Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Америка малайы
Васильевка ауылында йәшәгән Егоровтар ғаиләһе Америка һынлы Американан ҡунаҡ ҡаршылау тураһында ҡасандыр уйлап та бирмәгәндер.
Ә барыһы ла бәләкәй Евгениянан башлана.


Вера менән Михаил Егоровтар икеһе лә — тамырҙары менән ошо ауылдан. Күптәр кеүек ҡәҙимге донъя көтәләр, балалар үҫтерәләр. Ҡатыны — балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе, ире агрохимия тармағында эшләй. Шулай бер көн, һүҙ артынан һүҙ сығып, сабый һөйөү бәхетен ҡабаттан татыу теләге тыуа ғаиләлә. Улдары Александр менән ҡыҙҙары Оксана инде ҙурайып бөткән, ә өсөнсөһөн табырға һуңлабыраҡ кителгән. Оҙаҡ ҡына уйлағандан һуң улар балалар йортонан ҡыҙ алырға ҡарар итә.
Йәш тә дүрт айлыҡ Женя “ата-әсәһен” тәү күреүҙә үк оҡшата, хатта ҡосаҡлап уҡ ала. Һөйләшә белмәһә лә, уртаҡ телде тиҙ табалар. Тәүге осрашыуҙан бик ҡәнәғәт ҡалған ата-әсә документтарҙы тиҙерәк юлларға ҡарар итә. Бәхет яңғыҙ йылмаймай шул. Баҡтиһәң, сабыйҙың Оксана исемле туғыҙ йәшлек бер туған апаһы ла бар икән. Ул интернатта йәшәй. Егоровтар күп уйлап тормай — икеһен дә өйҙәренә алып ҡайта. Балалар яңы ғаиләгә тиҙ ылыға. Женя әлегә һөйләшә белмәй, ә Оксана бер ай үтер-үтмәҫтән иркенләп сыуашса аралаша башлай.
Был ваҡиғаларға алты йыл ваҡыт үтеп тә киткән. Егоровтарҙың улы армия хеҙмәтен тултырып ҡайтһа, ҡыҙҙары юғары белем алған, кейәүгә сыҡҡан. Олатай менән өләсәй хәҙер Настя исемле ейәнсәрҙәрен ҡараша. Тәрбиәгә алынған балалар ҙа үҫә – теге саҡта һөйләшә лә белмәгән Женя былтыр уҡырға төшкән, ә Оксанаға 15 йәш тулған.
Былтырғы йәй Егоровтарға көтөлмәгән яңылыҡ алып килә: улар менән Америкала йәшәгән Барреттар ғаиләһе вәкиле бәйләнешкә сыға. Баҡтиһәң, Оксана менән Женяның Ҡушма Штаттарҙа бер туған ағайҙары бар икән. Уны уллыҡҡа алған ғаиләнең ошо көндәрҙә Ишембай яҡтарына килергә йыйыныуы Егоровтарҙы шаҡ ҡатыра.
— Дөрөҫөн әйткәндә, тәүҙә аптырап ҡалдыҡ. Мин элекке коммунист, парторг, сик һаҡсыһы, өйөмә бөтөнләй ят кешене индерергә тейеш булып сығам. Беҙҙе бит улай тәрбиәләмәнеләр, — тип көлә Михаил. — Аҙаҡ инде барыһын да уртаға һалып һөйләштек тә бер фекергә килдек: сәйәсәт бер туғандар араһындағы мөнәсәбәткә ҡағылырға тейеш түгел. Әйҙә, бер-береһен белеп үҫһендәр, аралашһындар. Киләсәктә бит нимә булырын белеп булмай.
Американдар, Өфө аэропортына килеп төшөп, Васильевка ауылына юллана. Бәләкәй генә саҡтарынан бер-береһенән айырылған туғандар осраша.
Ә шулай ҙа, бәләкәй Рөстәм океан аръяғына нисек барып эләккән һуң?
Малайҙың әлеге әсәһе Виктория Баррет тәржемәсе ярҙамында бына нимә ти:
— Беҙ Раймондты (хәҙер Рөстәмдең исеме шулай яңғырай. – Авт.) 11 айлыҡ сағында Стәрлетамаҡ балалар йортонан алдыҡ. Ирем менән үҙ сабыйҙарыбыҙ булманы. Ҡушма Штаттарҙа балалар йорттары юҡ, кескәйҙәрҙе шунда уҡ ғаиләләргә алалар. Был — бик оҙайлы һәм ҡатмарлы процедура. Шуға ла уллыҡҡа бала алыр өсөн уңайлы урын һайларға тейеш инек. Һөҙөмтәлә Башҡортостанға туҡталдыҡ.
Шулай итеп, биш ай тигәндә бәләкәй Рөстәм яңы ата-әсәһе менән океан аръяғындағы Род-Айленд штатының Тивертон ҡалаһына юллана. Хәҙер уға — 12 йәш. Американса тулы исеме Раймонд-Остин-Анвар. Әлеге ғаиләһендә 11 йәшлек Рени-Анастасия исемле һеңлеһе лә бар, ул да – Рәсәйҙән. Малайлы булғандан һуң Барреттар уны Кемерово өлкәһенең Новокузнецк ҡалаһынан ҡыҙлыҡҡа ала. Әйтеүҙәренә ҡарағанда, был уларға еңел генә бирелмәй: ете ай көткәндән һуң ғына бәләкәй Настя океан аръяғына юллана.
Ирекһеҙҙән “Сит илгә барып, баланың туғандарын эҙләү американдарға нимәгә кәрәк?” тигән һорау тыуа.
— Раймондтың туғандары, әсәһе менән осрашыуы бик мөһим, — ти Виктория Баррет. — Балалар үҙҙәренең беренсе ғаиләһе тураһында күп һораша. Теләһә нимә уйлап сығарғансы, туғандары менән таныштырыу яҡшыраҡ.
Егоровтар менән Барреттар, Ишембай ҡалаһына барып, балаларҙың үҙ әсәһе менән дә күрешә.
– Осрашыу беҙ күҙаллағансараҡ булды, — ти Виктория. — Әсә кеше балаларын күреүгә шат ине. Балалар ҙа уның менән ихлас аралашты. Барыһы ла һәйбәт булды.
Асыҡланыуынса, әсә кеше ауыр енәйәт өсөн төрмәлә ултырған, иреккә ваҡытынан алда сығарылған. Мәктәптә яҡшы уҡыған ул, спорт менән шөғөлләнгән. Әммә аҙаҡ эскегә бирелгән һәм түбәнгә тәгәрәгән. Төрлө ирҙән тапҡан өс балаһы хәҙер — башҡа ғаиләләрҙә. Төрмәлә ул тағы бер малай тапҡан.
Бөгөн әсәнең хәле улай уҡ насарҙан түгел, әлбиттә: эш тапҡан, Ишембайҙа торлаҡ яллап йәшәй, хатта бәләкәй улын балалар йортонан ҡайтарып алырға йыйына. Әммә өлкәндәренә килгәндә — кирегә юл юҡ. Әсәнең барыһын да аңлауына һәм тормошон яҡшы яҡҡа үҙгәртеүенә ышанғы килә.
Ә Барреттар ғаиләһенә килгәндә, улар малайҙарының туғандары, әсәһе менән киләсәктә лә бәйләнеште өҙөргә йыйынмай. Балалар үҙҙәренең тамырҙарын белергә, тыуған ере менән ғорурланырға тейеш тип иҫәпләйҙәр. Ишембай районындағы тәбиғәт ҡомартҡыһы булған изге тауыбыҙ Торатауға күтәрелеүҙәре лә күңелдәрендә оҙаҡ һаҡланасаҡ әле. Мәскәү ҡалаһы бик оҡшаған уларға. Өфө, Ишембай, Васильевканан алған тәьҫораттар ҙа унан кәм түгел.
Ҡунаҡтар артабан Новокузнецк ҡалаһына, Рени-Анастасияның тыуған төйәгенә юлланды. Хушлашҡанда Рөстәм-Раймонд туғандары, әсәһе янына тағы киләсәген, әлегә апаһы һәм һеңлеһе менән Интернет аша аралашасағын белдерҙе. Америка ғаиләһе Барреттарҙың Ишембай яҡтарына сәфәренең аҙаҡҡыһы булмауына өмөтләнәйек.





Автор: Фирүзә ИШКИНИНА. Район: Ишембай — Америка.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә