Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Үргендән башланған үр
Үргендән башланған үр Изге күңелле, һоҡланғыс кеше, яҡындарына, хеҙмәттәштәренә иғтибарлы, эшен мөкиббән яратҡан уҡытыусы, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт һәм дөйөм тел кафед­раһы профессоры, филология фәндәре докторы Мөхтәр Хөснөлхаҡ улы Әхтәмов
85 йәшен билдәләне.



Ейәнсура районының Үрген ауылы малайы, 1943 йылда ауылындағы ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, колхозда эшләй. Унан Абҙанда белем алыуын дауам итә. Әйткәндәй, унда барлыҡ предметтар ҙа башҡорт телендә алып барыла. Байтаҡ билдәле шәхес тәрбиәләгән белем усағы ул. Мәҫәлән, 1947 йылда Абҙан урта мәктәбен тамамлағандар араһында киң танылыу алған яҡташтарыбыҙ – күренекле яҙыусы һәм драматург Азат Абдуллин, тарих фәндәре кандидаты, доцент, 20 йыл дауамында “Совет Башҡортостаны” гәзитенең баш мөхәррире бу­лып эшләгән Абдулла Исмәғилев, ветеринария фәндәре докторы, Башҡортостандың атҡа­ҙан­ған фән эшмәкәре Урал Ҡадиров бар. Мөхтәр Хөснөлхаҡ улы ла – ошо шәхестәрҙең һабаҡ­ташы.
Уҡыуҙы тамамлағас, Мөхтәр Әхтәмов Мыр­ҙабай ауылында башланғыс класс уҡыусы­ла­ры­на белем бирә, унан Үрген балалар йор­тонда, урта мәктәбендә эшләй. Армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия инс­титутының (хәҙер – БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы) тарих-филология факультетына уҡырға инә. Юғары белемле йәш педагогка Иҫәнғол урта мәктәбе директоры, оҙаҡламай Баш­ҡорт­­о­с­тан Мәғариф министрлығында инспектор вазифаларын ышанып тапшыралар.
1961 – 1964 йылдарҙа Мөхтәр Әхтәмов Рәсәй Фәндәр академияһындағы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты аспиран­ту­раһында уҡый, аҙаҡ ошонда уҡ ғилми хеҙмәткәр була, “Хәҙерге башҡорт телендә омонимдар” тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. Ғалимдың 1972 – 2013 йылдарҙағы эшмә­кәрлеге иһә Башҡорт дәүләт университеты менән бәйле. 1996 йылда “Хәҙерге башҡорт телендә һүҙ төҙөлөшө” тигән темаға докторлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡланы, 1994 йылдан башҡорт һәм дөйөм тел ғилеме кафедраһы профессоры булды.
Мөхтәр Әхтәмовтың хеҙмәттәре башҡорт тел ғилеме мәсьәләләренә арналған, лексикография һәм лексикология менән тығыҙ бәйле. Ғалим был тармаҡтарҙы өйрәнеүгә, үҫтереүгә тос өлөш ин­дерҙе. Уның “Башҡортса-урыҫса омонимдар һүҙлеге” (1966 йыл), “Башҡорт те­лендәге омонимдарҙың аңлатмалы һүҙлеге” (1986 йыл), “Башҡорт теленең антонимдар һүҙлеге” (1973, 1987 йылдар), “Башҡорт теленең морфемалар һүҙлеге” (1992 йыл), “Башҡорт теленең грамматика һүҙлеге” (1994 йыл), “Башҡорт теленең кире һүҙлеге” (1999 йыл), “Татар теленең кире һүҙлеге” (1999 йыл), “Башҡорт теленең грамматика һүҙлеге” (2007 йыл) һәм башҡа хеҙмәттәре башҡорт тел ғилемендә генә түгел, төркиәт фәнендә лә киң билдәле.
Юғары уҡыу йорто ғалимы булараҡ, Мөхтәр Әхтәмов дәреслектәр, уҡыу әсбаптары яҙыу йәһәтенән әүҙем эш алып барҙы. Мәҫәлән, 1978 – 1980 йылдарҙа өс киҫәктән торған ”Хәҙерге башҡорт теле”, 1986 йылда “Хәҙерге башҡорт теле. Лексикология” исемле күләмле дәрес­лектәре донъя күрҙе. 2000 йылда иһә юғары уҡыу йорттары студенттары өсөн “Хәҙерге баш­ҡорт теле. Ялғауҙар ярҙамында һүҙъяһалыш” тигән хеҙмәте баҫылды. Был дәреслегендә ғалим һүҙъяһалыштың теоретик мәсьәләләрен сисеп, уның тел ғиле­ме­нең айырым бүлеге икәнлеген иҫ­бат­ланы. Әсбаптарын студенттар, уҡытыу­сылар әүҙем ҡуллана.
Мөхтәр Әхтәмов ҡатыны, Башҡортос­тандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Мәйсәрә Сәләхи ҡыҙы, улы, математика фәндәре докторы, БДУ профессоры Азамат менән берлектә ”Урыҫса-башҡортса математика терминдары” тигән һүҙлек төҙөнө (1982, 1993 йылдар). Был китап – математиканы туған телдә өйрәткән уҡытыу­сылар өсөн бик кәрәкле хеҙмәт.
Мөхтәр Хөснөлхаҡ улы ”Башҡорт теле­нең аңлатмалы һүҙлеге”н төҙөүҙә лә ҡат­нашты. Өҫтәүенә ул – 1981 йылда Мәс­кәүҙәге ”Наука” нәшриәтендә баҫылған ”Хәҙерге башҡорт әҙәби теленең грамматикаһы” тигән ҙур хеҙмәттең авторҙарының береһе. Был ғилми эше өсөн ғалимға СССР Халыҡ мәғарифы буйынса дәүләт комитетының премияһы бирелде.
Профессорҙың 2002 йылда донъя күргән “Хәҙерге башҡорт теле. Лексикология, фра­зеология, лексикография” һәм ”Хәҙерге баш­ҡорт теле. Фонетика, гра­фика, орфоэпия, морфемика, морфонология, һүҙъяһа­лыш” (авторҙашы – профессор Н.Х. Иш­бу­латов) исемле хеҙмәт­тәрендә башҡорт тел ғиле­менең күп мәсьә­лә­ләре хәҙерге фән ки­мәлендә хәл ителә. “Баш­ҡорт халыҡ мәҡәлдәре һәм әйтемдәре һүҙлеге” (2008 йыл) тигән китабын айырып билдәләргә кәрәктер. Был үҙенсәлекле хеҙмәттә айырым һүҙҙәр ярҙамында барлыҡҡа килгән мәҡәлдәр һәм әйтемдәр бергә туплап бирелгән. Мәҫәлән, “икмәк”тән яһалғандар ғына ла ил­ленән ашыу. Дөйөм алғанда, 60 мең һүҙҙән барлыҡҡа килгән алты мең самаһы мәҡәл һәм әйтем теркәлгән.
Мөхтәр Әхтәмовтың хеҙмәте юғары баһа­лан­ды. Ул төрлө миҙалдар, юғары дәүләт орган­да­рының Почет грамоталары менән наг­рад­ланды. Мөхтәр Хөснөлхаҡ улы – Башҡортос­тандың атҡаҙанған уҡытыусы­һы ла. 2001 йылда ғалимға фән һәм белем биреү өлкәләрендәге ҡаҙа­ныштары өсөн ”Рәсәйҙең почетлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелде.
Мөхтәр Хөснөлхаҡ улы – 150-нән ашыу ғилми хеҙмәт, өс тиҫтәнән ашыу китап һәм дәреслек авторы. Уның университет коллективында абруйы ҙур булды. Профессор, ғилми, йәмәғәт эш­мә­кәрлеге алып барыу менән бергә, сту­дент­тарҙы тәр­биә­ләүгә ныҡлы иғтибар бүлде. Ғәҙел, маҡсатлы, хеҙмәт һөйөү­сән, кешелекле ғалим һәр быуын вәкилдәре өсөн өлгө булып тора.

Марат ЗӘЙНУЛЛИН,
филология фәндәре докторы, профессор,
Башҡортостандың Фәндәр
академияһы академигы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә 17.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә...

Тотош уҡырға 0

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 1

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне 16.06.2026 // Йәмғиәт

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан ......

Тотош уҡырға 1

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы 16.06.2026 // Йәмғиәт

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан туризм буйынса федераль рейтингта 13-сө урынға күтәрелде
Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 2

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан...

Тотош уҡырға 0

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы 15.06.2026 // Йәмғиәт

«Медиалогия» компанияһы 2026 йылдың I кварталы өсөн Башҡортостан медиаресурстары рейтингын ......

Тотош уҡырға 1

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә