Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Үкенесле яҙмыш
Ялбыр ҡашы күҙ ҡабағын ҡаплап, һәленеп төшкәнен күргәс тә иренең кәйефе шәптән түгеллеген аңланы Мәсҡүҙә. Шуға ла өнһөҙ генә ҡашығаяҡ янындағы эшен дауам итте. Белә ул: бөгөн йәмәғәте бер ҡайҙа ла бармаясаҡ һәм бөтә асыуын ҡатынына төшөрәсәк йә күңел төшөнкөлөгөнә биреләсәк. Элегерәк уның был халәте бер көндә үтә ине, ҡартая килә аҙна-ун көнгә һуҙыла башланы.

Йыл һайын ауыл хужалығы эштәре тамамланып, уңыш дәүләт келәтенә инеп ят­ҡас, мәктәптә ауыл хеҙмәтсәндәре, хеҙмәт ветерандары ҡатнашлығында класс сәғәттәре, кластан тыш саралар ойошторола. Йәш быуын менән осра­шыуҙан, тынғыһыҙ хеҙмәт хәти­рәләренән, яҡты иҫтәлектәрҙән күңеле күтәрелеп ҡайтҡан ауылдаштарын күреп, уларҙың араһында йөрөмәүенә йәне көйә Ғәлиҙең.
Исеме Ғәли түгел, әлбиттә. Аҙан әйтеп ҡушылғаны Миңлеғәли уның. Тыуғанда уң яҡ ҡолағы ярпыһында ҙур ҡара миң булғанға шулай тип атағандар. Олатаһы менән өләсәһе иҫән саҡта ғына тулы исеме менән йәшәп ҡалды. Аҙаҡ уны Ғәли тип кенә йөрөттөләр. Ситтән тороп агрономлыҡҡа уҡып сыҡҡас, Ғәли Вәли улы булып китте. Ысынмы-юҡмы, юғары уҡыу йорто дипломын алып ҡайтҡас, хеҙмәттәштәре уны ҡотлап ҡулын һуҙған­да, үҙен уйынлы-ысынлы “Ғәли Вәли­евич” тип танытҡан, тиҙәр.
Ҡасандыр йәшел күҙҙәренән осҡон сәсеп, ҡуйы ҡара ҡаштарын нисек теләй шулай сөйөп ҡараған бөҙрә сәсле ирҙең исеме менән бергә абруйы ла ҡыҫҡарҙы шул.
Бала сағы, йәшлек йылдары хәсрәтһеҙ үтте. Олатаһы менән өләсәһенең ҡурса­лауы аҫтында, ата-әсәһенең абруйын тойоп үҫкән егеткә үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫыуы ауыр булманы. Хәрби хеҙмәттән һуң совхозда эшләне, ситтән тороп юғары белем алды.
Бар ине бит уның да ер һелкетеп йө­рө­гән ваҡыттары! Хеҙмәт вазифа­ла­рының төрлө баҫҡысында, әлбиттә, үҙен төрлөсә күрһәтте Ғәли Вәли улы. Дәрәжәһе, абруйы буйынса үҙенән юғарыраҡтарҙың һү­ҙен, аңлаһа-аңламаһа ла, тоғро эт ке­үек күҙҙәренә тура ҡарап, башын һелк­мә­йенсә, эйәген ҡаҡмайынса тыңланы. Теҙ­ләнергә ҡушһалар, моғайын, етәксе­ләрҙең был үтенесен дә үтәр ине ул, гонаһ шомлоғо. Һәр сөскөргәнгә “йәрхәм­бикалла” тип әйткән кеше кемгә оҡша­маһын! Бына шулай түбәнселеккә төшөп, юғары үрмәләне Ғәли. Бейек осоу өсөн көслө ҡанаттан бигерәк кәкре томшоҡ кәрәк икәнлеген яҡшы белә ине ул. Нә­ҫе­лендә булмаһа ла, еҫтең ҡайҙан кил­гәнен, елдең ҡайһы яҡтан иҫкәнен һиҙеү һәләте көслө ине. Шулай итеп, тотоп һелк­һәң ҡойолорлоҡ бер нәмәһе бул­маған әҙәм колхоз дилбегәһен ҡулына алды. Эшселәр менән үҙен ҡол биләүсе һымаҡ тотто. Хатта өлкәнерәктәргә лә сыбыртҡы менән киҙәнергә оялманы. Етәксе булған осорҙа нисек теләне — шулай йәшәне, нәфсеһе бик ҙур булды. Көн дә күңел асыу, кәйеф-сафа, ҡатын-ҡыҙ... Ауылдаштары, уның тәртибенән, эшенән ризаһыҙлыҡ белдереп, тейешле урындарға мөрәжәғәт итеп тә ҡараны, әммә үҙәктән килгән һәр түрә-ҡараның машинаһын-арбаһын “майлап” ебәргәс, үҙенең эштәре лә яйлы булды. Ялыу-тәнҡит ҡайҙа яҙылһа, шул урында ҡалды.
Тормошо мәңге ошолай гөрләп торор һымаҡ тойолһа ла, үҙгәртеп ҡороу елдәре уның хужалығына ла килеп етте. Бер ҡасан да һайыҡмаҫ, бөтмәҫ булып кү­рен­гән байлығы бер көндә юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы. Колхоз тарҡалып, иген баҫыуҙары, һарай-ҡура бушап ҡалғас, башланды ла инде Ғәлиҙең күңелһеҙ тормошо. Мутыраҡтар, алдынғыраҡ ҡарашлылар хужалыҡтың нәмәһен ҡулына эләктерә алһа, шуны эләктереп, йә үҙ эшен асты, йә ҡалаға тайҙы. Ә Ғәли, юғары дәрәжәле кеше­ләр­гә һыу ҡойоп, ҡул йыуҙырыуҙан, төрлө мәжлес-байрамда уларҙың бөйөк­лөгөн данлап, маҡтап, шиғри юлдар сый­маҡлауҙан башҡа һәләте булмаған кеше, бөтөнләй юғалып ҡалды. Дөрөҫөрәге, ҙур ауылдың уртаһында яңы ғына һалынған ике ҡатлы мөһабәт йортон, баҡса-ҡураһын ташлап киткеһе килмәне.
Тәүге йылдарҙа Ғәли ауылдаш­тары­ның үс алыуынан ҡурҡып йәшәне. Эшсән, изге күңелле яҡташтары күңелендә ундай уй булмағанын аңлағас, ҡултыҡ аҫтына таушала биргән ҡара папкаһын тығып, урамға сыҡты, ауылда үткәрелгән сара­ларҙа, йыйылыш-байрамдарҙа телмәр тоторға ғәҙәтләнеп алды. Һәр сығышында “бына мин рәйес булған осорҙа” тигәне­рәк һүҙ яңғырауынан биҙгән ауылдаштары тора-бара уны осрашыуҙарға са­ҡыр­май башланы. Был иһә социалис­тик ярыштарҙа, биш йыллыҡтарҙа еңеп сыҡҡан колхоз рәйесен оторо ярһытты, әммә халыҡ яҙғы даръя менән бер, уға ҡаршы барып булмай.
Һуңғараҡ үҙенә тағы бер шөғөл тапты: әлеге ҡара папканы ҡултыҡ аҫтына ҡыҫ­тырып, көноҙоно урам ҡыҙырыу, берәүҙән ишеткән хәбәрҙе икенсеһенә еткереү, арттырыу, төймәләйҙе дөйәгә әйләнде­реү, булмағанды булды тиеү, алдау-йолдау... Көнөнә бер тапҡыр медпунктҡа, китапханаға, элекке идаралыҡ бинаһына барып килмәһә, ниндәйҙер яңылыҡ ишетмәһә йәки кемделер яманлап һөй­ләмәһә, күңелен бушлыҡ, яңғыҙлыҡ той­ғоһо биләп ала. Берәй ауылдашының уңышы хаҡында ишетеп ҡалһа, мотлаҡ уның ҡасандыр үҙенә килгәнен, инәлеп ниҙер һорағанын иҫкә ала. Ҡайһылыр ғаиләлә туй йәки күңелле байрам булһа, шул йорт хужабикәһенең заманында үҙенең һөйәркәһе булғанын тәфсирләй.
Шулай ҙа кемдең кем икәнлеген бел­гәндәр күп шул ауылда. Шуларҙың хөкө­мөнән ҡурҡа Ғәли. Әлегә тиклем уның кемлеген күҙенә ҡарап әйткәндәре юҡ. Шулай ҙа кинәйәләп, төрттөрөп һүҙ һөйләгәндәрен ишеткәне бар. Яңыраҡ элекке водителе Хәбир: “Һуңғы ваҡытта һине гел әбей-һәбей янында күрәм, хәҙер ғәйбәт һөйләүҙән башҡаға эшкинмәйһең­ме ни?” — тип мыҫҡыл итте. Быныһы инде — иң ауыртҡан урыны. Ысынлап та, алтмышын яңы артмаҡлаһа ла, кәре бөттө уның. Колхозсылар көсө менән төҙөлгән йорто ла, баҡса-ҡураһы ла теше төшкән әбей йәки бабайҙың ауыҙына оҡшап бара. Тегенән ҡойола, бынан ишелә... Төҙәтеп, ҡағып ҡуйырға көсө, ә иң аяныслыһы — дәрте юҡ.
Мәктәп уларҙың янында ғына. Ғәли, тәҙрәнән күҙен алмайынса, унан сыҡҡан­дарҙы күҙәтә. Бына һәммәһе гөлләмәләр тотоп, күтәренке кәйефтә килә. Ни тиклем күренмәҫкә тырышһа ла, секе­рәйеп ҡарап торған Ғәлигә барыһы ла иғтибар итте. Ул ғына түгел, күптәр хатта ирҙең күҙендә йәш тамсыһы йылтырауын күрҙе. Үкенес хисе ине был.
Түрбашта үҙ эше менән булған Мәс­ҡүҙә лә иренең күңел кисерешен тойҙо һәм уны ысын күңелдән йәлләне...









Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 14

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 10

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 13

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 15

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 26

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 23

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 28

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 21