Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Тормош һынауын лайыҡлы үтәйек
– Тормош күҙгә күренеп ауырлашты. Бай­таҡ кешенең эш урынында ҡыҫ­ҡар­тыуға эләгеүе, хеҙмәт хаҡының тотҡар­ланыуы борсоуға һала. Ауыр мәлдә мосолман үҙен нисек тоторға тейеш? Ошо йәһәттән фекерегеҙҙе белге килә, Нурмөхәмәт хәҙрәт.
В. СӘЙФЕТДИНОВ.
Ҡариҙел районы.

– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Әс-сәләмү-ғә­ләй­күм үә рәхмә­тул-ла­һи үә бәрәкәтүһ, хөрмәт­ле ҡәрҙәш­тәр! Тәү сиратта тормошобоҙ гөл­дә­ренә – ҡатын-ҡыҙға – яҡынлашып килгән 8 Март байрамы уңайынан ихлас ҡотлау һүҙ­ҙәрен еткерәм. Гүзәл затҡа Исламда ифрат ҙур урын бирелгән, хатта айырым “Ән-Ниса” сүрәһе лә бар. Ҡатын-ҡыҙ­ҙарыбыҙға динебеҙ биргән хоҡуҡтарҙан файҙала­нып, ғаилә усағын һүндер­мәй­сә, иғтибар һәм ихтирам тойоп йәшәргә насип ҡылһын. Улар – милләтебеҙҙең ки­лә­сәген тәрбиәләүсе, тимәк, ҙур хөрмәткә лайыҡ.
“Ауырлыҡтарҙы нисек үткәрергә?” тип һорауға килгәндә иһә, яуап бер – эшләргә кәрәк! Мосолман ир-егете бер ҡасан да ҡатмарлыҡтарҙан бөгөлөп төшмәгән, зарлан­маған. Тарихтан билдәле булыуынса, халҡыбыҙ бер дәүерҙә лә еңел тормош көтмәгән, ваҡытлыса ауырлыҡтарҙы ғына түгел, хатта һуғыштарҙы ла үткән. Ләкин һис ҡасан да төшөнкөлөккә бирелмәгән, йәшәргә ынтылған.
Әлеге ауырлыҡтар – ваҡытлыса күренеш. Төптән уйлап ҡараһаң, улар ҡайһы саҡта кәрәк тә, сөнки рәхәтлеккә тиҙ өйрәнгән әҙәм балаһының һынауҙарға тиҙ һыныуы ихтимал. Тормош – имтихан йорто ул. “Һеҙҙе ниндәй ҙә булһа ҡурҡыныс, аслыҡ, малдың, емеш-еләктең кәмеүе менән һынайбыҙ”, – тиелгән “Әл-Бәҡара” сүрәһендә лә. Тимәк, бындай халәттән бер әҙәм балаһы ла ситтә ҡалмай. Ауырлыҡтарҙың барыһын да Аллаһ Тәғәлә беҙҙе имтихан ҡылыу өсөн ебәрә. Әгәр һынауҙы күтәрә, сыҙам була алмайһың икән, ул һиңә ауырыу булып ҡайта.
Мәшәҡәттәрҙе сабыр үткәреү тик ултырыу тигәнде түгел, бәлки, ошо ауырлыҡтан сығыу юлын эҙләү зарурлығын аңғарта. Мәҫәлән, йөҙә белмәгән кеше һыуға ҡолап төшһә, батыуы ихтимал. Әгәр инде баҙап ҡалмайынса, аяҡ-ҡулын хәрәкәт иттерһә, йәшәргә тырышһа, ярға мотлаҡ килеп сығасаҡ. Күсер ҡоштарға, асфальттан юл табып килеп сыҡҡан үләндәргә, ҡая-таш араһында ҡыҫылып булһа ла үҫкән ағастарға ҡарағыҙ. Уларҙың барыһы ла – йәшәүгә ынтылыш билдәһе.
Хөрмәтле ҡәрҙәштәр, ауыр мәлдәрҙә бер ҡасан да зарланмайыҡ, башҡаларҙың кәйефен төшөрөп йөрөмәйек, йөҙөбөҙгә ризаһыҙлыҡ тойғоһон сығармайыҡ. Киреһенсә, өйҙә лә, эштә лә көр күңелле булайыҡ, ярҙамлашып йәшәйек. Бер-беребеҙҙе киләсәктә барыһы ла яҡшыға әйләнеренә өмөтләндерһәк, иншаллаһ, ысынлап та, ышаныс тормошҡа ашыр. Тәү сиратта, алда әйтеп үткәнемсә, төшөнкөлөккә бирелеп ултырмаҫҡа, ә эшләргә кәрәк.
Тормош ауырлыҡтарҙан ғына тормаҫ, еңеллек тә килер. Миҫал өсөн йылдың дүрт миҙгелен алып ҡарайыҡ. Уларҙың һәр береһенең үҙ йәме, бәрәкәте бар. Ауырлыҡтары ла күп. Шуларҙы ваҡытында лайыҡлы күтәрә белһәң, әйтәйек, эҫе йәйҙә ҙур тырышлыҡ менән бесәнде етерлек кимәлдә әҙерләһәң, ҡышты тыныс үткәрерһең.
Ҡабатлап әйтәм: ауырлыҡтар беҙҙе һынау өсөн ебәрелә. Ошо мәлдә үҙебеҙҙе лайыҡлы тотһаҡ, бирешмәһәк, күркәм һыҙаттары­быҙҙы юғалтмаһаҡ, һөҙөмтәһе татлы булыр, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә