Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Заман да, уҡыусы ла башҡа
Заман да, уҡыусы ла башҡа Бөгөнгө уҡыусыны бынан 14-15 йыл элекке осорҙағыһы менән сағыштырһаҡ, араларында байтаҡ ҡына, ыңғай ҙа, кире лә айырма табырға була, сөнки ул ваҡытта мәктәп балалары араһында дәрестә кеҫә телефоны, планшетлы шәхси компьютер, Интернет ҡулланыу бик һирәк күренеш ине. Кәрәкле әҫәр китапхананан эҙләнде, рефераттар ҡулдан яҙылды, доклад, проекттар ҙур аҡ ҡағыҙға ҡәләм, буяу менән төшөрөлгән йә ҡырҡып алынған һүрәттәр ярҙамында яһалды. Хәҙер иһә ижади фекерләүҙе үҫтереүгә бирелгән барлыҡ эш-мәсьәләне Интернет селтәрен файҙаланып ҡына ла бынамын итеп атҡарыу мөмкинлеге бар.

Заман ағышы йәмғиәтте, ке­ше­нең аң-зиһенен үҙгәртеп ҡо­роуҙы талап иткәндәй, уҡыу­­сылар ҙа боронғо, ҡа­лып­лашҡан ысулдар аша белем алыуҙы әллә ни өнәмәй, сағыу электрон техниканы, экран, мультимедианы хуп күрә. Был хәл иһә бөгөнгө остаздарға көн­дән-көн камиллашыу, алдынғы мәғлүмәт, тәжрибә эстәү талабын ҡуймай ҡалмай. Республика мәғарифындағы заман алымдары фестивале тап ошо маҡсат менән киң даирәле белгестәр, балалар баҡсалары хеҙмәткәрҙәре, мәктәп, юғары һәм урта уҡыу йорттары уҡы­тыусылары ҡатнашлығында үтте.
– Уҡытыуҙа электрон дә­рес­лек ҡулланмау нимәгә килте­рәсәк?
– Күпмелер ваҡыттан уҡыу­сы­ларығыҙҙың мәктәпкә йөрөү­ҙән баш тартыуы ихтимал.
Был ғәжәп тә түгел, заман балаһын аң, мәғлү­мәт кимәленә тап килгән алымдар ярҙамында уҡытып ҡына яҡшы һөҙөмтәгә өмөт итергә булалыр. Ошонан сығып, республика мөғәл­лим­дәре өсөн алдынғы тәжрибә уртаҡлашыу, оҫталыҡ арттырыу, файҙалы ғилем туплау майҙаны тип күҙалланған сарала педагогик, техник һәм идара инновациялары студиялары эшләне. Билдәле ға­лимдар, методистар, мәктәп, балалар баҡсаһы уҡытыу­сылары, IT өлкәһе һәм дистанцияла уҡытыу технологияһы белгестәре ҡатнашты, йөкмәт­келе сығыш яһаны.
Киң урын биләгән техник студияла, мәҫәлән, мәғариф ойошмаларын комплекслы йы­­һаз­­ландырыу менән шө­ғөл­лән­гән алдынғы етеште­реүселәр үҙ тауарын тәҡдим итте. Салауат районының Малаяҙ ауылындағы һәм Өфө ҡала­һының Дим районындағы башҡорт гимназиялары, Республика иҡтисад лицей-интернаты, Салауат ҡалаһының 1-се гимназияһы вәкилдәре интерактив әсбаптар, уҡытыу ҡорамал­дарын, белем биреү барышына автоматик идара итеү системаларын, робот тех­никаһы йүнә­лешен ҡул­ланыу, улар ярҙа­мында эшмәкәрлекте әү­­­ҙем­ләш­тереү мөмкинлеген асыҡ сағылдырҙы. Фестивалдә ҡатнашыусыларға тәҡдим ител­гән яңы ҡорол­малар араһында Ер шарының һәр төбәге тураһында ентекле һөйләй белгән сағыу электрон глобус, экран, проектор, микрофон, камера кеүек иң кәрәкле техника менән тәьмин ителгән электрон подиум, LCD микроскоп, кескәйҙәр өсөн 80 килограмм ауырлыҡты күтәрә алған заманса, мауыҡтырғыс электрон өҫтәл һәм башҡа күҙҙе ҡамаштырырлыҡ яңы йыһаз-ҡулланма күрергә мөмкин ине.
Педагогик инновациялар студияһы иһә мәк­тәпкәсә, өҫтәмә, дәрестән тыш, дөйөм белем биреү тармаҡтарын яҡтыртты. 41 ойошманан килгән делегация, алда һанап үтелгән өлкәләрҙән тыш, илһөйәрлек, рухи-әхлаҡи тәрбиә һеңдереүҙә ҡулайлы проекттары менән таныштырҙы.
– Башҡортостандың мәға­риф­ты үҫтереү институты, рес­публиканың төп методик-уҡытыу үҙәге булараҡ, инновацион тәжрибәне системалаштырыу, дөйөмләштереү йәһәтенән бындай сараларҙы даими үт­кәрә. Төрлө район-ҡалалар әү­ҙемлек күрһәтә, 400-гә яҡын кеше ҡатнаша. Был – уҡытыусыларҙың, етәк­селәрҙең заман талаптарын ҡулланып эшләргә ынты­лышының асыҡ сағы­лышы. Алдынғы ҡарашлы, эшенә талапсан хеҙмәткәрҙәребеҙ һәр төбәктә бихисап. Фестиваль – улар өсөн яҡын аралашыу, һөнәри камиллашыу сараһы. Мәғариф фестивале ике йыл элек үткәрелгәненән йөкмәт­кеһе тулыраҡ, киңерәк булыуы менән айырыла, сөнки быйылғыһында өҫтәмә белем биреү, идара итеү систе­маһындағы яңы алымдарҙы тормошҡа ашырыу хаҡында ла һүҙ барҙы. Унда әүҙем ҡатнашҡан Әлшәй, Ейәнсура, Хәйбулла райондары делегацияларын билдәләү зарур, – тине республиканың Мәғарифты үҫтереү институты ректоры Рәмил Мәжитов.
Уның фекеренсә, хәҙер яңы йә иҫке алымды ҡулланырға тип ҡырҡа киҫеү килешмәй, сөнки ике ысул да урыны, ваҡыты, башҡарыусыһы менән отошло.
Фестивалдең тағы бер өлө­шө “Электрон мәктәп нимәнән башлана?” тигән те­маға фекер алышыуға ҡоролдо. Унда рес­публиканың абруйлы уҡыу йорттары, алдынғы ойошма белгестәре тәжрибә уртаҡ­лаш­ты, электрон мәктәптең уҡыусы, уҡы­тыусы, ата-әсә өсөн әһә­миәтен тикшерҙе. Бәхәс, кәңәш, асыштарға бай булды был аралашыу, һәм һөҙөмтәлә үҙ эшен белгән, ижади ҡарашлы уҡы­тыусы, фекерҙәш ата-әсә, заманса йыһазлан­дырылған мәк­тәп-үҙәктең электрон белем биреүҙәге төп элементтары тип асыҡланды.
Нефтекама, Ағиҙел, Өфө, Стәр­летамаҡ, Салауат, Октябрьский, Сибай ҡа­ла­ла­рынан, Хәйбулла, Стәр­летамаҡ, Белорет, Благовещен, Әбйә­лил, Әлшәй, Дәүләкән, Бөрө, Ишембай, Бәләбәй, Борай, Мәләүез, Саҡмағош райондарынан килгән педагогтар үҙ эшендәге уңайлы, заман талабына яуап биргән эш алымдары менән таныштырҙы.
Яҙманың башында әйтеп үте­үебеҙсә, әүәл мәктәпкә ҡә­ләм, дәфтәр менән генә йөрөгән балаларҙы бөгөн юғары кимәл­дәге техниканы йылдам ҡуллан­ған малай һәм ҡыҙҙар ал­маш­тырыуы республика ос­таздарының илдең башҡа тө­бәк­тәрендәге мәғариф үҫе­шенән һис тә ҡалышмай, бар мөмкинлектәрҙән фай­ҙаланып, ижади дәрт менән хеҙмәт итеүенә ишаралай.


Автор: Гөлсәсәк ҒӘБИТОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә