Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
(16 – 22 март)
ҠУҘЫ (21.03 — 19.04).
Шәхси тормошоғоҙҙа аңла­шыл­маусанлыҡ килеп тыуһа, хәлде үҙгәртергә тырышмағыҙ. Әүҙемлек күрһәтеүегеҙҙең кире һөҙөмтә биреүе ихтимал. Шуға күрә тыныс, сабыр булырға тырышығыҙ. Йәшерен эш-хаталарығыҙ асылыуы мөмкин. Кесе йомаға тиклем яңы эш башламаҫҡа кәңәш ителә. Сирләү хәүефе юғары, һаулығығыҙҙы һаҡлағыҙ.

БУҒА (20.04 — 20.05).
Һәр саҡ тотороҡло булып ҡала белгән, аҡылға таянып эш иткән буғаларҙа ла тормошто тамырынан үҙгәртеү теләге тыуыр. Әле бының өсөн бик ҡулай мәл. Үткәндәрҙән арынып, көндәлек мәшәҡәттәрҙән ял итеү, дуҫтарығыҙ менән осрашыу яҡшы һөҙөмтә бирер. Яңылыҡтарҙан ҡурҡмағыҙ. Аяҡ-ҡулығыҙҙың шешеүе, һыҙлауы ихтимал. Шуға күберәк хәрәкәт итергә, спорт менән шөғөлләнергә кәңәш ителә.

ИГЕҘӘКТӘР (21.05 — 21.06)
Был аҙнала шәхси тормошҡа ҡарағанда һөнәри эшмәкәрлек ҙур иғтибар талап итер, мо­ға­йын. Хис-тойғолар икенсе юҫыҡ­ҡа күсер, килешеүҙәр, йөкләмәләр, аҡса эшләү күп ваҡыт талап итер. Уның ҡа­рауы, үҫешкә өлгәшеү, тәжрибә туплау мөмкинлеге бик ҙур. Көс-ҡеүәтегеҙ ташып торор. Шулай ҙа артыҡ әүҙемлектән, спорт менән шөғөлләнеүҙән баш тартһағыҙ ине – имгәнеү хәүефе бар.

ҠЫҪАЛА (22.06 — 22.07).
Осор бик уңышлы булмаҡсы. Һеҙҙең аҡыл ҡеүәһенә, күңел байлығына күптәр һоҡланыу белдерер. Мөмкинлек булһа, сәйәхәт ҡылығыҙ, күргәҙ­мә­ләргә йөрөгөҙ, төрлө сараларҙа ҡатнашығыҙ. Яңы тәьҫораттар юғарыраҡ үҫешкә ҡанатлан­дырыр. Имгәнеү хәүефе юғары, юлда һаҡ булығыҙ.

АРЫҪЛАН (23.07 — 22.08).
Бик ҡатмарлы, бер үк ваҡытта ҡыҙыҡлы осор. Әүҙем­легегеҙ битарафлыҡ менән алмашынып торор. Шәхси мөнәсәбәттәрҙә һалҡынлыҡ һиҙелер. Шуға күрә һәр нәмәлә алтын урталыҡты һаҡлап ҡалырға, сабыр булырға тырышығыҙ. Аҙна аҙағында отошло килешеүҙәр төҙөү мөмкинлеге бар. Руль артында иғтибарлы булығыҙ.

ҠЫҘ (23.08 — 22.09).
Ғаиләлә мөнәсәбәттәрҙең киҫ­кенләшеүенә юл ҡуймағыҙ. Хәләл-ефетегеҙҙең һүҙенә ҡо­лаҡ һалығыҙ, битараф ҡал­мағыҙ, аҡыл менән эш итегеҙ. Эшмәкәрлек өлкәһендә лә әллә ни үҙгәреш көтөлмәй. Мөһим ҡарар ҡабул итеүҙе әлегә кисектереп торорға тура килер, мо­ға­йын. Һаулыҡҡа иғтибарҙы арт­ты­рығыҙ, бөйөрөгөҙҙө һаҡлағыҙ. Һыуҙы күберәк эсергә кәңәш ителә.
ҮЛСӘҮ (23.09 — 22.10).
Мөнәсәбәттәрҙе яңы кимәлгә еткереү теләге әллә ни уңыш кил­термәҫ, моғайын. Хис-той­ғоларҙы бушҡа сарыф­ламағыҙ, һөйгәнегеҙҙе үҙгәртергә ты­рыш­мағыҙ, ҡәнәғәтһеҙлек күр­һәтмәгеҙ. Хәл тиҙ арала ыңғай яҡҡа үҙгәрер. Яҡында­рығыҙ­ҙың, хатта бигүк өнәп етмәгән кешеләрҙең дә һүҙенә ҡолаҡ һалығыҙ. Үҙегеҙ өсөн файҙалы кәңәш ишетеүегеҙ бик мөмкин.

САЯН (23.10 — 21.11).
Шәхси мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн уңайлы мәл етте. Тырышлығығыҙ һәм әүҙем­легегеҙ күптәрҙе һоҡландырыр. Ҡыйыу алға барырға мөмкин. Мотлаҡ еңеүгә өлгәшерһегеҙ. Ижади ниәттәрҙе лә тормошҡа ашырыу әллә ни ҡыйын булмаҫ кеүек. Шулай ҙа артыҡ көсөргәнештән һаулығығыҙға зыян килеп ҡуймаһын. Йөрә­гегеҙҙе һаҡлағыҙ.

УҠСЫ (22.11 — 21.12).
Теләйһегеҙме, юҡмы, ғаилә мәшәҡәттәренә сумырға тура килер. Байрам сараларынан, дуҫ-иш менән осрашыуҙарҙан баш тартып торорға кәңәш ите­лә. Был аҙнала күсемһеҙ ми­леккә, ҡуртымға бәйле мәсь­ә­ләләрҙе ҡыйыу хәл итергә мөмкин. Һаулыҡҡа килгәндә, әллә ни көсөргәнеш һиҙелмәй кеүек. Шулай ҙа ҡырҡыу ашамлыҡтарҙан баш тартыу, ашҡаҙанығыҙҙы һаҡлау зыян итмәҫ.

ЫЛАҠ (22.12 — 19.01).
Башкөллө эшкә сумырһығыҙ. Өҙлөкһөҙ осрашыуҙар, шыл­ты­ратыуҙар, рәсми саралар арҡаһында хис-тойғоларға ваҡытығыҙ ҡалмаҫ, моғайын. Шулай ҙа яҡындарығыҙ менән тыныс шарттарҙа ял итергә лә онотмағыҙ. Һаулыҡҡа ла иғтибар кәрәк, юғиһә өҙлөгөп ҡуйыуығыҙ бар.

ҺЫУҒОЯР (20.01 — 18.02).
Яңы танышлыҡтар өсөн дә, әүәлге мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыу йәһәтенән дә уңышлы мәл. Яҡындарығыҙға йылы һү­ҙе­геҙҙе, иғтибарығыҙҙы йәл­лә­мәгеҙ, сөнки тиҙҙән барыһы ла үҙегеҙгә артығы менән әйләнеп ҡайтыр. Инвестициялар, һатып алыуҙар өсөн ҡулай осор.

БАЛЫҠ (19.02 — 20.03).
Ғаилә, шәхси мөнәсәбәт­тәрҙе көйләү йәһәтенән уңайлы аҙна. Бар мөмкинлекте файҙа­ланып ҡалырға тырышығыҙ. Осрашыуҙарға йөрөгөҙ, таныш­лыҡтар булдырығыҙ, тик был яңылыҡтар яҡындарығыҙға зы­ян килтермәһен, уларҙың кәйе­фен боҙмаһын ине. Сөнки тап ошо арала киләсәк өсөн ныҡлы нигеҙ һалына. Һөйгәнегеҙ менән айыры­лышһағыҙ, киләһе мартҡа тиклем яңғыҙ ҡалыуығыҙ бар.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә