Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ул ҡалдырған яҡты эҙ
Һәр кешегә тыуған яғы тәбиғәттең иң хозур, иң матур мөйөшө кеүек. Бында тауҙар ҙа бейегерәк, урмандар ҙа ҡуйыраҡ, яландар ҙа иркенерәк, һыуҙар ҙа тәмлерәк, һауалар ҙа зәңгәрерәк. Тыуған яҡ — мәңге үҙенә тартып, моңһоуландырып, уйландырып торған изге төйәк. Күңелендә бәләкәй ватанына оло һөйөү йөрөткән, өҙөлөп яратҡан, уны матурлар өсөн күп көс һалған, яҡташтарының тормошон еңеләйтер өсөн тырышып йәшәгән башҡа кешене белмәйем мин. Һүҙем — ауылдашым, замандашым Миңзаһир Миңлеғәзим улы Хәмиҙуллин тураһында.

Бынан 35 йыл самаһы элек урындағы хужалыҡ рәйесе итеп һайланғас, ул тәү сиратта район үҙәге менән Мәкәш ауылы араһында 30 саҡрымға һуҙылған күтәртелгән юл төҙөттө. Әүәл ҡышҡы бурандарҙа, яҙғы-көҙгө шыяларҙа 5-6 сәғәткә һуҙылған юлды хәҙер бер сәғәт эсендә үтә башланыҡ.
Миңзаһир ағайҙың идара ултырышында әйт­кән һүҙҙәре иҫтә ҡалған. “Ни өсөн әле, беҙ, егеттәр, трактор-машиналарҙы ҡар өҫтөндә теҙләнеп ҡабыҙырға тейеш? Йылы машина-трактор оҫтаханаһы, йылы гараж кәрәк беҙгә”. Әйтте лә эшкә лә тотондо. Махсус бригада саҡыртып, бер-ике йыл эсендә йылы гаражлы оҫтахана төҙөттө. Алдынғы ҡарашлы етәксе бөтәһен дә күрә, бар ергә лә өлгөрә ине. Заманса малсылыҡ комплексын булдырыуҙы ла ул хәл итте. Мал һара­йында аш бешереү цехы ла, хатта малсылар өсөн профилакторий ҙа асылды. Аҙағыраҡ һауын аппараттары килтерелде. Малсылыҡта ла, иген­селектә лә эштәр гөрләп барҙы. Район һабан­туй­ҙарында колхозыбыҙ алдынғылыҡты бирмәне, барлыҡ күрһәткестәр буйынса еңеүселәр беҙҙең хужалыҡтан ине.
Ҡайҙан бөтәһен дә күреп, заман һулышын тоя белгәндер ул, аптырайым. Шундай матур хыял­дар, яҡты өмөттәр менән йәшәне. Бер мәл ауыл урамына асфальт һалыу уйы менән яна башланы. Үҙ тырышлығы менән ауыл осонда бәләкәй асфальт заводы төҙөтөп, Мәкәш, Горчак, Красная Поляна ауылдарында ырҙын табаҡтарын ас­фальт­лауға өлгәште. “Беҙҙең балалар мәктәпкә матур кейенеп, яңы туфлиҙарҙа текелдәп кенә йөрөр әле асфальт юлдан”, — тип хыяллана ине етәксе. Тик комиссия килеп, ҡара күңелле кеше­ләрҙең аноним яла яғыуы арҡаһында, заводты ябып китте. Үҙе ултырған ботаҡты үҙе киҫте кемдер. Ауыр кисерҙе был хыянатты етәксе, тик бирешмәне, йәшәүгә дәртем, ауылдаштарына, тыуған яғына һөйөүен юғалт­маны. Яңы көс менән эшен дауам итте, сөнки уның янында һәр аҙымын ҡеүәтләп, ярҙам итеп, ярты ымдан аңлап торған ҡатыны — Клара апай бар ине.
Матур, изге булды Миңзаһир ағайҙың хыялдары, өмөттәре. “Ниңә әле “Өфө йүкәләре” тип кенә йырларға тейештәр, әйҙә, беҙҙең урамдарҙа ла гөрләп үҫһен”, — тип, үҫентеләр алып ҡай­тып, өмә ойоштороп, үҙәк урамға йүкә ултыртылып, кәртәләп алынды. Тик һаҡ­лап ҡала алманы ауыл халҡы ағастарҙы. Мал ашап, юҡҡа сыҡты үҫентеләр. Матур башланғыс күтәреп алынманы. Эште етәксе бер үҙе йырып сыға алмай бит. Үткәндәргә әйләнеп ҡарайым да: “Эх, ауылдаштар, — тип ҡуям, — бөгөн урамдарыбыҙ урмандай шаулап ултырыр ине бит!”
Халыҡ тормошон бөтә яҡлап та еңеләйтергә тырышты алдынғы етәксе. Балалар баҡсаһы, яңы мәктәп төҙөтөүгә күп көс һалды. Урындағы мәҙәниәт усағы, ауылса әйткәндә, клуб элекке мәсет бинаһында ине. Ике ҡатлы мәҙәниәт йорто ҡалҡып сыҡты. Хужалыҡ көсө менән генә баш­лан­ған ниәтен республика планына керетеүгә өлгәшеп, яңы мәҙәниәт усағын да астырҙы. Ауылдың киләсәген алдан күҙалланы.
Мәктәптә ҡурай түңәрәге ойоштороуға ҙур өлөш индергән кеше лә ул. Өфөнән ҡурайсылар саҡыртып, музыка ҡоралдары алып биреп, ансамбль үҫешен күҙәтеп барҙы. Тынлы оркестр өсөн дә ҡоралдар алып биреп, йәштәргә бөтә яҡлап ярҙам итеп килде. Бөйөк Еңеү көндәрендә оркестр башҡарыуында “Катюша”, “Еңеүселәр маршы”н, “Прощание славянки” көйҙәрен тыныс ҡына тыңлап булмай ине. Ошо бөтә ҡаҙаныштар башында Миңзаһир ағай Хәмиҙуллин торҙо. Нисек кенә ваҡыт еткергән дә, нисек кенә өлгәшкәндер ул был ҡәҙәр алдынғылыҡҡа?!
Революцияға ҡәҙәр беҙҙең Мәкәш ауылында өс мәсет булған, тиҙәр. Дини байрамдарҙа тирә-яҡтан муллалар йыйылып, аҙан әйткән, мәж­лестәр үткәргән. Һуғыш башланыуға бер генә мәсет ҡалған була, 1950 йылдар аҙағында, манараһы ауҙарылып, ул да клуб итеп асыла. Миңзаһир ағайҙың иң ҙур теләктәренең береһе — ауылда мәсет төҙөтөү ине. Ниәтен тормошҡа ашырҙы ул. 1997 йылдың октябрендә яңы мәсет ишеген асты. Имам һайланды. Балалар, ололар мәсеткә ағылды. Ауыл өҫтөндә аҙан тауыштары яңғыраны. “Иманға ҡайтып, тәүбәгә килеү бер ҡасан да һуң түгел”, — тип ҡабатлай торғайны Миңзаһир ағай. Ул үҙе хажға ла барып ҡайтты. Ауылдаштарын дин юлына баҫтырыуға күп көс һалды.
Аллаға шөкөр, мәсет бөгөн дә эшләп килә. Шуныһы ҡыуаныслы: уға бынан ике йыл элек Миңзаһир хажи Миңлеғәзим улының исеме бирелде. Ауыл тарихына үҙ исемен алтын хәрефтәр менән яҙҙы шулай.
Ауылға “зәңгәр яғыулыҡ” үткәреүгә лә ҙур өлөш индерҙе. Башта бер-ике йортта ғына ҡабынды газ. Миңзаһир ағайҙың өйөнә барып етергә километрҙан артыҡ ара, йылдан ашыу ваҡыт кәрәк. Ә уның, үҙ өйөнә ингәнме ни, атлап түгел, йүгереп, шатланып йөрөгәне иҫтә ҡалған. Йыйылышта: “Бына, иптәштәр, беҙ ҙә оҙаҡламай ҡала кешеләре кеүек йәшәй башлаясаҡбыҙ. Интегеп утын әҙерләүҙәр онотолор, яҡты киләсәк көтә беҙҙе”, — тигәндәре иҫтә. Шулай булды ла. Бөтә урында булмаһа ла, асфальт юлыбыҙ бар. 25-30 минутта район үҙәгенә барырға була. Өйҙәр газ менән йылытыла. Йорт һайын еңел машина, ә йүнселдәрҙең йөк машиналары, тракторҙары бар. Балалар баҡсаһы, мәктәбебеҙ — заманса бинала. Мәҙәниәт йортонда эстәлекле кисәләр уҙғарыла, йыр-моң ағыла. Кеше өҫтөндәге кейем ялан сәскәләрен хәтерләтә. Муллыҡта, барлыҡта йәшәй ауыл халҡы. Миңзаһир ағайҙың хыялындағыса. Ҡайҙа ҡарама — уның ҡаҙаныштары: ул төҙөткән йорттар, биналар, юлдар һ.б. Ауылым, халҡым тип янып йәшәне ул. Тыуған яғын уның кеүек тә өҙөлөп яратҡан, уны йәмләр өсөн үҙ-үҙен йәлләмәй янып эшләгән һәм ваҡытынан алда үҙен яндырған ундай кеше башҡа юҡ.
Ошо урында Миңзаһир ағайҙың хәләл ефете Клара апайҙың уға бағышлап, йән әрнеүе менән яҙылған шиғыры иҫкә төшә:
Ҡайҙан һиндә йәнтөйәккә булған
Оло һөйөү, сикһеҙ мөхәббәт?
Мәкәштаумы бирҙе дармандарҙы
Сәнселмәлә утын киҫкәндә?
Еләкле ҡул һутын бирҙеме әллә,
Ашығып, асығып еләк өҙгәндә?
Баҡырҡаҙған серен астымы әллә,
Малай саҡта әремен сапҡанда?
Әкеш сағандары ыңғыраштымы
Аяғыңа балта сапҡанда?
Күҙ йәштәрең ергә тамдымы әллә,
Бәләкәй арбаң ватылып ҡалғанда?
Ҡибла шишмәләре дәрт бирҙеме,
Ҡара төндә аҙашып ҡалғанда —
Мәкәштауың һине юҡһына бит
Һырттарында эҙең ҡалғанға...
Эйе, юҡһына һине тыуған яғың, алдынғы уҙа­ман! Һинең ҡараш, дәрт-дарманың, тырышлығың етмәй кеүек. Ә тормош дауам итә, ваҡытты туҡ­татып булмай. Ҡышты — йылы яҙҙар, уны — йәм­ле йәйҙәр, уларҙы мул көҙҙәр алмаштырыр. Тағы ла һине алып киткән ҡыш килер. Ауылыбыҙ аҡһа­ҡа­лы булып, оҙон-оҙаҡ, аҡыллы кәңәштәрең ме­нән ҡыуандырып йәшәргә лә йәшәргә ине лә бит...
Ауылдаштарыңдың ялын ойоштороуға ла күп көс һалдың һин. Дәүләкән автотранспорт предриятиеһынан автобус саҡыртып, Өфөгә театрға барыуҙар — үҙе бер матур, яҡты хәтирә. Баш ҡаланан билеттар алып ҡайтып, аҙна һайын ауыл эшсәндәрен спектакль, концертҡа оҙата ине ул. Йыш ҡына ғаиләһе менән үҙе лә бара. Ҡайтыр юлға сыҡҡанда, ҡараңғы төшкән була. Тик кәйеф шәп, күңелдәр байып, артистарҙың уйнауына һоҡланып, тәьҫораттары менән бүлешеп ҡайта халыҡ. Бөтәһе лә кисә генә булған кеүек. Хәтер ебен тағатам да, ауылдашымдың, заманда­шым­дың күңел байлығына, көслө рухына, алдынғы ҡарашына хайран ҡалам!
Ул иҫән саҡта ауылыбыҙҙың ҡапҡаһы бар ине. Миңзаһир ағайҙың тәҡдиме менән төҙөлдө ул. Алыҫтан үҙенә саҡырып торҙо. Ә ҡапҡа өҫтөндәге яҙыуҙар: “Тыуған ерем — алтын бишек”, “Үҙ ереңде күҙ ҡараһы кеүек һаҡла”. Иҫ киткес мәғәнәле һүҙҙәр. Уларҙа Миңзаһир ағайҙың тыуған яғына һөйөү хисе ярылып ята, яҙмаларҙы ла үҙе һайлап алғайны. Был һоҡланғыс етәксе тураһында китап яҙыу ҙа аҙ булыр кеүек.
Миңзаһир ағайҙың улдары, Олег һәм Булат, бәхетте ситтә эҙләмәй, атай һүҙенә тоғро ҡалып, тыуған ауылдары Мәкәштә балалар үҫтереп, матур итеп донъя көтә. Ҡыҙы Гөлнәзирә баш ҡа­лала балалар уҡыта, ике ул, бер ҡыҙ тәрбиәләй ире Нил менән. Матур алмаш ҡалдырған Миңзаһир уҙаман, ышаныслы алмаш.
Заманымдың ыжғыр елдәренән
Ауылымды ҡурсып һыҡраным.
Күпме керле һүҙҙәр ишетһәм дә,
Күңелемә керҙәр йыйманым.
Миңзаһир ағайҙың ҡәбер ташынан был юлдар. Үҙе шулай яҙып ҡуйыуҙарын үтенгән шиғри ауазы — мәңгелеккә иҫтәлек ул.










Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873