Һиндостан мәҙәниәте, сәнғәте менән башлыса фильмдары аша танышбыҙ. Хәтерләйһегеҙҙер, һинд киноһы булғанда ауыл клубтары кеше менән шығырым тула торғайны. Ҡыҙыҡһыныу көслө булғас, 1973 йылда “Башҡортостан – Һиндостан” төбәк йәмәғәт ойошмаһы булдырыла. Уның маҡсаты – ике ил араһындағы дуҫлыҡ ебен нығытыу. Ойошма фәнни-ғәмәли конференциялар, фото һәм китап күргәҙмәләре, һинд киноһы фестивалдәре, башҡа саралар ойоштороу менән мәшғүл. Уны утыҙ йыл рәттән Башҡортостандың “Энергия ресурстары транспорты проблемалары институты” дәүләт унитар предприятиеһының ғилми етәксеһе, Башҡортостандың Фәндәр академияһы Президиумы советнигы, профессор, техник фәндәр докторы Әсғәт Ғүмәров етәкләй.– Һиндостан менән Башҡортостан араһында дуҫлыҡ күпере күптән һалынған. Был ил беҙҙең халыҡты кинолары менән әсир итте. Шулай ҙа бәйләнеш мәҙәни һәм сәнғәт кимәлендә генә түгел. Сәнәғәт, етештереү һәм башҡа өлкәләрҙә лә әүҙем хеҙмәттәшлек бара.
– Ныҡлы бәйләнештәргә нигеҙ 1995 йылда Рәсәй Федерацияһы менән Һиндостан араһындағы хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылғас һалынды. 1997, 1999 йылдарҙа Башҡортостан Хөкүмәте менән Рәсәйҙәге Һиндостан Республикаһы илселеге араһында ла килешеүҙәр төҙөлдө. Башҡортостанға Һиндостан Республикаһы илселәренең күбеһе килде: Т. Кауль, Р. Сен, С. Ламбах, К. Рагхунтах, К. Сибал һәм башҡалар. Республикабыҙ Трипура һәм Уттар-Прадеш штаттары менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә.
Өфө моторҙар эшләү берекмәһе, Өфө агрегат етештереү берекмәһе, “Каучук” һәм башҡалар экспортҡа тауар оҙатһа, “Фармстандарт – ӨфөВита”, “Ойо-Гео Импульс интернэшнл”, “Илаж”, “Нефтехим”, киреһенсә, индерә. Һиндостанға каучук, машиналар, ҡоролмалар, транспорт, металл һәм башҡаһын ебәреп, Башҡортостанға дарыу, сәй һәм башҡа тауарҙар килтерелә.
Өфө моторҙар эшләү берекмәһе, Өфө пластик металдар проблемаһы институты тураһында әйтеп тә тораһы түгел. Хайдарабад ҡалаһында тикшеренеү лабораторияһы ла булдырылған. Юғары уҡыу йорттары менән дә төрлө кимәлдә эш алып барыла. Башҡортостанда һинд студенттары күп. 1995 – 2001 йылдарҙа ғына Өфө дәүләт нефть техник университетын егерменән ашыу ҡыҙ һәм егет тамамланы. Башҡорт дәүләт медицина университетына өҫтөнлөк биргәндәр байтаҡ.
– Шулай ҙа беҙҙе төпкөл быуаттарҙан килгән дуҫлыҡ ептәре бәйләй, ти тарихсылар.
– Көньяҡ Урал биләмәһендә, археологик тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, тимер быуаттан уҡ һинд-иран ырыуҙары менән этник-мәҙәни бәйләнештәр булған. Ҡайһы бер тарихсылар фекеренсә, 10 – 12 мең йыл элек үк һиндтар менән дуҫлыҡ күпере булдырғанбыҙ.
1734 – 1744 йылдарҙағы Ырымбур экспедицияһы Һиндостанға алып барған юлдарҙы өйрәнгән. Экспедиция начальнигы И. Кириловҡа Һиндостандан килгән сауҙагәр Мәрвәри Бараев дүрт сауҙа юлы тураһында ентекле һөйләгән. Ошо уҡ экспедицияла ҡатнашҡан П. Рычковтың хәтирәләрендә лә был ил сауҙагәрҙәре тураһында яҙылған. Һиндостандан Көньяҡ Уралға ағылған каруандар тауар ғына ташымаған. “Калила һәм Димна”, “Шукасап-тати”, “Әбүғәлисина тураһында хикәйә”, “Ҡырҡ вәзир”, “Хужа Насретдин тураһында көләмәстәр” һәм башҡа китаптар ҙа алып килгәндәр. Бында уларҙы күсереп яҙып таратҡандар.
– Тарихҡа төшөп киткәс, тағы бер ҡыҙыҡлы фактҡа ла туҡталайыҡ: башҡорттар 1718 – 1725 йылдарҙа Фарсы һәм Бохараға походта ҡатнашҡан икән.
– Эйе. Улар Рәсәй һәм Һиндостан араһында сауҙа бәйләнеше булдырыу маҡсаты менән алыҫ юлға сыҡҡан. 1825 йылда Өфө губернаһының Стәрлебаш ауылынан Ғөбәйҙулла Әмировтың хәтирәләре нәшер ителгән. Ул утыҙ йыл буйы Һиндостанда әсирҙә булған. Рәсәйгә иһә 1805 йылда ҡайтҡан. Уның яҙмаларын уҡып сығырға кәңәш итәм.
Тағы бер ҡыҙыҡлы тарихи мәғлүмәт: 1919 – 1920 йылдарҙа Башҡортостанға Һиндостандың милли-азатлыҡ өсөн көрәш хәрәкәте етәкселәренең береһе Мөхәммәт Бәрәкәтулла килә. Ул әлеге Офицерҙар йорто бинаһында йәшәй. Ошонда үткән митингта ялҡынлы сығыш яһай. 2001 йылда был ваҡиғаға арнап йорт бинаһына таҡтаташ та ҡуйылды. Бәрәкәтулланың Башҡортостанға килеүе тураһында Әхмәтзәки Вәлиди Туған “Хәтирәләр”ендә телгә ала.
– Һуңғы йылдарҙа Башҡортостан менән Һиндостан араһында бәйләнеш нығынды. “Һиндостан көндәре” үткәрелә, төрлө күргәҙмәләр ойошторола.
– Ысынлап та шулай. Йыл һайын Башҡортостанда Һиндостандың Бойондороҡһоҙлоҡ көнө һәм Республика көнөн үткәреү матур йолаға әүерелде. Был сарала Һиндостандан килеп белем алып йөрөгән студенттар әүҙем ҡатнаша. 2010 йылда Һиндостан Республикаһының 60 йыллығын Әхмәтзәки Вәлиди Туған исемендәге Милли китапханала уҙғарҙыҡ. Залды билдәле скульптор Ләлә Ғәлиева Көнсығыш темаһына арналған эштәре менән биҙәне. Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры “Һинд легендаһы” һәм “Панчатантра” спектаклдәренең ҡурсаҡтарын алып килде. Микробиолог, биология фәндәре докторы Лилиә Хәсәнованың Һиндостан буйлап сәйәхәтендә эшләгән фотопортреттар серияһы күргәҙмәһе үтте.
– Мәҙәни бәйләнешкә ҡытлыҡ юҡ, шикелле. Хәҙер һинд бейеүенә өйрәткән ансамблдәр, йога түңәрәктәре лә бихисап.
– Эйе, шулар араһында иң әүҙем эшләгән “Ганга” үҙешмәкәр һинд бейеүе театрын телгә алып киткем килә. Уның етәксеһе – Әлфиә Куряева. Әлеге мәлдә уның 300-ҙән ашыу уҡыусыһы бар. Улар ярҙамында йәмғиәтебеҙҙең 40 йыллығына ҡарата Өфөлә Бөтә Рәсәй һинд бейеүҙәре фестивале ойошторҙоҡ. Сарала Өфө, Ҡазан, Яр Саллы, Ижевск, Бөгөлмә, Магнитогорск ҡалаларынан ансамблдәр ҡатнашты. Махсус рәүештә һинд бейеүе белгесе Рагхав Радж Бхатт саҡырылды. Ул ҙур теләк менән оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе.
– Йәйгеһен Башҡортостанда донъя кимәлендәге саралар – ШОС һәм БРИКС саммиттары үтәсәк. Ниндәй әҙерлек эштәре алып барыла?
– Быға тиклем дә Башҡортостан – Һиндостан бәйләнештәрен сағылдырған китаптар нәшерләй инек. Саммиттарға ҡарата ла сағыу баҫма нәшер итергә йыйынабыҙ. Был йыйындарҙы түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ.
– Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт, Әсғәт Ғәлимйән улы.