Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тарих биттәрендә аҡ таптар булмаһын
Тарих биттәрендә  аҡ таптар булмаһын Борис Малородовтың исеме тарих менән ҡыҙыҡһынғандарға күптән таныш. Ул — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының шанлы, данлы үткәнен айырыуса ентекле өйрәнгән журналистарҙың береһе. Былтыр ноябрҙә ошо дивизияның ойошторолоуына 70 йыл тулды. Шул уңайҙан Борис Малородов менән Наил Шәйәхмәтов урыҫ телендә “Еңелеү белмәҫ легендар 112-се...” (“Несокрушимая и легендарная 112-я...”) тигән китап сығарҙы. Дивизияның данлы һәм ҡанлы юлы хаҡында киң мәғлүмәт, Украиналағы өлкән быуын кешеләренең рәхмәт һүҙҙәре, фотоһүрәттәр урын алған ҙур эш һоҡланыуға лайыҡ. Миңлеғәле Шайморатовтың легендар командир булғанлығы йәнә бер иҫбатлана унда. Авторҙар әйтеүенсә, ҡаһармандың ил алдындағы хеҙмәте артабан да өйрәнелергә тейеш. “Был инде — тарихсыларҙың, йәштәрҙең намыҫында”, — ти улар.
Яңы китаптың Башҡортостан тарихын өйрәнеүҙә, йәш быуын күңелендә илһөйәрлек тәрбиәләүҙә өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Бөгөн ошо китап авторҙарының береһе Борис Малородов – редакцияла ҡунаҡта.

– Борис Яковлевич, тарих менән ҡыҙыҡһы­ныуы­ғыҙ ҡасан башланды?
– Һәр нәмәнең инеше – бала саҡта. 1945 йылда Курск өлкәһенең Суд­жа ҡалаһында донъяға кил­гән­мен. Әсәйем Анна Ивановна Курск медицина институтында уҡыған. Һуғыш башланғас, унда белем алған студенттарға ваҡытлыса танытма биреп, фронтҡа ебәргәндәр. Әсәйем Курск өлкәһендә яралыларҙы дауалай. Ғөмүмән, уларҙың бөтөн ғаиләһен һуғыш ялҡыны ялмап алған.
Ғаилә тарихы менән ҡыҙыҡһын­ғанда 112-се дивизия тарихына йыш юлыҡтым. Курск өлкәһе халҡы әле булһа был дивизияның яугирҙәренә рәхмәтле. Йәш саҡта тарих биттәрен барларға әллә ни ваҡыт та булманы: хәрби кешене яҙмыш елдәре ҡайҙа ғына илтмәй! Шулай итеп, Өфөгә килеп төпләндем. Ҡырыҫ ҡыштары, эҫе йәйҙәре, алсаҡ кешеләре менән әсир итте мине Башҡортостан. 2000 йылдан алып бала саҡтан ҡыҙыҡ­һындырған 112-се дивизия, уның яугирҙәре менән яҡынданыраҡ танышыу, үткәндәрҙе бөтөн нескәлегендә өйрәнеү бәхете тейҙе. Архивтарҙа эшләй башланым. Курск, Липецк өлкәләрендә, Подольск ҡалаһында мәғлүмәт тупланым. Уларҙы нәшер итеү теләге тыуҙы.
– Китаптың исем туйында уның сифатлы ҡағыҙҙа баҫылғанын, бай йөкмәткеле булыуын күрҙек. Бөгөнгө заманда бындай китап сығарыуы еңел эш түгел...
– Тупланған материалды нәшерләү тәҡдиме менән Миәкә районы хакимиәтенең элекке башлығы Зәйнулла Насиров сыҡты. Ҡасандыр мин хоҡуҡ һаҡлау хеҙ­мәт­кәрҙәре тураһында китап яҙғайным, шуны хәтер­ләгәндер. Бынан тыш, эҙләнгәндә ҡайһы саҡта ветерандар һөйләгән менән архив материалдарының тура килмәүенә күптән иғтибар иткәйнем. Шуларҙы теүәлләнек. Бының өсөн кавалерия дивизияларының архивын күтәрергә тура килде, сөнки ҡайһы бер архив материалдары юҡҡа сыҡҡайны, ә өс кавалерия дивизияһы өсөн бөтөн фармандар ҙа бер үк ваҡытта бирелгән. Ошо мәғлүмәттәр күп нәмәгә күҙҙе асты.
– Һеҙ сығыштарығыҙҙа ла, матбу­ғаттағы мәҡә­лә­ләрегеҙҙә лә Тербуны янындағы һуғыш тураһында йыш телгә алаһығыҙ.
– Шунһыҙ булмай ҙа! Был алыш мәлендә башҡорт атлылары мөмкин булмағанды тормошҡа ашыра. Тербуны янындағы һуғышта 112-се дивизияла сетерекле мәсьә­ләләр тыуып тора. Уларҙы хәл итеүҙә комдив М.М. Шайморатовҡа ла, дивизия етәк­се­легендәге офицер­ҙарға ла ҡатнашырға тура килә. Кавалерия корпусы штабына ебәрелгән белдереүҙәр ошо хаҡта һөйләй. 1942 йылдың авгусында фронттың был участкаһында хәл тотороҡлана. Корпус командо­ва­ниеһы­ һәм кавалерия дивизияһының айырыуса ҙур ҡаһарманлыҡ күрһәткән офицерҙары хөкүмәт наградаларына тәҡдим ителә. Улар араһында комдив Шайморатов менән хәрби комиссар Нәзиров та була.
1942 йылдың 12 авгусында 8-се кавалерия корпусы командиры полковник Лунев уларҙы Ленин ордены менән бүләкләүгә тәҡдим итә. Тик, ни өсөндөр, Нәзиров Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә, ә Шайморатовҡа Ҡыҙыл Йондоҙ ордены эләгә. Еңеүҙең яҙмышын хәл иткән Сталинград һуғышында запастан саҡырылған комиссар, политхеҙмәткәр данлы офицерға ҡарағанда ҙурыраҡ ҡаһарманлыҡ күрһәттеме икән?!
Был – бик ҙур ғәҙелһеҙлек. Шайморатовҡа ҡаршы ҡоролған мәкерле эште йәшереү өсөн был награданы юллауҙы күрәләтә оҙаҡҡа һуҙалар. Миңлеғәле Минһаж улына уны күреү насип булмай. Бүләкләү тураһындағы Указға 1943 йылдың 14 февралендә ҡул ҡуйыла, ә ул ошо уҡ йылдың 23 февралендә Украина ерендә батырҙарса һәләк була.
Ҡоралһыҙ һәм көсһөҙ яугирҙәргә билдәһеҙ позицияла дошман менән күҙгә-күҙ осрашып алышыуҙың нимәгә килтерәсәген яҡшы аңлаған тәжрибәле разведчик һөжүмгә етәкселекте үҙ иңенә ала. Генерал үҙенең һәләкәтен дә, яугирҙәрҙе ҡотҡарыуҙы ла күҙаллағандыр, моғайын.
1942 йылдың ноябрендә кавалерия корпусы Сталинград янында дошман ғәскәрен ҡамауға алыу буйынса рейдҡа сыҡҡанда, дошмандың хәрби һаҡ ғәскәрҙәре менән ҡаты бәрелеш була. Һөҙөмтәлә 8-се корпустың һәм кавалерия дивизияһының тыл өлөшө фронт һыҙығынан ситтә ҡала. Тербуны эргәһендәге кеүек алыштар һуғыш осоронда бик күп булғандыр, әммә уларға бирелгән баһа ғына төрлөсә. Өс айҙан, 1943 йылдың 23 мартында, Шайморатовты бүләкләү тураһындағы бойороҡ раҫлана. Награда батырға ете ай буйы “килә”.
Сталинград һәм Ростов өлкәләрендә, Украинала үткән рейдтар, ҡанлы һуғыштар барышында Шайморатов күрһәткән ҡаһарманлыҡ бер генә награда менән дә билдәләнмәй. Ә бит дивизияға “гвардия” исеме тап уның тырышлығы һөҙөмтәһендә бирелә. Архивтар Бөйөк Ватан һуғышындағы хәҡиҡәт хаҡында әле булһа байтаҡ сер һаҡлай. Уны асырға ваҡыт еткәндер инде.
– Генерал Шайморатовтың автобиографияһы менән ныҡлап шөғөлләнгән тарихсылар юҡ, тип әсенеп әйтеп ҡуйғайнығыҙ бер мәл...
– Ысынлап та шулай. Бөйөк Ватан һуғышы мәлендәге батырлыҡтары өйрәнелгән-өйрәнелеүен, әммә Ҡытайҙа хеҙмәт итеүе тураһында — ләм-мим.
– “Башҡортостан” гәзите былтыр “Генерал Шайморатовҡа – Герой исеме” рубрикаһын асып бик күп мәҡәләләр, мөрәжәғәттәр баҫтырҙы, республикала бихисап ҡултамға йыйылды. Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға быйыл — 70 йыл. Ошо дата айҡанлы башҡорт батырына был юғары исем бирелмәҫме икән?
– Миңлеғәле Шайморатовтың исеме менән күпме уйнарға һәм уны күпме файҙаланырға була?! Уның һуғыш мәлендә күрһәткән батырлыҡтары бихисап. Сталинград эргәһендәге “Уран” операцияһы ғына ни тора! Мин белгән мәғлүмәттәр дөрөҫ булһа, 9 Май алдынан Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы айҡанлы бер нисә кешегә Советтар Союзы Геройы исеме (үлгәндән һуң) биреләсәк. Рәсәй Федерацияһы Хәрби көстәр ветерандарының бөтөн Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы советы рәйесе, армия генералы Виктор Ермаков та Башҡортостан Хөкүмәте, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты тарафынан яҙылған хаттар нигеҙендә Рәсәй Президенты Владимир Путинға мөрәжәғәт менән барырға вәғәҙәләне. Республика түҙемһеҙлек менән көткән ваҡиға тиҙҙән тормошҡа ашыр, тип өмөтләнәйек.
Генерал М.М. Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исемен биреүҙе һорап, ҡултамға йыйыу буйынса республикала уҙғарылған акцияның һөҙөмтәһе булырға тейеш.
– Әңгәмә башында телгә алынған китап тураһын­да бер кәлимә һүҙ әйтһәгеҙ ине.
– Китапты ун йыл яҙҙыҡ. Ошоғаса бөтөнләй өйрә­нелмәгән мәғлүмәтте таптыҡ. Хеҙмәтебеҙ шуныһы менән ҡәҙерле: тәүге тапҡыр Генераль штабтың оператив мәғлүмәттәре бирелде. Уларҙа дивизияның айырым билдәләнеп үтеүе башҡорт атлыларының ни тиклем данлыҡлы булыуы хаҡында һөйләй.

Лилиә НУРЕТДИНОВА әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 771

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873