Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ут-һыу кискән дуҫым
Ут-һыу кискән дуҫым Былтыр 6 декабрҙә дуҫым Искәндәр Әхмәтовҡа 90 йәш тулған булыр ине. Ләкин ул был көндө еткерә алманы, оҙаҡ ауырығандан һуң, 2014 йылдың 14 ғинуарында, яҡты донъяны ҡалдырҙы. Хәбәр мине ныҡ тетрәндерҙе. Дуҫымды һуңғы юлға оҙатыу өсөн Учалы ҡалаһына барырға кәрәк. Ә урамда ҡар яуа, буран ҡотора. Бөгөн Учалыға автобус йөрөмәй, тинеләр билет һатыу кассаһында. Дуҫымдың ҡатыны Рәхимә Ислам ҡыҙына телеграмма ебәреү менән сикләнергә мәжбүр булдым.
Искәндәр ауырыған йылдарҙа уларға барып, ике-өс көн тороп, һөйләшеп ҡайта торғайным.


...Фашист Германияһы Советтар Союзына ҡаршы һуғыш башлағас, старателдәрҙең күбеһе фронтҡа китте. Уларҙы ҡатын-ҡыҙ, үҫмерҙәр алыштырҙы. Искәндәр менән мин дә аттарыбыҙ менән Ильинка приискыһының фабрикаһына руда ташый башланыҡ. Һуғышҡа тиклем Искәндәр Тунғатар урта мәктәбенең VIII, мин Учалы урта мәктәбенең IХ класын тамамлағайныҡ. Уҡыуымды ноябрҙең аҙағында ғына дауам иттем. Мәктәптең директоры, ир уҡытыусылар һуғышҡа киткән. Етәкселек эше Белоруссиянан килгән зәғиф аяҡлы Н.А. Повергоға йөкмәтелгәйне. Бер нисә уҡытыусы Мәскәүҙән, Украинанан ине. 1942 йылдың 31 майында һуңғы имтиханды тапшырып, алты уҡыусы аттестат алдыҡ.
Мәктәптән һуң Искәндәр менән тағы ла приискыла эшләй башланыҡ. 1942 йылдың авгусында 1924 йылда тыуған, белеме ете кластан кәм булмаған 30 егетте Благовещен ҡалаһындағы Көньяҡ Урал пулемет училищеһына оҙаттылар. Улар араһында беҙҙең Мансур ауылынан Искәндәр, Николай Грибанов һәм мин бар инек. Училище педтехникум базаһында асылғайны. Беҙҙе уның бер бинаһындағы иркен аудиторияға урынлаштырҙылар. Унда 240 урынға иҫәпләнгән ике ҡатлы һике әҙерләнгәйне. Беҙ 1-се батальонға эләктек. Уның командиры майор Румянцев, училищеға алыныуыбыҙ менән ҡотлап, тырышып уҡыуыбыҙҙы теләне, алты айҙан һуң беҙгә кесе лейтенант званиеһы биреләсәген белдерҙе.
Уҡыуҙар башланды. Рота командиры өлкән лейтенант Кулагин һәм взвод командиры лейтенант Агеев беҙҙе “Максим” пулеметы, Дегтяровтың ҡул пулеметы, винтовка, автомат, пистолет менән таныштырҙы. Штык һуғышына, оборонала торорға, һөжүмгә барырға, окоп ҡаҙырға, землянка, блиндаж төҙөргә өйрәндек, тактика уйындарында ҡатнаштыҡ. Биш ай уҡығас, имтихандарға әҙерләнә башланыҡ.
Ләкин 1943 йылдың ғинуарында курсанттарҙы, кесе командирҙарҙы фронтҡа оҙаттылар. “Өфө” станцияһына килдек. Беҙҙең взводты — 60 курсантты — эшелондың бер теплушкаһына урынлаштырҙылар, өс көнлөк аҙыҡ бирҙеләр. Вагондың “старшойы” — сержант Лапшин. “Раевка” станцияһында туҡтаныҡ. Сират еткәс, беҙҙе вокзалға алып килделәр. Бында санобработка пункты эшләй ине. Өҫкө кейемдәребеҙҙе тимер ырғаҡтарға элеп, эҫе камераға индек. Парикмахерҙар сәсебеҙҙе алды. Душ бүлмәһендә йыуынғас, яңы өҫ кейеме бирҙеләр. Унан пассажирҙарҙың көтөү залына индек. Бында беҙҙе күптән татымаған тәмле ризыҡ менән һыйланылар.
Ниңәлер беҙҙең эшелон бик яй барҙы, юлға сыҡҡанға айҙан ашты. Бер көндө ҡола яланда туҡтаныҡ. “Старшой”ҙы эшелон начальнигына саҡырҙылар. Сержант унан тиҙ әйләнеп килде.
— Беҙ фронт зонаһына индек, — тине ул. — Был урында ике аҙна ҡаты һуғыш барған.
Мейесте һүндереп, ике яҡтан да ишектәрҙе астыҡ. Алда — ныҡ емерелгән Воронеж. Уға етмәҫтән, юл һулға борола. Беҙҙең күҙҙәр аяуһыҙ һуғыштың ҡор­бан­дарына төбәлде. Үлгән немец­тарҙы ла, беҙҙең яугирҙәрҙе лә өйөп һал­ғандар. Улар шул тиклем күп. Был күренеш беҙгә бик ауыр тәьҫир итте.
Дон йылғаһын аша сыҡ­тыҡ. Юл урман, ҡалҡыу­лыҡтар араһынан бара. Станциялар, вокзалдар емерелгән. Беҙҙең эшелонды Валуйки станцияһы оҙаҡ ҡабул итмәне. Уны дошман авиацияһы бомбаға тота ине. Төнгө сәғәт икелә генә станцияға килеп туҡтаныҡ. Ҡаршы алған кешеләрҙең береһе Искәндәрҙе, Ғүмәрҙе һәм мине тимер юлсылар ҡасабаһындағы бәләкәй генә өйгә индерҙе. Уның ер иҙәнендә ятып йоҡланыҡ. Өй хужаһы стрелочник булып эшләй икән. Беҙгә поездарҙың ары йөрөмәүен, фронтҡа барлыҡ кәрәк-яраҡты бынан машина менән ташыуҙары хаҡында һөйләне. Эштән ул бик арып ҡайтты. Киске сәғәт 10-да фашист самолеттары станцияға бомба ырғыта башланы. Тәҙрә аша барыһын да күҙәтәбеҙ. Бер аҙҙан ҡорал тейәгән вагондар шартлай башланы.
— Эшелонды һаҡлай алманылар, — тип тыныс­һыҙланды стрелочник.
Бында өс көн торҙоҡ. Шул арауыҡта дошман авиация­һы станцияны бомбаға то­тоу­ҙан туҡтаманы. Дүр­тенсе көн курсанттарҙы ҡасабаның ситенә йыйҙылар. Беҙҙе та­ныш булмаған хәрби ҡаршы алды.
— Мин — старшина Семенов. Һеҙҙең ротаны дивизияға тапшырғансы командирығыҙ булам.
Ул, ротаны сафҡа баҫтырып, вагондарҙың “старшой”ҙарын взвод командирҙары итеп иғлан итте, рапорт бирергә ҡушты. Дүрт сержант та взводтарында алтмышар курсант булыуын, ауырыуҙар, тороп ҡалғандар юҡлығын белдерҙе. Төн уртаһында Тюлянка ауылына килеп, бер аҙна торҙоҡ. Тағы бер аҙна төндә генә алға барҙыҡ. Ҙур ауылға килеп, өйҙәргә таралыштыҡ. Тиҙҙән старшинаға шылтыратып, уға бөгөн үк ротаны Гатище ауылына килтерергә ҡуштылар.
Волчанск ҡалаһының сигендә күтәртелгән юл буйлап барабыҙ. Өҫтән “Юнкерс” осоп уҙҙы. Старшина: “Воздух. С дороги!” — тип ҡысҡырҙы ла йорттар яғына йүгерҙе. Самолет, кире килеп, ике бомба ташланы. Уның металл ярсыҡтары төрлө яҡҡа осто, һөйөнөскә күрә, бер кем дә зарарланманы.
Гатищеға килеп еттек. Ҙур ауыл. Уртаһынан “Мәскәү – Харьков” тимер юлы уҙа. Йорттарҙың күбеһе һалам менән ябылған.
Рота ҙур ағас йорт алдында туҡтаны. Унан өс хәрби сыҡты. Старшина алдараҡ торғанына рапорт бирҙе. Штаб начальнигы үҙен капитан Демин тип таныштырҙы. Беҙҙе иҫән-һау, юғалтыуһыҙ килеп етеүебеҙ менән ҡотланы. 15-се гвардия дивизияһының 44-се полкындағы 1-се батальонына килеп ҡушылғанбыҙ икән.
Беҙҙе подразделениеларға бүлделәр. Искәндәр менән танктарға ҡаршы һуғыша торған ротаға яҙылдыҡ. Тағы ла 20 кеше ҡушылды. Ротаның командиры — өлкән лейтенант Дмитриев, взводтыҡы — сержант Фефелев. Ротала ике генә взвод. Старшина взводтарға мылтыҡ, берәр винтовка, аҙ ғына патрон һәм гранаталар бирҙе. Беҙҙең аптырағанды күреп, тынысландырырға тырышты:
– Тиҙҙән ҡорал киләсәк.
Взвод командиры Фефелев беҙҙе мазанкаға алып килде. Ул Северский Донец йылғаһы буйындағы ҡалҡыулыҡта ултыра. Йылғаның аръяғында — Огурцово ауылы. Сталинградтан килгән һалдаттар менән таныштыҡ.
Иртә менән рота командиры шомло хәбәр килтерҙе:
– 16 мартта беҙҙең ғәскәрҙәр Харьковты ҡалдырған. Өс-дүрт көндән фашистарҙың бында килеп етеүе ихтимал. Беҙҙең бурыс — уларҙы туҡтатыу.

Сабир ЙЫҺАНШИН,
республика Һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары
Советының президиумы ағзаһы.

(Дауамы бар).






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә