Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һөнәрле ҡулда бәрәкәт бар
Һөнәрле ҡулда бәрәкәт бар Элегерәк мәктәпте тамамлаған үҫмер артабан нимә эшләргә тип аптырап тормай ине. Терәк-таянысы булмағандар шунда уҡ фермаға һауынсы йә малсы булып барҙы, ата-әсәһенең биш йыл буйы ғилем эстәтергә хәленән килгән бик һирәктәре юғары уҡыу йортона юлланыр ине. Ә күпселек халыҡ телендә “спту”, “гпту” тип йөрөтөлгән һөнәрселек училищеларын һайланы. Шунан бер-өс йыл эсендә ғүмерлек шөғөлгә эйә булып, завод-фабрикаларҙа төп көстө тәшкил иттеләр.
Йылдар уҙып, заман үҙгәрҙе. Бер осорҙа күп кенә предприятиелар бөлгөнлөккә төшөп ябылды, эшселәрҙең ҡәҙере китте, кәрәге бөттө. “Ҡара эш”тең фәтүәһе аҙ булғанын күргән ҡыҙҙар, егеттәр юғары белемгә ынтылды. Уҡыу йорт­тары ла, ямғырҙан һуң сыҡ­ҡан бәшмәктәй, күбәйеп китте. Аби­ту­риенттарға ла бер нисә йү­нәлеште һайлап ҡарарға мөмкин­лек тыуҙы­рылды, береһенә инә алмаһаң, икенсеһенә юл асыҡ булды.
Ә бөгөн хәл нисек һуң? Йә­ше­рен-батырыны юҡ: юғары белем алған белгестәр артығы менән, улар хатта эшкә урынлаша ал­май, бөтөнләй башҡа шөғөлдө һайлар­ға мәжбүр. Ә эшсе һө­нәр­ҙәренә торған һайын ихтыяж арта. Иҡти­сад барыбер бер урында тор­май, үҫешә. Һөҙөмтәлә яңы­нан-яңы йү­нәлештәр барлыҡҡа килеп, улар ошо өлкәлә белеме булған кадр­ҙарға ҡытлыҡ кисерә башланы. Ябылып тиерлек бөт­кән урта һө­нәри уҡыу йорттары яңы һулыш алып, ҡабаттан гөр­ләп китте. Училище-техникумдар лицей, колледж итеп үҙгәртелһә лә, есеме барыбер элеккесә ҡалды.
Һөнәрле ҡулда бәрәкәт барӘммә донъялар тағы үҙгәрҙе. Тыуым кәмеп, ошо сәбәп арҡа­һын­да уҡыусылар һаны ла аҙай­ғас, һөнәри белем биреү сис­те­ма­һын­да үҙгәртеп ҡороу, ҡулайлаш­ты­рыу процесы көнүҙәккә әйләнде. Ил­дәге, донъялағы иҡтисади хәл дә шуға этәрҙе. Шул уҡ ваҡытта эшсе һөнәрҙәре буйынса кадрҙар әҙер­ләгән уҡыу йорттарының кәрәклеге көн кеүек асыҡ, һәм был ил етәк­селеге, Хөкүмәт тарафынан һәр саҡ иғ­тибар үҙәгенә ҡуйыла. Шуға күрә һөнәри белем биреү сис­темаһын, уҡыу йорттарының мат­ди-техник базаһын һаҡлап алып ҡалыуҙың юлы бер – оҡшаш йүнә­лештә­ге­ләрҙе берләштереү. Бын­да иһә уҡыу йортоноң талаптарға яраш­лы заманса йыһазланды­ры­лыуы, уҡытылған һөнәрҙәрҙең күп­леге, белгестәрҙең әҙерлек кимәле, улар­ҙың иҡтисади шарттарға яраҡ­ла­ша белеүе мөһим күрһәт­кес бу­лып тора. Шулай уҡ уҡытыу би­на­һы­ның да бөтә норматив до­кументтарының талаптарға яраш­лы булыуы бик мөһим.
Айырыуса социаль өлкә һәм агро­сәнәғәт ҡытлыҡ кисергән белгес­тәрҙе бер­гәләп, кәңәшләшеп әҙер­ләү зарур. Әле­ге мәлдә агро­сә­нәғәт комплексына эшсе көс етеш­мәй. Йәштәр ауылда ҡал­май, сөн­ки ун­да йәшәү өсөн шарттар шәптән түгел. Илдең ауыл хужа­лығы ла ҡы­йынлыҡ кисергәс, ошо тармаҡ колледждары, лицей­ҙа­рын­да уҡыр­ға теләүселәр әҙ. Улар араһында аңлатыу эше алып ба­рыу ҙа үҙ­а­ғышына ҡу­йыл­ған. Шуға ла хеҙмәт баҙарындағы ысын хәл-торош ту­ра­һында күп­тәр аныҡ ҡына белмәй.
Йылайыр районының Юлдыбай ауылындағы 80-се һөнәрсе­лек лицейы – республиканың башланғыс һөнәри белем биреү тармағында иң абруйлы уҡыу йорт­тарының береһе. Ул 80 йыл эсендә көньяҡ-көнсығыш райондар өсөн тиҫтә­ләр­сә мең йәш белгес әҙерләп сы­ғар­ҙы. Хеҙмәт ба­ҙарындағы ихтыяжды иҫәпкә алып, бында бер юлы бер нисә һөнәр алыу мөмкин­леге булды­рылған.
Лицейҙың директоры ла үҙ ке­ше – Йылайыр район Советы рә­йесе, Башҡортостандың ат­ҡа­ҙан­ған мәға­риф хеҙмәткәре Ғәле Нәҙер­ғо­лов. Башҡортостан ауыл хужа­лығы институтын тамамлаған Ғәле Яхъя улы төрлө яуаплы ва­зифа­ларҙы атҡара, әммә яҙмыш уны ҡасандыр атаһы етәкләгән ошо белем усағы­на килтерә. Тимәк, быуындар күсәгилешлеге дауам итә. Тап ул директор булып килгәс, уҡыу йортонда ыңғай үҙгәрештәр башлана, төҙөклән­дереүгә ҙур иғтибар бүле­нә.
Лицей Башҡортостандың Мәға­риф министрлығы иғлан иткән инно­вациялы белем биреү прог­рам­маһы буйынса конкурста ҡат­нашып, 20 миллион һумлыҡ грант­ҡа лайыҡ булған. Был сумма тулыһынса матди базаны нығы­тыуға һәм үҙгәртеп ҡороуға тото­нолған. Мәҫәлән, заманса ауыл хужалығы техникаһы, ағасты беренсел эшкәртеү комплекслы ҡо­рамалы, сит ил ағас эшкәртеү ста­ноктары һатып алынған. Бы­лар уҡыу йортона белем биреү хеҙ­мәттәре исемлеген киңәй­тер­гә, баҙар талап иткән эшсе көстө сифатлыраҡ кимәлдә әҙерләргә ярҙам иткән. Матди базаны за­манға яраҡлаштырыу уҡыу процесына яңы темалар, йүнәлештәр ин­дерергә мөмкинлек биргән. Мәҫә­лән, сит ил ауыл хужалығы машиналарын хеҙмәтләндереү, ялан шарттарында ауыл хужа­лығы техникаһын ремонтлау, йыл­ҡысылыҡ, солоҡсо­лоҡ... Бы­лар, берҙән, уҡыу йортон­да әҙер­лә­гән белгестәрҙең хеҙмәт ба­ҙа­рында конкурентлығын арт­тырһа, икен­се­нән, уларға шәхси йүнәлештә йәки крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары төҙөп, үҙҙәре­нең мөмкинлектәрен тулыраҡ асыр­ға һәм ҡулланырға ярҙам итә. Уҡыу йорто лабораторияларында, оҫ­таха­наларҙа грант иҫә­бе­нә алынған заманса ҡо­ра­мал­дарҙа, шулай уҡ Интернет аша электрон белем биреү сығанаҡ­тарына мө­рә­жәғәт итеп үҙаллы шөғөлләнеү ҙә тик файҙаға ғына.
Белем усағы тармаҡтағы ал­дын­ғы предприятиелар менән эшлекле бәйләнеш булдырған. Мә­ҫә­лән, бил­дәле “Алексеевка” совхозы, “Урал аръяғы” МТС-ы, “Саллы-Про­фи” яуаплылығы сик­ләнгән йәмғиәте – шулар иҫәбен­дә. Улар, үҙҙәренең заманса йы­һазлан­ды­рылған етештереү ба­заһында хеҙ­мәт практикаһы үткән йәш ҡыҙҙар менән егеттәргә оҫта­лыҡты арттырыу мөмкин­ле­ген булдырып, инновациялы бе­лем биреү програм­маһын тор­мош­ҡа ашырырға ярҙам итә.
Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте. Былтыр Юлдыбайҙағы 80-се һө­нәрсе­лек лицейы, иң яҡшы баш­ланғыс һөнәри белем биреү уч­режде­ние­һы тип танылып, Баш­ҡортостан Республикаһы Хөкү­мәтенең Дипломы менән бү­ләк­ләнә. Афарин!




Автор: Г. МӨХӘРРӘМОВА. Район: Йылайыр районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә