Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әбйәлил ҡыҙы бит ул!
Әбйәлил ҡыҙы бит ул! Былтыр республикабыҙҙа “Башҡорт ҡатыны — милләт әсәһе” беренсе төбәк бәйгеһе ойошторолдо. Унда ҡатын-ҡыҙҙар ун номинацияла билдәләнде. Эшҡыуарлыҡ шөғөлөн юғары баҫҡысҡа күтәргән, мәрхәмәтлек йүнәлешендә үҙен алдынғы итеп танытҡан йүнселдәр араһында Әбйәлил районының Бикҡол ауылы ҡыҙы Гөлшат Бадалова “Ҡатын-ҡыҙ — бизнес-леди” номинацияһында еңеү яуланы.

Үҙгәртеп ҡороу осоро башланып, эшҡыуарлыҡҡа юл асылғас, ул Ташбулат ауыл биләмәһендә беренселәрҙән булып туғанының бәләкәй өйөндә сауҙа нөктәһе асырға йөрьәт итә. Бер нисә йыл капитал туплап (сусҡалар үҫтереп), оло юл сатында шәхси сауҙа нөктәһен асыуға өлгәшә. Бизнес тотороҡло үҫешә башлай.
...Алһыу битле, ҡоңғорт сәсле, зәңгәр күҙле бәләкәс ҡыҙыҡай Рәмзиә һәм Рушан ағайҙың балалары араһында тынғыһыҙлығы, егәрлелеге менән айырылып тора. Йәш уҡытыусы булараҡ, кәңәш-төңәш менән уларға барырға ла тура килде. Иң тәүҙә кәштә тулы китап күҙгә салынды. Бүлмәнең уртаһынан һуҙылған оҙон өҫтәл. Уның артында эреле-ваҡлы балалар тырышып-тырмашып йә дәрес әҙерләй, йә бәйләм бәйләй, икенсе шөғөл менән булыша. Рушан ағай — урмансы. Баҡсала — умарталыҡ, емеш ағастары, күҙҙең яуын алған сәскәләр һәм яҙын йәшниктәрҙә күпләп үҫтерелгән помидор үҫентеләре бәрәкәтле ерҙә ҡыҙарып бешә, ҡабаҡтар тәгәрәшә, ҡош-ҡорттоң иҫәбе-һанына сығырлыҡ түгел. Әсәһе Рәмзиә апай мәктәптә балаларҙы тәрбиәләһә, өйөндә үҙенекеләргә лә күңел нурҙарын йәлләмәне.
Ташбулат урта мәктәбендә тырыш, ныҡыш Гөлшат барлыҡ фәндәрҙән дә тик “бишле”гә өлгәшә, артабан уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлай.
Ҡарап тороуға анһат кеүек күренгән эшҡыуарлыҡ һәләт, йөрәк көсө талап итә. Һәр эшеңде яратып башҡарған кеүек, бизнеста ла күңелеңде һалып, кеше мәнфәғәте хаҡына хеҙмәт итһәң генә уңышҡа өлгәшергә мөмкин икәнен аңлай ҡатын. Һалым һалыусыларҙың, башҡа ойошмаларҙың ҡыҫымына ҡаршы ныҡлыҡ таба белә. Ауыр ваҡытта байтаҡ кешене эшле итеүенә ҡыуанып бөтә алмай. Сауҙа нөктәләрен күбәйтеп, күпләп килем ала башлай. Оҙаҡламай тырышлыҡтың һөҙөмтәһе лә күренә: Ташбулат ауылы биләмәһендә генә түгел, Әбйәлил районы эшҡыуарҙары араһында ла республика ҡаҙнаһына иң күп иғәнә индергән булараҡ Башҡорт­остан Республикаһының Почет гра­мотаһы менән бүләкләнә.
Көслө рухлы ҡатын, бер нисә йыл рәттән ауыл Советы депутаты йөгөн тартып, әүҙем йәмәғәтсе булып та таныла. Тик үҙенең ҡаҙанында ғына ҡайнап йәшәгәндәрҙән түгел ул. Һәр йыл тиерлек Яңы йыл алдынан һатып алыусылар араһында лотерея уйнатыуҙы ла ойоштора. Бүләктәре лә ниндәй бит әле: һыуытҡыс, микротулҡынлы мейес, телевизор…
Мәктәптәрҙә, клубтарҙа, кисәләрҙә, симпозиумдарҙа, ауылдаштар байрамында Гөлшат Рушан ҡыҙы — алмаш­тырғыһыҙ бағыусы. Һайлаусылары уға килеп проблемалары менән даими мөрәжәғәт итеп, уның ярҙамын тоя.
Тыуған ауылында ҡәйнә өйөндә килеп сыҡҡан низағ арҡаһында йәш әсә балаларын аталарына ташлап ҡалдырырға мәжбүр була. Уны сабыйҙары менән аралаштырмайҙар. Йәш ҡатын ярҙам һорап килә. Депутат шунда уҡ кәрәкле документтар тупларға ҡуша. Район үҙәгендәге попечителдәр советы менән берлектә уның хәле тикшерелә...Тыл ветераны ҡулланылған энергия өсөн иҫәпләшкән, әммә тағы ла өҫтәмә түләүгә ҡағыҙ килгән... Мәктәптәрҙә балаларҙың туҡланыуын яйға һалыуҙа ла уның өлөшө әйтеп бөтөргөһөҙ... Һуғыш ветеранының тол ҡатынына торлағын яҡшыртырға булышлыҡ итеү, тотош йәмғиәт, милләт фажиғәһенә әйләнгән эскелеккә ҡаршы көрәш, утыҙ мең һум иғәнә индереп, Ташбулат мәҙәниәт йортон һипләгән эшселәрҙе айҙар буйына бушлай ашатыуҙы ойоштороу һәм башҡалар... Һайлау алды кампанияһында вәғәҙәләгән иман йорто өсөн дә тыуған ауылының оло юл сатындағы иң матур изге ерҙе – әсәһе ауыл балаларына белем биргән мәктәп урынын – һайлаған. Ул төҙөгән йәшел башлы мәсеттән яңғыраған аҙан тауышы ауылдаштарының күңелен нурлар тип ышана депутат.
Иген үҫтереүсе, икмәк бешереүсе — Аллаһы Тәғәләнең хаҡ юлында йөрөүселәр, йәғни яратҡан әҙәмдәре, тиелә изге Ҡөрьән китабында. Маҡсатлы ҡатын яңы ҡорамалдар менән йыһазландырып, икмәк бешереү цехы аса. Тәмле икмәк бешереү оҫталығын үҙләштергән, эш рәтен белгән яуаплы, уңған ҡатын-ҡыҙҙарҙы һайлап алырға ла кәрәк. Ғәҙәттә, яҡшы кәйеф, яҡты ниәт менән бешерһәң генә икмәгең уңа, ти ағинәйҙәр. Сифатын кәметмәй, хаҡын да бер кимәлдәрәк тоторға кәрәк икәнлеген дә аңлай эшҡыуар. Әпәйҙән тыш, тәмле булка, сәксәк, бәлештәр байрам, туй өҫтәлен биҙәй.
Тормошоңда алға барыу, аяғыңда ныҡлы баҫып торор өсөн терәк-таяныс кәрәк. Ташбулат мәктәбендә бер класта уҡығанда уҡ бөрөләнгән мөхәббәте — ире Наил Хәйбулла улы балаларына хәстәрлекле атай ҙа, гүзәл ханымды ярты һүҙҙән аңлап торған тоғро ғүмер юлдашы ла була белә. Бәләкәстән тор­моштоң бар ауырлығын татып үҫкән­гәмелер, улар бер эштән дә ҡурҡмай. Замана талаптарына ярашлы донъялағы сәйәсәт, иҡтисад, сәнәғәт яңылыҡтарын күҙәтеп барып, хаҡтар үҙгәрешен өйрәнеп, яңы идеялар табыу — уларҙың уңышының нигеҙе. Табыштың сығым һәм килем өлөшөн һәр саҡ бизмәнгә һалып үлсәп кенә торорға кәрәклеген иҡтисадты аңлаған Гөлшат Рушан ҡыҙы яҡшы белә.
Наил Хәйбулла улы Бадалов тыуған яғында төрлө өлкәлә тынғыһыҙ етәксе вазифаһында оҙаҡ һәм уңышлы эшләй. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һаулығы ҡаҡ­шау сәбәпле, эшен ҡалдырырға мәжбүр була. Хәҙерге көндә һөйөклө ҡатыны менән берлектә төп эшмәкәрлектәре — бизнес һәм мәрхәмәтлек менән шөғөл­ләнеп, йән тыныслығы табалар. Улар үҙҙәрен күрһәтеп йөрөгәндәрҙән түгел. Бадаловтар тураһында һөҙөмтәле эштәре, ҡылған игелектәре һөйләй.

Зөһрә ЙӘҒӘФӘРОВА-БӘШӘРОВА,
мәғариф ветераны.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 13

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 9

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 12

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 14

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 25

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 22

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 27

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 20