Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мәкерҙе йылмайыуға төрөп...
Йылмайыуы менән таш бәғерҙәрҙе иреткән, татлы теле менән эс-бауырыңа үтеп ингән кешеләр була. Уларҙың балдай ағылған телмәрен тыңлап: “Эх, Хоҙай бирһә, бирә бит һәләтте!” – тип уйлап ҡуяһың. Йылмайыуы – яһалма, һүҙҙәре буш ҡыуыҡ булғанын белһәң дә, рәхәтләнеп тыңлайһың. Кемгә оҡшамаһын татлы һүҙҙәр! Йылыға йылан эйәләй, тип халҡыбыҙ юҡҡа әйтмәгән бит. Мутлыҡ юлы менән халыҡтың аҡтыҡ аҡсаһын тартып алған, уларҙы тишек кәмәгә ултыртҡан яуыз уйлы бәндәләр ҙә быны бик яҡшы белә. Суд эскәмйәһендә “гонаһһыҙ” ҙур күҙҙәрен елп-елп йомоп: “Ә мин ни эшләгән?! Кеше үлтергәнме ни?!” – тип ултырған йәш ҡыҙҙың енәйәтсе булыуына бер кем дә ышанмаҫ ине.


Һәр ҡыҙ кеүек, ул да матур ке­йенергә ярата. Ҡатын-ҡыҙ затына бынан тыш ҡиммәтле хушбыйы ла, си­фатлы кос­ме­тикаһы ла, тағы улар үҙҙәре генә белгән әллә күпме әйбере кәрәк бит әле. Бының өсөн, ҡыйын булһа ла, ир­тә­нән кискә тиклем эшләргә кәрәк. Тик мәктәпте этә-төртә тамамлаған ҡыҙ бер ҡайҙа ла урынлаша алмай. Ял­ҡау­лығы үтә көслө. Шул уҡ ва­ҡытта ул бай һәм мул тормош, ва­ҡытын тик кәйеф-сафа ҡороп үткәреү тураһында хыяллана. Ҡыҙ янындағы тиҫтер­ҙә­ренең рәхәтләнеп йәшәүенә, сит ил машиналарында ғына елде­ре­үенә көнләшеп ҡарай. “Минең уларҙан ҡайһы ерем кәм?” – тип йәне көйә уның.
Диванда аунап, төрлө сериалдар ҡарап, яһиллыҡ дәреслектәре тупла­ғандан һуң, беренсе енәйәтенә бара. Быныһы Сибай ҡалаһында була. Күҙ йәштәре, сихри йылмайыуы менән бер оло парҙы алдай ул. Йәш кенә бала булып күренгән ҡыҙға өлкәндәр ышана. Матур йөҙ артында ниндәй иблис йәшенгәнен улар башына ла килтермәй. Тик ғәҙеллек үҙенекен итә – енәйәтсе тотола. Ҡыҙ Рәсәй Енәйәт кодексының 159-сы статьяһы буйынса хөкөм ителә. Әммә был уға һабаҡ бирмәй. Артабан уҡырға ла, эшләргә лә теләге булмаған ҡыҙ еңел аҡса табыу юлын эҙләй. Сибай ҡала­һындағы “мажаралары” шуның менән тамамлана – ул башҡаса бер кемде лә ҡармағына эләктерә алмай.
Тиҙҙән ҡыҙҙың башына тағы бер хәтәр уй килә. Ул кешеләрҙең йыш ҡына фатир эҙләгәнен белеп ҡала. Ысынлап та, гәзиттәрҙә лә бит “Фатирға инәм”, “Ғаилә ваҡытлыса йәшәү өсөн фатир эҙләй” тигән иғландар күп. Беренсе ҡорбанына ул осрашыуҙы дауаханала тәғәйенләй. Оло йәштәге апай яңыраҡ өйләнгән улына фатир эҙләй икән. Ул тәүҙә фатирҙы барып ҡарау теләген белдерә. Ҡыҙ ҙа аптырап ҡалмай: “Һеҙ беләһе­геҙме, минең әле бөтөнләй ваҡытым юҡ. Күрәһегеҙ бит, дауаханала йөрөйөм, бик ауырыйым. Хәҙерге заманда фатирға кеше лә индермәҫ инем, дарыуҙар бик ҡыйбат, аҡсам етмәй. Минең фатир шәп ул, ремонт эшләнгән, ҡыш иҫ киткес йылы, иҙәндә ялан аяҡ йөрөргә була. Кис мине тап итә алһағыҙ, индерермен. Бы­лай минең кешеләрем бар ул. Күптәр үтенә. Ҡулдарында аҡсалары булмағас, һуңыраҡ ошонда килерһегеҙ, тип ебәргәйнем. Мин бит күп тә һорамайым, айына биш мең һум ғына! Етмәһә, коммуналь хеҙмәттәр өсөн үҙем түләйем”, – ти.
Ҡатын бик шәп фатирҙың ҡулынан ыс­ҡынып барыуын күреп: “Нимә эш­ләр­гә икән, һеңлем? Әйҙә, кис осрашайыҡ та, аҡсаһын да шунда бирермен”, – тип ялбара. Тик ҡыҙ үҙенекен тылҡый: “Апай, миңә бына хә­ҙер үк дарыуҙар һатып алырға кәрәк. Хәлегеҙҙе аңлайым да ул. Тик аҡсаны кем беренсе бирә, фатирға ла шуларҙы индерәсәкмен”, – ти. Ҡатын: “Минең 4 мең һумым ғына бар бит әле”, – тип аҡса сығара. Ҡыҙ: “Ярай, ҡалған мең һумын кис осрашҡанда би­рерһе­геҙ”, – тип аҡсаны алып, китеп тә бара.
Улы һәм килене менән бергә кис фатир ҡарарға барған ҡатынды бер ни ҙә аңламаған кешеләр ҡаршы ала. “Юҡ, был беҙҙең фатир. Ундай ҡыҙҙы белмәй­беҙ. Кеше индерергә уйлағаныбыҙ ҙа юҡ”, – тип аптырай улар.
Ҡатын ашығып ҡыҙҙың телефонына шылтырата башлай. Уныһы ла ялған булып сыға. Алданған кешеләргә полицияға мөрәжәғәт итеүҙән башҡа сара ҡалмай.
Еңел генә аҡса эшләгән ҡыҙ ҡыуанысынан нимә эшләргә белмәй. Тотолоу, хөкөм алдына баҫыу уны бөтөнләй ҡурҡытмай ҙа шикелле. Уның ҡарауы, тиҙ арала бөткән аҡса мәсьәләһе йәнә борсой. “Ә ниңә аптырарға, фатир эҙләүселәр күп бит. Йәшәйбеҙ, улай булғас!” – ти ул. Ҡыҙ фатир эҙләгән кешеләрҙе аңдып-белешеп кенә йөрөй.
Был юлы ул ике ҡыҙҙы алдай. Уларға осрашыуҙы банк янында тәғәйенләй. Был осраҡта аҡсаны алыу өсөн банкоматҡа барырға кәрәк, тип башты ҡатыра алмаясаҡтар тип уйлай ул. Ҡыҙҙар менән осрашҡас та, улар фатирҙы барып ҡарау теләген белдерә. “Минең хәҙер бөтөнләй ваҡытым юҡ. Кис барам, шунда килерһегеҙ. Әйткәндәй, бер ай өсөн аҡса миңә хәҙер үк кәрәк. Артабан да алдан түләп барырһығыҙ”, – ти. Ҡыҙҙар уның менән ризалашып, һәр береһе 2500 һум аҡса бирә. Кис әйберҙәрен төйнәп, такси саҡыртып, әйтелгән адрес буйынса барып та етәләр, тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сумка-сумка әйбер тейәгән ҡыҙҙар урамда тороп ҡала.
Кеҫәһенә биш мең һум аҡса һалып алған ҡыҙ “Мегаполис” сауҙа үҙәгенә йүнәлә. Шунда бер һатыусы ҡыҙҙың “Ҡулайлы хаҡҡа фатирға инәм” тигән иғланын күреп ҡала. Ҡыҙҙар һөйләшеп китә. “Минең буш торған фатирым бар ул, тик кеше индерергә ҡурҡам. Унан алда йәшәгәндәр бүлмәләрен ватып-емереп сығып китте. Ә аҡса кәрәк, үҙем Өфөлә уҡыйым. Хәҙер фатирҙы ремонтлап, рәтләп алдым, тиҙ арала ҡайтмайым, кеше индереп китәйем тип уйлайым да, тик шикләнәм”, – ти ул, ҡорбанының күҙенә ҡарап. Һатыусы ҡыҙыҡай уға шунда уҡ сат йәбешә. “Һин мине индер, зинһар. Борсолма, барыһы ла тәртиптә булыр. Мин бит көнө буйы эштә, фатир ҡайтып йоҡлар өсөн генә кәрәк. Ял, байрам көндәре булһа, ауылға китәм”, – тип ялбара ул. Ҡыҙ уйланып торған була. Һатыусы уға шунда уҡ биш мең һум аҡсаһын тоттора. “Кәрәк булһа, бер аҙнанан тағы бер айҙыҡын бирермен”, – ти. Ҡыҙ ризалашҡан булып, аҡсаны алып сығып китә.
Фатир таптым тип ҡыуанып йөрөгән һатыусы, алданғанын һиҙгәс, нимә эшләргә лә белмәй. “Был миңә ғүмерлек һабаҡ булды. Ошонан һуң нисек кеше­ләргә ышанаһың инде?” – ти ул хәҙер.
Яңы йыл яҡынлаша. Ҡыҙҙың байрамды күңелле, онотолмаҫлыҡ итеп үткәргеһе килә. Бының өсөн уға, әлбиттә, аҡса кәрәк. Ҡала бәләкәй булғас, ул һаҡ эш итә башлай. Алдаған кешеләре танымаһын өсөн, ҡиәфәтен дә үҙгәртеп ебәрә. Шулай бер кис урамда уға Баймаҡҡа эшкә килгән егет осрай. Ҡыҙ был кешенең ситтән килеүен шунда уҡ сырамыта. Егет уға өндәшеп: “Ғәфү итегеҙ, һеҙ бында йәшәйһегеҙме?” – тип һорай. Улар һөйләшеп китә. Егет үҙенә ваҡытлыса йәшәргә фатир эҙләүен белдерә. “Бөтөнләй ваҡытым юҡ, миңә бөгөн үк ҡайҙалыр урынлашырға кәрәк”, – ти ул. Ҡыҙ әҙерәк уйланып торғас: “Ҡыҙыҡ, ә минең фатирға инәм тип көткән кешеләрем килмәне, икен­селәренә шылтыратырға кәрәк тип уйлап китеп барам. Ашығыс рәүештә аҡса кәрәк, шуға күрә айына 5 мең һум менән генә индерәм. Тик өс айға алдан түләргә кәрәк”, – тип алдай.
Егет ҡыуанып китә. “Мин дә эшкә өс айға ғына килдем. Артығы кәрәкмәй ҙә, әйҙә, һин мине индер фатирыңа. Минең эшем етди, йоҡлар һәм ял итер өсөн генә урын кәрәк. Үкенмәҫһең, хаҡын хәҙер үк бирәм”, – тип үтенә ул.
Ҡыҙ егеттең аҡсаһын алып: ”Минең йорт ошо өй аша ғына. Ярты сәғәттән урап киләм, һин көтөп тор. Теге кешеләр килһә, “фатирға мине индерҙеләр инде” тип әйтерһең, йәме”, – тип ҡабаланып китеп бара.
Йоҡларға урыны булмаған егет ҡыҙҙы бик оҙаҡ көтә. Тик һуңынан ғы­на бәләкәй ҡалала ла мутлыҡ юлы менән аҡса эшләүселәрҙең ҡорба­ны­на әүерелеп булыуын аңлай. Тик үтә һуң була шул. Уға полицияға мө­рәжәғәт итеүҙән башҡа сара ҡалмай.
Байрамдарҙы күтәренке кәйеф менән ҡаршы алған ҡыҙ “кәсебен” артабан дауам итмәксе була. Тик ял ваҡытында фатир эҙләгән кеше табылмай. Шулай ҙа ул төрлө иғландарҙы ҡарап, сираттағы “эшенә” ныҡлап әҙерләнә. Был юлы уның яуыз уй-ниәте тормошҡа ашмай – полицияға тотола.
Ҡыҙ судты, адвокатының кәңәше буйынса, тикшереүһеҙ генә үткәреүҙе һораны. Был уға ҡарата прокуратура белдергән бар ғәйепләү менән риза булыуын аңлатты. Шулай ҙа “Бәлки, үҙе алдаған кешеләр менән осра­шырға, уларҙың күҙенә ҡарарға оялалыр?” тигән уй ҙа килде. Сөнки йәш, ма­тур ҡыҙҙың ғүмер буйы тик ке­ше­ләрҙе алдау юлы менән аҡса эшләргә йыйыныуына ышанғы килмәне. Ниндәйҙер мәлдә еңел аҡсаның тәмен татып туҡтай ал­мағандыр, ә эш хөкөм эскәмйәһенә барып еткәс, аҡылына килер һымаҡ тойолдо.
Судья уның Рәсәй Енәйәт ко­дек­сын­дағы 159-сы статьяның 2-се өлөшөнә ярашлы ғәйепләнеүен белдерҙе. Ҡыҙ өс йылға шартлы рәүештә иркенән мәхрүм ителде. Ошо арауыҡ ваҡыт эсендә уға йәмәғәт урындарында иҫерек килеш йөрөү, йәшәү урынын алмаштырыу тыйыла. Хоҡуҡ боҙған осраҡта ҡыҙ шунда уҡ иркенән мәхрүм ителәсәк.
Эйе, был хөкөм эше бар кеше өсөн дә ҙур һабаҡ алырлыҡ. Ҡайһы саҡта уйламай эш итеүебеҙ, хәләл көс менән тапҡан аҡсабыҙҙы татлы телле кешегә тоттороп ебәрергә әҙер булыуыбыҙ төпһөҙ кәмәгә ултырта. Ошондай асығауыҙлыҡ еңел генә байырға теләүсе мәкерле бәндәләр һанын арттыра. Икенсе яҡтан уйлап ҡараһаң, нисек инде был донъяла кешегә ышанмайынса йәшәп була? Һәр кемдән шикләнһәң, йылмайыу артында мәкер генә күрһәң, йәшәйешең күңел әрнеүенә әүерелер бит. Шуға күрә юлыбыҙҙа тик изге уйлы кешеләр генә осраһын ине...











Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 771

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873