Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Батырлыҡҡа тиң аҙым
Батырлыҡҡа тиң аҙым “Ни сыҡһа, баймаҡтарҙан сыға” тигән лаҡапты бөтә республика халҡы ишетеп бөткәндер инде. Кемдер баймаҡтарҙы маҡтанырға ярата тип тә ебәреүсән. Быға һис тә аптырарға түгел: күрһәтерлек эштәре, ғорурланырлыҡ шәхестәре булғанда, ниңә маһаймаҫҡа, ти?! Йәнә бына, район мәртәбен арттырып, бар республиканы шаҡ ҡатырып, Баймаҡтың батыр, аҫыл, сәмле, айбарлы егеттәре Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған саңғы марафонын уңышлы тамамлап, район комсомолдарының 1975 йылғы ҡаһарманлығын ҡабатланы.
Ысынлап та, ете егеттең бындай елле аҙымға йөрьәт итеүе батыр­лыҡҡа тиң. Алыҫ араларҙы саңғыла үтеп, юлдағы төрлө хәүефле мәл­дәргә әҙер булыу, өмөт бағлап, аҡ юл теләп оҙатҡан яҡындарыңдың ғына түгел, меңдәрсә яҡташыңдың ышанысын аҡлау өсөн, физик әҙер­лектән тыш, ихтыяр көсө, рух ныҡ­лы­ғы ла талап ителә. Әйткәндәй, командала тап шундайҙар йыйылған да! Иманым камил, йылдар үткәс, ошо ҡыйыу егеттәрҙең исеме ра­йон тарихына яңы бит булып өҫтә­лер әле.
Батырлыҡҡа тиң аҙымӨфөнө “яулаған” саңғысылар ме­нән яҡындан аралашыу маҡсатында ойошторолған матбуғат конферен­цияһында район хакимиәте баш­лы­ғы Илшат Ситдыҡов әлеге са­ра­ның ни тиклем файҙалы булыуын бил­дәләп үтте. Ул, берҙән, Бөйөк Ва­тан һуғышы һәм тыл ветерандарына ихтирам һәм иғтибар билдәһе булһа, икенсенән, йәш быуында илһөйәр­лек тәрбиәләүҙә ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә.
– Баймаҡ комсомолдарының 1975 йылғы саңғы уҙышын ҡабат­лап, Бө­йөк Еңеүҙең 70 йыллығына арнал­ған акция ойоштороу тәҡди­мен хуп­лап ҡаршы алдыҡ. Әҙерлек йәһәтенән бигерәк тә Баймаҡ һәм Темәс эш­ҡы­уарҙары ҙур ярҙам күр­һәтте. Саңғы­сыларҙың маршруты, йоҡларға урын табыу, туҡланыу, ял итеү мәсьә­лә­лә­ре, осрашыу үтәсәк ауылдар ме­нән алдан һөйләшеү алып барылды. Егеттәрҙе ихлас ҡа­бул иткән бөтә район етәксе­ләренә, ауыл билә­мә­ләре башлыҡтарына һәм мәктәп директорҙарына шәхсән рәхмәтем­де еткерәм, — тине Илшат Хәмит улы.
Район башлығы саңғысыларға, бағыу­сы­лыҡ ярҙамы күрһәткән эшҡыуарҙарға һәм 1975 йылдағы марафонда ҡатнашҡан Салауат Иҫәнғоловҡа рәхмәт хаты һәм иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.
Артабан акцияла ҡатнашҡан саңғысы­лар­ҙың етәксеһе Илшат Хәмитов үҙҙәре үт­кән юл, төрлө районда, ауылдарҙа ойош­то­рол­ған осрашыуҙар хаҡында бик ҡыҙыҡлы итеп һөйләне. “Юл аҙабы – гүр ғазабы” тип бушҡа әйтмәгән халыҡ. Әл­бит­тә, беҙҙең батыр егет­тәр ҙә төрлө ма­жараға тарыған: аҙашып киткән осраҡ­та­ры ла, тау түбәненә уҡтай осҡан саҡта йы­ғы­лып ятып ҡалыуҙар ҙа, ағас ташыған йөк машинаһы­нан ялтанып ситкә ырғыу ҙа, кеҫә телефонын юғалтып, дүрт саҡрымды кире үтеү ҙә – барыһын да кисергән улар. Бөгөн был ваҡиғаларҙы һәммә­һе лә йылмайып хәтергә ала.
Спортсылар маршрутҡа ингән ауыл­дар­ҙа, мәҫәлән, Бөрйән райо­нының Бай­ға­ҙы һәм Иҫке Монасип, Ғафури райо­нының Красноусол ауылдарында йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветеран­да­рының өйөн­дә булған һәм уларға сараның иҫтәлеге итеп бүләктәр тапшырған. Иң ауыры тип Аҫ­ҡар – Ҡолғана араһы иҫәпләнһә, иң еңеле Темәс – Бай­ғаҙы юлы булған. Улар запас­ҡа тағы бе­рәр пар саңғы йөкмәгән, хатта быймаға тә­ғәйен­лән­гән һунар ҡалтағайын да алыусылар булған, әммә уныһын ҡулланыу ихтыяжы тыумаған.
Өфөлә баймаҡтарҙы нисек ҡаршылау­ҙа­ры хаҡында гәзит аша хә­бәр иткәйнек инде, шуға күрә ҡабатлап тороуҙы кәрәкле тип тапманыҡ.
Матбуғат конференцияһында саңғысы­лар­ҙың береһенең: “Оҙат­ҡан саҡта күпме райондаштың беҙгә өмөт менән ҡара­ға­нын күреп, юлда осраған һәр кемдең шундай ихласлыҡ менән ҡаршы алыуын то­йоп, ошо ышаныстарҙы аҡлау өсөн генә булһа ла маршрутты имен-һау үтергә кәрәк, ти­гән уй тыуғайны. Аллаға шөкөр, йөҙҙәргә ҡыҙыл­лыҡ килтермәнек, Баймаҡтың данын тағы бер тапҡыр күтәр­ҙек, ысын­лап та, бер­ҙәм, татыу, дәртле һәм сәмле булы­уы­быҙ­ҙы йәнә иҫбат­ланыҡ. Хәҙер күкрәктә­ре­беҙҙе күгәр­ткән­се ҡағып маһая алабыҙ”, – тип уйынлы-ысынлы әйткәненә ниҙер өҫтәү кәрәкмәйҙер, ми­неңсә.




Автор: Кәримә УСМАНОВА Район: Баймаҡ ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде

Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде 06.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде...

Тотош уҡырға 1

«Ул минең ҡояшым ине»: Нина Толкачева тормош иптәше хаҡында һөйләне

«Ул минең ҡояшым ине»: Нина Толкачева тормош иптәше хаҡында һөйләне 06.05.2026 // Йәмғиәт

«Ул минең ҡояшым ине»: Нина Толкачева тормош иптәше хаҡында һөйләне...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда почта бүлексәләре эш графигын үҙгәртә

Башҡортостанда почта бүлексәләре эш графигын үҙгәртә 06.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың почта бүлексәләре 9 майҙа Еңеү көнөн билдәләүгә бәйле эш графигын үҙгәртә, тип ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы 06.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар 06.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар...

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров «Үлемһеҙ полк» акцияһына онлайн ҡушылырға саҡырҙы
Республикала бер айҙан ҡабанға һунар башлана

Республикала бер айҙан ҡабанға һунар башлана 05.05.2026 // Йәмғиәт

12 майҙан республиканың Экология министрлығында һунарсыларҙан рөхсәт ҡағыҙы алыуға ғаризалар ҡабул ......

Тотош уҡырға 1

Республикала Еңеү көнө уңайынан 68 ветеран түләү алды

Республикала Еңеү көнө уңайынан 68 ветеран түләү алды 05.05.2026 // Йәмғиәт

Йыл һайын түләү Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында хәрәкәттәге армияла хеҙмәт иткән йәки хәрби хәрәкәттәр ......

Тотош уҡырға 2

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла 05.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла...

Тотош уҡырға 2

Өфө аэропортында рейстар тотҡарлана

Өфө аэропортында рейстар тотҡарлана 05.05.2026 // Йәмғиәт

Был үҙгәрештәр һауа киңлеген файҙаланыу буйынса ғәмәлдәге сикләүҙәргә бәйле....

Тотош уҡырға 2

Республикала аномаль эҫе булыуы көтөлә
Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә

Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә 04.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә...

Тотош уҡырға 1


Комментарий өҫтәргә