Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Игелекле ил – Иглин
Игелекле ил – Иглин Республикабыҙҙың биш районын урап сығыуға ҡарамаҫтан, марафонсыбыҙ “Әҙәби нағыш”тың бөрсөк тире лә күренмәй әле. Иглин районына ла “ыһ” та итмәй килеп етте. Иң башта Меңйетәр ауылына һуғылды. Мәҙәниәт һарайында башҡорт халҡының йыр-моңо менән әйҙүкләп ҡаршыланылар уны. Байрам өҫтөнә байрам бында: ауылда модель китапхана асыла икән. Тантанаға район хакимиәте вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Вил Динил улы Хафизов менән Меңйетәр ауылы хакимиәте башлығы Илһам Фаил улы Имаев та килеп еткән.

“Шоңҡар” журналының баш мө­хәр­­рире Мөнир Ҡунафин етәксе­легендәге Өфө ҡунаҡтары – “Ватандаш” журна­лының баш мөхәррире Азамат Юлдашбаев, Башҡортостан Яҙыусылар союзы­ның әҙәби консультанты Леонид Соколов, Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана методисы Ирина Борисевич, Милли әҙәбиәт музейы хеҙмәткәре Радмил Абдрахманов тәүгеләрҙән булып өр-яңы китапхана менән танышты.
– Китапһыҙ тормошто күҙ алдына ла килтереп булмай. Ул — кешенең ғүмерлек уҡытыусыһы, дуҫы, ярҙамсыһы. Беҙ бөгөн, көрсөккә һылтанып, рухи байлығыбыҙға ҡул һелтәргә тейеш түгел. Рухиәтле кешеләр генә халыҡтың йәшәү кимәлен күтәрергә һәләтле, – тип Вил Хафизов китапханаға “Иглин йылъяҙмаһы” китабын бүләк итте.
Игелекле ил – Иглин– Һеҙҙең менән тығыҙ бәй­ләнештә булырбыҙ. Ярҙам кәрәкһә, беҙгә мөрәжәғәт итегеҙ, – тине Ирина Борисевич, китапхана мөдире Лилиә Ғариповаға сертификат тапшырып.
Артабан ҡунаҡтарҙы йәш ҡәләм тирбәтеүселәрҙең әҫәрҙәрен тың­лар­ға саҡырҙылар. Раушания Ҡу­наҡ­ҡужина, Светлана Алсина, Зөлфиә Әхмәт­йәнова үҙҙәре менән таныштырғандан һуң шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе.
Азамат Юлдашбаев әҙәби теҙ­генде шундуҡ үҙ ҡулына эләктерҙе:
– Шиғыр яҙырға өйрәткәндәрҙе енем һөймәй, – тине ул, ҡыҙҙарҙың яҙғандарын тикшереүҙе башлап. – Бөгөн һеҙ шиғырҙарығыҙҙы уҡырға тәҡдим иткәнһегеҙ икән, тимәк, халыҡҡа сыҡтығыҙ тигән һүҙ. Иң башта шуны аңлағыҙ: шиғриәт яуап түгел, һорау тыуҙырырға тейеш. Шиғриәт – һуңғы инстанция ул. Беҙ уға Аллаһҡа мөрәжәғәт иткәндәй киләбеҙ: яңғыҙ саҡта, ауыр саҡта...
Азамат Юлдашбаев, шағирә­ләргә байтаҡ кәңәштәрен биргәндән һуң, фәһемле бер мәрәкәгә ишараланы: “Бер йәш ҡыҙ бөйөк шағир янына килеп, былай ти:
– Мин һирәк-мирәк шиғырҙар яҙам. Кәңәш бирегеҙ әле, артабан яҙыр­ғамы, юҡмы?
– Әгәр яҙмай булдыра алаһығыҙ икән, яҙмағыҙ, – ти шағир. – Яҙмай булдыра алмаһағыҙ инде, яҙығыҙ...”
Леонид Соколов та ҡыҙҙарҙы кәңәштәренән мәхрүм итмәне:
– Шиғырҙарығыҙҙы кинәнеп уҡыным. Бигерәк тә Раушанияның етди эшләгәне һиҙелә. Ҡыҙыҡай донъяның һулышын тоя. Мин уның ҡулъяҙмаһына ҡайһы бер иҫкәр­мәләр индерҙем, – тип уны авторына тап­шырҙы.
– Дини кеше көнөнә биш тапҡыр намаҙға баҫҡан кеүек, шиғриәт һеҙҙең “дин”егеҙгә әйләнергә тейеш, – тине Мөнир Ҡунафин. – Күберәк уҡырға кәрәк. Әҫәрҙәрҙә тема тарлығы күҙгә бәрелә. Әлбиттә, тәнҡит һүҙҙәренә ҡарап, күңел төшөнкөлөгөнә бире­лергә ярамай. Әҙәбиәт йылы йомғаҡ­тары буйынса йыйынтыҡ донъя күрер, моғайын, шунда һеҙҙең дә шиғыр­ҙарығыҙҙы индерерҙәр тип өмөтләнәм.
Сарала шағирә һәм драматург Хәлисә Мөҙәрисова менән композитор Фәниә Дауытова ла ҡатнашты. Хәлисә апайҙың изге теләктәре, уның һүҙҙәренә һәүәҫкәр композитор Илһам Хәсәнов яҙған йыр яңғырауы йәм өҫтөнә йәм булды. Фәниә апай иһә бер нисә шиғырын уҡып хис­ләндерҙе.
Шиғриәт хаҡында һөйләшеү бик мәслихәт килеп сыҡты. Был турала сарала ҡатнашҡан уҡыусыларҙың да, уҡытыусыларҙың да балҡыған ҡараштары асыҡ һөйләй ине.
Өфө ҡунаҡтары паркта Елена Иглинаның һәйкәленә сәскәләр һалғандан һуң мәҙәниәт һарайына юлланды. Бында улар әҙәбиәт донъяһына килеп эләкте: төрлө роман-повесть геройҙарына арнал­ған һүрәттәргә, уҡыусыларҙың әҫәрҙәрҙән өҙөктәр уйнауына ҡарап һоҡланмаҫлыҡ та түгел шул! Бигерәк тә Лев Толстойҙың “Балдан һуң” әҫәренән күрһәтелгән өҙөк тамашасыны XVIII быуатҡа алып осҡандай...
Ниһайәт, тулҡынландырғыс мәл етте. Мөнир Ҡунафин Башҡортостан мәҙәниәт министрының ҡотлау хатын уҡып ишеттергәндән һуң, Архангел районы хакимиәте башлы­ғының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Фәйез Фәтих улы Йортомбаев Иглин районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Альберт Фәрит улы Вәлиәхмәтовҡа “Әҙәби нағыш” марафонының символын – “Йылъяҙма-китап”ты — тапшырҙы.
Иглиндар ҡунаҡтарҙы оҙаҡ ебә­рергә теләмәне: районда тыуып үҫкән талантлы шағир Геннадий Зайцев ижады тураһында йәнле һөйләшеү байтаҡҡа һуҙылды; Галина Лаврунова менән Алевтина Елкаеваның романстары моң тулҡынында бәүелтте; Петр Параваевтың хикәйәһе уйға һалды; сыуаш шағиры Василий Антоновтың шиғырҙары елкендерҙе...
Хушлашыр алдынан Леонид Соколовтың әйткән һүҙҙәре иҫкә төштө: “Ошондай байрамдар йәнгә ҡанат ҡуя. Әҙәбиәт йылы ғына түгел, ғүмеребеҙ әҙәбиәттә үтһен ине...”




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 14

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 10

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 13

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 15

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 26

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 23

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 28

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 21