Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Тылсымлы сумаҙан” ҡапҡанына эләкмәгеҙ
Һуңғы осорҙа телефонға шылтыратыусылар йышайҙы. “Һеҙҙе спа-процедураға саҡырабыҙ. Зинһар, килегеҙ, консультация ла, башҡа хеҙмәт күрһәтеү ҙә бушлай. Бүтән салондарҙа битегеҙгә массаж һәм маска эшләгән өсөн 1500 һум түләргә тура киләсәк, ә беҙҙә был тик һеҙҙең өсөн генә түләүһеҙ”, – тип тәҡдим итәләр. Ошо фирма тураһында йыш ишетәм, кире фекерҙәр күберәк. Яңыраҡ улар күршемде “төпһөҙ кәмә”гә ултыртты, шуға йылан ояһын барып күрергә булдым.

Баш ҡаланың иң уңайлы ерендә урынлашҡандар. “Өшәле” (исеме үҙгәртеп алынды) офисына килеп инеү менән мөләйем генә ҡыҙ ҡаршы алды. Теркәү үткәндә мотлаҡ паспортты һораны.
– Ул һеҙгә нимәгә, мин бары косметик процедура эшләтергә килдем! Паспортты үҙем менән йөрөтөргә ғәҙәтләнмәгәнмен.
– Улай булғас, процедура үтә алмайһығыҙ инде, – тип ҡыҙыҡай ҡаршыма баҫты.
Ярты юлдан боролоп сығып китә торған ғәҙәтем юҡ, алдап-йолдап күндерҙем үҙем. Үҙҙәрен косметолог тип йөрөткән ҡатындарҙың ҡайһы­һының был хеҙмәт күрһәтеүгә сертификаты бар икән? Йәш кенә студент ҡыҙ эргәһенә индем. Шуны билдә­ләргә кәрәк: бар ерҙә лә бөхтәлек, тәртип һәм һәр яҡлап уңайлыҡтар булдырылған. Был яҡтан бәйләнер­лек түгел. Креслоға яттым. Үҙен Камилла тип таныштырған ҡыҙ анкета тултыра башланы.
– Һеҙгә нисә йәш?
– 34.
– Ысынмы? Мин 45 тип уйла­ғайным.
– Тимәк, яңылышҡанһығыҙ.
– Бит тирегеҙ иртә ҡартайған. Тәмәке тартаһығыҙмы?
– Юҡ.
– Йыш эсәһегеҙҙер?
– Юҡ.
– Тиҙ арала үҙегеҙ менән шөғөл­ләнә башларға ваҡыт. Юҡһа тиҙҙән танау тирәһендәге ҡан тамырҙа­рығыҙ шартлап, Ҡыш бабайға оҡшап йөрөй башлаясаҡһығыҙ. Битегеҙҙең бер яғына беҙҙең косметика менән маска яһаясаҡмын, һуңынан сағыш­тырып ҡарарбыҙ.
Был эшкә әллә ни килешеп етмәгән ҡулдары менән йөҙөмә шарт та шорт крем һыланы ла ун-ун биш минуттан мине көҙгө алдына баҫтыр­ҙы: йәнәһе, айырма күренәме-юҡмы. Дөрөҫөн яуап бирҙем:
– Бер ниндәй ҙә айырма күр­мәйем, шул көйө!
– Нисек инде шул килеш?! Һеҙ косметик кершәндәрҙең ниндәй мар­каһын ҡулланаһығыҙ?
Аптырағас, әйттем.
– Беҙҙең фирманың ҡиммәтле кер­шәндәре менән уларҙыҡын бө­төнләй сағыштырып булмай! Ана бит, күҙ ҡабаҡтарығыҙ күтәрелеп кит­те, битегеҙ тартылды, тирегеҙ ағар­ҙы. Биш йылға йәшәргән кеүекһегеҙ.
– Әллә инде, мин һиҙмәйем. Сит­тән ҡараһаң, һәйбәтерәк күренә­лер...
– Беҙҙең косметиканы алырға теләйһегеҙме?
– Уйларға була. Күпме тора инде тылсымлы косметика?
– Һеҙҙең тирегә яраҡлыһы 50 мең һум тирәһе. Әгәр был хаҡ ҡыйбат тойолһа, уны кредитҡа алырға мөмкин. Бер сумаҙан косметика бер йылға етәсәк.
– Уйлармын.
– Әгәр килешеүҙе бөгөн үк төҙөһәк, 15 процент ташлама ҡарал­ған. Баш тартһағыҙ, үкенерһегеҙ. Килешеү ҡағыҙы бирәйемме?
– Юҡ, рәхмәт.
– Ныҡ яңылышаһығыҙ. Былай ҙа тиҫтерҙәрегеҙҙән ун йылға өлкәнерәк күренәһегеҙ, әгәр артабан да шулай дауам итһә, бөтөнләй һылыулығығыҙ ҡасыр, – тип оҙатып ҡалдылар мине.
Кемдең генә матур булғыһы килмәһен. Айырыуса утыҙ йәштән һуң үҙгәрештәр һиҙелә башлай. Ҡатын-ҡыҙҙың нескә күңеле күҙ ситтәрендә барлыҡҡа килгән һырҙар­ҙы ауыр ҡабул итә шул. Тап ошо тойғоларҙа уйнай ҙа инде “Өшәле” фирмаһы һылыуҙары. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың ҡармағына ҡапҡан кешеләр юҡ түгел. Офистан сыҡҡан­да ауылдан килгән оло йәштәге апайҙың “тылсымлы сумаҙан” өсөн кредит алып йөрөгәненә шаһит булдым. Эргәһендә ябай ғына кейенгән ире ҡулдарын ҡайҙа ҡуйырға, ҡайҙа йәшерергә белмәй аҙаплана ине. Ауыл кешеһе өсөн 50 мең һум арыу ғына аҡса. Иҫкәртәйем тип эргәлә­ренә барырға батырсылыҡ иттем:
– Ағай, нимә эшләйһегеҙ? Ҡа­сырға кәрәк бынан! Алдайҙар бит.
– Эй, һең­лекәш, әйтеп ҡара­ным инде, тыңламай бит. Ғүмергә бер тапҡыр зиннәтле кершән һөртөп ҡыуанайым, ти ҙә ҡуя...
“Өшәле” фирмаһының мутлыҡ­тары тураһында яҙыуға этәргән бер ваҡиғаны ла телгә алғы килә. Кискеһен беҙгә күршем йүгереп керҙе. Ул яңғыҙы ипотекаға фатир алып, ҡыҙ үҫтереп, саҡ осто-осҡа ялғап йәшәй. Уны ла бер ай элек ошо уҡ салонға саҡырғандар. Байрам алдынан бер аҙ булһа ла матурланайым тип, шунда киткән. Әлбиттә, паспортын да үҙе менән алған. Бөгөн иһә эштән ҡайтыуына почта йәш­нигендә банктан белдереү ҡағыҙы ятҡан! Йәнәһе лә, 50 мең торған косметика хәҙер уныҡы. Ай һайын 6 мең һум аҡса түләп барырға тейеш. Күршем иртәгәһенә үк про­куратураға китте. Суд ҡарары уның яғында булыр тип ышанғы килә.
Матурлыҡтың серен берәү ҙә асмаған әле. Әммә “Өшәле”лә уның хаҡын билдәләгәндәр: 50 мең һум! Был мутлашыу ҡапҡанына эләгеп ҡуймағыҙ!


Автор: Лилиә НУРЕТДИНОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә