(А. Әһлиуллина, “Еңел аҡса бәхет килтермәй”, 2015 йыл, 20 февраль)
Бүтәнсә был хаҡта яҙмаҫмын тип уйлағайным, сөнки файҙаһыҙ һәм һөҙөмтәһеҙ икәнен беләм. Әммә яңыраҡ “Башҡортостан” гәзитендә журналист Алһыу Әһлиуллинаның ҡомарлы уйындар хаҡында “Еңел аҡса бәхет килтермәй” тигән мәҡәләһен уҡығас, үткән йыл аҙағында үҙем менән булған бер мажараны яҙмай ҡала алманым. Баш ҡала урамдарында көндөҙ ҙә, төндә лә йондоҙҙары менән янып балҡып ултырған “Еңеү” Бөтә Рәсәй дәүләт лотереяһы клубтарының ғәмәлдә уйын автоматтары өсөн тәғәйенләнгәнен асыҡлау ине маҡсатым.— Юҡ, бында бер ниндәй ҙә уйын автоматтары, лотерея клубы тип яҙылған бит, күрмәйһегеҙме ни?
Тышы ҡып-ҡыҙыл төҫкә буялып, уттар балҡып торған бинаның исеме лә бит бик етди: “Еңеү”. Имеш тә, ошонда һатылған лотереяларҙан килгән аҡса Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына, контракт буйынса армияла хеҙмәт итеүселәргә ярҙамға китә икән.
– Һуң, ҡана, улай булғас, мин дә Еңеүгә үҙ өлөшөмдө индереп, лотерея һатып алайым, – тип, эскә индермәҫкә тырышҡан тупаҫ һаҡсыны этеп, үтергә ынтылам.
Һаман да ҡаршылыҡ күрһәтеп маташҡастар, ахырыһы, дөрөҫөн әйтәйем тип, журналист танытмаһын сығарып күрһәттем.
– Ошо танытма буйынса минең теләгән бер ергә үтеп инергә хоҡуғым бар һәм үҙемде ҡыҙыҡһындырған бөтә һорауҙарға ла яуап талап итә алам, – тип әрһеҙләнеп, барыбер кереп киттем.
Шунда уҡ тәү ҡарауҙан үткән быуаттың 90-сы йылдарындағы кеүек, стеналар буйлап уйын автоматтары теҙелеп киткәне күҙгә салынды. Бер ҙә ҡасып-боҫоп, йәшеренеп, бәләкәй урамда эшләмәйҙәр. Ә ҡала уртаһындағы йорттоң тәүге ҡатында аҫта урынлашҡандар, эшҡыуарҙар теле менән әйткәндә, ҡыҙыл һыҙыҡта, йәғни төп урам буйында, туҡталыш янында ғына төйәкләнгәндәр. Элек беҙ торған өйҙөң беренсе ҡатында эшләйҙәр ине. Уны нисектер яптылар. Хәҙер бер өй аша ғына урын тапҡандар, әллә ни алыҫ китмәгәндәр. Тегеһенең тышында бер ниндәй ҙә яҙыу торманы. Үҙҙәре белгән клиенттары ғына махсус төймәгә баҫып эскә үтә ине. Быныһында аҡайтып яҙып ҡуйғандар: “Еңеү” лотерея клубы.
– Ҡайҙа, лотереяғыҙ? Алайым әле мин дә, – тим.
Бер кем бер нәмә тип яуап бирмәне, сөнки юҡ ул лотерея тигәндәре.
Тәҙрәһеҙ, тоноҡ ҡына уттар янған ярым ҡараңғы бүлмәгә уйын автоматтары янында ғына яҡтылыҡ ҡуйылған, уйнаусылар башҡа нәмәгә иғтибарын йәлеп итмәһен өсөн эшләнгән былар. Килеүселәр аҡсаларын автоматҡа тыға ла, бар донъяһын онотоп, диҡҡәт менән төймәләргә баҫып ултыра. Эргәләрендә һыра йәки араҡы, ҡабымлыҡҡа сәтләүектәр ҡуйылған. Эсеп, ашап ултыралар, аҡсаларын оттороп ултыралар.
– Эх, саҡ ҡына ҡалды бит оторға...
– Әйҙә, әйҙә, исмаһам, һалған аҡсамдың әҙ генә өлөшөн булһа ла ҡайтар инде... – Тағы әллә ниндәй һүҙҙәр ишетелә. Шул саҡ бер иргә иғтибар иттем. Ул ултырмаған, ә тороп баҫҡан, ҡулдарын, доға ҡылған кеүек, өҫкә күтәреп, нимәлер уҡый ҙа төймәгә баҫа, тағы шул уҡ хәрәкәттәрҙе ҡабатлай. Эргәһенә башҡалар ҙа йыйылып китте, күреп торалар, был кешегә ҙур ғына отош төштө.
– Эй, Шаман, сихырлап беҙҙең һалған бөтә аҡсаны алып бөтөрәһең инде. Башҡа килеп йөрөмә, – тип йәндәре көйөп тә китте ҡайһы берәүҙәренең.
Шаман тигәндәре, уйынға ҡамасаулағастар, төймәгә баҫыуҙан туҡтаны ла отошон алырға кассаға килде. Үҙе һаран да түгел икән, һәр береһенә өлөш сығарҙы, кемгә йөҙ, ә тәү килгән йәш кешегә биш йөҙ һум аҡса тотторҙо. Барҙан һәр кемгә һыра алып һыйланы. Шунан сығыуға табан ыңғайланы. Мин дә уның артынан эйәрҙем. Баянан бирле минән нисек ҡотолорға белмәгән һаҡсылар, этеп-төртөп тигәндәй сығарып, ишекте шарт итеп ябып та ҡуйҙы.
– Ниңә бындай ергә киләһегеҙ? Үҙегеҙ зыялы кешегә оҡшап тораһығыҙ. Аҡсағыҙ артып барамы ни? Ғаиләгеҙ, балаларығыҙ юҡмы? Мохтажлығығыҙ әҙме ни? — тип бер-бер артлы әллә күпме һорау яуҙырҙым тегеңә.
– Ҡулға аҡса килеп инеү менән аяҡтар үҙенән-үҙе ошо яҡҡа тарта ла тора шул. Байтаҡ йылдар уйнайым инде. Башҡалар шикелле ҡомарланып йөрөмәйем. Хәҙер күберәк Интернет уйындарында ултырам. Ә элек... аҡса алған көндө эш хаҡын оттороп бөтөрмәй өйгә ҡайтмай инем. Хоҙай язаһын биргәндер инде. Эшемдән ҡолаҡ ҡаҡтым, яңы эшкә урынлашһам да уңманым, йә ойошма ябыла, йә ҡыҫҡартыуға эләгәм. Аҡса булмағас, автоматтарҙа уйнамай башланым. Хәйер, элек тә ул тиклем ҡомар юҡ ине. Ана бит, ҡайһы берәүҙәр аҡса табыр өсөн енәйәт юлына баҫа хатта, машиналарын, йорттарын һата. Уйынға бәйлелек — бик алама сир.
– Эш хаҡығыҙҙы өйөгөҙгә алып ҡайтмай, ошо “убыр” автоматтарға тығып, һеҙ ҙә ғаиләгеҙгә ҡарата хыянат итәһегеҙ түгелме һуң?
— Ҡайһы саҡ, аптырап, ҡатын аҡса ала торған көндө миңә эйәреп эшкә барып, хеҙмәт хаҡымды ала ине. Ипотека ла түләйбеҙ бит.
– Әгәр ошо лотерея клубы тип алдап асҡан уйын автоматтары булмаһа, һеҙ уйнамаҫ инегеҙ бит?..
– Бер заман ябып бөткәйнеләр инде. Эшләмәгәс, йөрөмәнек тә, йәшерен-бошорон эшләгәндәрен эҙләп булашманыҡ. Инде әҙәмсә генә йәшәй башлағайныҡ, тағы астылар. Етмәһә, яңы биҫтәлә. Бында йәшәүсе кешеләр барыһы ла тиерлек фатирҙарын ипотекаға алған. Шуға халыҡты бай тип уйлайҙарҙыр, күрәһең. Эргәлә генә шундай ымһындырғыс уйындар саҡырып торғас, кемде үҙенә ылыҡтырмаһын...
– Күберәк ниндәй кешеләр йөрөй?
– Йәштәр ҙә, өлкәндәр ҙә, аҡсаһын ҡайҙа ҡуйырға белмәгән байҙар ҙа, хатта пенсионерҙар ҙа... Һуңғы ваҡытта ҡатын-ҡыҙҙар ҙа күренә башланы.
– Тормоштарынан ҡәнәғәт булмағандар, бәлки, үҙҙәренә тыныслыҡ эҙләйҙер бында...
– Берәүҙәр еңел генә ҙур отош алыуға өмөтләнә, икенселәр буш ваҡыттарын нисек үткәрергә белмәй килә, өсөнсөләргә буштан килгән аҡсаны туҙҙырыу ҡыҙыҡ...
– Отош йыш буламы? Ҙур сумма отҡандары бармы?
– Сит илдә, минең белеүемсә, уйын автоматтары уйынсыларҙың ҡалған аҡсаларының 70 процентын кире отош итеп бирә. Ә беҙҙә 50 процент та юҡ, 30 тирәһе генә, тиҙәр, сөнки автоматтарҙы махсус рәүештә шулай көйләйҙәр. Әҙ генә отош бирә лә, халыҡ шуға ымһынып, уйнай ҙа уйнай. Йәнәһе, алда ҙур табыш көтә. Дөрөҫөн әйткәндә, был – алдаҡ.
– Ә ҡулығыҙҙа ниндәй билеттар ул, лотереялармы әллә? – тип һорайым, бәләкәй генә ҡағыҙ киҫәктәрен күреп.
– Ә-ә, былармы, әлеге отошто раҫлаусы билеттар. Тиҙҙән Өфөләге бөтөн клубтарҙа уйнаусыларҙың ҙур отош тиражы үткәреләсәк. Был билеттар шунда ҡатнашыу хоҡуғына эйә. Лототронға һалына барыһы ла. Бәхетеңә һинең билетың сыҡһа, тағы ла күпмелер отош эләгә. Ҡыҙыҡһынһағыҙ, килегеҙ, бына мин һеҙгә үҙемдең бер нисә билетты бирәм, күрһәтеп үтерһегеҙ.
...Шулай хушлаштыҡ был сәйер һәм ихлас кеше менән. Һәм бөтә уйынсыларҙың осрашыр мәлен түҙемһеҙләнеп көтә башланым.
...Яңы йыл алды көндәре. Аш бүлмәһендә бәлеш бешереп йөрөйөм. Кис. Ҡапыл баяғы тираж иҫемә килеп төштө лә йәмәғәтемдән:
— Бөгөн ниндәй көн әле? Сәғәт нисә? — тим. Яуапты ишеткәс:
— Бәй, ваҡыт еткән дә баһа! — тип тиҙ генә эшемде туҡтаттым да йыйына башланым.
— Төнгә ҡарай ҡайҙа бараһың ул?
Аңлатып биреүҙән башҡа сара ҡалманы.
— Журналист тикшереүен дауам итәм, — тим.
— Улай булғас, мин дә барам. Һуң бит. Тышта ҡараңғы, ҡасан бөтә, нисек ҡайтаһың?
— Әйҙә, улай булғас, йүгерҙек, ярты сәғәт ваҡыт ҡалды башланырға.
Ах-ух килеп барып етеүгә, клубҡа йыйылыусыларҙы махсус аппарат менән тикшереп, сиратлап үткәреп торалар ине. Беҙ ҙә эскә индек.
Кеше күп. Тынсыу. Ярым ҡараңғы бүлмә. Музыка ҡолаҡ тондорғос итеп уйнай, бер-берең менән һөйләшкән дә ишетелмәй. Алдан килгәндәр автомат артына ултырып алғандар ҙа шаҡ та шоҡ төймәләргә төртәләр. Береһе лә буш түгел. Башҡалары шулар янына өйөлөшөп уйын барышын күҙәтә.
Инде тәғәйен ваҡыт та үтеп китте. Һаман башланмай. Кешеләрҙең күберәк йыйылғанын көтәләр, тиҙәр. Мин лототрондар торған яҡҡа күҙ һалдым. Унда кешеләр тиражда ҡатнаша торған билеттарын теркәтеп тапшыра ине. Мин дә теге Шаман биргән билеттарымды ҡыҙҙарға һондом. Улар бер өлөшөн ҙур лототронға һалды ла, икенсе ҡағыҙға исемде һәм номерҙы яҙып, бәләкәс лототронға төшөрҙө. Ҙурында билеттар бик күп, яртылаш тулған. Кемдеңдер билеты отоуы, ай-һай, меңгә бер мөмкиндер. Ә бәләкәсендә билеттары ундан ашыу булғандар ҡатнаша икән. Улары ла байтаҡ, шулай ҙа өмөт ҙурыраҡ, тиҙәр. Бында отош та тос.
Ниһайәт музыка туҡтаны. Алып барыусы тираж башланыуын иғлан итте. Халыҡ уртаға йыйылды. Башта отош үткәреү тәртибе менән таныштырып сыҡтылар.
— Бөгөн 250 мең һум отош уйнала. Хәҙер лототрондан бер билетты тартып сығарабыҙ. Кем булыр икән ул бәхетле кеше? Тәүге бүләк — 10 мең!
Алып барыусы лототрондан бер билет сығара һәм иғлан итә:
— Отоусының исеме — Хан! Бармы ул бәхетле кеше? Булһа, әйҙә, сыҡһын уртаға.
Бер аҙҙан бәхетле уйынсыны барыһы ла күрҙе. Исеме, әлбиттә, уның бер ниндәй ҙә Хан түгел. Билетҡа теләһә ниндәй уйҙырма исемде яҙһаң да була. Мин быға ысынлап та 10 мең тотторалар икән, тиһәм, әлеге лә баяғы “Еңеү” тип яҙылған лотерея клубы билетын бирҙеләр. Шуны “магазин”дан аҡсаға әйләндереп алып була икән. Ә “магазин” тигәне — әлеге лә баяғы уйын автоматы. Теләһәң, шуны тығып, аҡсаһын алаһың, ә инде уйнарға булһаң, ошо ун меңлек отошоңдо ла автоматҡа тығып, уйнап бөтөрәһең. Хәйләне уйлап сығарғандар шул. Отош бар ҙа, юҡ та. Ә күҙгә күренмәгән, ҡулда тотоп ҡарамаған виртуаль аҡсаны ҡалдырып китеүе лә йәл түгел.
— Хәҙер уйынды дауам итәбеҙ, — тине алып барыусы. Үҙе лототрондан тағы бер билетты тартып сығарҙы ла унда яҙылған исемде ҡысҡырып уҡыны. Отош алған кешене ҡотлап, билетты тапшырҙылар ҙа, “Мөғжизәләр яланы”ндағы һымаҡ уйын тәҡдим иттеләр.
— Ә хәҙер һеҙ, теләһәгеҙ, ошо отошоғоҙҙо икеләтә арттыра алаһығыҙ. Ике ҡумтаның береһендә тағы ла ун меңлек билет һалынған, икенсеһендә бер нәмә лә юҡ. Ҡайһыһын һайлайһығыҙ: уңынмы, һулынмы?
Теге кеше уң яҡтағыһына төртөп күрһәткәйне, унан тағы 10 меңлек отош килеп сыҡты.
Шулай уйын бер килке дауам итте. Халыҡ гөж килә. Һәр кем үҙенең оторона өмөтләнә.
Бер мәлде алып барыусы уйынды туҡтатты ла:
— Ә хәҙер әҙерәк ял итеп алығыҙ. Һеҙҙең өсөн барҙа бутербродтар һәм эсемлектәр тәҡдим ителә, — тине.
Шул һүҙҙәрҙе ишетеү менән халыҡ бар өҫтәлен һырып алды. Рюмкаларға һалынған араҡыны, төрлө-төрлө бутербродтарҙы барыһы ла эләктереп ҡалырға тырышты. Әлбиттә, ундағы ризыҡ йыйылған һәр кемгә лә тәтемәне, инде шундай һый тәҡдим ителгәнен белгәндәр бүтәнсә бар өҫтәле янынан йыраҡҡа китмәне, сөнки уйын барышы ваҡытында ике-өс тапҡыр шундай һыйлауҙар булды. Кемдер кофе, кемдер сәй йә һыра, йә һут, йә емештәр менән хушланды.
Яйлап 150 меңлек отошто иғлан итеп бөттөләр. Инде икенсе лототронға күстеләр. Бында 100 мең уйналасаҡ.
— Отошто бер кешегә генә бирәйекме, әллә унар меңдән ун кешегәме? — тип мөрәжәғәт итте алып барыусы йыйылыусыларға.
— Ун кешегә унарҙан бүлегеҙ! — тине күптәре.
— Улай ғәҙел булмай, берәү генә отһон! — тип ҡысҡырыусылар ҙа ишетелде.
— Әйҙәгеҙ, башта ун кешенең исемен тартып сығарайыҡ. Артабан нисек эшләргә улар үҙҙәре хәл итһен, килештекме?
Бына ун кешенең дә исеме аталды. Минеке килеп сыҡмаҫмы икән, тип һәр исемде ҡысҡырып әйткәнсе өмөтләнеп көткән уйынсылар аҙаҡҡыһын ишетеү менән, кәйефһеҙләнеп, таралыша ла башланы. Улар өсөн уйындың ҡыҙығы ҡалманы, сөнки был ун кеше уйынға нөктә ҡуйҙы. Артабан әлеге ун кеше 100 меңде уртаҡлап бүлешеп алырға килеште.
Шулай итеп, уйын тамамланды. 250 мең отош тигәне тағы ла уйын автоматтарына тығылды. Уйын бөткәс кенә теге миңә билеттарын биргән Шаманды күреп ҡалдым.
— Шунан күрҙегеҙме инде бындағы мәхшәрҙе? Барыһы ла кешеләрҙе тағы ла уйын автоматтарына йәлеп итер өсөн ойошторолған сара икәнен аңланығыҙмы?..
— Һеҙ ҙә отманығыҙмы?
— Юҡ. Бөгөн мин ныҡлы ҡарарға килдем: бүтәнсә бында аяҡ баҫмаясаҡмын.
— Быға нимә сәбәпсе булды һуң?
— Аллаһ Тәғәләнең ҡушыуылыр, ахырыһы, күктән ниндәйҙер көс башҡаса бында килмәҫкә тигән ишара белдерҙе.
— Һеҙ иманлы кешеме ни? Ниңә, улай булғас, мосолманға гонаһ һаналған ҡомарлы уйындарға ылыҡтығыҙ?
— Дин юлына баҫмағанмын, шулай ҙа үҙемдә ниндәйҙер тойомлау, һиҙемләү көсө барлығын беләм. Ана шул көс бөгөн үҙен ныҡ һиҙҙереп, әлеге мәхшәргә ҡарата кире тойғо уятты.
...Ҡышҡы һыуыҡ төндә өйгә ҡайтып еткәндә сәғәт бер тулып, икенсе киткәйне. Әрәмгә үткән ваҡытымды йәлләп бер булдым. Етмәһә, тәмәке еҫенән, көслө музыка тауышынан, ығы-зығынан баш тубалдай булғайны.
Әммә уйынды эске яҡтан ҡарап, күп нәмәләр асыҡланым. Уйын бизнесында бөтә сара кешенең аҡсаһын һурыуға ҡоролған. Мәсьәлә шунда: тейешле закондар сығарылыуға ҡарамаҫтан, һаман да уйын автоматтары ябылмай, асыҡтан-асыҡ эшләүен дауам итә. Тимәк, улар кемдәргәлер кәрәк. Улар артында ҡанундарҙың да көсө етмәҫлек ҡөҙрәтлерәк көстәр тора... Шуныһы көн кеүек асыҡ: бында йыйылған аҡса бер ниндәй еңеүгә лә, ветерандарға ла китмәй. Ә ҡайҙа, кемдәр кеҫәһенә һалынғанлығын, атап әйтмәһәң дә, билдәле. Юғиһә халыҡты бөлгөнлөккә төшөргән, рухһыҙ ҡоллоҡҡа әйләндергән, енәйәт юлына баҫтырған, ахыр килеп, донъянан ваз кистергән, суицидҡа этәргән, балаларҙы етеш тормоштан мәхрүм иткән, ғаиләләрҙе тарҡатҡан, күҙ йәштәре түктергән был уйындарға нөктә ҡуйылыр ине...
Әгәр ысынлап та бер ниндәй иҫәп-хисапһыҙ, контролһеҙ йыйылған был иҫ киткес ҙур суммалағы аҡсаларҙың ниндәйҙер бер өлөшө ветерандарға, контракт буйынса хеҙмәт итеүселәргә китә икән, бәхетһеҙ ғаиләләрҙең күҙ йәштәренә мансылған был ярҙам уларға бәхет килтерерме икән? Берәүҙәрҙең ғаилә фажиғәһенән ҡәһәрләнгән аҡсаның кемдәргәлер файҙаға булыуы мөмкинме?