Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Үҙ ереңдән дә яҡыны юҡ!
Үҙ ереңдән дә яҡыны юҡ! – Себергә барып ҡараным, унда паспортҡа күҙ һалдылар ҙа атып ҡына бәрҙеләр, йәшерәк кеше кәрәк, тинеләр, — тип көлә Ризуан ағай. — Шунан ни мал тоторға булдым. Кешенең файҙалы шөғөлө булырға тейеш, эшһеҙ ятыу мәртәбә өҫтәмәй…

Колхоздың гөрләп торған сағында механизатор, һуңғы туғыҙ йылда бригадир булып эшләгән Хәкимов бер ваҡыт эшһеҙ ҡалырмын тип һис кенә лә башына килтермәй. Ни хәл итәһең, бер хужалыҡ нимә ул, оло ил тарҡалған саҡтар булды. Үҙе әйтмешләй, Себергә лә барып ҡарай, Силәбе тарафтарын да урап ҡайта. Башы ҡатып, аптырап йөрөгәндә эске тауышы уны бирешмәҫкә өгөтләгән һымаҡ була. Бәй, ниңә төшөнкөлөккә бирелергә әле, аҙбарҙа өс һыйыр бар, быҙау, тана. Ана бит, ошо өс һәүкәшкәй аҙмы-күпме аҡса килтереп тора, ә ишәйтеберәк ебәрһә-әң…
Үҙ ереңдән дә яҡыны юҡ!Мәктәптә физкультура уҡытыусыһы бу­лып эшләгән ҡатыны Нурия ла йөпләй: шәхси ярҙамсы хужалыҡта ла сәй-шәкәр­лек аҡса эшләп була лаһа! Шулай мал һанын ишәйтергә ҡарар итә Хәкимовтар. Бөгөн уларҙың ун һауын һыйыры, ете баш ҡышлауы (үгеҙ, тана) бар. Аллаһы бо­йор­һа, тип әйтәйек, һыйырҙары быҙауларға тора. Тырышмаһаң, бер баш малды аҫрауы ла алтын хаҡына төшөүе бар. Ризуан иһә йәйен ялан-ҡырҙан ҡайтып кер­мәй: “Т-40” тракторына ултыра ла үҙ­ҙә­ренең пай еренән дә, ауыл хакимиәтенән ҡур­тымға алғанынан да бесән сабып ташый.
– Ауылда өс көтөү, беҙ ҙә малдарҙы ҡыуабыҙ. Көтөү ваҡыты алты ай булһа, шу­ның 35 көнө — минең сират, – ти Хә­ки­мов. – Аҙашым Ризуан Хәкимов һымаҡ йыр­лап йөрөйөм. Ул сәхнәлә, мин – сәхрәлә…
Йыш ҡына беҙ теге йәки был эшкә тотонғанда табышлымы-юҡмы, сығымдар күпме, килемдәр ҡайһылай, тип уйлайбыҙ. Нурия апай ҙа алып бара икән иҫәп-хисапты. Аҡса яғын яҙмайым, тик уҙған йәй һигеҙ һыйырҙан улар 15 меңләп литр һөт тапшырғанын ғына әйтәм. Тағы шуныһын билдәләргә кәрәк: Ҡыйғыла һөт йыйыуҙы кешеләр үҙҙәре ойошторған. Мәҫәлән, Иҙрис ауылында йәшәгән фермер Ғи­ба­ҙулла Хәлилов өс ауылдан йыя. Әйт­кәндәй, Ғибаҙулла ағай — элекке Киров исемендәге совхоздың алдынғы комбайн­сыһы, III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры.
– Һауын аппараты ла бар, тик мин өйрәнгәнсә, ун бармаҡ менән ун һыйыр һауам, — тип шаярта Нурия апай.
Барлыҡ шәхси ярҙамсы хужалығын алып барғандар һымаҡ, Хәкимовтарҙы ла аҫраған малды ҡайҙалыр цехҡа илтеп салдырыу борсой.
– Ҡуй, – ти йорт хужаһы, – был бит халыҡтың булған малын да бөтөрөүгә тиң. Күрәләтә ришүәтселеккә юл аса бит. Унда алып барырға кәрәк, күпме сират көтөргә. Шунан һуң, үҙебеҙсә салып эшкәртәме ни улар…
Бындай һүҙҙәрҙе барлыҡ мал тотоусынан да ишетәһең. Тик, ни хәл итәһең, Рә­сәй Таможня союзына ингән икән, дөйөм талаптарға буйһонорға ғына ҡала. Шулай ҙа уйланырға урын бар. Бөгөн халыҡта мал һанының ҡырҡа кәмеүе хафаға һала. Булғанын да бөтөрһәк, бөтөнләй мал тотмаған быуын үҫәсәк. Ә аҙбарында һыйыры булмаған өйҙән зоотехниктар ҙа, фермерҙар ҙа сыҡмай.
Үҙемдән саҡ ҡына өлкән булһа ла, Риз­уанды “ағай”, Нурияны “апай” тим. Хөрмәт йөҙөнән. Әле уларҙың ныҡлап быуынға ултырып, кем әйтмешләй, үҙҙәре өсөн йәшәй башлаған ғына сағы. Тыуған ерҙә үҙҙәре төҙөгән хужалыҡта ең һыҙғанып эшләр ваҡыттары. Ҡыҙҙары Әниәне Ейән­сура егете Азаматҡа кейәүгә биргәндәр — Таһир исемле ул үҫтерәләр, Әлиә Русланға кейәүгә сыҡҡан — кескәй Лидиә тормоштарын матурлай. Атай-әсәй өсөн ошонан да оло ҡыуаныс юҡ бит донъяла.


Район: Абзай ауылы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә