартты. Беҙ уны ғәйепләмәйбеҙ, мәсьәләнең нигеҙен төптәнерәк эҙләргә кәрәк.
Интернатта уҡығанда беҙгә көндәлек эш төрҙәренең иң кәрәклеләрен өйрәттеләр. Был йәһәттән Темәс интернатының ул осорҙағы коллективына ҙур рәхмәт! Ҡуян, себеш тәрбиә­ләнек, бесән эшләнек, йәшелсә үҫтерҙек, емеш-еләк баҡсаһы ла булды. Ашханала дежур итеүҙе байрамдай ҡабул итә инек: картуф әрсейбеҙ, өҫтәл әҙерләйбеҙ, һауыт-һаба йыуабыҙ... Ә хәҙерге балалар йорттарының күбеһендә, минеңсә, ошондай хеҙмәт тәрбиәһе етеңкерәмәй. Байрамдар уҙғарыуға, сәйәхәткә сығыуға нығыраҡ иғтибар бүленә кеүек.
“Баланы аҡса өсөн алалар” тигән фекергә килгәндә, уны бөгөнгө хаҡтар менән яҡындан ҡыҙыҡһынмаған йә иһә тәрбиә өлкәһенән бөтөнләй йыраҡ торған кешеләр әйтәлер, тип уйлайым. Опекундар ҙа, патронат ғаиләләр ҙә был финанс ярҙамын тик балалар өсөн ҡуллана, килемдең хатта етмәй ҡалған осраҡтары ла була. Йортоңда бит һәр береһенә уңайлы шарттар тыуҙырыу мөһим, өҫтә­үенә кейем-һалымдың, уҡыу әсбап­тарының ҡыйбатлығы һис кемгә сер түгел.
Әлбиттә, етемдәрҙе тәрбиәләү өлкә­һендә барыһы ла яҡшы булһа, гәзиттә эшләүселәр кире күренештәрҙе тән­ҡитләп сығыш яһамаҫ ине. Һәр баш­лан­ғыс ошондай фекер алышыу, бәхәстәр аша үҙенә юл яра бит. “Башҡортостан”да етемдәргә бәйле донъя күргән мәҡәләләр аша халыҡ патронат ғаиләләр, опекундар тураһында тейешле мәғлүмәт тә алды. Ошондай бәхәс тыуҙырған мәҡәләләр йышыраҡ баҫыл­һын ине тигән теләгем бар. Социаль ярҙамға мохтаж ғаиләләр йылдан-йыл күбәй­гәнлектән, патронат тәрбиәгә айырыуса ҙур иғтибар бүлеү, был йүнәлеште үҫтереү мөһим. Уның уңайлы яҡтары бихисап. Әйтәйек, бер туғандарҙы бер ғаиләгә бирергә мөмкин, тимәк, улар өлкәнәйгәс, бер-береһен эҙләп йөрөмәйәсәк. Патронат ата-әсәгә эш стажы яҙыла, хеҙмәт хаҡы түләнә. Тимәк, улар ышанысты аҡларға бурыслы. “Шулай тип әйтәләр, былай һөйләйҙәр” тигән һүҙҙәрҙән юғары булып, намыҫтан тайпылмайынса, тәрбиә эше менән булышыу мөһим. “Баланы аҡса өсөн алған” тигән фекергә әйләнеп ҡайтҡанда, шуны ла өҫтәр инем: етемде тәрбиәләгән кеше бизмәнгә иң ҙур байлығын – һаулығын – ҡуя түгелме? Ә сәләмәтлек юғалһа, уны бер ниндәй аҡсаға ла кире ҡайтарып булмаясаҡ. Өҫтәүенә етемдәрҙе тәрбиә­ләгән ғаиләләр дәүләт ҡаҙнаһы өсөн бик күп экономия яһай, сөнки балалар йорттарын тотоуға, һәр сабыйҙы үҫтереп, белем биреүгә бик күп сығым талап ителә.
Ата-әсәнең хеҙмәтен балаларын үҙал­лы тормош юлына нисек сығары­уына ҡарап баһалайҙар. Шуның өсөн кеше һүҙенә ҡарап, күңелде төшөрөргә ярамай. Тормош бумеранг кеүек – ваҡыт үтеү менән ҡылғандарың үҙеңә әйләнеп ҡайта. Заман­даштарыбыҙ етемдәрҙе тәрбиәгә алған икән, уларҙың күҙ йәшен һөртөргә лә, тәмле аш менән һыйларға ла, кәрәк сағында нотоҡ уҡырға ла, талап итергә лә, эшкә өйрәтергә лә иренмәһен ине. Тәү сиратта үҙеңдең өлгө булыуың мөһим. Ниндәйҙер ғәйеп ташлағандарға яуап эҙләп маташырға кәрәкмәй, фәҡәт балаларға тейешле тәрбиә бирергә ынтылыу зарур.
Улар, ысынлап та, йылы һүҙгә, ата-әсә наҙына мохтаж, һүҙ ҡушыу менән килеп һыйынырға тырышалар... Социаль етем­лектең нигеҙе бөгөнгө ғаиләлә, мәктәптә, йәмғиәт тормошонда ята. Атай-әсәй балаһын оҙайлы ваҡытҡа өләсәһе тәрбиәһенә ҡалдырып, аҡса табыр өсөн ҡырға эшкә китергә мәжбүр, бындай осраҡтарҙа йәш быуын вәкилдәренең ҡайһы берҙәре бөтөнләй үҙаллы тормош башлай. Уҙған быуаттың 80-се йылдарында мәктәптә ғаилә тормошоноң этикаһы һәм психо­логияһы тигән предмет өйрәтелә торғайны. Тейешле кимәлдә уҡытҡанда, өлкән класс уҡыусылары өсөн ул ифрат файҙалы булды. Белем биреүгә айырыуса ҙур өҫтөнлөк күрһәтелгән бөгөнгө мәктәптәрҙә лә тәрбиә мәсьәләһе бер яҡ ситтә ҡалмаһын ине, тип теләйем.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 703

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 830

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 776

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 484

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 106

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 804

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 048

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 180

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 783

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 830

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 621

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 877