Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡайһы һут яҡшыраҡ?
Ҡайһы һут яҡшыраҡ? Организмға витаминдар һәм минераль матдәләр етешмәгән саҡта уны һуттар ярҙамында тулыландырырға мөмкин. Бының өсөн көнөнә 1-2 стакан һут эсеү ҙә етә. Йәйгеһен алма, груша, сейә, томат, кишер, ҡабаҡ кеүек беҙҙең яҡта яҡшы уңыш биргән емеш һәм йәшелсәнән файҙалы эсемлектәрҙе күпләп әҙерләп ҡуйырға мөмкин. Магазин кәштәләрендә лә уларҙың ниндәй генә төрө юҡ! Бөгөн беҙ ниндәй һуттың нимә менән файҙалы булыуы, составы, үҙенсәлектәре хаҡында һөйләргә теләйбеҙ.

ӘФЛИСУН ҺУТЫ. Организмда С витаминының етешмәүе иммунитеттың ҡаҡшауына килтерә. Ә бер стакан әфлисун һутында 85 процент С витамины бар. Шуға күрә иртәнсәк уны эсеү ашҡаҙан һуты эшләп сығарыуҙы көйләй, организмдың сирҙәргә ҡаршы тороусанлығын көсәйтә. Фолий кислотаһының етмәүе йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарының үҫеү хәүефен көсәйтә, ә флавоноидтар организмды яман шеш сирҙәренән һаҡлай. Әммә, әгәр һеҙҙең ауыҙ ҡыуышлығығыҙ йәки ашҡаҙанығыҙ ялҡынһынһа, әфлисун һутына һыу ҡушып эсергә йәки уны башҡа эсемлек менән алмаштырырға кәңәш ителә.

ГРЕЙПФРУТ ҺУТЫ составы менән әфлисундыҡына яҡын. Унда калий, 80 проценттан ашыу С витамины бар. Шулай уҡ кеше организмына тәүлегенә кәрәк булған флавоноидтарҙың 60 проценттан артығырағы ошо һутта була. Был һутты айырыуса диетала ултырған кешеләр ҡуллана, сөнки ул иң түбән калориялыларҙан һанала.

АНАНАС ҺУТЫ ферменттар комплексын үҙ эсенә ала. Улар аҡһымдарҙы тарҡата, аш һеңдереүҙе тиҙләтә, шуға күрә был һутты ашағандан һуң эсеү һәйбәт. Тәүлегенә кешегә кәрәк булған С витамины, фолий кислотаһы һәм магнийҙың 30 проценттан артығын ошо һут үҙендә туплаған. Әле һанап үткән витаминдарҙың етешмәүе арҡаһында йөрәк сирҙәре көсәйеүе мөмкин.

ТОМАТ ҺУТЫ — ысын мәғәнәһендә витаминдар һәм минераль матдәләр һандығы. Уның составында А провитамины (Я-каротин), С витамины, натрий, калий һәм ликопин-антиоксиданты бар. Томат һуты ла иң түбән калориялыларҙан иҫәпәнә.
КИШЕР ҺУТЫ. А провитамины менән организмды тулыһынса тәьмин итер өсөн көнөнә 1 стакан эсеү ҙә етә. Унда ҡандың ойошоуына булышлыҡ иткән К витамины, С витамины, магний һәм биотин бар. Һуңғыһының етешмәүе тире торошоноң насарланыуына килтерә.

МУЛЬТИЕМЕШТӘР ҺУТЫ. Төрлөсә тәжрибә яһап ҡарауҙан ҡурҡмағыҙ. Иң мөһиме: һуттар бер-береһенә тәме, төҫө һәм еҫе буйынса тап килергә тейеш. Мәҫәлән, алма менән кишер, алма һәм груша, алма һәм сейә һуттары бер-береһенә тап килә. Шуға уларҙы ҡушып, тәмле һут эшләргә мөмкин.

ЙӘШЕЛСӘ ҺУТТАРЫН тәүлектең теләһә ниндәй мәлендә эсергә ярай. Ә татлы емеш һуттарын көндөң тәүге яртыһында ҡулланыу кәрәк. Әммә аҙыҡ менән, бигерәк тә крахмал һәм шәкәр күп булған ризыҡтар, шулай уҡ минераль һыу менән бер үк ваҡытта эсергә ярамай. Ашҡаҙан һуты түбән әселектә йәки нормала булған саҡта йәшелсә һуттарын ашарҙан 30 минут алда, ә юғары әселектә булғанда туҡланғандан һуң 1-1,5 сәғәт үткәс эсергә кәңәш ителә.



* Сәләмәт туҡланыу — аҙ-аҙлап йыш ашау. Кеше көнөнә 4-5 тапҡыр ризыҡланырға тейеш.
* Калория буйынса иртәнге аш көндөҙгө норманың 20 процентына тура килһә, төшкө аш—35-40, киске аш 25 процентын тәшкил итергә тейеш. Ҡалған миҡдарҙы төшкө аштан һуң ҡапҡылап алып, йоҡо алдынан кефир эсеп тултырырға була.
* Ураған һайын тығынырға ярамай. Аш араһында 4-5 сәғәт үтергә тейеш. Төндә ашау—иң насар ғәҙәт, әммә 12 сәғәттән дә артыҡ ас йөрөргә тәҡдим ителмәй.
* Кеше өсөн йылы һәм шыйыҡ аштың көн дә булыуы мотлаҡ. Иртәнсәк — бутҡа, төшкөһөн аш хәйерлерәк. Аҙыҡ-түлекте төрләндерегеҙ, туҡланыу рационына һөт, ит, балыҡ ризыҡтары ла, йәшелсә-емеште лә индерегеҙ.
* Эшкәртелгән аҙыҡты ҡулланмау хәйерле. Күптәр сосиска, колбаса ярата, әммә унан файҙа юҡ. Химик өҫтәлмәле, оҙаҡ һаҡлана алған йогурттарҙы кефир, ҡатыҡ менән алмаштырығыҙ. Уларға емеш-еләк ҡушып ебәрһәгеҙ, иң файҙалы йогурт шул булыр.
* Фастфудты, газлы һыуҙы, тәм-томдо мөмкин тиклем аҙ ҡулланығыҙ.
* Көнөнә бер сәғәттән ашыу хәрәкәтләнеү йәшәү өсөн бик мөһим.


Ә мин шулай итәм!

Әнисә КИЛДЕҒОЛОВА, хужабикә:
— Тәмле һәм хәләл ризыҡтар менән дөрөҫ туҡланған кеше төрлө сирҙәргә бирешеп бармай. Атай-әсәйем ит ри­зыҡтарынан йылҡы, һыйыр, һарыҡ, тауыҡ, ҡаҙ итенә өҫтөнлөк бирә ине. Һөт аҙыҡтарынан саф ҡаймаҡ, яңы ойотолған ҡатыҡ, яңы һауған һөт, ҡымыҙ ғаиләбеҙҙә иң үтемлеһе була торғайны. Үҙем иһә башҡорт халҡының бик затлы, ләззәтле аҙыҡтарының береһе булған бишбармаҡты әҙерләргә яратам. Он-ярма аҙыҡтарын әҙерләү ҙә күңелемә бик яҡын. Тәмле талҡанды ла бик яратабыҙ. Тыуған яҡтарға ҡайтҡан һайын ваҡ итеп йомарлап киптерелгән ҡорот алып киләбеҙ. Ул – кешенең һау­лығы өсөн бик файҙалы ризыҡтарҙың береһе. Айырыуса һурпаға һалып ашарға кәрәк. Майлы аҙыҡты үҙләш­тереүе еңелләшә, һурпа үҙенсәлекле тәмле була.

ҮЛСӘҮ УРЫНЫНА — ҠАЛАҠТАР ҺӘМ СТАКАНДАР
ҺЫУ
1 балғалаҡ — 5 г
1 аш ҡалағы — 18 г
1 стакан — 200 г

ШӘКӘР ҠОМО
1 балғалаҡ — 10 г
1 аш ҡалағы — 25 г
1 стакан — 180 г

ТОҘ
1 балғалаҡ — 10 г
1 аш ҡалағы — 30 г
1 стакан — 220 г
МАННЫЙ ЯРМАҺЫ
1 балғалаҡ — 6 г
1 аш ҡалағы — 25 г
1 стакан — 160 г

КРАХМАЛ
1 балғалаҡ — 10 г
1 аш ҡалағы — 30 г
1 стакан — 150 г

ҮҪЕМЛЕК МАЙЫ
1 балғалаҡ — 5 г
1 аш ҡалағы — 17 г
1 стакан — 190 г

ШӘКӘР ОНТАҒЫ
1 балғалаҡ — 10 г
1 аш ҡалағы — 25 г
КАКАО
1 балғалаҡ — 9 г
1 аш ҡалағы — 25 г

ИРЕТЕЛГӘН МАЙ
1 балғалаҡ — 8 г
1 аш ҡалағы — 20 г

ДӨГӨ
1 аш ҡалағы — 20 г
1 стакан (250) — 220 г

ҠАРАБОЙҘАЙ ЯРМАҺЫ
1 аш ҡалағы — 25 г
1 стакан (250) — 210 г
ГЕРКУЛЕС
1 аш ҡалағы — 12 г
1 стакан (250) — 90 г

ОН
1 балғалаҡ — 5 г
1 аш ҡалағы — 15 г
1 стакан — 150 г





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә