Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йөрәктәрҙә йәшәй
Ырымбур өлкәһенән сыҡҡан, туған халҡы өсөн йәнен бирергә әҙер, яҙмышын уның аң кимәлен, рухын үҫтереүгә бағышлаған Рафаэль Ғәйнетдин улы Аҙнағолов белгес булараҡ та, психологик бөтөнлөгө йәһәтенән дә күптәргә өлгө ине. Остазыбыҙ белем биреү тармағында ғына түгел, ә башҡорт әҙәбиәте, мәҙәниәте өлкәһендә лә ҙур ҡаҙаныштарға өлгәште.

Рафаэль ағай менән тәүге осрашыуым Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү инс­титутында булды. Методист Фәнилә Әми­нева, ғалимды беҙҙең менән таныштырып: “Профессор Рафаэль Аҙнағолов һеҙгә лекция уҡыясаҡ”, – тине. Беҙ, уҡытыусылар, дәресте әңгәмә рәүешендә үткәреүен үтендек, ул шатланып риза булды. Башҡорт теле, әҙәбиәте, мәҙәниәте, көн­күреше һәм башҡа бик күп өлкәгә ҡағылышлы һорауҙар бирелде, яуаптар алынды. Шәхсән үҙемде ҡыҙыҡһындырған психология өл­кәһе буйынса мөрәжәғәт иткәс, Рафаэль Ғәйнетдин улы: “Бына ошо юҫыҡта, психология менән әҙәбиәтте бәйләп фекерләгән уҡыусыны осратыуыма шатмын”, – тине.
Яҙмыш ҡушыуылыр: БДУ-ла уҡығанда профессорҙар Р. Ғ. Аҙ­нағолов, С.Ә. Хамматова ижади эштәремдең етәксеһе булды.
Әҙәби тәнҡитсе булараҡ, Рафаэль Ғәйнетдин улы ижадты тормош, мәҙәниәт, тәрбиә менән бәйләп өйрәнде. Уның “Һуңлап әйтелгән һүҙ” исем­ле мәҡәләһенә күҙ һалайыҡ: “...Тәнҡит­селәр ҙә һуңғы осор әҙәби ижадҡа битараф була бара. Ижад тигән оло байлыҡты ҡурсалау, тейешле йүнәлеш биреү, башҡаларҙың тел-тешенән һаҡлау, кәрәк урында яҡлау – әҙәби тәнҡиттең төп бурысы түгелме ни?!
...Әйтәйек, әҫәрҙең формаһы һәм материалы хаҡында ғына һүҙ ҡуйыртыла икән, был инде анализ түгел. Авторҙың үҙ әҫәренә мөнәсәбәте, яҙманың концеп­цияһы, милли рухҡа, үҙ уҡыусыһына мөнә­сәбәте һәм башҡалар ниндәй кимәлдә сағылдырылған?..
...Һуңлап әйтелгән һүҙемде йомғаҡлап, шуны белдергем килә: беренсенән, яҙыусы тигән шәхес дәүләт яҡлауына мохтаж; икенсенән, улар өсөн ижад йорто булдырыу — күптән өлгөрөп еткән мәсьәлә; өсөнсөнән, юғары әҙәби курстар, тәнҡит­селәр мәктәбе асыу әҙиптәребеҙҙең белемен камиллаштырыуға бер аҙым булыр ине...”
Быйылғы Әҙәбиәт йылында Рафаэль ағайҙың был тәҡдимдәре – айырыуса көнү­ҙәк. Ул яҙыусы, ижадсы шәхесен камилыраҡ итеп күрергә ынтылғайны бит.
Телебеҙҙе һаҡлау, яҡлау буйынса бик күп эш башҡарҙы Рафаэль ағай. Ул ба­ҫалҡы шәхес, ярһыу патриот, тәрән фекерле тәнҡитсе ине. Уҡыусылары өсөн – остаз, хәләл ефетенә – хәстәрлекле ир, балаларына — яҡшы атай... Рухы күңелдәре­беҙҙе гел изгелеккә, бейеклеккә әйҙәп торасаҡ. Мәңге онотолмаҫ шәхестәрҙең береһе ул Рафаэль Аҙнағолов!







Автор: Зиниә БАЙНАЗАРОВА. Район: Өфө ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә