Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Тартҡан атҡа ҡамыт кейҙерәләр
Тартҡан атҡа  ҡамыт кейҙерәләр Ишембай ҡалаһының тарихы “ҡара алтын”ға бәйле икәнлеге һәммәбеҙгә лә мәғлүм – Башҡортостанда иң беренсе нефть унда табыла бит! Ә бөгөн был төбәк бар яҡлап та алға бара. Уның тарихын барлағанда ҡасандыр нефть вышкаларын булдырып, етештереүҙе яйға һалған, ауыр йылдарҙа станоктар янында торған кешеләрҙе урап үтеү мөмкин түгел. Кем әйтмешләй, тарихты шәхестәр булдыра.

Хеҙмәт кешеһе. Үҙ эшенең оҫтаһы. Байғужа ауыл Советы ауыл биләмәһенең ветерандар советы рәйесе, хеҙмәт һәм башҡорт нефте ветераны Юнир Тимербулатовты яҡындан белгәндәр, күп йылдар бергә эшләгән хеҙмәттәштәре был фекер менән килешер — оло йәштә лә дәртле күңеле, тыуған төйәге, яҡташтары өсөн янып йәшәүе менән һоҡландырған замандашыбыҙҙың рух-булмышын тап ошо һүҙҙәр аса. Ысынбарлыҡта мәҡәлә геройының тормош юлы заманында уның ише Ишембай нефтен үҫтереү, төбәк данын күтәреү өсөн намыҫлы тырышҡан бик күптәрҙең яҙмышы менән уртаҡ.
Ил халҡы тилмереп тыныслыҡ көткән 1945 йылдың 1ғин­уарында Кинйәбулат ауылында донъяға килә Юнир. Һуғыш осоро балалары татыған ауырлыҡтар уны ла урап үтмәй.
— Балалар эш рәтен белеп, бәләкәйҙән атай-әсәйгә ярҙам итешеп үҫте, халыҡта дәрт, берҙәмлек көслө булды. Совет заманының шул осорон юҡҡа һағынмай ололар, ҙур-ҙур бурыстарҙы бөтә ауыл, коллектив менән йырып сыға инек, шуға ауырлыҡтарға бирешмәнек тә, — ти Юнир Йосоп улы.
…1963 йылдың сентябрь айы. Мәктәпте тамамлаған Юнир саҡырыу буйынса Ишембай нефть промыслалары идаралығының разведка-быраулау контораһына эшкә килә. Ул саҡта идаралыҡты Шевель Шимановский етәкләй, Рифҡәт Билалов — баш геолог, ә Николай Шлюхин – разведка-быраулау контораһы етәксеһе. Кадрҙар бүлеген етәкләгән Клавдия Савинаның ауылдан килгән ябай егетте бик йылы ҡаршылауын, кешелекле мөнәсәбәтен әле лә хәтерләй Юнир ағай. Ул бер ҡаршылыҡһыҙ разведка-эҙләнеү скважиналарын хеҙмәтләндереү буйынса техник-геолог булып эшкә алына. Нефть һәм газ эҙләүгә бағышланған ғүмер юлы шулай башланып китә.
Уйлап ҡараһаң, Юнир ағайҙың гармунда оҫта уйнауын иҫәпкә алғанда, бөтөнләй башҡа юлдан да китә алған бит. Шулай ҙа, нефтсе булған хәлдә лә, гармуны ла, тормошто аңларға өйрәткән китаптар ҙа үҙе менән ҡаласағын аңлағандыр ул, күрәһең. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә йәш егет билдәле геологтар Иван Карамаев, Борис Никитин етәкселегендә күп нәмәгә өйрәнә, остаздарының хуплау һүҙҙәре дөрөҫ һөнәр һайлауына ышанысын нығыта.
…Ул осорҙа ҡайҙа ул әрменән һуң ял итеп ятыу! Хәрби кейемен сисеп, аҙна-ун көн тигәндә Юнир Тимербулатов яңы ойошторолған “Башюгнефтеразведка” тресының разведка-быраулау контораһына, бығаса эшләп киткән коллективына килә. Ялан шарттарындағы хеҙмәт мауыҡтырғыс та, яуаплы ла. Ашарыңды үҙең хәстәрләйһең, ялды ла, байрамдарҙы ла онотоп торған ваҡыттар була.
— Әрмелә саҡта топонимика, геология буйынса көслө әҙерлек үттек, “Һеҙ үҙегеҙҙе юғары белем алдығыҙ тип һанай алаһығыҙ”, — ти торғайны командир. Ошо белем эшемдә ныҡ ярҙам итте, тәбиғәттән килгән теүәллек, тәртип яратыу ҙа файҙаға булғандыр. Шулай ҙа үҙ-үҙемә ышанмай унар тапҡыр ҡабаттан иҫәпләгән саҡтар була торғайны. Скважина быраулау 100 мең һум торһа, һинең иҫәпләүҙәрең хата булған осраҡта дәүләткә күпме зыян килә?! Үтә яуаплылыҡ талап итте беҙҙең эш, — ти нефтсе ветеран.
…Юнир ағай — 1967 — 1970 йылдарҙа Подгорный нефть һәм газ ятҡылығын асыуҙа әүҙем ҡатнашҡан геологтарҙың береһе. Ә ғаиләле килеш уҡырға дәрт итеүе шөғөлөнә ҡарата һөйөүенән киләлер. 1976 йылда Октябрьский ҡалаһындағы нефть техникумында һөнәр алып сыға ул. Архангельск, Яңы Шишмә, Маяҡ, Өршәк, Ураҙмәт, Ырымбур өлкәһе нефть ятҡылыҡтарында эшләй.
Эштән баш тартырға өйрәнмәгәнгәме, Юнир ағай йәмә­ғәт тормошонан да ситтә ҡалмай. Оҙаҡ йылдар быраулау участкаһының цехком рәйесе, партия ойошмаһы секретары була. 1987 — 1994 йылдарҙа ул Ишембай быраулау эштә­ре идаралығының геология бүлеге геологы, производство-диспетчер хеҙмәтенең геологы булып эшләй. Ә инде 1994 йылда, идаралыҡ үҙгәртелгәс, һөнәре лә заманса яңғыраш ала – Өфө быраулау эштәре идаралығы участкаһында маркшейдер-топограф вазифаһын башҡара. Топография-геодезия эштәре, төрлө масштабтағы геология карталары төҙөү, разведкалау өсөн ергә рөхсәт ҡағыҙҙары юллау – һай, ҡатмарлы был бурыс! Тартҡан атҡа ҡамытты йыш кейҙерәләр, ти, Юнир ағайҙың хеҙмәт, тормош юлын бар­лаһаң, тап шундай уй килә. Тимәк, булдырған, ышанысты һәр саҡ аҡлаған нефтсе-ветеран.









Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә