Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡулдары етеҙ, телдәре үткер...
Ҡулдары етеҙ,  телдәре үткер... Ишембайҙағы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназияһы – республикала төрлө яҡлап танылған уҡыу йорто. Робот та яһайҙар бында, бәйләм бәйләйҙәр, ҡомдан быялала һүрәт тә төшөрәләр. Уҡыусыларҙың яҡшы уҡыуы, олимпиада-ярыштарҙа алдынғылыҡ яулауы хаҡында әйтеп тә тораһы түгел. Саф башҡортса аралашыуҙары үҙе ни тора! Ә рух, ысын шәхес сифаттары тәрбиәләү һуң…

Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтының “Электрон белем биреү нигеҙендә уҡыу сифатына идара итеү” инновация майҙаны ла осраҡлы булдырылмаған бында. Уҡыу йорто һәр саҡ яңылыҡ, үҫеш юлында. Мәҫәлән, бүлмәләр компьютер, видеопроектор, интерактив таҡталар менән йыһазландырылған, “Вотум” интерактив тауыш биреү системаһы бар, хатта үҙҙәренең телевидениеһы ла эшләй. “Уҡытыуҙа инновациялы алымдар” тип исемләнгән республика семинарының бында үтеүе — мәктәптең заман менән бергә атлауына тағы бер дәлил.
Аталышында уҡытыу тураһында ғына һүҙ барһа ла, ғәмәлдә шәхес тәрбиәләүҙә һәм рухты үҫтереүҙә йәнә бер аҙым яһарға ярҙам итеүсе, төрлө яҡлап яңылыҡ, тәжрибә биреүсе был семинарҙа Ишембай ҡалаһы һәм районы, Салауат, Мәләүез, Күмертау ҡалалары мәктәп­тәре­нең башҡорт һәм инглиз телдәре уҡытыусылары ҡатнашты. Улар асыҡ дәрестәр күҙәтте, оҫталыҡ һабаҡтары алды, гимназияның тормошо менән ентекле танышты, уҡыусыларҙың Күмертауҙа йәшәүсе быуындаштары менән Скайп аша аралашып, фекер алышыуына шаһит булды.
...Гөлнур Аҙнабаева был белем усағында башҡорт теле һәм әҙәбиәте серҙәренә төшөн­дөрә. Ябай уҡытыусы булып эшләүенә ҡарамаҫтан, ул — республикала билдәле кеше. Уның һабаҡтары туған телгә һәм әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләп кенә ҡалмай, ғөмүмән, тормошто яратырға, ҡәҙерләргә өндәй. Дөрөҫөн әйткәндә, элекке уҡыусылары: “Гөлнур Шамил ҡыҙы беҙгә шулай тип өйрәтте”, — тиһә, ирекһеҙҙән: “Ниңә мин дә ошо гимназияла уҡымағанмын икән”, тип көнләшә башлайһың. Шулай ҙа әле, ярты сәғәт кенә булһа ла, остаздың дәресен тыңларға насип булды. ХI класта “Ғайса Хөсәйенов парсаларында тормош мәғәнәһе” тигән темаға асыҡ дәрес үткәргәйне ул. Ысынлап та, Гөлнур Шамил ҡыҙының уҡыу­сылар күңелен оҫта яулауына һоҡланмаҫлыҡ түгел. Баҡтиһәң, был уҡыу йортондағы семинарҙарҙа күпте аңларға, өйрәнергә була икән.
Ошо уҡ көндә телгә, Әҙәбиәт йылына арнал­ған мәҙәни сара ла уҙғарылды. Уҡыусыларҙың туған тел өсөн янып-көйөүе, ә һәләттәренең ташып тороуы киң сағыла ине бында. Бигерәк тә “Алтынай” бейеү ансамбленең профессиональ бейеүселәрҙәй башҡарған сығыштары рухты йәнә бер баҫҡысҡа күтәрҙе. Залда улты­рыусыларҙан “Барыбер ҙә киләсәгебеҙ яҡты!” тигән һығымтаға бер мин генә килмәгәнмендер.








Автор: Рәмил МАНСУРОВ. Район: Ишембай ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә