Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » ИХ, КИТӘЛӘР ИРҘӘР ДОНЪЯ ҠАЛДЫРЫП…йәки Көслө заттың көсһөҙ яғы нимәлә?
Тамсы ла йоҡо килмәгән төндәрҙең береһендә арабыҙҙан киткән ауылдаш егеттәрҙе хәтерләп яттым. Үҙем аралашып йөрөгәндәр араһынан ғына ла беҙҙең урамдан (ә урамыбыҙҙы ҙур тип әйтмәҫ инем) улар һигеҙ икән. Ун йыл самаһы ғына ваҡыт эсендә тиҫтәгә яҡын ир-егет, башлыса 20-25 йәшкә лә етмәгәндәр, ғаилә ҡороу, атай булыу бәхетен дә татымай, яҡты донъя менән хушлашты. Шуныһы бигерәк үкенесле: күптәре үҙ-үҙенә ҡул һалды, ҡайһылары эскелек арҡаһында китте…

Һуғыш йылдары
түгел дә инде, йәмәғәт

Күптән түгел Рәсәй Президенты Владимир Путин алдында илдең һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцова: “Беҙҙә ҡатындар ирҙәргә ҡарағанда оҙағыраҡ йәшәй – уртаса 77 йәш, көслө зат иһә уртаса 65 йыл ғүмер кисерә”, — тип яуап тотто. Ә ҡайһы бер сығанаҡтар йәште 62-гә тиклем үк төшөрә. Министр көслө заттың көсһөҙ яғын да атап үтте: йәшерен-батырын түгел, күберәге эскелектән, иҫерек килеш башҡа һыймаҫлыҡ эш ҡылыуҙан үлә.
Бала саҡтан бер һүҙ башҡа һеңеп ҡал­ған: берәйһе вафат булһа: “Ә-ә, эсеп үлгән­дер”, — ти торғайны ауылдағы өлкәндәр. Нисек кенә үкенесле булмаһын, был “диагноз”, ысынлап та, күп осраҡта хаҡ. Би­герәк тә нимә етте шуның менән көмөшкә ҡойоп һатыу заманы килгәс, айыуҙай ирҙәрҙең ятып үлгәне ғәҙәти күренешкә әйләнә башланы. Әлбиттә, бәһлеүәндәй ағайҙарҙың рюмкаға йыш үрелеүенең дә үҙ сәбәбе булды: колхоздар бөттө, эш юҡ, халыҡтың үҙ башы менән уйлап хәл итә белмәгән өлөшө еңел юл һайланы. Бына шул ваҡытта тамырланды ла инде йәмғиәт бәләһе, тора-бара модаға әйләнде, клубҡа айыҡ көйө сығыу ир-егеттәр өсөн хатта оят була башланы…

Йәмле урманда —
йәмһеҙ күренеш


Стәрлетамаҡта ла етерлек эскеселәр. Йыраҡ йөрөү кәрәкмәй, мәҫәлән, һеҙгә бер миҫал. Башҡортса донъя күргән “Ашҡа­ҙар” гәзите редакцияһының бинаһы гараждар артындағы ҡыуаҡлыҡ буйында урынлашҡан.
— Йәй етһә, был урын “ресторан”ға әүерелә. Эш көнөбөҙ, атап әйткәндә, эске­селәргә ҡарап башлана, уларҙы һанап тамамлана, — ти редакция хеҙмәткәрҙәре. — Улай ғына булһа икән: әшәке һүгенеү һүҙҙәре ишетеп “илһамланырға” ла тура килә йыш ҡына. Редакцияға инеп, ғауғалашҡандары ла аҙ түгел.
Шуныһы бигерәк үкенесле: әзмәүерҙәй ирҙәр ҙә, бала етәкләгән ҡатындар ҙа, йәш кенә егет-ҡыҙҙар ҙа ҡыҙмаса булып сыға “тәғәмхана”нан. Ә бындай “ресторан” бер редакция янында ғына түгел. Дуҫлыҡ, Николаев урамдарындағы бер нисә йортҡа күҙ һалһаң, эскелектең һаҙы әллә ҡайҙан күренеп тора!

Тыныс тормоштоң ҡәҙерен белмәгәс…

Дөйөм дәүләт, йәмғиәт һәм кешелек кимәлендә һүҙ алып барғанда, эскелек ха­ҡында күпте әйтергә булыр ине. Мәҫәлән, иҫерек ирҙәр арҡаһында күпме ғаилә ыҙа сигә, хеҙмәткә яраҡһыҙлыҡ хаҡында әйтеп тораһы ла түгел. Шулай ҙа йөрәкте иң әрнеткәне, минеңсә, йәшләй донъяны ҡалдырып киткән ир-егет. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарын ғына иҫкә төшөрәйек: ир-азаматтар, Тыуған иленә иҫән-һау әйләнеп ҡайтып, матур тормошта йәшәргә хыялланып, дошманға ташланған. Күп­тәренең, үкенескә ҡаршы, изге теләге тормошҡа ашмай ҡалған. Ә былар? Тыныс тормоштоң ҡәҙерен белмәйҙәр! Бынан тыш, милләт киләсәге хаҡында уйларға кәрәк бит. Артабан да ошолай барһа, иҫерек ирҙәрҙән кем тыуыр һуң?





Автор: Р. ҒӘБДРӘШИТОВ. Район: Стәрлетамаҡ ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә