Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Беребеҙ өсөн беребеҙ кәрәк
Беребеҙ өсөн беребеҙ кәрәк Баш ҡалабыҙ Өфөгә ике көнлөк эш сәфәре менән Силәбе өлкәһе губернаторы Борис Дубровский етәкселегендә рәсми делегацияның килеүе хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Уның сос­тавында өлкә Хөкүмәте ағзаларының, Башҡортостан менән ҡыҙыҡһынған Төньяҡ Урал предприятиеһы етәкселәренең булыуы осрашыуҙың әһәмиәтенә асыҡ дәлил ине.


Беребеҙ өсөн беребеҙ кәрәкҠунаҡтарҙы Өфө бай мәҙәни программа менән ҡаршы алды – эш сәфәренең тәүге көнө, ғөмүмән, рух берлегендә үтте. “Башҡортостан” дәү­ләт концерт залының сәхнәһен ике төбәктең ижад коллективтары ысын мәғәнәһендә дуҫлыҡ майҙанына әй­лән­дерҙе. Айырыуса Силәбенең “Урал” бейеү ансамбле, беҙҙең Ф. Ғәс­кәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре, “Мираҫ” бейеү һәм йыр фольклор ансамблдәренең сығы­шын тамашасылар йылы ҡабул итте. Ғөмү­мән, Силәбе менән Башҡортостан араһындағы рухи бәйләнеш элек-элек­тән бик көслө. “Рәсәй Федера­ция­һы башҡорттары” дәүләт прог­рам­маһын­да Силәбе ҡалаһы һәм өлкәһендә йәшәгән 170 меңдән ашыу милләт­тәшебеҙҙең рухи-мәҙәни ихтыяждарын нығытыу ҙа – ана шул берҙәмлектең бер сағылышы.
Башҡортостан вәкиллеге был ниәт­те бойомға ашырыу буйынса аныҡ эштәр башҡара: Мәҙәниәт министр­лы­ғы, Республика халыҡ ижады үҙәге менән берлектәге тығыҙ хеҙмәттәшлек һөҙөмтәһендә төрлө мәҙәни проекттар тормошҡа ашырыла. Өлкәлә Башҡорт­остандың сәнғәт оҫталары гастрол­дәре йыш ойошторола. Шуға ла эшлекле осрашыуҙарҙың рухи, ижади берлектә башланып китеүе юҡҡа түгел.

Беребеҙ өсөн беребеҙ кәрәк***
Сәфәрҙең эшлекле өлөшөнә кил­гәндә, осрашыу кисә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Силә­бе өлкәһе Хөкүмәте араһында сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйыуҙан башланды.
– Башҡортостан менән Силәбе араһындағы бәйләнештәрҙе уникаль тип әйтһәң дә була: ике төбәк һәр ваҡыт бер-береһен тулыландырып килә. Бер яҡтан, һәр ҡайһыбыҙ үҙ ҡаҙаныбыҙҙа ҡайнай төҫлө, әммә төптәнерәк уйлап ҡараһаң, бер-бе­ребеҙгә кәрәкле тауар етештереү менән мәшғүлбеҙ, — тине республика Башлығы Рөстәм Хәмитов.
Документ ҡануниәт, ауыл хужалы­ғы, транспорт, һаулыҡ һаҡлау, мәҙә­ниәт, туризм, ағас эшкәртеү сәнәғәте, киң мәғлүмәт саралары һәм башҡа бик күп тармаҡтарҙа хеҙмәттәшлекте күҙ уңында тота. Килешеүгә ярашлы, яҡтар үҙ биләмәләрендә теге йәки был тө­бәктең вәкиллеген, координация органын ойоштора ала.
Рөстәм Зәки улы билдәләүенсә, былтыр төбәктәр араһындағы тауар әйләнеше 30,2 миллиард һум тәшкил иткән. Силәбенән Башҡортостанға металл, йөк машиналары, төҙөлөш материалдары оҙатылған.
— Башҡортостан — Силәбе өлкәһе өсөн иң төп стратегик партнерҙарҙың береһе, – тине Силәбе өлкәһе губернаторы Борис Дубровский. – Төбәктәр араһында тығыҙ хеҙмәттәшлек булды­рылған. Һуңғы ваҡытта Башҡортос­тан­да етештерелгән аҙыҡ-түлек ризыҡ­та­рына ихтыяж артты, был силәбеләр­ҙең сифатлы аҙыҡты лайыҡлы баһалауы хаҡында һөйләй.

Беребеҙ өсөн беребеҙ кәрәк***
Артабан республика Башлығы Рөстәм Хәмитов менән Силәбе өлкәһе губернаторы Борис Дубровский “Агрокомплекс” XXV халыҡ-ара махсуслаш­тырылған күргәҙмәһендә булып, аграр етештереү һәм эшкәртеү сәнәғәте өсөн заманса ауыл хужалығы техникаһы, үҫемлекселек, мал­сылыҡ өсөн кәрәкле ҡорамалдар менән танышты.
Дөйөм алғанда, күргәҙмәлә Рәсәй­ҙең төрлө төбәктәренән, шулай уҡ Ҡытай, Голландия, Польша, Ҡаҙағстан һәм башҡа илдәрҙән килгән 250-нән ашыу предприятиеның эшмәкәрлеген яҡындан өйрәнергә була. Силәбе өлкә­һе губернаторы Борис Дубровский экспонаттарҙы ҡарап сыҡҡандан һуң төбәктәрҙә етештерелгән продукцияны тауар сығарған селтәрҙәр ярҙамында таратыуҙың маҡсатҡа ярашлылығы тураһында фекер белдерҙе. Ҡунаҡтар Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге стенды янында башҡорт балынан ауыҙ итте, үҙәк вәкилдәре силәбе­ләргә төрлө өҫтәмәләр ҡушылған бал тураһында һөйләне.
Был көндә Силәбенең “Петкус Урал” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте стенды ла иғтибар үҙәгендә булды. Предприятие төрлө культура орлоҡ­тарын сәсеү алдынан эшкәртеү менән шөғөлләнә. Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Николай Коваленко әйтеүенсә, республика аграрий­ҙары әлеге йәмғиәт менән өс йыл инде тығыҙ хеҙмәттәшлектә эшләй. “Петкус Урал”дың директоры Роман Хамракулов иһә үҙ сиратында Баш­ҡортостанда ла ошондай уҡ завод төҙөргә ниәтләүен белдерҙе. Әлегә компания “Үҙәк” МТС-ы, Калинин исе­мендәге агрофирма, “Базы” крәҫтиән (фермер) хужалығы менән хеҙмәттәш­лек тураһында һөйләшеүҙәр алып бара.
“Агрокомплекс” күргәҙмәһенән һуң ҡунаҡтар “Аҡбуҙат” ипподромына юлланды.

Беребеҙ өсөн беребеҙ кәрәк***
Был көндә республика Башлығы Рөстәм Хәмитов менән Силәбе өлкәһе губернаторы Борис Дубровский “ЕСМ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә лә булды. Юғары технологиялы электрохимик станоктар етештереүгә көйлән­гән предприятиела заманса техно­ло­гия­лар һәм металдарҙы эшкәртеү буйын­са яңы алымдар ҡулланыла. Бында етештерелгән станоктар ярҙамында иретмәләрҙән төрлө конфигурациялы деталдәр эшләп була. Бындай тех­нологияға бөгөн Рәсәйҙә генә түгел, бөтә донъяла ихтыяж ҙур. Быйылдан компания Өфө моторҙар эшләү заводының махсус заказдарын үтәй башлаясаҡ.
***
Силәбе өлкәһе делегацияһының Өфөгә эш сәфәре барышында Баш­ҡортостан Республикаһы менән Силә­бе өлкәһенең Ауыл хужалығы ми­нистр­лыҡтары араһында 2015 – 2017 йыл­дарға Саралар планы (юл картаһы) раҫланды.
Документҡа ярашлы, төбәктәрҙең ауыл хужалығы предприятиелары берлектәге күргәҙмә эшмәкәрлеген әүҙем­ләштерергә, аграрийҙарҙың ҡаҙаныштарын танытҡан йәрминкәләр ойошторорға тейеш. Мал ауырыуҙа­рын иҫкәртеү йәһәтенән ветеринар хеҙмәттәр араһында ла бәйләнештәр нығынасаҡ. Силәбе өлкәһен ябай һәм комплекслы минераль ашламалар, бөртөклө һәм ҡуҙаҡлы культура орлоҡтары, бер йыллыҡ һәм күп йыллыҡ үләндәр менән тәьмин итеү тураһында ла килешеүгә өлгәшелде. Яҡтар бер-береһенә ауыл хужалығы техникаһын һәм ҡорамалдарын оҙатыуҙы арттырыу йәһәтенән дә хеҙмәттәшлекте киңәйтергә хәл итте.

Беребеҙ өсөн беребеҙ кәрәк***
Ғөмүмән, ике көнлөк эш сәфәре тығыҙ графикта үтте. Программала төбәк башлыҡтары осрашыуы, эшлек­ле даирә вәкилдәренең һөйләшеүҙәре лә ҡаралған ине. Сәфәр барышында төбәк башҡарма власть органдары менән берлектәге сараларҙың планы раҫланды. Башҡортостан һәм Силәбе өлкәһе муниципаль берәмектәре башлыҡтары сиктәш биләмәләр үҫеше мәсьәләләрен тикшерҙе. Эшҡыуарлыҡ вәкилдәре эшлекле бәйләнештәр биржаһында осрашты. Силәбе өлкәһе губернаторы Борис Дубровский етәк­селегендәге рәсми делегация Дәүләт аналитик контроль идаралығының күсмә лабораторияһын да ҡараны.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873