Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ут-һыу кискән дуҫым
Ут-һыу кискән  дуҫым Окоптарҙы ҡайһы урында ҡаҙырға күрһәтте. Ҡалын ҡар аҫтында ерҙең өҫтө генә туңған. Өс көндә уларҙы ҡаҙып бөттөк. Дүртенсе көн йыраҡтан бомба шартлаған тауыштар ишетелде. Сәғәт һайын улар яҡынайҙы. Кискә табан Огурцово ауылы аръяғындағы тау өҫтөндә сигенгән атлы ғәскәр күренде. Ике “Юнкерс”, улар өҫтөнә бомба ташлап, пулеметтарҙан ата башланы. Һалдаттар, аттар йығыла. Уларға ярҙам итә алмағанға тын ҡыҫыла, йөрәк әрней. Дошман самолеттары киткәс, ылау һалдаттары үлгән, яраланған иптәштәрен саналарға һалды. Гатище ауылына килеп ингәс, тағы ике “Юнкерс” күренде. Ниһайәт, уларға беҙҙең зенит батареяһы ут асты. Фашист самолеттары, бомбаларын ҡайҙа етте шунда ташлап, кире осто. Күңелгә еңелерәк булып ҡалды.
Немецтарҙың Огурцовоға инеүе күренмәне. Иртә менән беҙ ашап та өлгөрмәнек, хатала төтөн еҫе таралды. Искәндәр ишекте асты. Һалам менән ябылған соланда — ут өйөрмәһе. Урам яғындағы тәҙрәне ватып, тышҡа сыҡтыҡ. Тиҙҙән йәнәшәләге йорт та яна башланы. Фашистар тимер менән ябылған ағас йортто ла үртәргә теләне булһа кәрәк. Ләкин ул яндырғыс пуляларға бирешмәне. Төшкә табан “Юнкерс” бомба ырғытты. Ул йорттоң түбәһен, түшәмен тишеп ярылды. Тимер түбә ҡыйралып төштө, тәҙрәләре ҡойолдо, бүрәнәләре ишелде.
Беҙҙең взводҡа рота командиры килде. Бинокль менән Огурцово ауылын күҙәтте. Сержант Фе­фе­левҡа емерелгән йорттоң бүрә­нәләрен ҡарарға ҡушты.
– Серек булмаһа, блиндаж төҙөү өсөн файҙаланырбыҙ, — тине.
Искәндәрҙе эйәртеп, әлеге йортҡа килдек. Сержант кәйлә менән бүрәнәләрҙе һуҡҡыланы. Улар серемәгәйне. Искәндәр урыҫ мейесе аҫтынан, кирбестәре төшкән урындан, бикләнмәгән бәләкәй тимер йәшник тартып сығарҙы. Ул батша аҡсаһы менән тулы ине. Екатерина II рәсеме төшөрөлгән “катеринкалар” — 26 мең һум. Сержант, уларҙы бар­маҡтары менән ҡапшап ҡарағас, былай тине:
– Элек бер көтөү йылҡы, бер көтөү һыйыр һатып алырға етер ине. Хәҙер махорка төрөргә лә яраҡһыҙ.
Искәндәргә йәшникте урынына ҡуйырға ҡушты.
Беҙ урамдың икенсе яғындағы самандан һалынған өйгә күстек. Бында йылы, рәхәтләнеп йоҡ­ланыҡ. Иртән рота командиры килде.
– Һеҙҙең взводҡа икенсе урын билдәләнде, — тине ул. Барлы-юҡлы ҡоралыбыҙҙы алып, уның артынан эйәрҙек. Старшина беҙгә икешәр лом һәм кәйлә, алты көрәк, бысҡы, балта, суйын мейес, ике буш биҙрә, өс көнгә аҙыҡ-түлек бирҙе. Тимер юл аша сығып, урман араһынан Северский Донец йылғаһының ярына килдек. Рота командиры, оҙаҡ ҡына бинокль менән ҡаршы яҡты күҙәткәс:
– Әле бында немец күренмәй, — тине.
Уға бындағы түбә оҡшаны. Унан тирә-яҡ һәйбәт күренә. Окоптарҙы ошонда ҡаҙырға ҡушты.
Фашистар һөжүм итерме, оборонаға күсерме — әлегә билдәһеҙ. Һөжүм итһәләр, ҡаршылыҡ күрһәтергә кәрәк.
Был бурыстың үтәлеше икеле икәнлеген ул, әлбиттә, яҡшы аңлай. Байтаҡ ваҡытҡа шымып ҡалды.
Һеҙ Гатище ауылын күҙәтегеҙ. Уны дошман алһа, һеҙгә лә сигенергә кәрәк булыр.
Уға, әлбиттә, әле һуғышта ҡатнашмаған 18 йәшлек һалдаттарҙы ошондай хәлдә ҡалдырып китеү еңел булмағандыр.
Беҙ ер эшенә тотондоҡ. Ҡарһыҙ түбәнең өҫтө бетон һымаҡ туңған. Бер-беребеҙҙе алыштырып, туҡтауһыҙ окоп ҡаҙабыҙ. Төш еткәс, биҙрәләрҙә ҡар иретеп, һыу ҡайнаттыҡ. Кружкаларҙағы эҫе һыуҙа туң сохариҙарҙы, колбасаны йылытып ашаныҡ. Кис тә тамаҡ туйҙырҙыҡ. Төнөн дә эш туҡтаманы. Иртәнсәк бер-беребеҙгә ҡарауы ла ҡурҡыныс ине: һыуыҡтан биттәр ҡарайған, күҙҙәр ҡыҙарған, ирендәр ярылған. Ашап алдыҡ. Сержант йәнә эшкә тотонорға ҡушһа ла, бер кем дә урынынан ҡуҙғалманы. Хәлһеҙләнгәнбеҙ. Сержант аптырап ҡалды.
– Кәңәшләшеп алайыҡ, — тине ул, — кемдә ниндәй тәҡдимдәр булыр?
Байтаҡ ваҡыт уҙҙы. Бер кем дә өндәшмәй. Мин үҙемдең фекеремде әйттем:
– Взводта 20 кеше. Ер ҡаҙыу ҡорамалдары яртыбыҙға ла етмәй. Икегә бүлергә кәрәк. Уның яртыһы ер ҡаҙый, икенсеһе ауылда йоҡлай, ял итә. Һигеҙ сәғәт һайын алышыналар.
“Дөрөҫ” тигәндәре ишетелде, ләкин старшина ҡаршы килде:
– Һин минең дезертирлыҡта ғәйепләнеүемде теләйһеңме?
Ул ете йыллыҡ белеме менән колхозда хисапсы булып эшләгән. Ғәҙел, кешелекле. Ләкин кәрәк саҡта инициатива күрһәтергә булдыҡһыҙ.
Минән һуң Искәндәр һүҙ алды:
– Мин старателдәр ғаиләһенән. Беҙҙең атайҙар, ағайҙар йәйен-ҡышын ер ҡаҙый. Һәр урында ла эште землянканан башлайҙар. Ҡышын ул һыуыҡтан һаҡлай, йәйен — ямғырҙан, эҫенән. Унда ашап алырға ла, ял итергә лә була.
Ҡайһы берәүҙәр уға ҡаршы сыҡты. Йәнәһе, окоптар менән бер нәмә лә килеп сыҡмай. Землянкаға нигеҙ соҡорон кем ҡаҙыр?
– Беҙ ҡаҙырбыҙ, — тине Искәндәр.
Бәләнән ҡотолоуҙың башҡа әмәле юҡ ине. Төркөмдәргә бүленеп, эшкә тотондоҡ. Яҡындағы ҡарағайҙарҙы йығып, алтышар метрлыҡ бүрәнә әҙерләнек. Буласаҡ землянка урынынан ҡарҙы ситкә ырғыттыҡ. Унда ҡороған ҡайын, уҫаҡ олондарын һалдыҡ, өҫтөнә ҡарағай остарын, ботаҡтарын өйҙөк. Ут тоҡандырҙыҡ. Күмере көлгә әйләнгәс, уны эре ҡарағай ботаҡтары менән һепереп, ситкә сығарҙыҡ. Ул урынға ылыҫлы йәш ботаҡтарҙы түшәнек. Аҫтан йылы ел килә. Ятыу менән йоҡлап киттек. Иртәгәһен арыуыбыҙҙы онотоп уяндыҡ.
Котлованды ҡаҙып, өҫтөнә бүрәнәләр түшәнек. Землянка өҫтөндә метр ярым бейеклегендәге тупраҡ өйөмө хасил булды. Торбаһын тышҡа сығарып, мейесте яҡтыҡ. Землянкаға инә торған урынды сержанттың плащ-палаткаһы менән ҡапланыҡ та ҡыуанышып йоҡларға яттыҡ. Ҡаты йоҡлағанбыҙ.
Иртә менән мин посҡа баҫтым. Көн яҡтырҙы. Немецтар килгән. Тау итәге аҫтында, ҡар ҡалын урында, траншея ҡаҙыйҙар. Үҙҙәре күренмәй, тик көрәктәре менән юғары ырғытҡан тупраҡты шәйләйһең. Сержантты уятып, күргәндәремде һөйләнем. Ул йәшерен рәүештә ер ҡаҙыған немецтарҙы күҙәтеп килде.
Март аҙағында көндәр кинәт йылынып китте. Ҡар ирене, юлдар өҙөлдө. Северский Донец ярҙарынан сыҡты. Дошмандың да ҡоралы етешмәйҙер — улар яғынан да атыусы юҡ.
Мин поста тора инем, Искәндәр һыу алып, юғарыға атланы. Шул саҡ уға бер фашист винтовканан ата башланы. Үҙе күренмәй. Дзоттан яуҙыра торғандыр. Әгәр мин атһам, башҡалары ла ҡуҙғаласаҡ. Ул саҡта... Бына Искәндәр траншеяға һикерҙе. Дзоттың амбразураһына ике тапҡыр аттым да Искәндәргә боролдом. Пуля тишкән биҙрәнән һыу ҡойола, уң ҡулындағы бүрегенә лә йәҙрә тейгән. Ҡосаҡлашып, күҙҙәребеҙ йәшләнде.
Фашистар бөтә ҡоралдарынан беҙгә ҡаршы ут асты.
– Улар патрондарын йәлләмәй. Ҡорал алғандарҙыр, — тине үлемдән саҡ ҡотолған Искәндәр.
Юл өҙөлгәс, ике көн аҙыҡ бирмәнеләр. Өсөнсө көн старшина бер тоҡ тары, тимер плитә килтерҙе. Шунда уҡ ҡыҙҙырып ашаныҡ. Тары бөтөүгә, ул ездовой менән бер тоҡ һыйыр ите, йәнә ярты тоҡ тары килтерҙе.
Иттең һуңғы киҫәген бешереп, ашарға ултырғанда старшина күренде. Яҡшы хәбәр килтергәне йөҙөнә сыҡҡан. Ул тоғонан дүрт икмәк, дүрт килограмм Америка колбасаһы һалынған консерва банкаһын сығарҙы. Ике аҙна ризыҡ күрмәгән һалдаттарға ит, уның һурпаһы бигерәк тәмле тойолдо. Америка колбасаһы ла шәп ине.
Иртәгәһен Искәндәр менән аҙыҡ алырға ауылға килдек. Старшина беҙгә һарайҙан танкка ҡаршы ата торған биш яһаулы 12 ярым­автомат мылтыҡты, 12 винтовканы, патрондар, гранаталар тулты­рылған бер нисә йәшникте арбаға сығарып һалырға ҡушты. Аҙыҡты алып, арба артынан эйәрҙек. Тимер юлға еткәс, старшина ездовой менән ҡорал янында ҡалды. Беҙ лейтенантҡа старшинаның ҡорал килтергәнен әйттек. Һалдаттар йөктө ташып, урынлаштырҙы.
Беҙгә яңы взвод командиры лейтенант Часов килде. Ул үҙе менән таныштырҙы. Һарытау өлкәһендә башланғыс мәктәптең мөдире булып эшләгән. Сталинград һуғышында ҡатнашҡан. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнгән. Ул һәр беребеҙ менән һөйләшеп, белемебеҙ, өйгә хат яҙыуыбыҙ, яуап алыуыбыҙ менән ҡыҙыҡһынды. Оборонаны нығыттыҡ. Блиндаж төҙөнөк. Командир, Гитлерҙың тыуған көнөн алдан белдереп, беҙгә айырыуса һаҡ булырға кәрәклеген иҫкәртте.
21 апрелдә, Гитлерҙың тыуған көнөндә, Искәндәр менән поста торабыҙ. Төшкә яҡын ҡаршы яҡтан иҫкән ел немецтарҙың аккордеонда уйнаған, йырлаған тауыштарын ишеттерҙе. Биноклдән күрәбеҙ: япраҡтары асыла башлаған ҡайынлыҡта күңел асалар.
Фашистарға шнапс биргәндәрҙер. Хәҙер айнырһығыҙ, — тине Искәндәр.
Ике винтовканан ут астыҡ. Немецтар окоптарына йүгерҙе. Беҙгә ҡаршы ата башланылар. Байрамдарын өҙгәнгә шатланып, траншеяла ултырабыҙ. Улар атыуҙан туҡтағас, эргәбеҙгә лейтенант Часов, уның ярҙамсыһы Петров килде. Атышыуҙың сәбәбен белгәс, улар ҙа көлөштө.
Был көндө фашистар тиҙ генә онота алмаҫ, — тине лейтенант.
5 июлдә, сәғәт бишенсе яртыла, беҙҙең артиллерия дошман оборо­наһына көслө ут асты. Канонада 30 минут дауам итте. Төш ваҡытында рота командиры килде. Ул беҙҙе һуң­ғы яңылыҡтар менән таныштырҙы. 5 июлдә дошман ғәскәрҙәре Белгород эргәһендә һөжүм башлаған, ләкин Совет оборонаһын өҙә алмаған. Беҙҙең командование фашистарҙың һөжүм башлау ваҡытын алдан белеп, артиллериянан ут асҡан. Беренсе­нән, ул беҙҙең ғәскәрҙәрҙең дош­манға ҡаршы торорға әҙер булыуын иҫкәртһә, икенсенән, уларҙың байтаҡ һалдаты һәм офицеры, хәрби техникаһы юҡ ителгән.
Иртәгә беҙҙең дивизия ла һуғыш барған урынға йүнәләсәк. Патрондар, гранаталар бирҙеләр. Һәр беребеҙ 34-35 кило йөк күтәреп барасаҡбыҙ. Иртәнге сәғәт алтыла беҙҙең рота ла, Харьков—Белгород шоссе юлына етеп, колоннаға ҡушылды. Юлда барған пехотаның, һуғыш техникаһының осо-ҡырыйы күренмәй. Алға барған һайын ғәскәр кәмене. Полктар,бер-бер артлы һулға боролоп, йылға буйында оборона тотҡан подразделениеларға ҡушылды. Дошмандың бомбаға тотоусы авиацияһы ике тапҡыр һөжүм итергә маташты, әммә беҙҙең истребителдәр уларҙың байтағын атып төшөрөп, ҡалғандарын ҡасып ҡотолорға мәжбүр итте.
Николаевское ауылына килеп еткәс, беҙҙең 44-се полк та һулға боролоп, урманға инде. Атышҡан тауыштар ишетелде.
Юлда беҙҙең рота ғына ҡалды, ҡалҡыулыҡ өҫтөндә туҡтаныҡ. Ҡаршыбыҙҙа бер саҡрым самаһы урын асыҡ. Уның ике яғында ла урман һуҙылған.
– Фашистар һөжүм итһә, танктары был асыҡ урындан беҙгә һөжүм итәсәк. Бурысыбыҙ — дошманды туҡтатыу. Улар беҙҙең аша уҙһа, гранаталарҙы, яндырғыс шешәләрҙе ҡулланырға. Окоптарҙы тәрәнерәк ҡаҙырға, — тине рота командиры.


Сабир ЙЫҺАНШИН,
Республика һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары
советы президиумы ағзаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 123

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 473

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 111

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 918

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 680

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 263

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 585

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 969

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 448

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 525

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 349

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 536